Яңы Себенле

Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура районындағы ауыл

Яңы Себенле (рус. Новые Чебенки) — Башҡортостандың Ейәнсура районындағы ауыл. Почта индексы — 453380, ОКАТО коды — 80226828007.

Ауыл
Яңы Себенле
рус. Новые Чебенки
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башкортостан

Муниципаль район

Ейәнсура

Ауыл советы

Яңы Себенле

Координаталар

52°12′00″ с. ш. 56°21′19″ в. д.HGЯO

Халҡы

593[1] кеше (2010)

Конфессиональ составы

мосолмандар-сөнниҙәр

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453380

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 226 828 007

ОКТМО коды

80 626 428 106

ГКГН номеры

0524722

Яңы Себенле (Рәсәй)
Яңы Себенле
Яңы Себенле
Яңы Себенле (Башҡортостан Республикаһы)
Яңы Себенле

Тарихы үҙгәртергә

Ауыл Түбәнге Себенле, Яманболаҡ булараҡ та билдәле булған. Ауылға 1840 йылда башҡа мәғлүмәттәр буйынса, ΧΥΙΙΙ быуат аҙағында Ырымбур өйәҙе Бөрйән‑Ҡыпсаҡ улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә шул уҡ өйәҙҙең Үрге һәм Түбәнге Себенле ауылдары (хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Һаҡмар районы) кешеләре керҙәшлек килешеүе буйынса нигеҙ һала. 1866 йылда 50 йортта 474 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған, шулай уҡ улус идараһы урынлашҡан. 1900 йылда татар мәктәбе теркәлгән[2].

Хәҙерге осор үҙгәртергә

Яңы Себенле ауылы — административ үҙәк. Ауылда башланғыс мәктәп (Ишемғол урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет, магазиндар бар[2].

Халыҡ һаны үҙгәртергә

Халҡы: 1900 йылда — 793 кеше, 1920 йылда 1360 кеше иҫәпләнгән. 1925 йылда (аслыҡ йылдарынан һуң) 125 кеше теркәлгән[3]. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002)[2]. 2009 йылда 666 кеше тәшкил иткән[4].

Йыл Халыҡ һаны
1939 1119 [5]
1959 566 [6]
Йыл Халыҡ һаны
1970 742 [6]
1979 763 [7]
Йыл Халыҡ һаны
1989 595 [7]
2002 683 [8]
Йыл Халыҡ һаны
2010 593 [8]
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — татарҙар (66 %) башҡорттар (33 %)[9].

Ревизия материалдарында үҙгәртергә

1850 йылда[10] һәм 1859 йылда[11] Яңы Себенле ауылында ла рәүиз (ревизия) үткәрелә һәм уның материалдары Башҡортостандың Милли архивында һаҡлана.

Географик урыны үҙгәртергә

Яман йылғаһы (Ташлы йылғыһы ҡушылдығы) буйында урынлашҡан[2].

Билдәле шәхестәр үҙгәртергә

  • Сафин Вадим Фәтхи улы (11.04.1933) — ғалим-психолог, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Психология фәндәре кандидаты (1969), профессор (1992). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1993) һәм мәғариф отличнигы (1995), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1990), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2008)[12].
  • Булат Ишемғол (Ғабдрахман Закир улы Ғабдрахманов; (16.02.1900—10.07.1938) — комсомол, партия һәм матбуғат эшмәкәре, яҙыусы һәм журналист. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. I Бөтә Союз совет яҙыусылары съезы (Мәскәү, 1934) делегаты. Сәйәси золом ҡорбаны.

Урамдары үҙгәртергә

  • Әхмәтшин урамы (рус. улица Ахметшина)
  • Б. Ишемғол урамы (рус. улица Б. Ишемгула)
  • Йылға аръяғы урамы (рус. улица Заречная)
  • Йәштәр урамы (рус. улица Молодежная)
  • Үҙәк урам (рус. Центральная улица)
  • Юбилей урамы (рус. Юбилейная улица)[13]

Тирә-яҡ мөхит үҙгәртергә

Йөрәктау тауы

Видеояҙмаларҙа үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Яңы Себенле
  3. Түләбаев М. С. Үҫәргәндәр ере — Ейәнсура.— Өфө, 2000. — 240 бит. ISBN 5-85051-175-Х.
  4. Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка)  (рус.)
  5. Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.1 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // ӨфөКитап, 2018. — Т. 1.
  6. 6,0 6,1 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.2 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // ӨфөКитап, 2018. — Т. 2.
  7. 7,0 7,1 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.3 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // УфаКитап, 2018. — Т. 3.
  8. 8,0 8,1 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.4 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // УфаКитап, 2018. — Т. 4.
  9. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка)  (рус.)
  10. материалдарында(недоступная ссылка)
  11. ревизия материалдарында(недоступная ссылка)
  12. Башҡорт энциклопедияһы — Сафин Вадим Фәтхи улы 2016 йыл 5 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 1 апрель 2018)
  13. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан