Төп менюны асырға

Ҡыуатова Әлмира Шәриф ҡыҙы (30 октябрь 1957) — театр һәм кино актёры, режиссёр. 1983 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2004).

Викидатала элемент тултырылмаған

БиографияһыҮҙгәртергә

Әлмира Шәриф ҡыҙы Ҡыуатова 1957 йылдың 30 октябрендә Башҡорт АССР-ының Ейәнсура районы Этҡол ауылында тыуған.

1975 йылда Өфөләге 1-се һанлы интернат-мәктәпте (хәҙер Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты), 1979 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын, ә 1997 йылда — Рәсәй сәнғәт, мәҙәниәт һәм туризм хеҙмәткәрҙәрен белемен камиллаштырыу институтын тамамлаған.

1979 йылдан Салауат башҡорт дәүләт драма театрында эшләй (1990—1991).

19921993 йылдарҙа Сибайҙағы «Сулпан» Сибай башҡорт балалар театры режиссеры.

20032006 йылдарҙа Республика халых ижады үҙәгенең сәнғәт етәксеһе (Өфө).

ХеҙмәттәреҮҙгәртергә

Театрҙа ролдәре
  • Ғәлиә («Тол ҡатын» — Ф. А. Әсәновтың; дебют, 1979)
  • Зәмзәгөл («Йәйәүле Мәхмүт» — Мостай Кәрим),
  • Антигона («Антигона» Софокла) һ. б.
Кинофильмдарҙа ролдәре
  • «Бөртөкләп йыйыла алтын», Баштелефильм, 1979
  • «Мадам Баттерфляй», «Башкортостан» киностудияһы, 1991
Режиссер
  • «Тирмәкәй», А. Ш. Йәғәфәрова, «Сулпан» театры
  • «Йомро-йомро йомғағым», Р. М. Ураҡсина, «Сулпан» театры.
  • «Ирәндек моңдары», 1997—2001
  • «Салауат йыйыны», 2004, 2005
  • «Оҙон көй», 2005
  • «Йәш тауыштар» йәш яҙыусылар фестивале, 2006
  • «Ҡурай байрамы»
Сценарий авторы

Сибай, Стәрлетамаҡ, Учалы филармонияларының концерт программалары авторы.

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

СығанаҡтарҮҙгәртергә

ҺылтанмаларҮҙгәртергә