Рәхмәтуллин Ибраһим Ғәйзулла улы

хирург. Медицина фәндәре докторы (1991), профессор (1993). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы

Рәхмәтуллин Ибраһим Ғәйзулла улы (20 февраль 1936 йыл19 июль 1998 йыл) — хирург. Медицина фәндәре докторы (1991), профессор (1993). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1993)[1].

Рәхмәтуллин Ибраһим Ғәйзулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 20 февраль 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})
Тыуған урыны Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Ҡужабаҡ, Яңы Себенле ауыл Советы, Ейәнсура районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 19 июль 1998({{padleft:1998|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (62 йәш)
Һөнәр төрө хирург
Эш урыны БДМУ
Уҡыу йорто БДМУ
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Ибраһим Ғәйзулла улы Рәхмәтуллин 1936 йылдың 20 февралендә Башҡорт АССР-ының Ейәнсура районы Ҡужабаҡ ауылында тыуа. 1955 йылда Үрген урта мәктәбен уңышлы тамамлай. 1961 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлағандан һуң Туймазы районы Күҙәй участка дауаханаһының баш табибы булып эшләй башлай[1]. 1964—1966 йылдарҙа Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы ҡарамағындағы ординатурала уҡыуын дауам итә һәм 1969 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай[2]. 1966 йылдан был дауаханала хирург, Башҡорт дәүләт медицина институтында уҡытыусы булараҡ эшен дауам итә. 1967—1982 йылдарҙа хирургия факультеты кафедраһының ассистенты, доценты булып эшләй[3]. 1991 йылда ул «Особенности клиники и комплексного лечения заболеваний щитовидной железы в очаге зобной эндемии» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай, профессор дәрәжәһенә ирешә һәм 1993 йылдан башлап институттың урология һәм эндокринология курстары менән стоматология һәм педиатрия факультеттарының хирургия кафедраһы мөдире вазифаһына һайлана[2].

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Фәнни эшмәкәрлеге республика эндемик боғаҡ һәм ҡалҡан биҙенең башҡа ауырыуҙары таралышын, патогенезын, клиникаһын өйрәнеүгә, дауалау (шул иҫәптән гипербарик оксигенация ҡулланып) һәм иҫкәртеү ысулдарын камиллаштырыуға арналған. Ул ошо йүнәлештә ике ҙур монография һәм 175-тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Башҡортостан Республикаһының эндокринологтары йәмғиәте рәйесе (1976—98)[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • «Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау отличнигы»
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы
  • Башҡортостан Хөкүмәтенең Маҡтау грамотаһы

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә