Викидатала элемент юҡ

Дәүләтбай — башҡорт ир-ат исеме.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Дәүләтбай башҡорт теленә ғәрәп теленән ингән дәүләт һүҙенә бай һүҙе ҡушылыуҙан барлыҡҡа килгән исем. Дәүләт (ғәр.) — мал, байлыҡ, мәмләкәт, дәүләт, бәхет тигәнде аңлата[1].

Билдәле кешеләр

үҙгәртергә

Рәхмәтуллин Дәүләтбай Абдрахман улы (15 сентябрь 1937 йыл) — башҡорт музыканты, ҡурайсы, йырсы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1974).

Юлмөхәмәтов Дәүләтбай Мөхәмәтйән улы (15 декабрь 1909 йыл — 26 март 1988 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. «Еңеү юлында» гәзите мөхәррире, Бөрйән район Советы башҡарма комитеты секретары. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры.

Фамилияла

үҙгәртергә

Дәүләтбаев Рәмис Рәжәп улы (25 сентябрь 1962 йыл) — башҡорт радио һәм телевидение журналисы, 2000—2015 йылдарҙа «Башҡортостан» телерадиотапшырыуҙар компанияһы етәксеһе, Рәсәй телевидениеһы академигы (2010), II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалы менән бүләкләнгән, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре.

Дәүләтбаев Тәлғәт Шаһимәрҙән улы (13 июль 1925 йыл — 2017 йыл) — СССР-ҙың партия һәм дәүләт эшмәкәре, ғалим-нефтсе, йәмәғәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1966 йылдан КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының бүлек мөдире, 1972 йылдан Профсоюздарҙың Башҡортостан өлкә советы рәйесе. 1982—1986 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Кинофикация буйынса дәүләт комитеты рәйесе. Техник фәндәр кандидаты (1955). Башҡорт АССР-ының 7—10-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. 1-се (1945) һәм ике 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1945, 1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976), Халыҡтар Дуҫлығы (1981) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры.

Дәүләтбаев Фәтих Ислам улы (27 март 1950 йыл — 7 апрель 2020 йыл) — артист. 1972—2013 йылдарҙа Башҡортостан Ҡурсаҡ театры актёры. 1980 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2010) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ (1989) артисы.

Дәүләтбаев Булат Сабир улы (27 июль 1937 йыл) — башҡорт тарихсыһы, тарих фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре.

Дәүләтбаев Һиҙиәт Сибәғәт улы (рус. Давлетбаев Хидият Сибагатович) (1 ғинуар 1921 йыл — 1997 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, рядовой. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985) кавалеры.

Дәүләтбай (рус. Давлетбаева) — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Арғаяш районындағы ауыл. Ҡолой ауыл биләмәһе составына инә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

{{Исемдәр донъяһында}