Юлмөхәмәтов Дәүләтбай Мөхәмәтйән улы

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. «Еңеү юлында» гәзите мөхәррире, Бөрйән район Советы башҡарма комитеты секретары. 2-се дәрәжә Ватан һуғыш

Юлмөхәмәтов Дәүләтбай Мөхәмәтйән улы (15 декабрь 1909 йыл26 март 1988 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. «Еңеү юлында» гәзите мөхәррире, Бөрйән район Советы башҡарма комитеты секретары. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры.

Юлмөхәмәтов Дәүләтбай Мөхәмәтйән улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 15 декабрь 1909({{padleft:1909|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Башҡорт АССР-ы, РСФСР
Бөрйән районы
Аҫҡар, Бөрйән районы
Вафат булған көнө 26 март 1988({{padleft:1988|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (78 йәш)
Вафат булған урыны Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Иҫке Собханғол, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө гәзит мөхәррире
Һуғыш/алыш Икенсе бөтә донъя һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ватан һуғышы ордены

Биографияһы үҙгәртергә

Дәүләтбай Мөхәмәтйән улы Юлмөхәмәтов 1909 йылдың 15 декабрендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Аҫҡар ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1924 йылда дегет ҡайнатыусы булып башлай. 1930 йылда колхоздар төҙөлә башлау менән Аҫҡар промколхозына ағза булып инә.

1933 йылда район контроль комиссияһы — эшсе-крәҫтиән инспекцияһы секретаре итеп тәғәйенләнә. Һуңынан Өфөлә гәзит хеҙмәткәрҙәре курстарында уҡып ҡайтҡас, райондың «Еңеү юлында» гәзите редакцияһында яуаплы вазифаларҙа эшләй, уның мөхәррире була.

1939 йылда Юғары коммунистик ауыл хужалығы мәктәбендә уҡый башлай. Ләкин мөмкинлеге булмау сәбәпле, уҡыуҙы туҡтатырға мәжбүр була һәм шул уҡ йылда Бөрйән районы мәғариф бүлеге инспекторы булып эш башлай. Алдағы йылдарҙа КПСС район комитеты пропагандисы, секретарь ярҙамсыһы булып эшләй.

Бөйөк Ватан һуғышы осоронда, 1942—1944 йылдарҙа тәүҙә Златоуст хәрби пехота һәм артабан Ҡамышлы хәрби пехота училищеларында уҡый. 1944 йылда 4-се Украин фронты составында кесе лейтенант дәрәжәһендә взвод командиры булып яуға инә. 1945 йылдың 17 мартында уң яҡ яурынына ҡаты яраланып госпиталгә эләгә. Тыуған яғына һуғыш тамамланғас ҡайта.

1945—1947 йылдарҙа Байназар балалар йорто директоры, унан һуң Аҫҡар ете йыллыҡ мәктәбе директоры булып эшләй.

1948 йылдан район Советы башҡарма комитеты секретары, КПСС район комитетының дөйөм бүлек мөдире, секретарь ярҙамсыһы юула. 1970 йылда пенсияға киткәнгә тиклем райондың партия-совет органдарында, төрлө учреждениеларҙа яуаплы вазифалар башҡара.

Дәүләтбай Мөхәмәтйән улы Юлмөхәмәтов ҙур йәмәғәт эше алып барҙы. КПСС-тың район комитеты ағзаһы, халыҡ депутаттарының район Советы депутаты итеп һайланды.

1982 йылда «КПСС составында 50 йыл» билдәһе һәм танытмаһы тапшырылды. БАССР-ҙың персональ пенсионеры булды.

1988 йылдың 26 мартында вафат булды.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены,
  • «Германияны еңгән өсөн» һәм башҡа миҙалдар,
  • БАССР Юғары Советы Президиумының Почет грамотаһы.

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • «Таң» гәзите, № 38, 1988 йыл, 4-се бит.