Дәүләтбай
Дәүләтбай (рус. Давлетбаева) — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Арғаяш районындағы ауыл. Ҡолой ауыл биләмәһе составына инә.
Ауыл | |
Дәүләтбай | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Беренсе мәртәбә телгә алынған | |
Халҡы | |
Милли состав | |
Конфессиональ составы | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Географик урынлашыуы
үҙгәртергәҠоғалы йылғаһы (Мейәс йылғаһының һул ҡушылдығы) буйында урынлашҡан.
Тарихы
үҙгәртергәДәүләтбай (Туғыҙаҡ) — әйле башҡорттарының ауылы[2]. Тәүге тапҡыр 1776 йылда телгә алына[3]. Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе Әйле улусы составында була. Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһы осоронда 5-се башҡорт кантонының 3-сө йортона керә.
Революциянан һуң Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан һуң Башҡортостан АССР-ының) Арғаяш кантоны составына керә. 1930 йылдан — Башҡортостан АССР-ы Арғаяш районы, 1934 йылда Урал өлкәһе Арғаяш милли округы составына бирелә, шул уҡ йылдың көҙөнән — Силәбе өлкәһе Арғаяш районы составында.
Халҡы
үҙгәртергә1795 | 1834 | 1866 | 1900 | 1916 | 1920[2][3] |
---|---|---|---|---|---|
111 | 126 | 189 | 250 | 402 | 316 |
Халыҡ иҫәбе | |
---|---|
2002[4] | 2010[1] |
171 | ↘152 |
2002 йылғы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда башлыса башҡорттар (93 %) йәшәй[5][6].
Тирә яҡ мөхит
үҙгәртергә- Моронҡайын — ҡыр, ауылдың төньяғында
- Арҡабаш — ҡыр, ауылдың көнбыйышында
- Туғыҙҡайын — ҡыр, ауылдың көняғында
- Рәйхәнә шишмәһе
Арҙаҡлы шәхестәр
үҙгәртергә- Сиражетдинов Харис Мөхәмәтжән улы (15.09.1918 — 10.10.2006) — Ҡолой ауылы мәсәте имам-хатибы.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 . Челябинскстат. Дата обращения: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
- ↑ 2,0 2,1 История башкирских родов. Айле, Тырнаклы, Тубаляс. Том 25. Ч. 2 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. Р. Саитбатталов, И. З. Султанмуратов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин. — Уфа: Китап, 2017. — С. 192-193, 217. — 696 с. — ISBN 978-5-295-06786-0.
- ↑ 3,0 3,1 Урал аръяғы башҡорттарының Ырымбур губернаһы составына ингән торама пункттары (1866 йылда кәмендә 100 кеше йәшәгән торамалар күрһәтелгән) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года . Дата обращения: 13 февраль 2016. Архивировано 13 февраль 2016 года.
- ↑ База данных переписи 2002 года(недоступная ссылка)
- ↑ Мурзабулатов М. В., Шитова С. Н., Юсупов Р. М. Зауральские башкиры // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
Был Силәбе өлкәһе тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |