Викидатала элемент юҡ

Данил — башҡорт ир-ат исеме, урыҫ һәм башҡа төрки телле халыҡтарҙа ла ҡулланыла.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Данил башҡорт теленә фарсы теленән ингән, белемле, аҡыллы тигәнде аңлата[1]

Билдәле кешеләр

үҙгәртергә

Хәсәншин Данил Дәүләтша улы (22 август 1937 йыл) — композитор. 1973 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (1998) һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1989).

Лысенко Данил Сергеевич (19 май 1997 йыл) — Рәсәй еңел атлеты, бейеклеккә һикереүҙә махсуслашҡан. 2018 йылда биналағы ярыштарҙа донъя чемпионы. 2017 йылда донъя чемпионатының көмөш призеры. 2017 йылда Рәсәй чемпионы. Бинала 2018 йылда Рәсәй чемпионы. Рәсәй халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2016).

Данил Дамир улы Халиҡов (2 декабрь, 1964 йыл — 22 май, 1983 йыл, Афғанстан) — башҡорт. Рядовой, водитель. Афғанстанда интернациональ бурысын үтәгәндә һәләк була (1983).

Дани́л Арка́дьевич Коре́цкий (4 август, 1948 йыл) — совет һәм Рәсәй ғалим-криминологы, яҙыусы һәм сценарист. Юридик фәндәр докторы, профессор, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юрисы, отставкалағы милиция полковнигы, Эске Эштәр министрлығының маҡтаулы хеҙмәткәре. Ул яҙған 48 әҫәр 200 тапҡыр баҫыла, дөйөм тиражы 20 миллион дананан артығыраҡ. Ҡайһы бер китаптары сит телдәргә тәржемә ителгән һәм улар донъяның бик күп илдәрендә билдәле. Уның романдары һәм сценарийҙары буйынса өс нәфис фильм һәм өс күп сериялы телевизион фильм төшөрөлгән. Д. А. Корецкий — шулай уҡ 250 ғилми хеҙмәт, үҙәк һәм урындағы гәзит-журналдарҙа баҫылған 400-ҙән артыҡ суд очерктары һәм мәҡәләләренең авторы. Ҡанундарға һәм ғәмәлғә ингән 12 тәҡдимдең авторы, альтернатив "Ҡорал тураһында ҡанун"ды эшләүсе. Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Фамилияла

үҙгәртергә

Данилов Виктор Петрович (тарихсы) (4 март 1925 йыл — 16 апрель 2004 йыл[2]) — СССР һәм Рәсәй тарихсыһы-аграрсы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Тарих фәндәре докторы (1982), профессор (1990).

Данильянц Еремей Иванович (әрм. Դանիելյանց Երեմ Իվանի, 22 апрель (5 май) 1901 йыл — 29 сентябрь 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы, Советтар Союзы Геройы (үлгәндән һуң, 1944), гвардия өлкән сержанты, Үҙәк фронт 61-се армия, 7-се гвардия кавалерия корпусы, 16-сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһы, 60-сы гвардия кавалерия полкына ҡараған 4-се эскадронының пулемёт расчёты командиры.

Данилко Елена Сергеевна (31 май 1970 йыл) — тарихсы. Тарих фәндәре докторы (2007). РФА Н. Н. Миклухо-Маклай исемендәге этнология һәм антропология институты ғилми-мәғариф үҙәге етәксеһе.

Данилов-Чалдун Максим Николаевич (18 ғинуар 1894 йыл — 2 март 1944 йыл) — Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашҡан, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир. Сыуаш яҙыусыһы. 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Данилов Дмитрий Данилович (6 ноябрь 1902 йыл — 28 апрель 1966 йыл) — сыуаш совет яҙыусыһы, театр һәм йәмәғәт эшмәкәре.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ