Данильянц Еремей Иванович
Данильянц Еремей Иванович (әрм. Դանիելյանց Երեմ Իվանի, 1901 йылдың 22 апреле (5 майы) — 1943 йылдың 29 сентябре) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (үлгәндән һуң, 1944), гвардия өлкән сержанты, Үҙәк фронт 61-се армия, 7-се гвардия кавалерия корпусы, 16-сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһы, 60-сы гвардия кавалерия полкына ҡараған 4-се эскадронының пулемёт расчёты командиры.
Данильянц Еремей Иванович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 5 май 1901 |
Тыуған урыны | Аранзамин[d], Шушинский уезд[d], Елизаветпольская губерния[d], Рәсәй империяһы[1] |
Вафат булған көнө | 29 сентябрь 1943 (42 йәш) |
Вафат булған урыны | Нивки[d], Новоиолченский сельсовет[d], Комаринский район[d], Полесье өлкәһе[d], Белорус Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Ерләнгән урыны | Асаревичи[d] |
Һөнәр төрө | хәрби хеҙмәткәр |
Хәрби звание | өлкән сержант[1] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы[1] |
Ғәскәр төрө | пехота[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы | яуҙа һәләк була[d] |
Биографияһы
үҙгәртергә1901 йылдың 5 майында Аранзамин ауылында хәҙер Аскеран районы (Таулы Ҡарабах) әрмән крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Башланғыс мәктәпте тамамлағандан һуң, төҙөүсе булып китә, өҫтәүенә, йәш Еремей тәүҙә ташсылар ярҙамсыһы подсобник булып эшләй, һуңынан үҙе инде таш юныусы каменотес ла була. Советтар Союзы төҙөлөштәрендә тәжрибә туплау йылдары уны үҙ эшенең ысын оҫтаһына әйләндерә, ул хеҙмәте бөйөк дәүләттең төрлө мөйөштәрендә бик күп биналар һәм объекттар төҙөүгә хеҙмәт итә. 1941 йылда шундай төҙөлөштәрҙең береһендә эшләп йөрөгәнендә Бөйөк Ватан һуғышы башлана, бер нисә көндән Данильянц йөҙҙәрсә меңдәр кеүек үҙ теләге менән Ҡыҙыл Армия сафына баҫа.
Хәрби әҙерлек курстарын үтеп, Еремей Данильянц 1942 йылдан Үҙәк фронт 61-се армия, 7-се гвардия кавалерия корпусы 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы, 60-сы гвардия кавалерия полкына ҡараған 4-се эскадрон составында гвардия өлкән сержант дәрәжәһендә пулемёт расчёты командиры вазифаһында һуғыш яланында. Немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәшкәндә бик яҡшы хәрби һәм тактик күнеккәнлеген күрһәтте. Шулай, 1943 йылдың 28 сентябрь төнөндә Еремей Данильянц көслө миномёт-пулемёт уты аҫтында үҙенең расчёты менән беренсе булып Белоруссия Гомель өлкәһе Брагин районы Нивки ауылы районында Днепр йылғаһының уң ярына к сеп сыға һәм дошманға ғәрәсәтле ут аса. Был кавалерия эскадронына йылғаны уңышлы аша сығырға, уңайлы урын һайларға ярҙам иткән һәм 60-сы гвардия Чернигов кавалерия полкының төп көстәренә йылғаны кисеп сығыуҙы тәьмин иткән. 1943 йылдың 29 сентябрендә, Галки ауылына һөжүм дауам итеп, бейеклеге алған саҡта, дошман автомат һәм пулемёт утын туҡтауһыҙ интенсив һиптереүенә ҡарамаҫтан, Данильянц бейек үлән буйлап шыуышып ползком бейеклеккә яҡынлаша. Пулемётына уңайлы позиция һайлап, фашист автоматсыларын окопҡа ҡасырға мәжбүр итеп, ут аса. Дошмандың ике пулемёт расчётын һәм 28 һалдатын һәм офицерын юҡ итә[2]. Был алышта гвардия өлкән сержанты Данильянц Е. И. батырҙарса һәләк була. Ә 4-се эскадронға Галки ауылына юл асыла.
Белоруссияның Гомель өлкәһе Брагин районы Асаревичи ауылындағы туғандаш ҡәберлегендә ерләнгән.
СССР Юғары Советы Президиумының 15 ғинуар 1944 йылдың 15 ғинуар Указы менән немец илбаҫарҙары менән көрәштә командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы" өсөн гвардия өлкән сержанты дәрәжәһе бирелә һәм шул уҡ ваҡытта Данильянц Еремей Ивановичҡа Советтар Союзы Геройы исеме (үлгәндән һуң) [3].
Наградалары
үҙгәртергә- Советтар Союзы Геройы;
- Ленин ордены;
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены;
- миҙалдар.
Хәтер
үҙгәртергә- Аранзамин ауылында батырҙың бюсы ҡуйылған.
- Е. И. Данильянц исеме Башҡортостан Республикаһы Милли музейында һәм Өфө ҡалаһындағы 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы Музейында ҡуйылған мемориаль таҡтаташҡа кавалерия дивизияһының 78 Советтар Союзы Геройҙары исеме араһында алтын хәрефтәр менән уйылып мәңгеләштерелгән.
- Пятигорск ҡалаһы башлығы бойороғона ярашлы, Геройҙың исеме Батырҙар Аллеяһындағы иҫтәлекле таҡтаға уйылған[4].
- Пятигорск милицияһы тарихы музейында Е. И. Данильянцтың горельеф бюсы ҡуйылған[5].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Список армян, удостоенных звания Героя Советского Союза в годы Великой Отечественной войны.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Армянская советская энциклопедия (әрм.) / под ред. Վ. Համբարձումյան, Կ. Խուդավերդյան — Հայկական հանրագիտարան հրատարակչություն, 1974.
- ↑ Независимый информационно-научный портал «МАШТОЦ»: Армяне Ставропольского края — Герои Советского Союза 2010 йыл 9 февраль архивланған..
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза генералам, офицерскому, сержантскому и рядовому составу Красной Армии» от 15 января 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 23 января (№ 4 (264)). — С. 1.
- ↑ Распоряжение Главы города Пятигорска от 14 апреля 2005 г. № 149-р(недоступная ссылка)
- ↑ 10 ноября 2009 года
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Амирханян М. Д. Армяне — Герои Советского Союза. — Ер., 2005. — ISBN 99930-4-342-7.
- Саркисян С. Т. Энциклопедия Арцах-Карабаха. — СПб., 2005. — 312 с.: ил. — ISBN 5-9676-0034-5.
- Навечно в сердце народном. — 3-е изд., доп. и испр. — Мн., 1984. — С. 143.
- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Александра Коваленко. Мужество. Газета «Пятигорская правда». 6 сентября 2014 года. № 147—149 [8122-8124]
Данильянц Еремей Иванович . «Герои страны» сайты.