Лысенко Данил Сергеевич

Лысенко Данил Сергеевич (19 май 1997 йыл) — Рәсәй еңел атлеты, бейеклеккә һикереүҙә махсуслашҡан. 2018 йылда биналағы ярыштарҙа донъя чемпионы. 2017 йылда донъя чемпионатының көмөш призеры. 2017 йылда Рәсәй чемпионы. Бинала 2018 йылда Рәсәй чемпионы. Рәсәй халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2016)[1].

Лысенко Данил Сергеевич
Рәсем
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй
Спортта ил өсөн сығыш яһай Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 19 май 1997({{padleft:1997|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (23 йәш)
Тыуған урыны Рәсәй, Башҡортостан Республикаhы, Бөрө ҡалаһы
Һөнәр төрө еңел атлет
Тренер Ковальский, Николай Михайлович[d] һәм Загорулько, Евгений Петрович[d]
Ауырлығы 72 Килограмм
Спорт төрө Еңел атлетика
Спортивная дисциплина Бейеклеккә һикереү
Буйы 194 сантиметр
Commons-logo.svg Лысенко Данил Сергеевич Викимилектә

БиографияһыҮҙгәртергә

Данил Сергеевич Лысенко 1997 йылдың 19 майында Башҡортостан Республикаһының Бөрө ҡалаһында тыуған. Еңел атлетика менән урындағы «Юность» балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә Ковальский Николай Михайлович етәкселегендә шөғөлләнә башлай[2][3][4]. Ул шулай уҡ һуңғараҡ Загорулько Евгений Петровичта шөғөлләнә[5].

2013 йылда халыҡ-ара аренала сығыш яһай. 2014 йылда үҫмерҙәр Олимпия уйындары чемпионы[6][7]. 2017 йылда бер туған Знаменскийҙар мемориалы еңеүсеһе[8].

2017 йылда Лондонда донъя чемпионатында 2,32 м һөҙөмтә менән көмөш миҙал яулай[9], һуңыраҡ Эберштадт турнирында шәхси рекорд ҡуя — 2,38 м[10][11].

Төп һөҙөмтәләреҮҙгәртергә

Халыҡ-араҮҙгәртергә

Йыл
Ярыштар
Үткәреү урыны
Урын
Һөҙөмтә
2013 Европа йәштәр Олимпия фестивалы Утрехт, Нидерланды 1 !  2,08 м
2014 Үҫмерҙәр араһында донъя чемпионаты
Юджин, АҠШ 6 2,22 м
Йәйге үҫмерҙәр Олимпия уйындары
Нанкин, Ҡытай 1 !  2,20 м
2015 Үҫмерҙәр араһында Европа чемпионаты Эскильстуна, Швеция 5 2,17 м
2017 Донъя чемпионаты
Лондон, Бөйөк Британия 2 !  2,32 м
2018 Бинала донъя чемпионаты
Бирмингем, Бөйөк Британия 1 !  2,36 м

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

ҺылтанмаларҮҙгәртергә