Данилко Елена Сергеевна
Данилко Елена Сергеевна (31 май 1970 йыл) — тарихсы. Тарих фәндәре докторы (2007). РФА Н. Н. Миклухо-Маклай исемендәге этнология һәм антропология институты ғилми-мәғариф үҙәге етәксеһе[1].
Данилко Елена Сергеевна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 31 май 1970 (54 йәш) |
Тыуған урыны | Баҡса, Бик-Ҡарамалы ауыл Cоветы (Дәүләкән районы), Дәүләкән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Эш урыны | РФА Н. Н. Миклухо-Маклай исемендәге этнология һәм антропология институты |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Ғилми дәрәжә | тарих фәндәре докторы[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәЕлена Сергеевна Данилко 1970 йылдың 31 майында Башҡорт АССР-ының Дәүләкән районы Баҡса ауылында тыуған. 1995 йылда Башҡорт дәүләт университетын (тарих факультетының археология бүлеге) тамамлай. 1992 йылдан алып ТТӘИ-лә, 1993 йылдан — Этнологик тикшеренеүҙәр үҙәгендә эшләй. 2002 йылдан башлап РФА-ның Этнология һәм антропология институтында (Мәскәү): 2007 йылдан алып — төп ғилми хеҙмәткәр, 2008 йылдан — этнографик ғилми белем биреү үҙәге мөдире. 2000 йылда «Старообрядчество на Южном Урале: историко-этнографическое исследование» темаһы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай[2]. 2007 йылда РФА-ның Этнология һәм антропология институты докторантураһын тамамлай һәм докторлыҡ диссертацияһын яҡлай (диссертация темаһы: «Механизмы самосохранения русских и финно-угорских старообрядческих общин Урало-Поволжья»)[2].
Фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергәФәнни тикшеренеүҙәре Урал-Волга буйы халыҡтары этнографияһына, старообрядсылыҡҡа, визуаль антропологияға арналған.
100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, 10-ға яҡын этнографик фильм — «Башҡорт атының ҡымыҙы» («Кумыс из башкирской лошади»; 2003), «Учук» (2005), «Ете утлы уҡ» («Семиогненная стрела»; 2009) һәм башҡалар авторы.
Айырыуса билдәле ғилми хеҙмәттәре |
Йәмғиәт эшмәкәрлеге
үҙгәртергә2005—2009 йылдарҙа — Рәсәй этнографтар һәм антропологтар ассциацияһының башҡарма директоры[2].
«Вестник Чувашского государственного университета» журналы мөхәрририәте ағзаһы.
Хәҙерге ваҡытта РФА Н. Н. Миклухо-Маклай исемендәге этнология һәм антропология институты ғилми-мәғариф үҙәге етәксеһе.
2019 йылдың 1 ғинуарынан — М. В. Ломоносов исемендәге МДУ-ның диссертацион советы ағзаһы (тарих факультеты)
Славистар конгресы янындағы старообрядсылыҡты тикшереүҙәр буйынса халыҡ-ара комиссия составына инә. «Камера-посредник» визуаль антропологияһы Мәскәү халыҡ-ара фестиваленең башҡарма директоры. 2013 йылда әлеге фестивалдең Чикаго ҡалаһындағы һайлап алыу комиссияһы (SVA Film and Media Festival in Chicago) һәм Сибиу ҡалаһында (Румыния) «Астра» Халыҡ-ара документаль фильмдары фестивале ағзаһы була (Astra Film Festival of Documentary Film)[1].
Рәсәй халыҡтары тураһында тапшырыуҙар циклы аналитик редакторы була («Культура» телеканалында «Россия — любовь моя» тапшырыуы)[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә«Золотое сердце Словонии» фестивале лауреаты (2015, Хорватия, Төп приз, Александров Е. В., Лихачев Р. А., Федосова К. А. менән берлектә)[3][4]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Информационный портал профессоров РАН
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Институт этнологии и антропологии РАН
- ↑ Данилко Елена Сергеевна
- ↑ Danilko Elena Sergeevna 2021 йыл 2 май архивланған. (May 2, 2021)