Төп менюны асырға

Хәсәншин Данил Дәүләтша улы

Башҡортостан композиторы

Хәсәншин Данил Дәүләтша улы (22 август 1937 йыл) — композитор. 1973 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (1998) һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1989).

Данил Дәүләтша улы Хәсәншин
Тыуған

22 август 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (82 йәш)

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Илеш районы Сүлте ауылы,

Ил

Рәсәй Рәсәй

Һөнәрҙәре

композитор, баянсы

Хеҙмәттәшлек

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы

Наградалар

БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1989)

БиографияһыҮҙгәртергә

Данил Дәүләтша улы Хәсәншин 1937 йылдың 22 авгусында Илеш районының Сүлте ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуа. Бала сағы һуғыш йылдарына тура килә.

Урта мәктәпте һәм Үрге Йәркәй ауылындағы тракторсылар курсын тамамлағандан һуң тыуған колхозында эшләй, Совет Армияһында хеҙмәт итә. Бәләкәй ваҡытынан, шулай уҡ армияла сағында ла баянда уйнай.

1965 йылда Өфө музыка-педагогия училищеһын тамамлай, музыка уҡытыусыһы булып эшләй. 1967—1972 йылдарҙа Ҡазан дәүләт консерваторияһында уҡый. 1980 йылда ассистентура стажировкаһы үтә.

Композитор булараҡ, Данил Хәсәншин әҫәрҙәрендә патриотик темаға өҫтөнлөк бирә.

Д. Д. Хәсәншиндың улы Азамат Хәсәншин[1] — Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының эстрада-джаз башҡарыуы һәм тауыш режиссураһы кафедраһы доценты.

ӘҫәрҙәреҮҙгәртергә

Хәсәншин Д. Д. — төрлө жанрҙары күп һанлы музыкаль әҫәрҙәр авторы.

Алты симфония, «Бөйөк рядовой» операһы, «Туй» балеты, симфоник, хор, камера-инструменталь һәм камера-вокаль әҫәрҙәр.

Фронтовик шағирҙар шиғырҙарына «Фронт йырҙары» кантатаһы.

Оркестр өсөн «Әйтеш» концерты. «Халыҡ тормошонан күренештәр» ораторияһы.

Скрипка һәм симфоник оркестр өсөн «Концерт-аҙан» жанрында скрипка һәм симфоник оркестр өсөн концерт-симфониялар циклы.

Маҡтаулы исемдәреҮҙгәртергә

БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1989)

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә

Журнал «Рампа» Культура Башкортостана № 8 (226) 2012. Ст. От песни до симфонии.

ҺылтанмаларҮҙгәртергә

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә