Гималай тауҙары

(Гималай битенән йүнәлтелде)

Гимала́й тауҙары (санскр. हिमालयः, himālayaḥ IAST « ҡарҙар торлағы», һинд हिमालय, непал हिमालय, ҡыт. 喜馬拉雅山脈, урду ہمالیہ, ингл. Himalayas) — Ерҙең иң бейек тау системаһы. Гималай тауҙары Тибет таулығы (төньяҡта) һәм Һинд-Ганг тигеҙлеге (көньяҡта)араһында урынлашҡан[2]. Үҙәк Азия тау сүллектәре менән Көньяҡ Азия тропиктары араһында климат һәм тәбиғәт сиктәре бик ныҡ айырылып тора.

Гималай тауҙары
ҡыт. हिमालय
Характеристикалар
Барлыҡҡа килгән ваҡытыАҡбур 
Майҙаны1 089 133 км²
Оҙонлоғо2330 км
Киңлеге1335 км
Бейек нөктәһе
Иң бейек түбәһеДжомолунгма 
Бейек нөктәһе8848[1] м
Урынлашыуы
28°49′00″ с. ш. 83°23′31″ в. д.HGЯO
Тибет таулығы
Красная точка
Гималай тауҙары
 Гималай тауҙары Викимилектә

Гималай тауҙары Һиндостан, Непал, Ҡытай (Тибет), Пакистан, Бутан биләмәләрендә урынлашҡан.

Гималай тауҙары алды Бангладештың иң төньяғына тиклем һуҙыла[3].

Этимология

үҙгәртергә

«Himalaya» санскрит атамаһы праиндоевропа тамырҙарынан: *gheim-(cf) килеп сыҡҡан. «ҡыш», žiema") һәм *(s)lei- (лит. «липнуть»).

Боронғо гректар һәм римлеләр араһында Гималайҙарҙы Имаус (Имаос) тип аталған[4].

География

үҙгәртергә

Үҙәк Азия менән Көньяҡ Азия араһындағы тауҙар оҙонлоғо— 2900 км һәм киңлеге — 350 км . Майҙаны— яҡынса 650 мең км²[2]. Тау һырттарының уртаса бейеклеге— 6 км.

Гималай тауҙарының иң бейеге— Джомолунгма(Эверест), ул шулай уҡ, Ерҙең иң бейек тауы булып һанала(8848 м)[5] . Бында 10 иң бейек тау урынлашҡан. Уларҙың һәр береһенең бейеклеге диңгеҙ кимәленән 8000 м ашыу.

Гималай тауҙарынан төньяҡ-көнбайышта икенсе иң бейек тауҙар системаһы — Каракорум һуҙылып китә.

Гималай тауҙары Һинд-Ганг тигеҙлеге буйлатып, 3 баҫҡыс хасил итеп, ҡалҡып тора: улар Сивалик (Гималай алды); Кесе Гималай (Пир-Панджал һырты, Дхаоладхар һәм башҡа); улар араһында — буй-буй уйпатлыҡтар (Катманду үҙәне, Кашмир үҙәне һәм башҡа) аша Оло Гималай тауҙары(Ассам, Непал, Кумаон һәм Пенджаб Гималайы)[6].

Диңгеҙ кимәленән иң бейек булған Оло Гималай тауҙары — 8 км, иң тәбәшәк артылыштар 4 км бейеклектә. Оло Гималай тауҙарына Альп тауҙары төрөндәге һырттар, ныҡ бейек тауҙар , ҡалын боҙ ҡатламдары (майҙаны 33 мең км² артыҡ) хас[6].

Көнсығыштан был һыртты Брахмапутра үҙәне сикләй, көнбайыштан — Һинд йылғаһы (был ҡеүәтле даръялар өс яҡлап тау системаһын уратып аға). Төньяҡ-көнбайыш яҡта иң һуңғы Гималай һырты — Нанга-Парбат (8126 м), көнсығышта — Намджагбарва (7782 м).

Кесе Гималай тауҙарының бейеклеге диңгеҙ кимәленән — 2,4 км , ә көнбайыш яғында — 4 км юғарыраҡ .

Иң тәбәшәк Сивалик һырты бөтә тау һырттары теҙмәһе буйлап, Брахмапутранан Һинд йылғаһына тиклем һуҙыла, уның бейеклеге бер ерҙә лә 2 км-ҙан артмай.

Гималай тауҙарында Көньяҡ Азияның иң ҙур йылғалары — Һинд, Ганг, Брахмапутра башлана.

Гималай — халыҡ-ара альпинизм (башлыса Непалда) районы.

Халыҡ-ара йыһан станцияһы бортынан Гималай тауҙары. 2004 йыл

Биләмәләре

үҙгәртергә

Географик яҡтан Гималай тауҙары Һиндостан субконтинентында урынлашҡан. Ул киҫеп үткән илдәр һәм биләмәләр исемлеге:

  • Һиндостан
    • Ладакх (бәхәсле биләмә)
    • Аруначал-Прадеш (бәхәсле биләмә)
    • Химачал-Прадеш
    • Мегхалая
    • Мизорам
    • Нагаленд
    • Сикким
    • Трипура
    • Уттаракханд
    • Дарджилинг округы (Көнбайыш Бенгалияла)
  • Афғанстан
  • Бутан
  • Ҡытай
    • Аксайчин (бәхәсле биләмә)
    • Тибет
    • Шаксгама үҙәне (бәхәсле биләмә)
  • Мьянма
    • Качин штаты
  • Непал
  • Пакистан
    • Азад Кашмир (бәхәсле биләмә)
    • Гилгит-Балтистан (бәхәсле биләмә)
    • Афгания

Гималай тауҙары Һинд уйһыулығын Тибет тауҙарынан айырып тора. Тауҙарҙың көньяҡ һырты сезонлы муссон елдәре тәьҫиренә эләгә. Йәйгеһен бында бик көслө ямғырҙар була, көнсығыш яғында йылына 4 метр, көнбайыш яғында — 1 метрға тиклем. Үҙ сиратында, төньяҡ һырттары һыуыҡ һәм ҡоро континенталь климат тәьҫире аҫтында ҡала.

Йәй көнө бейектә, тау түбәләрендә температура −25 °C, ҡыш — 40 °C тиклем төшә. Бында йыш ҡына көслө ел- дауылдар була (тиҙлеге — 150 сәғ/км) һәм һауа торошо бик тиҙ үҙгәреүсән.

Боҙлоҡтар

үҙгәртергә

Гималай боҙлоҡтарының майҙаны 33 000 км², унда ҡар ҡатламының күләме 6 600 км³ самаһы. Боҙлоҡтар иң бейек һәм ҙур тау массивтарында һәм түбәләрендә урынлашҡан. Оҙонлоҡтары буйынса Ганготри һәм Зема (26 км), Джомолунгманың төньяҡ һыртында урынлашҡан Ронгбук — иң алыҫҡа һуҙылған боҙлоҡтар.

Боҙ тарлауыҡтары, боҙ шыуып төшөү һәм боҙлоҡтарҙағы ярыҡтар зонаһы гел үҙгәреп тора. Таралып торған фирн ҡары ҡырҙары бик һирәк осрай, сөнки уларҙың хасил булыуына бейек ҡаялар ҡамасаулай. Боҙлоҡтар ирегәндә һыу Ганг, Һинд һәм Брахмапутраға ағып төшә.

Гималай тауҙарының көнбайышында ҡар һыҙатының оҙонлоғо — көньяҡ һырттарҙа — 5000 м һәм төньяҡта — 5700—5900 м. Гималайҙың көнсығышында көньяҡ һырттарҙа ҡар сиге 4500—4800 м, төньяҡта — 6100 м бейеклектә урынлашҡан. Боҙлоҡтар башлыса дендрит (йәки Гималай) тибында, улар ҡар һыҙатынан 1300—1600 м түбәнерәк төшә[2].

Үҫемлектәр донъяһы

үҙгәртергә

Гималай тауҙарында үҫемлектәр бүлкәт (ярус) менән урынлашҡан: түбәндәрәк тераи (һаҙлыҡлы джунглиҙар), юғарыраҡ мәңге йәшел тропик, япраҡлы, ылыҫлы, ҡатнаш урмандар, Альптағы кеүек яландар .

Ҡоро төньяҡ һырттарҙа муссондар тәьҫире көслө түгел, бында тау далалары һәм ярым сүллектәр күп. Тауҙар итәгендә ҡоро саванналар һәм ылыҫлы урмандар, ары ҡуйыраҡ япраҡлы урмандар. Көнбайыштағы Гималай тауҙары алдында дхак (Butea monospera) ағасы үҫә, ул ҡиммәтле сайыр менән ағас материалдары бирә.

Көнсығышта 1 км бейеклеккә хәтле һырттар еүеш һәм һаҙлыҡлы джунгли тибындағы тераи тигән урмандар менән ҡапланған, бында ҡиммәтле сал ағасы (Shorea robusta) үҫә. Юғарыраҡ — бамбук, пальма һәм ағас кеүек абағалы тропик урман зонаһы.

2 км бейеклектә һәм унан юғарыраҡ имән, магнолия, каштан һәм саған үҫкән япраҡлы урман. 2,6 км юғарыраҡ ылыҫлы ағастар, Гималай ҡарағайы һәм кедр үҫә.

3,5 км — 4 км бейеклектә — рододендрондар һәм кәрлә ҡыуаҡтар һәм бейек тауҙарҙа үҫеүсе мүктәр. 5 км бейеклектән башлап — гляциаль-ниваль бүлкәт ландшафты.

Мәңгелек боҙлоҡтар сиге — көньяҡта 4,5 км һәм төньяҡта 6 км .

Хайуандар донъяһы

үҙгәртергә

Гималай тауҙарындағы хайуандар донъяһы ландшафттың үҙенсәлегенә бәйле. Тераи бүлкәтендәге урмандарҙа Rhinoceros unicornis (һинд носорогы) йәшәй. Альп бүлкәтендәге яландар — юҡҡа сығып барған Uncia uncia (ирбис) төйәге. Көньяҡ һырттың итәгендә һинд фаунаһы. Тропик зонаһының көньяҡ һырттарында хайуандар донъяһы төрлөрәк. Урманда эре һөтимәрҙәр, һөйрәлеүселәр һәм бөжәктәр йәшәй. Бейек тауҙарҙа фауна Тибеттағы кеүек. Гималай тауҙарының төньяғында Гималай айыуҙары, мускус кабаргаһы һәм төрлө антилопалар, ҡырағай ат, ҡырағай кәзә, ҡырағай һарыҡ, як, тау кәзәләре осрай. Кимереүселәр күп.

Геология

үҙгәртергә
 

Гималай башлыса олигоцендың өсөнсө осоронда, альп орогенезы ваҡытында формалаша[7]. Шулай итеп, ул төньяҡҡа табан бейеклеге артҡан бер-бер артлы берҙәм дуғаларҙан торған сағыштырмаса йәш тауҙар. Көньяҡ тау итәктәре башлыса ҡомташтарҙан һәм конгломераттарҙан тора, нигеҙ битләүҙәре һәм күсәр зонаһы гнейстарҙан, кристалл сланецтарҙан, граниттарҙан, филлиттарҙан һәм башҡа магматик һәм метаморфик тау тоҡомдарынан тора. Районға тупраҡтың ҡапыл эрозияға дусар булыуы хас, был текә ҡаяларҙың барлыҡҡа килеүенә һәм тау емерелеүенә килтерә.

Гималайҙың үҫеү процесы дауам итә. 1999 йылдың ноябрендә Америка Ҡушма Штаттарының Милли география йәмғиәте альпинистары һәм ғалимдары, глобаль юлдаш позицияһы системаһының мәғлүмәттәрен файҙаланып, Эверестың диңгеҙ кимәленән 8850 метр бейеклектә булыуын асыҡлай[8] — XIX быуат уртаһында инглиз топографтары һәм картографтары билдәләгән бейеклектән 2 метрға юғары. Әммә Непал властары әлегә яңы һанды танымай.

Иң бейек тауҙары

үҙгәртергә

Гималай тауҙарында донъялағы 14 һигеҙ меңлектең унауһы урынлашҡан. Уларҙың бейеклеге — 8 километр/8 мең метрҙан ашыу.

Ерҙең иң бейек тауы Непал һәм Ҡытай, Тибет автономиялы өлкәһе сигендә урынлашҡан. Ике илдең дәүләт сиге һырт һыҙығы һәм тау түбәһе буйлап үтә. Шулай итеп, Джомолунгманың төньяҡ битләүе — Ҡытай территорияһы, ә көньяҡ битләүе Непалға ҡарай.

Непал телендә Сагарматха, ә тибетса Джомолунгма тип атала, йәғни Ерҙең илаһи Әсәһе, йәки Алла әсәһе.

Тау Эверест исемен XIX быуат уртаһында Британ Һиндостаны топографик хеҙмәтенең баш геодезисы Джордж Эверест (инглизсә George Everest, 1790—1866 йылдар) хөрмәтенә ала.

Тау түбәһе диңгеҙ кимәленән 8848 м[5] бейеклектә урынлашҡан.

Һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре

үҙгәртергә

Гималай биләмәһендә төрлө дәүләттәрҙең, мәҫәлән, Һиндостан, Непал, Бутандың күп һанлы һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре урынлашҡан.

Сагарматха милли паркы

үҙгәртергә

Сагарматха милли паркы Непалда, Бейек Гималай тауҙарының үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Майҙаны — 1240 км². Джомолунгманан тыш һигеҙ меңлек Лхоцзе һәм Чо-Ойю бар.

Парк территорияһында имеҙеүселәрҙең күп төрҙәре, шул иҫәптән эндемиктар — ҡар барыҫы (ирбис), ҡара гималай айыуы, гималай бүреһе һәм тибет төлкөһө бар. Ҡоштарҙан — Гималай төйлөгәне, затлы бөркөт (благородный орёл)һәм диңгеҙ бөркөтө.

1976 йылда Сагарматха милли паркы ЮНЕСКО[9] тарафынан Ер халыҡтарының тәбиғи байлығын һәм традицион йәшәү рәүешен һаҡлау маҡсатында төҙөлгән Бөтә донъя мәҙәни һәм тәбиғәт мираҫы һәйкәлдәре исемлегенә индерелә.

Гималай тауҙары буйында табылған тәүге кеше йәшәгән урындар беҙҙең эраға тиклем яҡынса 8000 йылдарға ҡарай. Көньяҡтан төбәктә һинд субконтинентының һинд-арий халыҡтары йәшәй; көнбайыштан — иран телле һәм төрки халыҡтар; төньяҡ-көнсығыштан — тибетлылар.

 
Непаль ҡатын-ҡыҙы балалы менән

Һәр ҙур үҙәндә йәшәгән халыҡтың күбеһе бер-береһенә бойондороҡһоҙ була, уларҙа төрлө дәүләт берәмектәре төҙөлә, шуға күрә бик күп район халҡы ябыҡ этник төркөмдәр ойошмалары барлыҡҡа килә. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр дөрөҫ Урта диңгеҙ йөҙө һыҙаттары булған Ладакх дардтарын арийҙарҙың туранан-тура вариҫтары итеп ҡарай, икенселәре, улар Александр Македонский яугирҙәренең вариҫтары, тип иҫәпләй, беҙгә килеп еткән сығанаҡтарҙан билдәле булыуынса, уларҙың армияһы беҙҙең эраға тиклем IV быуатта Куллу үҙәненә барып етә. Гималай территорияһында шерптар йәшәй, улар бында Көнбайыш Тибеттан XV—XVI быуаттарҙа, күрәһең, көслөрәк күршеләр ҡыҫымы аҫтында килә.

 
Шерптар храмы

XIX быуатта Гималай Британия империяһының йоғонтоһо аҫтында була. Британия Һиндостаны бойондороҡһоҙлоҡ алғандан һәм 1947 йылда Һиндостан менән Пакистанға бүленгәндән һуң, Кашмир конфликты барлыҡҡа килә. Элекке Джамму һәм Кашмир кенәзлегенең көнбайышын һәм төньяғын — Гилгит, Балтистанды Каракорум һыртына һәм Ҡытай сигенә тиклем — Пакистан биләй, ә Тибетҡа йәнәш көнсығыш һәм төньяҡ-көнсығыш райондарҙы ҠХР баҫып ала.

Төньяҡ Гималай халҡының күпселеге әле лә ауыл хужалығы менән шөғөлләнә. Даими тораҡ пункттар, ҡағиҙә булараҡ, 3800—4000 метр бейеклектәге үҙәндәрҙә һыу һәм сағыштырмаса горизонталь ер өҫтө булған ерҙә урынлаша; ауыл хужалығы өсөн булған бөтә биләмәләр террасалы һәм ваҡ баҫыуҙарға бүленгән. Арпа, һоло, картуф, борсаҡ, борсаҡ, кишер һәм башҡа ҡайһы бер культуралар үҫтерелә. Иң уңайлы урындарҙа, мәҫәлән, Лехта һәм Набра үҙәнендә алма һәм хатта өрөктәр өлгөрә. Шулай уҡ тауыҡ һәм мал, башлыса һарыҡ-кәзә үрсетәләр. Ҡалҡыулыҡтарҙа һәм/йәки ҡоро райондарҙа берҙән-бер эшмәкәрлек — малсылыҡ. Һарыҡтарҙы, кәзәләрҙе һәм яктарҙы ҡар сигенә тиклем һәр ерҙә осратырға мөмкин. Тик малсылыҡ менән шөғөлләнгән ауылдар күп түгел, улар ҡаты климатлы райондарҙа ғына урынлашҡан.

 
Лехта (Һиндостан) йәй

Төбәк иҡтисадында, бигерәк тә Ладах, Занскар һәм Маналиҙың тирә-яғында, туризм мөһим роль уйнай. Шерптар, тау экспедицияларында ҡатнашып, өҫтәмә килем ала. Хәҙерге ваҡытта шерптар — йөк йөрөтөүсе генә түгел, ә Гималайҙы өйрәнгән Европа, Америка йәки Австралия тикшеренеүселәренең тиң хоҡуҡлы, тәжрибәле һәм яҡшы кейенгән партнёрҙары ла.

Гималайҙың төп диндәре — буддизм, индуизм һәм ислам. Был исемлеккә бер нисә мөһим дини урын индерелә.

  • Хемкунд — һуңғы Сих гуруһы Гобинд Сингх медиация яһаған урын.
  • Хардвар — индуизмдың ете эре изге ҡалаларының береһе.
  • Бадринатх — Вишнуға арналған ғибәҙәтхана.
  • Кедарнатх — бында Кедарнатх ғибәҙәтханаһы — иң изге индуизм ғибәҙәтханаларының береһе.
  • Ганготри — боҙлоҡ, уның эргәһендәге һыуҙарҙа һыу инеү изге йола тип һанала.
  • Девапрайяг — Алакананда йылғаһының «биш изге ҡушылыусыһының» (Панч-праяг) береһе.
  • Ришикеш — Лакшмана ғибәҙәтханаһы бында урынлашҡан.
  • Кайлас — Шива һәм Ума аллаларының йәшәү урыны.
  • Амарнатх — индуизм мифологияһы буйынса, был мәмерйәлә Шива Парвати тормошоноң серен аңлата.
  • Вайшно-деви — мәмерйә ғибәҙәтханаһы, Шактиға арналған изге индуизм ғибәҙәтханаларының береһе.

Шулай уҡ Гималай тауҙары менән түбәндәге мифик урындар бәйле:

  • Ҡар кешеһе — Гималай тауҙарында йәшәүе ихтимал булған ҙур кеше һымаҡ йән эйәһе.
  • Шамбала — Тибетта йәки Азияның тирә-яғындағы башҡа төбәктәрҙәге мифик ил, бер нисә боронғо текстарҙа, шул иҫәптән Калачакра-тантрела телгә алына.

XX быуат уртаһына тиклем төбәктә Гималай үҙәнендәге төрлө дәүләттәрҙе бер-береһе менән, шулай уҡ көньяҡ һәм көнбайыш тигеҙлектәр, Памир, Урта Азия, Тибет һәм Ҡытай менән тоташтырыусы каруан һуҡмаҡтары бәйләнештең берҙән-бер ысулы булып тора. Бындай һуҡмаҡтар хәҙер ҙә, айырыуса автомобиль юлдары булмаған ерҙә, йәки улар үткеһеҙ булғанда һиҙелерлек роль уйнауын дауам итә.

Районда тәгәрмәсле юлдар XX быуат уртаһында ғына Шринагар — Каргил — Лех юлы менән төҙөлә башлай. Оҙаҡ йылдар ул ғәмәлдә берҙән-бер булып ҡала. Һуңынан, 1970 — 80-се йылдарҙа, Бөйөк Гималай һыртын киҫеп үткән һәм бейеклеге 5000 метрҙан ашыу булған бер нисә үткәүел аша үткән Лех-Кьеланг-Манали юлы төҙөлә. Шул уҡ ваҡытта был юлдан Ҡытай сигенә һәм Каргил — Падум юлына табан бер нисә тармаҡ төҙөлә. Был юлдарҙың барыһы ла йылдың бер нисә айында ғына, июнь уртаһынан октябрь уртаһына тиклем генә асыла, ә башҡа ваҡытта юл һалынған артылыштарҙы ҡар баҫа. Әлеге ваҡытта Занскарала әүҙем юл төҙөлөшө дауам итә.

Түбәне яулаусылар

үҙгәртергә
Гималайҙың иң бейек түбәләре
Түбә Бейеклек (м) Ил Яулаған йыл
Джомолунгма 8848 Непал/Ҡытай (Тибет) 1953
Канченджанга 8586 Непал/Һиндостан 1955
Лхоцз 8516 Непал/Ҡытай (Тибет) 1956
Макалу 8463 Непал/Ҡытай (Тибет) 1955
Чо-Ойю 8201 Непал/Ҡытай (Тибет) 1954
Дхаулагири 8167 Непал 1960
Манаслу 8156 Непал 1956
Нанга-Парбат 8126 Пакистан 1953
Аннапурна 8091 Непал 1950
Шишабангма 8027 Ҡытай (Тибет) 1964

Гималайҙың яуланған беренсе Һигеҙ меңлеге Аннапурна була (1950).

Эверест тауына беренсе тапҡыр 1953 йылдың 29 майында шерп Тенцинг Норгей һәм Яңы Зеландиянан Эдмунд Хиллари күтәрелә.

Эверест тауын яулап алған беренсе европалы ҡатын-ҡыҙ (1978) поляк альпинисы —Ванда Рюткевич (1992 йылда Канченжунгаға менгәндә һәләк була).

Экспедициялар, ғәҙәттә, яҙ йәки көҙ — ҡышын ойошторола, тауға менеү бик ауыр.

1982 йылдың яҙында 11 совет альпинисынан торған төркөм беренсе тапҡыр Эверестың көньяҡ-көнбайыш битләүен яулай. Планетаның иң бейек түбәһенә күтәрелеү өс тапҡыр була, Эверест тауына 2-3 альпинист бергә күтәрелә, уға 4 альпинист төндә менә.

Ҡышын тәүге тапҡыр Эвересты 1980 йылдың февралендә поляктар Кшиштоф Велицк һәм Лешек Тихой яулай.

Бөгөнгө көнгә кеше Эверест түбәһенә яҡынса 1200 тапҡыр күтәрелгән. Яулаусылар исемлегендә 900 исем бар (ҡайһы берҙәре бер нисә тапҡыр күтәрелә). Түбәлә 60 йәшлек ир һәм 13 йәшлек малай, ә зәғиф кеше беренсе тапҡыр 1998 йылда була.

1956 йылда беренсе тапҡыр япон Т. Иманиси һәм шерп Г. Нобра Манаслуны яулай.

1996 йылда ҡаҙаҡ альпинисты Анатолий Букреев бер юлы 4 һигеҙ меңлеккә менә ала: Джомолунгма, Лхоцзе, Чо-Ойю, Шишабангма (1997 йылда Аннапурнаға күтәрелеү ваҡытында һәләк була).

Һәр альпинисттың хыялы — «Ер тажын» яулау — бөтә 14 һигеҙ меңлекте яулау, шуларҙың 10-ы Гималай тауҙарында. 1986 йылда итальян Райнхольд Месснер Ер шарындағы 14 һигеҙ меңлекте яулаған тәүге кеше була. Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренән планетаның бөтә 14 һигеҙ меңен яулап алған беренсе альпинист Денис Урубко була. Уға тиклем украин тауға менеүсеһе Владислав Терзыул шундай тип һанала, әммә уға Броуд-пиктың һәм Үҙәк Шишабангманың ал яғына күтәрелеүен иҫәпләмәйҙәр.

Билдәле альпинистар

үҙгәртергә
  • Джордж Мэллори (1886—1924) — британ альпинисы, беренсе тапҡыр Джомолунгманы яуларға тырышыусы.
  • Ноэль Оделл (1890—1987) — Билл Тилман менән берлектә ул 1950 йылға тиклем иң бейек тау Нандадевиҙы яулаған британ альпинисы.
  • Джордж Мэллори һәм Эндрю Ирвинды күргән һуңғы кеше.
  • Билл Тилман (1898—1977) — британ альпинисты, беренсе тапҡыр Нандадевиға Ноэль Оделл менән бергә күтәрелә. 1934 йылда Нандадеви ғибәҙәтханаһына беренсе булып инә.
  • Фрэнк Смит (1900—1949) — британия альпинисы, беренсе тапҡыр Каметты буйһондора. Халыҡ-ара төркөм составында Канченджанганы яуларға маташа.
  • Эрик Шиптон (1907—1977) — Британия альпинисы. Билл Тилман менән бергә ул беренсе тапҡыр Нандадеви ғибәҙәтханаһына инә. Кхумбу боҙлоғо аша Эверест тауына юл таба.
  • У. Ю. Мюррей (1913—1998) — «The Scottish Himalayan Expedition» китабы авторы (1951).
  • Джон Хант (1910—1998) Эверест тауына беренсе күтәрелеү етәксеһе була.
  • Тенцинг Норгей (1914—1986) — Эдмунд Хиллари менән бергә тарихта беренсе тапҡыр Эверест тауын яулай.
  • Морис Эрцог (1919—2012) — француз альпинисы. Луи Лашенал менән бергә һигеҙ меңлек Аннапурнаны яулаған беренсе кеше.
  • Эдмунд Хиллари (1919—2008) — Яңы Зеландия альпинисы, Тенцинг Норгай менән бергә тарихта беренсе тапҡыр Эверест тауына менә.
  • Том Бордиллон (1924—1956) 1951, 1952, 1953 йылдарҙағы Эверест тауына Британия экспедициялары ағзаһы була.
  • Герман Буль (1924—1957) — беренсе тапҡыр Нангапарбат (яңғыҙ һәм кислородһыҙ) һәм Броуд-Пик түбәһен яулай.
  • Вилли Ансилд (1926—1979) — Америка альпинисы, беренсе тапҡыр көнбайыш яҡтан Эверест тауына менә.
  • Крис Бонингтон (1934 йылда тыуған) — Британия альпинисы, тәүге тапҡыр стена маршруты буйынса һигеҙ меңлекте (Аннапурна) үткән (Көньяҡ стена буйлап). Ун туғыҙ, шул иҫәптән Эверест биҫтәһендәге дүрт экспедицияла ҡатнашыусы һәм етәксе.
  • Наванг Гомбу (1935—2011) — һинд альпинисы. Эверест тауына ике тапҡыр (1963 һәм 1965 йылдарҙа) күтәрелгән тәүге кеше.
  • Райнхольд Месснер (1944 йылда тыуған) — Италия альпинисы, тәүге тапҡыр бөтә ун дүрт меңлекте яулай.
  • Ежи Кукучка (1948—1989) — поляк альпинисы, 14Q программаһын үтәү тиҙлеге буйынса (һигеҙ меңлектең бөтә түбәләрендә кислородһыҙ) икенсе урынды биләй.
  • Эрхард Лоретан (1959—2011) — швейцар альпинисы, ул ун дүрт меңлекте лә яулай.
  • Нәзир Сабир (1955 йылда тыуған) — Пакистан альпинисы, тәүге тапҡыр ике һигеҙ меңлекте (Броуд-Пик һәм Гашербрумды) бер ынтылышта яулай.
  • Свами Сундарананд (1926 йылда тыуған) — 25 тауҙы йыһаз ҡулланмай яулай, Гималай тауҙарының ҙур фотоһүрәттәр йыйынтығы авторы.
  • Хосе Антонио Дельгадо (1965—2006) — биш һигеҙ меңлекте яулаған беренсе Венесуэль альпинисы..
  • Эдмунд Вистлерс (1959 йылда тыуған) — ун дүрт һигеҙ меңлекте яулап алыусы берҙән-бер америка альпинисы.
  • Пемба Дордже — шерп, Эверест тауына менеү тиҙлеге буйынса рекордсмен — 8 сәғәт 10 минут.
  • Аппа Тенцинг (1960 йәки 1962 йылда тыуған) — Непал альпинисы, 2010 йылдың 11 майында Эверест тауына егерме бер тапҡыр күтәрелә, был бөгөнгө көнгә тиклем рекорд булып тора.
  • Кшиштоф Велицкий (1950) — поляк альпинисты, ун дүрт һигеҙ меңлекте яулаусы бишенсе кеше. Уларҙың өсәүһенә (Эверест, Канченджанга, Лхоцзе) тәүге тапҡыр ҡышын менә.

Күтәрелеү ҡатмарлылығы

үҙгәртергә

Диңгеҙ кимәленән юғары абсолют бейеклектә булғанлыҡтан, бөтә күтәрелештәр ҙә бейеклек характерына эйә. Ошондай дөйөм техник ҡаршылыҡтарға артылыу өсөн һауаның һирәгәйеүе лә өҫтәлә. Һирәк һауала организмдың ҡаршы тороусанлығы кәмей, иғтибар туплау, хәтерҙең боҙолоуы һәм галлюцинация, баш мейеһенең йәки үпкәнең шешеүе (бейеклек ауырыуы) менән бәйле проблемалар тыуыуы ихтимал. Альпинистарҙың күбеһе (айырыуса үрсеүҙе ойоштороу буйынса фирмалар хеҙмәте менән файҙаланыусы) кислородлы бәләкәй (ғәҙәттә, титандан эшләнгән) баллон менән күтәрелә. Үлем осраҡтарының күбеһе тап тау ауырыуы йәки уның күренештәре менән бәйле.

8 километрҙан өҫтәрәк «үлем зонаһы» тип атала башлай. Ул кеше өсөн яраҡһыҙ — организм энергияны хатта уртаса ҡулланған хәлдә лә бында көстө кире тергеҙә алмай.

Экология

үҙгәртергә

Туризмды һәм альпинизмды коммерциялаштырыу тирә-яҡ мөхиткә, айырыуса тау итәгендә урынлашҡан туристик базалар районында хәүеф тыуҙыра. Эверест тауҙарына коммерция күтәрелешенең киң ҡолас алыуы (йыш ҡына техника файҙаланып) Гималай экосистемаһына янай. Ваҡытында таҙа булған боҙлоҡтарҙағы ҡалдыҡтар һыуҙы бысрата, шул уҡ ваҡытта Ерҙәге бөтә эсәр һыуҙың яртыһы тауҙарҙан килә.

Климаттың үҙгәреүе Гималай тауҙарында үҫкән ҡайһы бер үҫемлектәрҙең шифалы үҙенсәлектәренә йоғонто яһауы ихтимал[10][11].

Мәҙәниәтле йоғонто

үҙгәртергә

Гималай индуизмында Махабхаратала телгә алынған Химавата аллаһы булараҡ персонификацияланған; ул — ҡар аллаһы. Ул Ганга һәм Сарасватиның, шулай уҡ Шиваға кейәүгә сыҡҡан Парватиның атаһы була[12].

Гималай тауҙарындағы ҡайһы бер урындар индуизмда, джайнизмда, сикхизмда һәм буддизмда дини әһәмиәткә эйә. Билдәле миҫал булып Такцанг-лакханг тора, унда Падмасамбхава Бутандың будда хәрәкәтенә нигеҙ һалған, тиҙәр[13].

Гималайта тибет буддаһының иҫтәлекле урындары, шул иҫәптән Далай-лама резиденцияһы урынлашҡан. Тибетта 3200-ҙән ашыу монастырь[14], тибет мосолмандарының мәсеттәре бар[15].

Сәнғәттә, әҙәбиәттә һәм кинематографияла

үҙгәртергә
  • Ким — Джозеф Киплинг яҙған роман. Ул Ҙур уйын ваҡытында иҫән ҡалып, Британия империализмына һоҡланыусы малай тураһында бәйән итә.
  • Шангри-Ла — Гималайҙағы уйлап сығарылған ил. Ул Джеймс Хилтондың «Lost Horizon» романында һүрәтләнә.
  • Тибетта Тинтин — Бельгия яҙыусыһы һәм Эрже иллюстраторы альбомдарының береһе. Журналист Тинтин самолеттың Гималайҙа һәләкәткә осрауын тикшерә.
  • "Ҡара нәркәс " фильмы Гималайҙағы монастырға нигеҙ һалған монахиня ордены хаҡында бәйән итә.
  • Алтын аждаһалар батшалығы — Исабель Альенданың романы. Ваҡиғаларҙың күбеһе Тыйылған короллектә — уйлап сығарылған дәүләттә була.
  • Drachenreiter — немец яҙыусыһы Корнелия Функеның "Ожмах төбәге"нә — аждаһалар йәшәгән Гималайға сәйәхәт иткән пробрауни һәм аждаһалар хаҡында һөйләгән китабы.
  • Expedition Everest — «Уолт Диснейҙың Бөтә донъя ял үҙәгендә» тематик Америка тауы.
  • Тибетта ете йыл — Генрих Харрерҙың автобиографик китабы буйынса төшөрөлгән фильм, унда Икенсе донъя һуғышы ваҡытында Тибетта Австрия альпинисының мажаралары тасуирлана.
  • G.I. Joe: The Movie — анимацион фильм, ул Боҙлоҡ дәүеренән һуң Гималай тауҙарына ҡасҡан Кобра-Ла цивилизацияһы тарихын һөйләй.
  • Far Cry 4 — беренсе заттан Шутер. Сюжеты Гималайҙың уйлап сығарылған төбәге тураһында бәйән итә. Унда үҙ-үҙен иғлан иткән король етәкселек итә[2].
  • Эверест (2015) — Исландия режиссеры Балтазар Кормакурҙың мажаралы фильмы. Фильм 1996 йылдың май айында Гималайҙа ысынбарлыҡта булған ваҡиғаларға нигеҙләнеп төшөрөлә.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Peakbagger.com
  2. 2,0 2,1 2,2 Гималаи // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  3. Himalaya. Дата обращения: 17 апрель 2015.
  4. Имаус // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  5. 5,0 5,1 Everest not as tall as thought (инг.)
  6. 6,0 6,1 Гималаи. Географическая энциклопедия. Дата обращения: 13 сентябрь 2012. Архивировано 16 октябрь 2012 года.
  7. История Гималаев
  8. Alpine Research. Дата обращения: 1 апрель 2007. Архивировано из оригинала 28 сентябрь 2007 года. 2007 йыл 3 ғинуар архивланған.
  9. Sagarmatha National Park — UNESCO World Heritage Centre
  10. Kala, Chandra Prakash. Medicinal Plants and Sustainable Development (инг.). — New York: Nova Science Publishers (инг.)баш., 2011. — P. 280. — ISBN 9781617619427.
  11. Kala, Chandra Prakash. Biodiversity, Communities and Climate Change (инг.). — New Delhi: Teri Publications, 2012. — P. 358.
  12. * Dhallapiccola A. (исп.)баш. Dictionary of Hindu Lore and Legend (инг.)баш.. — New York: Thames & Hudson (инг.)баш., 2002. — 224 p. — ISBN 9780500284025, ISBN 0-500-28402-4.
  13. Pommaret, Francoise. Bhutan Himlayan Mountains Kingdom. — 5th. — Odyssey Books and Guides, 2006. — С. 136—137. — ISBN 978-9622178106.
  14. Bureau of Democracy, Human Rights, and Labor. China (includes Tibet, Hong Kong, and Macau) (ингл.). U.S. State Department (8 март 2006). Дата обращения: 21 октябрь 2012. Архивировано 16 октябрь 2012 года.
  15. Mosques in Lhasa, Tibet (27 октябрь 2005). 2013 йыл 23 сентябрь архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә