Үрмәләп уҫә торған һабаҡлы үҫемлек. Япраҡтары ҡаурыйға оҡшаш, мыйыҡтары ярҙамында башҡа үҫемлектәргә үрмәләп үҫә. Сәскәһе — өс елкәнле бағана.
Емеше — ике өлөштән торған яҫы яҡлы ярым борсаҡ. Борсаҡтары сфера формаһында, бер яғында мөйөшсөл урыны бар.
Сәскә формулаһы: [1]
Орлоҡтарында 25-30 % протеин, 50-56 % углевод, 1,5 % май, 3,5 % клетчатка бар. Борсаҡ ашлығы ҡатнаш аҙыҡ сәнәғәтендә киң ҡуланыла. 1 аҙыҡ берәмлегенә күсереп иҫәпләгәндә, 150 г -дан артык үҙләштерелә торған протеин тура килә.
Азот туплауға һәләтле булғанлыҡтан, борсак бүтән үҫемлектәр өсөн ҡиммәтле элгәр культура булып тора. Уртаса өлгөрөшлө сорттар өсөн вегетация осоры 68-86 көн. Борсаҡ өсөн иң яҡшы тупраҡ — әселеге әҙ балсыҡсыл һәм һауа менән яҡшы туйындырылған нейтраль тупраҡ. Фосфорлы һәм калийлы ашламаларҙы күберәк үҙләштерә. Арҡылыға-буйға йә иһә тар рәтле алым менән сәсәләр, орлоҡларҙы сәсеү нормаһы 1,5-3,5 ц/га, сәсеү тирәнлеге 4-10 см. Борсаҡты июль аҙағында йыйалар.
Ҡоротҡостары − борсаҡ ҡуңыҙы, босаҡ бете, борсаҡ емешашары; ауырыуҙары — аскохитоз, күгәрек, онсол ысыҡ.