Һинд субконтиненты
Һиндостан субконтиненты — Гималай тауҙарынан көньяҡтараҡ урынлашҡан субконтинент. Субконтинентта Пакистан, Һиндостан һәм Бангладеш дәүләттәре[1] урынлашҡан, шулай уҡ йыш ҡына Непал, Бутан, Шри-Ланка дәүләттәре территорияһын керетеп иҫәпләйҙәр[2][3]. Ҡайһы саҡта Мальдив һәм Афғанстанды ла индереп иҫәпләйҙәр[4][5][6]. Атамаһы Һиндостан дәүләте исеменән алынған. Субконтинент Евразия тектоник плитәһенән айырмалы булараҡ, Һиндостан тектоник плитәһендә урынлашҡан. 90 миллион йылдар элек Һинд-Малагас плитәһе тарҡалғас, Һиндостан плитәһе Һинд океанында яҡынса 50—55 миллион йыл буйы хәрәкәт итеп Азия менән бәрелешкән, бының һөҙөмтәһендә Гималай тауҙары барлыҡҡа килгән.
Һинд субконтиненты | |
Донъя ҡитғаһы | Азия |
---|---|
Иң юғары нөктә | Джомолунгма |
Ҡайҙа өйрәнелә | South Asia studies[d] |
Майҙан | 4 480 000 км² |
Һинд субконтиненты Викимилектә |
Атамаһы
үҙгәртергәОксфорд инглиз һүҙлегенә ярашлы «субконтинент» термины «Ҙур ҡоро ер массаһы булған һәм ҡитғанан бәләкәйерәк булған географик, сәйәси һәм мәҙәни үҙенсәлеге менән ҡитғанан айырылып торған айырылып торған ҡитғаның өлөшө». Был термин беренсе мәртәбә 1845 йылда, элек бер бөтөн континент булып иҫәпләнгән, Төньяҡ һәм Көньяҡ Америка өсөн ҡулланыла. Һинд субконтиненты өсөн был термин XX быуат башында ҡулланыла башлай. Был төбәктә Британия контролендә булған Һиндостанды билдәләү өсөн уңыйлы була.
Һиндостан субконтинентының геологик айырмаһы ла бар. Төрлө континенттар кеүек үк ул Гондвана суперконтинентының өлөшө булған. Суперконтинентта тектоник ярылыуҙар төрлө йүнәлештәге бассейндар барлыҡҡа килтерә. «Ҙур Һиндостан» тип аталған геологик регионда ҡасандыр Мадагаскар, Сейшел Утрауҙары, Антарктида, Австроазия һәм Һинд бассайны булған. Һинд субконтиненты тип 55 миллион йылдар элек Һинд бассейны Евразия менән бәрелешкәндә барлыҡҡа килгән субконтинентты атайҙар.
Һинд субконтиненты Британия империяһында киң таралған.
Географик төбәк «Һиндостан» булараҡ билдәле. Шулай уҡ «Бөйөк Һиндостан», «Көньяҡ Азия» кеүек исемдәре лә бар, был атамалар бер-береһен алыштыра ала. «Ҡөньяҡ Азия субконтиненты» тигән термин 1970-се йылдарҙа ҡулланылған.
Геология
үҙгәртергәГеологик килеп сығышы буйынса Һинд субконтиненты Гондвана суперконтинентының «Ҙур Һиндостан» өлөшөндә булған. Урта Юра осоронда, 160 миллион йылдар элек тектоник процестар сәбәпле Көнсығыш Африканан айырылып киткән. Кулкан әүҙемлеге көсәйеү сәбәпле Мадагаскар, Сейшел Уртауҙары, антарктида, Австралия, Һинд субконтиненты бассейны барлыҡҡа килгән. Һинд субконтиненты төньяҡ-көнсығышҡа табан күскән һәм 55 миллион йыл элек Евразия плитәһе менән бәрелешкән. Евразия плитәһе менән Һинд субконтиненты бәрелешкән урын хәҙер ҙә көслө ер тетрәүҙәргә дусар булған геологик актив район булып иҫәпләнә[7][8].
Социаль-мәҙәни сфера
үҙгәртергәҺинд субконтиненты Евразия ҡитғаһынан изоляцияланған субконтинент булып тора. Субконтинент өсөн Көньяҡ Азия үҫемлектәр донъяһы хас. Гималай тауҙары аша үтеп сығыу ауыр булғанға күрә, субконтинент һәм континент араһындағы социаль, дини һәм сәйәси бәйләнештәр Афғанстандың төньяҡ-көнбатышындағы уйһыулыҡтар һәм диңгеҙ юлы аша башҡарыла[9]. Ҡатмарлыраҡ һәм тарихи яҡтан мөһимерәк бәйләнеште тибет халҡы булдыра. Был маршрут һәм бәйләнештәр Һинд субконтинентынан буддизмды Азияның башҡа өлөштәренә таратырға мөмкинлек бирә. Һинд субконтинентына ислам ике юл менән килеп инә: ҡоро юл буйлар Афғанстан аша һәм Ғәрәбстан диңгеҙе машруттары буйлап[10].
Афғанстандың көнсығышындағы Һиндукуш тауҙар системаһы Һинд субконтинентын төньяҡ-көнсығыштан Үзәк Азия менән, көнбайыштан Фарси плитәһе менән тоташтырыусы сик булып тора.Афғанстандың социаль-мәҙәни тарихы Төркөстан һәм Пакистан[11][12] [13] йоғонтоһона бәйле. Башҡа фараздар буйынса Афғанстан Үҙәк Азияның өлөшө һәм Һинд субконтинентында ятмай.
Геосәйәси яҡтан «Һинд субконтиненты» һәм «Үҙәк Азия» төшөнсәләре бәхәсле[14].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Һиндостан
- Көньяҡ Азия
Иҫкәрмә
үҙгәртергә- ↑ «Indian subcontinent». New Oxford Dictionary of English (ISBN 0-19-860441-6) New York: Oxford University Press, 2001; p. 929.
- ↑ «Indian subcontinent» > Geology and Geography. The Columbia Electronic Encyclopedia, 6th ed. Columbia University Press, 2003: «region, S central Asia, comprising the countries of Pakistan, India and Bangladesh and the Himalayan states of Nepal and Bhutan. Sri Lanka, an island off the southeastern tip of the Indian peninsula, is often considered a part of the subcontinent.»
- ↑ Singh, Yash Pal. Map Workbook. — V K Publications, 2008. — P. 4. — ISBN 978-8189611835.
- ↑ John McLeod, The history of India, pages 1, Greenwood Publishing Group, 2002, ISBN 0-313-31459-4
- ↑ Stephen Adolphe Wurm, Peter Mühlhäusler & Darrell T. Tryon, Atlas of languages of intercultural communication in the Pacific, Asia, and the Americas, pages 787, International Council for Philosophy and Humanistic Studies, Published by Walter de Gruyter, 1996, ISBN 3-11-013417-9
- ↑ Haggett, Peter. Encyclopedia of World Geography (Vol. 1). — Marshall Cavendish, 2001. — P. 2710. — ISBN 0-7614-7289-4.
- ↑ Bethany D. Rinard Hinga. Ring of Fire: An Encyclopedia of the Pacific Rim's Earthquakes, Tsunamis, and Volcanoes. — ABC-CLIO, 2015. — P. 89–90. — ISBN 978-1-61069-297-7.
- ↑ Encyclopedia of Earthquakes and Volcanoes. — Infobase, 2006. — P. 116–118. — ISBN 978-0-8160-7270-5.
- ↑ The Oxford Handbook of Islam and Politics. — Oxford University Press, 2016. — P. 453–456. — ISBN 978-0-19-063193-2.
- ↑ Asher, Catherine B. & Talbot, Cynthia (2006-03-16), «India Before Europe», Cambridge University Press, ISBN 978-0-521-80904-7, <https://books.google.com/books?id=ZvaGuaJIJgoC>
- ↑ Ira M. Lapidus. A History of Islamic Societies. — Cambridge University Press, 2014. — P. 269, 698–699. — ISBN 978-0-521-51430-9.
- ↑ Louis D Hayes. The Islamic State in the Post-Modern World: The Political Experience of Pakistan. — Ashgate, 2014. — P. 55–56. — ISBN 978-1-4724-1262-1.;
Robert Wuthnow. The Encyclopedia of Politics and Religion. — Routledge, 2013. — P. 11–. — ISBN 978-1-136-28493-9. - ↑ Others state Afghanistan being a part of Central Asia is not an accepted practice, and it is "clearly not part of the Indian subcontinent".
- ↑ Akhilesh Pillalamarri, South Asia or India: An Old Debate Resurfaces in California, The Diplomat, 24 May 2016; Ahmed, Mukhtar (2014), «Ancient Pakistan – An Archaeological History: Volume II: A Prelude to Civilization», Foursome, с. 14, ISBN 978-1-4959-4130-6, <https://books.google.com/books?id=HbvTBAAAQBAJ&pg=PA14>