Ганг
Ганг[1] (һинд गंगा, gaṅgā IAST, [ˈɡəŋɡaː] , Ганга[2]; ингл. Ganges) — Көньяҡ Азияның иң тулы һыулы йылғаларҙың (Амазонка менән Конгонан ҡалышып 3-сө урында) береһе һәм оҙон йылғаларның береһе(2700 км). Көнбайыш Гималай тауҙары буйлап Уттаракханд штатындағы Боҙло Ганготридандан башланып, Һиндостандың төньяғындағы Һинд-Ганг тигеҙлеген киҫеп үтеп, көньяҡ-көнсығышҡа аға һәм Брахмапутра һәм Мегхна йылғалары мелән бергә Ганга-Брахмапутра дельтаһын (башлыса Бангладеш биләмәһендә) барлыҡҡа килтереп, Бенгал ҡултығына ҡоя, уның бер өлөшө Сундарбан урмандары менән ҡапланған. Йылға бассейны мәйҙаны — 1 060 000 км²[3][4].
Ганг | |
---|---|
хинди गंगा, бенг. গঙ্গা, ингл. Ganges | |
Утренний туман над Гангом в штате Уттаракханд | |
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 2700 км |
Бассейн | 1 060 000 км² |
Һыу сығымы | 12 000 м³/с |
Һыу ағымы | |
Инеше | ҡушылған йылғалар: Бхагиратхи менән Алакнанда |
· Бейеклеге | 449 м |
· Координаталар | 30°08′42″ с. ш. 78°35′51″ в. д.HGЯO |
Тамағы | Бенгал ҡултығы |
· Бейеклеге | 0 м |
· Координаталар | 22°04′49″ с. ш. 90°50′01″ в. д.HGЯO |
Урынлашыуы | |
Илдәр | Һиндостан, Бангладеш |
Ганг Викимилектә |
Индуизм мифологияһында Ганг — күктән ергә төшкән йылға. Борон-борондан индуисттар өсөн изге йылга булып һанала. Индуисттар йылғаға хаж ҡылалар, бигрәк тә уның сығанаҡтары һәм Харидвар, Варанаси һәм Аллахабад ҡалалары (Джамна аҙашҡан урын) изге һанала. Уның ярҙарында кремацияләр үткәрәләр, үлгән индуистың көлө һыуҙа тарала һәм ритуаль йыуыныуҙар башҡарыла.
Һуғарыу өсөн йылға һыуы файҙланыла. 1 млн км² артыҡ майҙанлы Ганг бассейны — Ерҙә халыҡ һаны буйынса иң тығыҙ райондарҙың береһе. Йылғала суднолар йөрөү бер аҙ ҡатмарланды, хәҙер йылға тамағынан Канпур ҡалаһына тиклем яҫы төплө кәмәләрҙә генә мөмкин.
Ганг йылғаһы — Бангладештың һәм Һиндостандың төньяҡ-көнсығыш штаттарының төп һыу артерияһы булып тора, йыш ҡына бөтә ил символы булараҡ ҡарала. Һиндостандың беренсе премьер-министры Джавахарлал Неру үҙенең «Һиндостанды асҡанда» тигән классик хеҙмәтендә 1946 йылда былай тип яҙган:
Ганг Һиндостандың башҡа йылғаларына ҡарағанда күберәк уның йөрәгенә яҡын булған һәм үҙ ярҙарына боронғо замандарҙа уҡ йәшәгән миллиондарса кешеләрҙе йәлеп иткән. Ганг тарихы, инешенән алып диңгеҙгә тиклем, борон замандан беҙҙең көндәргә тиклем, Һиндостандың цивилизацияһы һәм мәҙәниәте, империяларҙың барлыҡҡа килеүе һәм емерелеүе, ҙур һәм ғорур ҡалалар, кеше мажараларының тарихы булып тора…
Оригинал текст (инг.)The Ganges, above all is the river of India, which has held India's heart captive and drawn uncounted millions to her banks since the dawn of history. The story of the Ganges, from her source to the sea, from old times to new, is the story of India's civilization and culture, of the rise and fall of empires, of great and proud cities, of adventures of man…[5]
Гидрография
үҙгәртергәҺыу юлы һәм йүнәлеше
үҙгәртергәКүпселек өлөшөндә Ганг әкрен һәм тыныс ағыусы тигеҙлек йылғаһы. Йылға тауҙарҙа башланып бик йылғыр ағһа ла, тигеҙлеккә сығып тауҙарҙан ағып сығған күп һанлы ҡышылдыҡтары менән тулылана. Йылғаның күпселек өлөшө тура килгән Һинд-Ганг тигеҙлеге ғәйәт ҙур һәм яҫы. Джамна йылғаһында урынашҡан Дели менән Бенгал ҡултығы араһындағы алыҫлыҡ 1600 км тәшкил итә, ә бейеклек айырмаһы ни бары 210 метр.
Ганг йылғаһының Харидвар һәм Аллахабад ҡалалары араһындағы ауышлығы бер километрға 0,22 метр, ә Аллахабадтан Калькуттаға саҡлы бер километрға 0,05 метр тәшкил итә. Йылға үҙе бормалы, күп һынлы еңдәр, тармаҡтар һәм ҡултыҡтар, гөрләүектәр, һай урындар барлыҡҡа килтереп аға[4].
Ганг ағымының йүнәлеше бер нисә тапҡыр үҙгәрә: шишмә башынан көньяҡ-көнбайышҡа аға, Харидварның көньяҡ-көнсығышҡа табан борола һәм шул йүнәлештә Аллахабадка тиклем аға, артабан, Коша ҡушылғанға тиклем көнсығышҡа, ә Коша ҡушылғас көньяҡ-көнсығыш йүнәлештә аға. Шул уҡ ваҡытта Ганг йылғаһының төп юнәлеше һәм ҡайһы бер еңдәре көньяҡ-көнсығыш йүнәлештә аға, ә һуңынан көньяҡҡа Бенгаль ҡултығына тиклем, ә икенселәре, Бхагиратхи һәм Джаланга кеүек, шунда уҡ көньяк йүнәлештә аға. Йылға еңдәренең бер өлөшө Брахмапутра һәм Мегхна еңдәре менән ҡушыла һәм улар менән бергә өултыҡҡа ҡоялар. йылғаның киңлеге уның урта, иң киң өлөшөндә 800 метрҙан 1500 метрға ҡәҙәр[4]. Түбән ағымында йылга күп һанлы еңдәр барлыҡҡа килтереп 300 км оҙонлоғондағы һәм 350 км киңлегендәге Брахмапутра дельтаһын барлыҡҡа килтерә[6][7].
Һыу йыйыу майҙаны һәм һыу режимы
үҙгәртергәГанг бассейны — Көньяҡ Азияла майҙаны буйынса иң ҙуры. Ганг йылғаһының оҙонлоғо Һинд менән Брахмапутранан кесерәк булһа ла, ул бассейнының ҙурлығы яғынан 1 060 000 км² майҙанды биләп тора, ә Брахмапутра бассейны менән бергә Ганг уртаҡ дельта формалаштыра — 1 643 000 км².
Ямғыр — йылғаны төп туйындырыусы, ямғырҙы көньяҡ-көнбайыш муссондар һәм тропик циклондар (аҫкы агымда) июлдән октябргә тиклем алып килә, ә йылға һыуының бер өлөшө — ҡар яуыу иҫәбенә туйына, апрелдән июнгә тиклем эрей торған Гималай ҡарҙары иҫәбенә алып килә. Декабрь-ғинуарҙа йылға бассейнына бик әҙ яуым-төшөм тура килә. Уртаса алғанда, йылга бассейнында яуым-төшөм күрһәткестәре йылына 760 мм, йылғаның көнбайыш өлөшөндә йылына 2300 мм-ға тиклем тирбәлә. Йылга ағымының күпселек өлөшөндә, дельтанан тыш, яуым-төшөмдәр йылына 760-1 500 мм тәшкил итә. Дельттала йыш ҡына муссондар сезоны ваҡытында ла, унан һуң да, йәғни марттан октябргә ҡәҙәр көслө цикллы ҡойма ямғырҙар булып тора[7]. Яуым-төшөм режимы алмашыныусан булғанға күрә, Нил йылғаһы менән сағыштырып булмаһа ла, йылға ташҡын ваҡытында оҙағға һуҙылмаҙын ваҡытҡа булһа ла йәйелә. Был ике төп дымлы сезонға тура килә: апрелдән июнгә иклем (ҡар эреү ваҡыты) һәм июлдән сентябргә тиклем (муссондар ваҡыты). Мәҫәлән, муссондар сезоны ваҡытында Варанаси һәм Аллахабад ҡалалары тирәһендә һыу кимәле 15-16 метға[4] тиклем күтәрелә. Ҡышын йылғала һыу кимәле минимумға тиклем кәмей.
Йылғаның дөйөм һым массаһы ғәйәт ҙур. Мәҫәлән, Варанаси янында, Хуглиның еңенән 1224 км алыҫлыҡта, хатта йылдың ҡоро ваҡытында ла Ганг йылғаһының киңлеге һәм 12 метрға ҡәҙәр, ә ямғырҙар миҙгелендә 900—950 м киңлектә һәм тәрәнлеге 20 метрға тиклем етә. Бенгал ҡултығына сыҡҡан урында уртаса һыу күләме секундына 12 000 м³ тип билдәләнә (сағыштырыу өсөн, Ганг йылғаһының ағымы Днепр ағымына ҡарағанда ҙигез тапҡыр күберәк).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Индия, Непал, Бутан, Бангладеш // Атлас мира / сост. и подгот. к изд. ПКО «Картография» в 2009 г. ; гл. ред. Г. В. Поздняк. — М. : ПКО «Картография» : Оникс, 2010. — С. 124—125. — ISBN 978-5-85120-295-7 (Картография). — ISBN 978-5-488-02609-4 (Оникс).
- ↑ Инструкция по передаче на картах географических названий с хинди. — М.: ЦНИИГАиК, 1959. — С. 22.
- ↑ Без учёта бассейна Брахмапутры. С учётом бассейна Джамуны (Брахмапутры) — 1 643 000 км².
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 Ганг // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Jawaharlal Nehru. The Discovery of India. — Oxford University Press, 1946. — ISBN 978-0195623598.
- ↑ Ganges-Brahmaputra River Delta . Архивировано из оригинала 2 август 2007 года. 2007 йыл 2 август архивланған. Earth from Space
- ↑ 7,0 7,1 Encyclopaedia Britannica. Ganges River (ингл.). Дата обращения: 2010-3-22. Архивировано 9 февраль 2012 года.