А́льп тауҙары (франц. Alpes, нем. Alpen, итал. Alpi, слов. Alpe) — Көнбайыш Европалағы иң бейек тауҙар системаһы.

Альп тауҙары
фр. Alpes, нем. Alpen, итал. Alpi, словен. Alpe
Альп тауҙарының Ер юлдашынан күренеше
Альп тауҙарының Ер юлдашынан күренеше
Характеристикалар
Барлыҡҡа килгән ваҡытыОлигоцен 
Майҙаны190 000 км²
Оҙонлоғо1200 км
Киңлегедо 260 км
Бейек нөктәһе
Иң бейек түбәһеМонблан 
Бейек нөктәһе4810[1][2] м
Урынлашыуы
46° с. ш. 10° в. д.HGЯO
Европа
Красная точка
Альп тауҙары
 Альп тауҙары Викимилектә

Ул Лигурий диңгеҙенән алып Урта Дунай тигеҙлегенәсә төньяҡтан көнбайышҡа һуҙылған ҡатмарлы түбәләрҙән һәм массивтарҙан тора. 8 илдең биләмәләрен эсенә ала: Франция, Монако, Италия, Швейцария, Германия, Австрия, Лихтенштейн, Словения. Альп тауҙары дуғаһының дөйөм оҙонлоғо 1 200 км тирәһе(дуғаның эске яҡ сите 750 км). Киңлеге 260 км-ғаса.

Иң бейек нөктәһе — Монблан тауы, 4810 метр.

Альптың көнсығыш армыттары Лейт тауҙары һәм көнбайыш армыттары Карпат — Хундсхаймер Берге 14 км ара ғына айырып тора[3].

Альп тауҙары — халыҡ-ара альпинизм,тау саңғыһы спорты һәм туризм үҙәге.

Исеменең килеп сығышы үҙгәртергә

Альп тауҙары атамаһының килеп сығышы буйынса бер төрлө генә фекерҙәр юҡ.

 
«Тау пейзажы» (Альп тауҙары), Михаил Эрасси

Бер фараз буйынса, albus (аҡ) һүҙенән барлыҡҡа килгән латин һүҙе Alpes, ҡар ҡаплаған тауҙарҙы билдәләү өсөн б.э. тиклем I быуатта уҡ ҡулланылған. Икенсе бер фараз буйынса, атама бейек таулы биләмәне аңлатыусы Al йәки Ar һүҙҙәренән хасил булған. Хәҙерге француз һәм итальян телдәрендә Alpe һүҙе, шулай уҡ немец телендәге Alp һүҙе лә Тау түбәһе тигәнде аңлата.

Alpeis, йәки Alpes һүҙен Боронғо Греция һәм Боронғо Византия ғалимдары бейек тауҙарҙы һәм тау биләмәләрен атау өсөн файҙалана. Мәҫәлән, VI быуатта йәшәгән Византия яҙыусыһы Прокопий Кесарийский үҙенең әҫәрҙәрендә Альп тауҙарын һәм Пиреней тауҙарын бер генә Geminas Alpeis һүҙе менән атай. Башҡа тауҙар ҙа оҡшаш исемдәр менән аталған (Карпат тауҙары — Basternikae Alpes).

Кельт телендә лә Ҡалып:Lang-cel2 һүҙе ҡулланылған, был һүҙ менән кельттар бейек тауҙарҙы атаған. Артабан был һүҙ, бер аҙ үҙгәреп Alps, инглиз телендә ҡулланыла башлай. Был һүҙ кельттарға Римй империяһынан килеп ингән тигән фараз бар.

Геологияһы үҙгәртергә

Европа ғалимдары XVIII быуат башында Альп тауҙарының килеп сығышын һәм төҙөлөшөн өйрәнеү менән ҡыҙыҡһына башлай. Альп тауҙары — системаға һалып һәм ентекле рәүештә тикшеренеүҙәр башланған тәүге тау теҙмәһе. Альп тауҙарын өйрәнеүҙәге прогресс һөҙөмтәһендә бер нисә геологик концепция барлыҡҡа килә. XIX быуат уртаһында тау теҙмәләренең барлыҡҡа килеүен аңлатыу өсөн геосинклиналей теорияһы ҡулланыла. 1960-сы йылдар уртаһында уға алмашҡа литосфера плиталары тектоникаһы теорияһы барлыҡҡа килә, быға океандар геологияһындағы яңы асыштар булышлыҡ итә. Тап ошо теория Альп тауҙары эволюцияһын аңлау мөмкинлеген бирә[4].

 
Урта диңгеҙ төбәгенең тектоник картаһы

Тауҙар сылбырының формалашыу процесын бер нисә этапҡа бүлергә мөмкин.

Альптың төбөндәге ҡарт тау тоҡомдарына яһалған анализ уларҙың протерозой дәүеренең аҙағында — кембрий дәүеренең башында (яҡынса 540 миллион йыл элек) фоормалаша башлауын һәм тау тоҡомонда циркон минералы булыуын күрһәтә. Альп тауҙары территорияһында ҡайһы берҙә шул уҡ кембрий дәүеренән һаҡланып ҡалған ташҡа әүерелгән үҫемлектәр, хайуандар ҡалдыҡтары осрай. Тап шул мәлдә Гондвана һәм Лавразия ҡитғалары бер-береһенә яҡынлаша башлай. Пермь осоронда, нигеҙҙә, тау тоҡомдарының составы формалаша, хәҙерге ваҡытта улар Альп тауҙарының иң түбәндәге ҡатламдарында ята. Шул осорҙа герцин йыйырсыҡтары хасил була башлай[5].

Таш күмер дәүеренең аҙағында Гондвана һәм Лавразия ҡитғалары бер-береһе менән бәрелешкәндә Пангея суперҡитғаһының барлыҡҡа килеүе тамамлана. Альп тауҙары ике тектоник плитә бәрелешкәндә хасил була, уның көнсығыш өлөшө һыу аҫтында, боронғо Палеотетис океаны төбөндә ҡала[4][6][7]Ҡалып:Уточнить страницу. Иртә Пермь осоронда вулкандарҙың юғары әүҙемлеге күҙәтелә, вулкандар, елдәр һәм яуым-төшөм йоғонтоһо менән бергә, герцин йыйырсыҡтарын емерә[6].

Триас дәүеренең уртаһына (яҡынса 220 миллион йыл элек) Африка һәм Европаның континенталь рифтогенезы боронғо Паратетис диңгеҙен булдыра. Юрский дәүеренең аҙағында (яҡынса 150 миллион йыл элек), донъя океанында һыу кимәле ҡапыл кәмеү һөҙөмтәһендә, Паратетис диңгеҙе хәҙерге Көньяҡ Альп тауҙарынан сигенә, үҙ артынан был өлкә өсөн хас булған эзбиз ҡатламдарын ҡалдырып китә. Тап ошо осорҙа Африканан Европа яғына табан Адриатик плитә хәрәкәт итә башлай, ул Көнсығыш Альп тауҙарында океан сөңгөлдәренең хасил булыуына сәбәпсе була. Хәҙерге ваҡытта ла плитә Европа яғына табан шыла, атап әйткәндә, Альп тауҙарындағы Периадриатик ярығы плитәләр сигендә ята[6][8].

 
Маттерхорн даими рәүештә тауҙар яһау өлгөһө булып тора (тауҙа төрлө геологик дәүерҙәргә ҡараған төрлө тау тоҡомдарын табырға була)

60 миллионлап йыл элек, акбур дәүерендә, төп тау сылбыры формалаша. Тәүҙә был процесс Альп тауҙарының көнсығыш-австрия төбәгендә башлана, артабан әкренләп көнбайышҡа табан дауам итә. Уға Альп йыйырсыҡтары тигән атама бирелә[9]. Альп тауҙарында структураһы һәм геологик составы буйынса бер-береһенән айырылып торған һәм тау массивы формалашыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән өс төп төбәкте бүлеп күрһәтәләр: Көнбайыш, Көнсығыш һәм Көньяҡ Альп тауҙары[10].

Көнбайыш Альп тауҙары кайнозой ултырмалары булған иң йәш өлкә, кристаллик (гнейсы, слюдяные сланцы) һәм метаморфик (кварцево-филлитовые сланцы) тау тоҡомдарынан торған был тау теҙмәһенә осло ҡаялар хас. Альп тауҙарының үтә бейектә урынлашҡан өлкәһенә тау-боҙло рельеф һәм хәҙерге заман боҙланыуҙары хас. Көнсығыш Альп тауҙары тәпәшерәк һәм һөҙәгерәк, уларҙа мезозой эраһы ултырмалары бар. Көньяҡ Альп тауҙарындағы төп ултырмалар акбур дәүеренә ҡарай[9][11].

Альп тауҙары структураһы формаль рәүештә Европа, Африка тау тоҡомдары һәм океан ултырмалары ҡатламдарынан тора[12][9]. Ҡайһы бер түбәләрҙә, мәҫәлән, Маттерхорн, даими рәүештә тауҙар барлыҡҡа килә. Тауҙа юғарыла һүрәтләнгән дәүерҙәргә ҡараған тау тоҡомдарының төрлө ҡатламдарын тикшерергә була[13].

Географияһы үҙгәртергә

 
Физическая карта Альп

Альп тауҙары — Европаның мөһим климат айырғыс үҙәге. Альптан төньяҡ һәм көнбайышҡа табан уртаса климатлы территориялар урынлаша, көньяҡта — субтропи урта диңгеҙ ландшафты. Көнбайыш һәм төньяҡ-көнбайыш битләүҙәрендә йыллыҡ яуым-төшөм 1500—2000 мм, урыны менән 4000 мм-ға етә. Альп тауҙарынан ҙур йылғалар (Рейн, Рона, По, Адидже, уң ҡушылдығы Дунай), боҙлоҡ һәм тектоник-боҙлоҡ сығышлы күп һандағы күлдәр (Боден, Женева, Комо, Лаго-Маджоре һәм башҡа һыу ятҡылыҡтары) башлана.

Ландшафтың бейеклек бүлкәте яҡшы сағылыш таба. 800 метрға тиклемге бейеклектә климат уртаса йылы, көньяҡ битләүҙәрҙә — урта диңгеҙ климаты, виноград баҡсалары, емеш-еләк, йәшелсә баҡсалары, баҫыуҙар, урта диңгеҙ ҡыуаҡлыҡтары һәм киң япраҡлы урмандар. 800—1800 метр бейеклектә климат уртаса, дымлы; киң япраҡлы имән һәм бук урмандары юғарыға күтәрелә бара әкренләп ылыҫлы урмандар менән алмашына. 2200—2300 метр бейеклеккә тиклем климат һалҡын, ҡар бик оҙаҡ ята (Субальпийский бүлкәт). Ҡыуаҡлыҡтар һәм бейек үлән биләгән болондар, йәйге көтөүлектәр урынлашҡан. Юғарыраҡ, мәңгелек ҡарҙар сигенә тиклем — альп бүлкәте тип аталған, һалҡын климатлы, йылдың күп өлөшөндә ҡар менән, йәки ерҙән саҡ ҡына ҡалҡа алған һәм бик һирәк булып үҫкән үлән менән ҡапланған альп болонлоҡтары. Тағы ла юғарыраҡ — боҙлоҡтар, ҡарлы, битләүҙәре ташлы ниваль бүлкәте.

Халҡы үҙгәртергә

Альп тауҙарында 2001 йылда дөйөм халыҡ һаны 12 миллион 300 мең кеше иҫәпләнгән. Күпселекте француздар, немецтар һәм итальяндар тәшкил итә. Шулай уҡ община булып словендар ҙа йәшәй.

Иң эре ҡалалары Гренобль (Франция) халҡы 155 100 кеше, Инсбрук (Австрия) — 127 000 кеше, Тренто (Италия) — 116 893 кеше һәм Больцано (Италия) — 98 100 кеше.

Файҙалы ҡаҙылмалары үҙгәртергә

Альптар оҙайлы йылдар буйына бер нисә мең йыл һуҙымында кеше тарафынан ҡаҙып табылған минералдар сығанағы булып тора. (Б. э. т. VIII—VI быуаттарҙа уҡ) Hallstatt [[Кельттар| баҡыр сығарғандар, һуңғараҡ римлеләр бад гайштан өлкәһендә алтын эшкәрткәндәр. Штирия ҡорос ҡойоу сәнәғәте өсөн юғары сифатлы тимер сыҡҡан урыны. Альп тауҙарының күп өлөшөндә кристаллдар, киноварь, аметист һәм кварц кеүек минералдар бар[14].

Альп райондары үҙгәртергә

 
Альптың төп райондары һәм тауҙы Көнбайыш һәм Көнсығыш Альпҡа бүлеүсе һыҙат

Боден күле һәм Комо күле араһындағы арҡыры болон менән Альп тауҙары бейегерәк Көнбайыш Альп тауҙарына (бейеклеге 4808 метрға тиклем, Монблан тауы) һәм тәпәшерәк һәм киңерәк Көнсығыш Альп тауҙарына (бейеклеге 4049 метрға тиклем, Бернина тауы) бүленә.

Француз традицияһына ярашлы Көнбайыш Альп тауҙары урынына Көнбайыш һәм Үҙәк Альп тауҙары тип ҡулланыла. Был осраҡта Альптың өс өлөшөнөң сиктәре дәүләттәр сиктәре менән тап килә: Көнбайыш Альп атамаһы, ғәҙәттә, Францияла, Үҙәк Альп — Швейцарияла, һәм Көнсығыш Альп — Австрияла ҡулланыла.

Түбәндә Альптың төп райондарының исемлеге бирелә. Был шартлы рәүештә генә бүленеш, сөнки төрлө сығанаҡтарҙа сиктәр төрлөсә атала.

Шулай уҡ райондар үҙ сиратында тағыт ла вағыраҡ өлөштәогә бүленә. Мәҫәлән: Төньяҡ Инсбрукты Веттерштайнгебирге һәм Карвендельгебирге өлөштәренә бүленә. Ә көньяҡтараҡ Штубайер альпен һәм Туксеральпен[15].

Иң бейек түбәләре үҙгәртергә

 
Монблан тауы, октябрь 2004
Атамаһы Бейеклеге, м Урынлашыуы
Монблан 4810,45 м Грай Альптары
Монте-Роза 4634 м Пеннин Альптары
Дом (гора) 4545 м Пеннин Альптары
Вейссхорн 4505 м Пеннин Альптары
Маттерхорн 4478 м Пеннин Альптары
Гран-Комбен 4314 м Пеннин Альптары
Финстераархорн 4273 м Берн Альптары
Алечхорн 4192 м Берн Альптары
Барр-дез-Екрен 4102 м Дофиналағы альптар
Гран-Парадизо 4061 м Грайские Альпы
Бернина (гора) 4049 м Ретий Альптары
Вайсмис 4023 м Пеннин Альптары

Боҙлоҡтар (глетчерҙар) үҙгәртергә

Альп тауҙары билбауына рельефтың тау-боҙлоҡ формаларының киң таралыуы хас. Тауҙарҙа, диңгеҙ кимәленән 3000 метрҙан ашыу бейеклектә, ҡышын ҡар бик мул була, хатта ул иреп тә бөтмәй. Йыл әйләнәһенә ҡар ятҡан урындарҙа, ҡар баҫымы, уның өҫкө ҡатламы иреп туңыуы һөҙөмтәһендә боҙлоҡ өсөн нигеҙ хасил була. Әкренләп, боҙлоҡ өҫтөнән һыуҙың ағып төшөүе сәбәпле, боҙло участкалар үҙәнде биләй бара. Боҙ шылып төшә, үҙ юлында ул тупраҡтың өҫкө ҡатламына зыян килтерә, үҙе менән таш, ҡом һәм тупраҡтың бер өлөшөн һыҙырып алып китә. Боҙлоҡтоң өҫтө төрлө ҙурлыҡтағы ярыҡтар менән ҡапланған.

Мәңгелек ҡар һыҙаты төньяҡта 2,5 км, ә көньяҡта 3 километрҙан 3,2 километрға тиклемге бейеклектә ята. Хәҙерге заманда боҙланыуҙың дөйөм майҙаны — 4140 км². Альп тауҙарында яҡынса 1200 боҙлоҡ бар, иң ҙуры — Альп тауҙарының Берн участкаһында майҙаны 169 км² булған Алечский боҙлоғо. Түбәндәге йылғалар боҙлоҡтарҙан башлана: Рона, Рейн һәм башҡалар.

Альп күренештәре үҙгәртергә

Альп фауна һәм флора үҙгәртергә

Альп флораһы үҙгәртергә

Альп фаунаһы үҙгәртергә

Альп тауҙары аша юлдар үҙгәртергә

Борон замандарҙа уҡ иң тәүге сиратта күрше, һуңыраҡ бер-береһенән алыҫыраҡ ятҡан төбәктәргә, аҙаҡ килеп Альп тауҙарының төньяҡ һәм көньяҡ итәктәрендәге ерҙәргә юл һалыу ихтыяжы тыуа. Бының өсөн юл һалыуға уңайлы үткәлдәрҙе тикшерергә, ҡайһы берҙә кеше үтмәҫлек тау сылбырҙарын урап үтеп үҙәндәр буйлап юл һалырға, уңайлы ятҡан арҡыры үҙән буйлап тау сылбырының төп түбәһенә табан юлды табырға, ике түбә араһындағы билән аша үтергә тура килә. Альп тауҙарындағы тар, тигеҙ булмаған юлдар уңайһыҙ һәм хәүефле була; шуға ҡармаҫтан борон кельт, карфаген, рим һәм кимвр ғәскәрҙәре шул тауҙар аша үтә; Урта быуаттарҙа германдар күсенгәндә һәм герман королдәре Рим походтары барышында шул уҡ юлдарҙы файҙалана. Италия, Франция, Германия һәм Венгрия ла сауҙа алып барыу өсөн шул уҡ юлдарҙан йөрөй, Римға ғибәҙәт ҡылырға барыусылар өсөн да был юл ярап ҡала.

 
Бреннер үткәүеленән автобан күренеше

Юлды йыш файҙаланыуҙың ыңған яҡтары ла була: ул уңайлыраҡ, киңерәк була бара, тау йылғалары аша күперҙәр хасил була, йоҡлап һәм ял итеп китеү өсөн урындар булдырыла. Шулай итеп, әкренләп тәүҙә күршеләргә, аҙаҡ инде алыҫыраҡ араларға юлдар һалына, һәм юлдар селтәре барлыҡҡа килә. Улар Альп тауҙарының аръяғындағы халыҡтар менән сауҙа бәйләнештәрен урынлаштырыу, хәрби мәсьәләләрҙе хәл итеү мөмкинлеген бирә.

Борон һәм Урта быуаттарҙа түбәндәге үткәүелдәр һәр юлсыға таныш була: Көнбайыш Альп тауҙарында — Коль-ди-Тенде (инг.)баш., Мон-Женевр (инг.)баш., Мон-Сени, Малый и Большой Сен-Бернар; Урта Альп тауҙарында — Симплон, Сен-Готард, Бернардин (инг.)баш., Септимер, Шплюген (инг.)баш., Юлиев проход с Малойею, Решеншейдек (инг.)баш., Вормс биләне; Көнсығыш Альп тауҙарында — Бреннер үткәүеле, Пустер, Ампеццо, Тальяменто һәм Брента үҙәндәре аша ҡая ситендәге юлдар, Понтафель һәм Предиль (инг.)баш. үткәүелдәрее һәм башҡа юлдар.

 
Италия яғынан Мон-Сенисс туннеленә инеү урыны

XIX быуатҡа тиклем бер генә үткәүел аша ла йөк тейәлгән арба менән үтеп булмай (иҫкәрмә: Коль-ди-Тенде, Бреннер һәм Арльберг үткәүелдәре аша ғына йөк үтә ала); тау итәгендә экипажды һүтеп йөк йөрөтә торған хайуандарға артмаҡлап тейәргә тура килә, тау артылышын үткәндән һуң экипажды киренән йыйырға тура килә. Наполеон Беренсенең итальян походтары дәүерендә Альп тауҙарында киң юлдар һалына (Симплон (1800—6 йылдарҙа), Мон-Женевр (1802 йылда) һәм Мон-Сени (1803—10 йылдар)).

Артабан Альп тауцҙары аша тимер юлдар һалына, ә бының өсөн туннелдәр эшләргә тура килә. Мон-Сенисс туннеле 1871 йылда иң беренсе булып төҙөлә. 1906 йылда сафҡа ингән Симплон туннеле ярты быуаттан ашыу осорҙа донъялағы иң оҙон туннель була. 1965 йылда автомобилдәр өсөн Монблан туннеле төҙөлә, ул Франция менән Италия юлын бермә-бер ҡыҫҡарта. 2011 йылда Готтард базис туннеле төҙөлөшө тамамлана, ул донъялағы иң оҙон тимер юл туннеле була[16].

Туризм үҙгәртергә

 
Итальяла Альп тауҙары

Альп тауҙары — халыҡ-ара альпинизм, тау саңғыһы спорты һәм туризм районы. Альп тауҙары туризм һәм спорт өсөн уңайлы урын булғаны өсөн йәйен дә, ҡышын да популяр. Тау саңғыһы спорты, сноуборд, саналарҙа шыуыу, ҡаргиҙәрҙә йөрөү, саңғы турҙары декабрҙән апрелгәсә күпселек төбәктәрҙә тәҡдим ителә. Йәй көндәрендә туристар, велосипедсылар, парапланеристар, альпинистар Альп тауҙарына барырға тырыша, бындағы күлдәр йөҙөүселәр, яхтсмендар һәм серфингистар менән тула. Тигеҙлектә урынлашҡан төбәктәр һәм эре ҡалалар үҙ-ара автомагистралдәр һәм юғары тиҙлектә йөрөү рөхсәт ителгән юлдар менән тоташҡан, әммә юғарыла, тау артылыштарында автомобиль трассаларындә йөрөү хатта йәйгеһен бик хәүефле. Ҡышҡы осорҙа күп кенә артылыштар ябыла. Аэропорттарҙың күп булыуы, шулай уҡ күрше илдәрҙең бөтәһе менән дә тимер юлдар аша тоташыу туризмды үҫтереүгә булышлыҡ итә. Альп тауҙарына ғәҙәттә йыл һайын 50 миллион турист килә.

Шулай уҡ ҡара үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Новые известия 05.11.2009 2015 йыл 10 февраль архивланған.
  2. Какова высота Монблана в 2013 году 2014 йыл 8 июль архивланған.
  3. Хайнбургские горы 2009 йыл 11 август архивланған.
  4. 4,0 4,1 Graciansky, 2010, с. 1—2
  5. Piaz, 2003, с. 178—179
  6. 6,0 6,1 6,2 Piaz, 2003, с. 179
  7. Shoumatoff, 2001
  8. Schmid, 2004, с. 97
  9. 9,0 9,1 9,2 Piaz, 2003, с. 179—180
  10. Schmid, 2004, с. 99
  11. Schmid, 2004, с. 97—99
  12. Graciansky, 2010, с. 29
  13. Graciansky, 2010, с. 5
  14. Shoumatoff, Nicholas and Nina. (2001). The Alps: Europe’s Mountain Heart. Ann Arbor, MI: University of Michigan Press. ISBN 978-0-472-11111-4
  15. Der Grose ADAC Alpenführer- 1992.ADAC Verlag GmbH, München. ISBN 3-87003-470-X
  16. Альпийские проходы и железные дороги // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Pierre-Charles de Graciansky, David G. Roberts, Pierre Tricart. The Western Alps, from Rift to Passive Margin to Orogenic Belt. An Integrated Geoscience Overview (инг.). — Elsevier, 2010. — Vol. 14. — 432 p. — ISBN 0444537252.
  • Giorgio V. Dal Piaz, Andrea Bistacchi, and Matteo Massironi Geological outline of the Alps (инг.) // Episodes Journal of International Geoscience. — 2003. — Т. 3. — № 26. — С. 175—180.
  • Nicholas Shoumatoff, Nina Shoumatoff. The Alps: Europe’s Mountain Heart (инг.). — University of Michigan Press, 2001. — 265 p. — ISBN 978-0-472-11111-4.
  • Schmid, Stefan Tectonic map and overall architecture of the Alpine orogen (инг.) // Eclogae Geologicae Helvetiae. — 2004. — № 97. — С. 93—117.

Һылтанмалар үҙгәртергә