Аҡбур осоромезозой эраһының һуңғы геохронологик осоро. 145,0 млн йыл элек башланған, 66,0 млн йыл элек тамамланған. Шулай итеп, 79 миллион йыл дауам иткән. Был исемде Бельгия геолог Ж. Омалиус д`Аллуа биргән.

Исеме, ул осорҙа треклек иткән, умыртҡаһыҙ диңгеҙ организмдары ҡалдыҡтары ултырмаһынан алынған аҡбур минералынан килә. Аҡбур осоро түбән һәм юғары бүлектәргә бүленә, уларҙың һәр ҡайһыһы 6 ярустан тора; башланғыс осорҙағы аҡбурҙың дауамлылығы 45 млн. йылдан артыҡ, һуңғыһыныҡы - 34 млн. йыл самаһы.

70 миллион йыл элек Ер һыуына башлаған. Ҡотоптар боҙ менән ҡапланған. Һылҡын ҡыштар башланған. Урыны менән температура +4 градустан түбән төшкән. Был осорҙағы динозаврҙар өсөн климат киҫкен һәм ҡырҡа үҙгәргән. Был үҙгерештәр Пагеяның бүленеүе, Гондвана һәм Лавразияның тарҡалыуы менән аңлатыла. Диңгеҙ кимәле күтәрелә һәм түбән төшә. Ер атмосфераһындағы ағымдар үҙгәрә, шул сәбәр менән океандағы ағымдар алышына.

Аҡбур осоро аҙағында температура киҫкен рәүештә юғары күтәрелә башлай. Был үҙгәрештәрҙең сәбәпсеһе океан тигән гипотеза бар: океан йылылыҡты йотоу урынына йылылыҡты кире сағылдыра һәм парник эффекты барлыҡҡа килтерә.

Үҫемлектәр

үҙгәртергә

Осор башында абағалар һәм асыҡ орлоҡлолар хакимлек итә, Аҡбур осоро уртаһында – ябыҡ орлоҡлолар, осор аҙағында сәскәлеләр барлыҡҡа килә. Был инде аталандырыусы бөжәктәр үҫеше менән бәйле. Һуңғы аҡбурҙа флора һәм фаунуның бик юғары үсеше Ер шары тарихындағы иң йылы һәм дымлы климат менән бәйле була.

Хайуандар донъяһы

үҙгәртергә
 
 
Өҫтән аҫҡа:
1. Тарбозавр
2. Исисавр

Аҡбур осоронда микроорганизмдар, күп төр умыртҡаһыҙҙар һәм һөйрәлеүселәр киң үҫеш ала, ә осор аҙағында уларҙың күпләп үлеүе бара; елпеүес ҡойроҡло ҡоштар, беренсе имеҙеүселәр, ҡылсыҡлы балыҡтар, ҙур рептилиялар -- ихтиозаврҙар, плезиозаврҙар һ.б. диңгеҙ кәҫәрткеләре тарала.

 
 
 
Өҫтән аҫҡа:
1. Кецалькоатль
2. Мозазавр Taniwhasaurus
3. Карнотавр, абелизаврҙар төркөмөнән йыртҡыс динозавр

Ултырма тоҡомдар

үҙгәртергә

Аҡбур осоро ултырмалары составында гипс, пирит һәм сидерит менән байытылған күкһел һоро һәм ҡара балсыҡлы тоҡомдар күпселекте тәшкил итә, һирәк кенә глауконитлы ҡомдар һәм алевролиттар, кремнезёмлы һәм аҡбурга оҡшаш мергельдәр, цеолитлы һәм ҡомташлы тоҡомдар осорай. Түбән ярус ултырмаларында глауконитлы ҡомдар, ҡомташтар һәм алевролит горизонттарында ятыусы фосфоритлы конгломераттар (10-12 см-ға тиклем төйөрҙәре булған) осорай. Ҡомло-балсыҡлы катламдарҙа диңгеҙ фаунаһы: аммониттар, белемниттар («шайтан бармағы»), моллюсктар һ.б. бар. Юғары аҡбур ташлы-карбонатлы һәм карбонатлы-ташлы тоҡомдарҙан ғибәрәт. Аҡбур системаһы юшҡындары һай һыулы диңгеҙ бассейнында ултырған. Аҡбурҙың башланғыс осоронда диңгеҙ Поляр океанды Ҡырым-Кавказ өлкәһен ҡаплаған бассейн менән тоташтырыусы боғаҙ формаһын һаҡлай. Аҡбур осоро аҙағында диңгеҙ һыулығы юҡҡа сыға һәм 40-50 млн. йылға континенталь режим урынлаша.

Аҡбур осоро афәте

үҙгәртергә

Аҡбур осоро аҙағында күпселек үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһындағы төркөмдәр юҡҡа сыға. Күпселек асыҡ орлоҡлолар, һөйрәлеүселәр, барлыҡ динозаврҙар үлеп бөтә. Әммә ҡоштар афәткә бирешмәй, йәшәүен дауам итә. Афәт сәбәптәре әлегә тиклем билдәле түгел.

  • Иорданский Н. Н. Развитие жизни на земле. — М.: Просвещение, 1981.
  • Короновский Н.В., Хаин В.Е., Ясаманов Н.А. Историческая геология : Учебник. — М.: Академия, 2006.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә