Тауҙар
Тауҙар — ҡоро ҡоро ерҙең шаҡтай ныҡ бүлгеләнгән, йәнәшәләге тигеҙлектәр өҫтөнән 500 метрға һәм унан да күберәккә күтәрелгән өлөштәре[1]. Тигеҙлектәрҙән тауҙар итәк йәки үңерҙәр менән бүленә. Тауҙарҙы ҡалҡыулығына ҡарап бейек, уртаса һәм тәпәш төрҙәргә айыралар[2].
Тауҙар | |
Тауҙар Викимилектә |
Дөйөм тасуирлама
үҙгәртергәТауҙар тектоник әүҙем өлкәләрҙә формалаша; килеп сығышы буйынса тауҙар тектоник, эрозиялар, вулкандар тәьҫирендә хасил булған төрҙәргә бүленә. Тектоник тауҙар ер ҡабығының деформацияларға бирелеү характерына бәйле йыйырсыҡлы, эре киҫәкле һәм йыйырсыҡлы-эре киҫәкле тип атала.
Тау системалары Азия ер өҫтөнөң — 64 % , Төньяҡ Американың — 36 %, Европаның —25 %, Көньяҡ Американың —22 % , Австралияның —17 % һәм Африканың3 %.биләй Дөйөм алғанда, тауҙарға тура килгән ер 24 процент тәшкил. Кешеләрҙең 10 проценты тауҙар территорияһында йәшәй . Күпселек йылғалар тауҙарҙа баш ала.
Тауҙар Һыу айырғыс булып та тора.
Тау рельефтары
үҙгәртергәТау рельефының төп формалары: тау теҙмәләре, һырттар, армыттар, ҡырластар, тауҙар араһындағы уйһыулыҡтар, уйпатлыҡтар һ.б. Һырт ҡырластары йәки теҙмәләренең айырым ҡалҡыу урындары сусаҡ, манара, «аҡтау», «яланғас» түбә, «таш» һ.б. тип атала.
Башҡортостан тауҙары
үҙгәртергәБашҡортостан Уралында тауҙар башлыса тектоник юл менән барлыҡҡа килгән. Төҙөлөшө буйынса — йыйырсыҡлы һәм ҙур киҫәкле‑йыйырсыҡлы, тәпәш һәм уртаса бейеклектәге тауҙар өҫтөнлөк итә.
Ғалимдарҙың бер өлөшө Башҡортостан Уралын шарьяж төҙөлөшлө тип һанай.
Башҡортостанда иң бейек тау түбәһе — Ямантау, ул диңгеҙ кимәленән 1640 м-ға күтәрелгән. Уралтау һырты иһә төп һыу айырғыс булып тора.
Һырттар араһында бейеклеге буйынса Егәлге беренсе урында — уның Оло Шелом тауының абсолют бейеклеге 1427 м, 1382 м — Машаҡ, 1327 м — Нәре, 1271 м — Баштау һ.б. һырттар айырыла.
Тау түбәләре күберәк көмбәҙ рәүешле, урмандар менән ҡапланған. Ҡайһы бер тау түбәләре текә яланғас ҡая рәүешле — Ҡараташ тауы, тау тоҡомдарының элювиаль һыныҡтары Оло Ирәмәл тауында, Ямантауҙа күҙәтелә. Әрүәкрәз тауы осло түбәле сусаҡ рәүешендә.
Башҡортостандың Урал алдында ҡалдыҡ тауҙар — Балҡантау (319,6 м); шихандар — Ҡуштау (357 м) һ.б. осрай.
Йылы ҡоро боҫ бүлеп сығарған Янғантау(504 м) шифаһы менән киң билдәле[3]
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Категория: Горы по регионам
- Горообразование
- Горная система
- Горная страна
- Горный массив
- Горный туризм
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Иностранцев А. А. Горы // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Лукашов А. А. Горы // Большая российская энциклопедия / Председатель науч.-ред. совета Ю. С. Осипов. — М.: «Большая Российская энциклопедия», 2007. — Т. 7. — С. 499. — ISBN 978-5-85270-337-8.
- ↑ П. Н. Швецов, И. М. Япаров. Тауҙар//Башҡорт энциклопедияһы 2020 йыл 28 октябрь архивланған.
- Под редакцией К. Н. Паффенгольца и др. Гор высотное разделение // Геологический словарь: в 2-х томах. — М.: Недра. — 1978.