Океанология
Океаноло́гия (океан һәм бор. грек. λόγος — фекер йөрөтөү, һүҙ) йәки океаногра́фия (океан һәм бор. грек. γραφειν — яҙам, һүрәтләйем) - океандың һәм атмосфераның ҙур масштабта бер-береһе менән тәьҫир итешеүен һәм уның оҙаҡ арауыҡта үҙгәрешен, океандың материктар менән, атмосфера һәм океан төбөнөң химик алмашыныуын, биотаны һәм уның экологик тәьҫир итешеүҙәрен, океан төбөнөң геологик төҙөлөшөн, океандың төрлө райондары араһындағы энергия һәм есем алмашыу иҫәбенә барған урындағы һәм локаль процестарҙы өйрәнә. Океанология — тотош океанда, уның айырым региондарында (региональ океанология), ситтә ятҡан һәм эске диңгеҙҙәрҙә барған физик, химик һәм биологик процестарҙы өйрәнеүсе фән. Рәсәйҙә «океанография» шул уҡ фән, тик унда биология инмәй.
Океанология | |
Өйрәнеү объекты | океан |
---|
Океанды өйрәнеүгә төрлө дәүерҙәрҙә йәшәгән диңгеҙселәр, айырыуса XV быуат аҙағы — XVI быуат башында, Бөйөк географик асыштар осоронда алыҫ ҡитғаларға сәфәр яһаған диңгеҙселәр, ҙур өлөш индерә. 1519 йылда Ф. Магеллан етәкселегендәге 5 караптан торған испан экспедицияһы тәүге Бөтә донъя буйлап сәйәхәткә китә, экспедициянан тик бер карап 1522 йылда тыуған илгә ҡайта. Был экспедиция донъялағы бөтә океандарҙың да бер-береһе менән тоташҡан икәнен иҫбатлай[1].
Океанография буйынса тәүге хеҙмәт тип Италия ғалимы (монах) Луиджи Марсильиның «Диңгеҙҙең физик тарихы» китабын атайҙар (Амстердамда 1725 йылда нәшер ителгән)[2]. XVIII аҙағына диңгеҙле ҙур илдәрҙең гидрография хеҙмәттәренең архивтарында елдәр һәм иң мөһим диңгеҙ юлдары тураһында бик күп мәғлүмәт туплана (караптарҙың вахта журналдарында теркәлгән яҙыуҙар).
Рәсәйҙә «Океанолог» һөнәрен ике юғары уҡыу йортонда — М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетында һәм К. А. Тимирязев исемендәге Мәскәү дәүләт ауыл хужалығы академияһында алырға була[3].
Океанология бүлектәре
үҙгәртергәОкеанологияла ете бүлек бар:
- Диңгеҙ биологияһы йәки биологик океанография, океандағы үҫемлектәр һәм хайуандарҙы (биота)һәм уларҙың бер- береһенә экологик тәьҫирен өйрәнә.
- Химик океанология[en], океан химияһын өйрәнә.
- диңгеҙ геологияһы йәки геологик океанография, геология һәм океан төбө минераль ресурстарын, плиталар тектоникаһын өйрәнә
- Океандың һәм атмосфераның тәьҫир итешеүен
- Физик океанология[en], диңгеҙ һыуының физическик сифатын(термодинамика, акустика, оптика), океандағы динамик процестарҙы (ағым, тулҡындар, приливтар, турбулент хәрәкәт), океандағы һыу структураһын (һыу массаһы)өйрәнә
- Техник океанология,океанлогияла ҡулланылған приборҙарҙы; уларҙы фәнни экспедицияларҙа ҡулланыуҙы һәм ремонтты.
- Промысел океанологияһы, ғәмәли фән , Донъя океанының биологик ресурстарын рациональ тотоноу маҡсаты менән йәшәү мөхитенең промысел объекттарының яңынан булдырылыуына, таратылыуына һәм уларҙың тәртибенә йоғонто яһауын өйрәнә.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Подобно солнцу… Жизнь Фернана Магеллана и первое … historic.ru/books/item/f00/s00/z0000052/index.shtml
- ↑ ocean-msu.ru/oceanology/history/
- ↑ Профессия Океанолог: описание, где учиться, необходимые … https://www.profguide.ru/professions/Okeanolog.html
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Пивоваров А. А. Термика пограничных слоев океана и атмосферы. ч. 1.— М.: Изд-во МГУ, 1986, 127 с.
- Пивоваров А. А. Термика пограничных слоев океана и атмосферы. ч. 2.— М.: Изд-во МГУ, 1987, 92 с.
- Гусев А. М. Основы океанологии.— М.: Изд-во МГУ, 1987, 247 с.
- Гусев А. М. Антарктида. Океан и атмосфера.— М.: Просвещение, 1983, 151 с.
- Степанов В. Н. Океаносфера.— М.: «Мысль», 1983. 270 с.
- Захаров Л. А. Введение в промысловую океанологию.— Калининград, 1998
- Развитие физико-географических наук (XVII—XX вв.).— М.: Наука, 1975.- С.79-117.
- Гершанович Д. Е., Муромцев А. М. Океанологические основы биохимической продуктивности Мирового океана.— Л.: Гидрометеоиздат, 1982
- Гершанович Д. Е. Промысловая океанография.— Л.: Агропромиздат, 1986
- Гершанович Д. Е., Елизаров А. А., Сапожников В. В. Биопродуктивность океана.— М.: Агропромиздат, 1990
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Как изучается океан
- Захаров Л. Введение в промысловую океанологию (учебное пособие)
- Oceanographers.RU 2016 йыл 2 февраль архивланған. — Русскоязычное сообщество океанологов
Ҡалып:Океанологические приборы и оборудование Ҡалып:Hydrology-stub