Күл
Күл, һыу алмашыныуы аҡрын барған, донъя океаны менән бәйләнеше булмаған тәбиғи һыу ятҡылығы. Әгәр күлдән йылға баш алһа, бындай күл ағын тип атала, әгәр йылға башланмаһа — тоҡон (тымыҡ) күл була. Барлыҡҡа килеүе буйынса тектоник, янартау, боҙлоҡ, быуылған, карст, уйһыулыҡ һәм башҡа төрҙәргә бүленә. Үлсәү берәмектәре булып күл өҫтөнөң майҙаны, тәрәнлеге һәм дәүмәле тора.