Сократҡа тиклемге фәйләсуфтар

Сократҡа тиклемге фәйләсуфтар — Иң яңы заманда ғына иртә осор боронғо грек фәйләсуфтарына (б. э. т. VII—V бб.), шулай уҡ уларҙың б. э. т. IV б. йәшәгән сократик һәм софистик традицияларынан тыш йүнәлештәрҙә ижад иткән  вариҫтарына ҡарата ҡабул ителгән шартлы исем. Шулай уҡ хронологик мәғәнәлә генә ҡулланылыуы мөмкин [1] (уларға ҡаратылғандарҙың ҡайһы берҙәре Сократтың замандашы булғанлыҡтан, был бик үк дөрөҫ түгел). Сократҡа тиклемге фәйләсуфтарҙың хеҙмәттәре һуңғы антик авторҙар хеҙмәттәрендә өҙөмтә булараҡ һаҡланған  фрагменттар буйынса ғына билдәле.

Сократҡа тиклемге фәйләсуфтар
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Сократ
 Сократҡа тиклемге фәйләсуфтар Викимилектә

«Сократ дәүеренә тиклем билдәле булған» фәйләсуфтар тигән термин 1903 йылда немец ғалимы Герман Дильс үҙенең «Досократиктарҙың фрагменттары» («Die Fragmente der Vorsokratiker») тигән хеҙмәтендә  Сократҡа саҡлы йәшәгән фәйләсуфтарҙың текстарын йыйып баҫтырғандан һуң нығынған. Китапҡа орфик һәм башҡа фәлсәфәүигә тиклемге теокосмогония фрагменттары менән бергә 400-ҙән ашыу исем ингән. «Досократик» тигән термин немец фәйләсуфы, филологы һәм теологы Иоһанн Август Эберхард (1739-1809) үҙенең 1788 йылда сыҡҡан «Фәлсәфәнең академик лекцияларҙа ҡулланырлыҡ дөйөм тарихы» китабында индергән «досократик фәлсәфә» терминына ҡайтып ҡала; ғалим антик философияны ике төп осорға — «сократҡа тиклемге фәлсәфәгә» һәм «сократ фәлсәфәһенә»[2] бүлә. Эдуард Целлерҙең XIX быуат уртаһында классик тип һаналған «Гректарҙың фәлсәфәһе үҙенең тарихи үҫешендә» хеҙмәтендә боронғо грек фәлсәфәһенең беренсе этабын боронғо ионийлыларҙан Сократҡа тиклем[3] тип күрһәткән. Гегель фәлсәфәһенән алдараҡ килгән тарихта боронғо грек философияһының тәүге осоро Фалестан Аристотелгә саҡлы билдәләнә[4].

Досократиктарҙың  концептуаль мәғлүмәте менән беҙ британ-шотланд антиклыҡты өйрәнеүселәр уларҙы «иртә грек фәйләсуфтары» тип атаған ) бурыслыбыҙ.

«Досократиктар» термины — яңы европа заманыныҡы булыуға ҡарамаҫтан, уның нигеҙенә һалынған стереотиптар Платонға һәм Аристотельгә барып тоташа.

Фәлсәфәнең тарихи башы тураһында һорауға яуап эҙләгән антик авторҙар, уға нигеҙ һалыусылар, тип  ете аҡыл эйәһе фигураһына күрһәтә. Уларҙың береһе, Фалес Милетский, Аристотель заманынан уҡ Грецияның беренсе фәйләсуфы һаналған. Ул — шулай уҡ Анаксимандр, Анаксимен, Ферекид Сиросский, Диоген Аполлонийский һ. б. ҡараған милет мәктәбе вәкиле.

Уның артынан йәшәйеш фәлсәфәһе менән шөғөлләнгән элеаттар мәктәбе (б. э. т. яҡынса 580—430 йй.) килә. Уға Ксенофан, Парменид, Зенон Элейский, Мелисс ҡараған. Был мәктәп менән бер үк ваҡытта гармония, үлсәү, һан тикшереү менән шөғөлләнгән Пифагор мәктәбе булған, һәм уға  башҡалар менән бер рәттән Филолай (б. э. т. V б. аҙағы), табип Алкмеон (б. э. т. 520 й. тирәһе), музыка теоретигы, философ һәм математик Архит  Тарентский (б. э. т. яҡынса 400-365 йй.) ҡараған. Шулай уҡ скульптор Өлкән Поликлет (б. э. т. V б. аҙағы) уның яҡлы булған.

Гераклит, Эмпедокл һәм Анаксагор бөйөк яңғыҙҙар булған. Демокрит, үҙенең бөтөн белемде туплаған энциклопедик фекерләүе, үҙенең ярым легендар элгәре Левкипп һәм демокрит мәктәбе менән бергә, Сократҡа тиклемге  космологияның тамамланышы булған. Был уҡ ваҡытҡа иртә софистарҙы (Протагор, Горгий, Гиппий, Продик) ҡаратып була.

Шул уҡ ваҡытта, юғарыла килтерелгән Сократҡа тиклемге аҡыл эйәләренең традицион берекмәһенең шартлылығы билдәләнә, бигерәк тә уларҙың тәғлимәтендәге уртаҡ элементтарҙы айырырға маташыу яһалма.

Тәғлимәт

үҙгәртергә

Ғаләм (тәбиғәт) Сократҡа тиклемгеләрҙең фәлсәфә йөрөтөүенең төп предметы булған. Уларға йыһан ябай тойоу стихияһынан: ҡуйырыу һәм һирәкләнеш һөҙөмтәһендә үҙ-ара бер-береһенә күсеүсе ер, һыу, һауа, ут һәм эфирҙан торған һымаҡ тойолған. Сократҡа тиклемгеләр үҙҙәренең һығымталарын нисек булһа ла нигеҙләгән ике универсаль тезис формулировкалаған: «булмағандан бер нәмә лә булмай» һәм «оҡшаш оҡшаш аша таныла». Был осорҙа кеше һәм социаль сфера, ҡағиҙә булараҡ, дөйөм ғаләм тормошонан айырылып сыҡмаған булған [5]. Сократҡа тиклемгеләрҙә кеше, йәмғиәт һәм йыһан бер үк төрлө ҡанунилыҡҡа буйһона. Ф. Х. Кессиди билдәләгәнсә, уларҙың тәбиғәт концепцияһы «донъяла нимә булғанын тәбиғи (натурфәлсәфә) аңлатып ҡына түгел, әммә  ысынбарлыҡ донъяла тормош йүнәлеше сараһын: „илаһи“ ғаләмдә кешенең урынын һәм тәғәйенләнешен билдәләргә бурыслы». Дуализмды Сократҡа тиклемге тотороҡло  концепция менән билдәләйҙәр.

Вәкилдәре

үҙгәртергә
  • Милетлылар:
    • Фалес Милетский
    • Анаксимандр
    • Анаксимен
    •  Гераклит Эфесский
  • Диоген Аполлонийский
  • Ксенофан
  • Пифагор Самосский
  • Элеянан Парменид
  • Агригенттан Эмпедокл
  • Клазомендан Анаксагор
  • Левкипп
  • Демокрит
  • Кратил

Мәктәптәре

үҙгәртергә

Сократҡа тиклемгеләр традиция буйынса бүленгән  ионий фәлсәфәһе (Милет мәктәбе, Гераклит, Диоген Аполлонийский), италий фәлсәфәһе (пифагорейлылар, элеаттар) һәм атомистарға бүленгән. Ҡайһы ваҡыт Сократҡа тиклемгеләргә яңылыш софистарҙы ла индерәләр, әммә был бик үк дөрөҫ түгел. Софистарҙың күпселеге Сократтың замандашы булғанлыҡтан һәм ул софистарҙың күпселеге менән әүҙем бәхәсләшкән. Бынан тыш, софистарҙың тәғлимәте Сократҡа тиклемгеләрҙең тәғлимәтенән ныҡ айырыла. В целом для восточной, ионийской, традиции характерны эмпиризм, интерес к многообразию материально-вещественного бытия космоса; для западной, италийской, традиции более характерен интерес к формальному, — числовому и структурному, — аспекту вещей.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  1. Драч, 2003
  2. http://cyberleninka.ru/article/n/andre-laks-dosokratiki-kak-termin-istoriografii-antichnoy-filosofii.pdf
  3. Целлер / М. А. Солопова // Новая философская энциклопедия : в 4 т. / пред. науч.-ред. совета В. С. Стёпин. — 2-е изд., испр. и доп. — М. : Мысль, 2010. — 2816 с.
  4. с. 93
  5. Електронний науковий архів Науково-технічної бібліотеки Національного університету «Львівська політехніка»: Home 2018 йыл 27 ноябрь архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Сайт placita.org 2021 йыл 1 март архивланған., посвященный изучению античных свидетельств об учениях досократиков.


Ҡалып:Досократики Ҡалып:История философии