Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында

Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында — республиканың Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы хәл-торошо һәм уның фашизмды еңеүҙәге роле.

Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фронтан йыраҡ тылда була. Республиканың урынлашыуы, йәмғиәт ҡоролошо, тәбиғи һәт кеше ресурстары уның еңеүҙәге ролен билдәләй.

Башҡортостан халыҡтары

үҙгәртергә

Халыҡты мобилизациялау

үҙгәртергә

Икенсе донъя һуғышы алдынан республикала 3 млн. 158 мең кеше[1] йәшәй.

Бөйөк Ватан һуғышының беренсе көндәренән үк республика хәрби комиссариаттарына меңдәрсә кеше ғариза тапшыра. Хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ һәм өлкән йәштәге ир-ат хеҙмәт армияһына алына. Һуғыш йылдарында Башҡортостандан хеҙмәт армияһына 106 меңдән ашыу кеше саҡырыла. Улар Урта Урал ГРЭС-ында, Силәбенең Киров заводында, Свердловск, Пермь һәм Силәбе өлкәләре шахталарында, Үрге Иҫәт һәм яңы Яңы Тагил металлургия заводтарында, торф сығарыуҙа һәм башҡа ерҙәрҙә эшләй.

1941 йылдың 22 июненән 1944 йылдың 19 авгусына тиклем республикала Ҡыҙыл Армия сафына һәм Хәрби-Диңгеҙ Флотына 559671 кеше, шул иҫәптән 2971 ҡатын-ҡыҙ мобилизациялана. Барлығы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостандан фронтҡа 710 мең кеше китә, шуларҙың 300 мең самаһы фронтта һәләк була[2]. Уларҙың 88 500 самаһы яу яландарында башын һала, яраларҙан — 20 000, әсирлектә — 2 265 кеше үлә, 127 000 ашыу кеше хәбәрһеҙ юғала.

1941 йылдың 1 октябренән 16 йәштән 50 йәшкә тиклемге ир-ат мотлаҡ хәрби әҙерлек үтә һәм декабрь башына 83 мең кеше хәрби хеҙмәткә бурыслылар иҫәбенә инә. 1942 йылдың февралендә дөйөм әҙерлек системаһында танк ҡыйратыусылар, автоматсылар, пулемётсылар, минометсылар, кавалеристар, снайперҙар, элемтәселәр әҙерләүсе подразделениелар ойошторола, 19421944 йылдарҙа уларҙа төрлө йүнәлештәр буйынса 30,6 мең белгес әҙерләнә. Элемтәселәрҙе, снайпер һәм шәфҡәт туташтарын әҙерләү өсөн хәрби хеҙмәткә ҡыҙҙар саҡырыла[3].

Шул уҡ ваҡытта Башҡортостанға илдең көнбайыш өлөшөнән бик күп кеше эвакуациялана. Хеҙмәткәрҙәре менән бергә, институттар, Украина ССР-ының Фәндәр академияһы, заводтар, фабрикалар, театрҙар, йәмәғәт ойошмалары күсерелә.

1945 йылдың 28 июлендә Өфөгә Бөйөк Ватан һуғышынан демобилизацияланыусыларҙың беренсе эшелоны ҡайта.

Республикаһы территорияһында ойошторолған хәрби формированиелар

үҙгәртергә

Һуғыш йылдарында Башҡорт АССР-ында параллель рәүештә милли хәрби частар һәм берләшмәләр ойошторола. Бындай частарға 112-се һәм 113-се кавалерия дивизиялары, 1292-се танкка ҡаршы истребитель артиллерия полкы, 74-се, 76-сы кавалерия дивизиялары, Идрицк уҡсылар дивизияһы[4], Кременчуг-Александрийск уҡсылар дивизияһы, Невельск уҡсылар дивизияһы, Перекопск уҡсылар дивизияһы, Львов миномет полкы, Брест уҡсылар дивизияһы инә. 1941 йылда баш ҡалала Өфө пехота училищеһы асыла.

Шулай уҡ ҡарағыҙ:

Фронттағы ҡаһарманлыҡ

үҙгәртергә

Мобилизацияланған республика халҡы Бөйөк Ватан һуғышының барлыҡ фронттарында ла һуғыша. Айырыуса ҡаһарманлыҡ күрһәткән 200 мең яугир орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә. Уларҙың 278-е Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булһа, 35-е — Дан орденының тулы кавалеры.

Һуғыштың беренсе көндәрендә үк Брест ҡәлғәһен һаҡлауҙа Р. Исмәғилев, Е. Матвиенко, М. Закиров ҡатнаша.

Александр Матросов, Миңлеғәле Ғөбәйҙуллан һәм Григорий Овчинников кәүҙәләре менән дошман амбразураһын ҡаплап, үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була.

1943 йылдың ғинуарында Сталинград һуғышында 44-се уҡсылар дивизияһы составында Зөбәй Үтәғолов менән Тимерәй Көбәкәев тиңһеҙ батырлыҡ күрһәтә. Днепр өсөн алышта Валентин Паширов командованиеһындағы танк взводы дошмандың 10 ут нөктәһен, рота самаһы һалдатын юҡ итә. Артиллерист Степан Овчаров яңғыҙы ғына дүрт фашист танкыһын ҡыйрата, ә Георгий Ветошников һалдаттарҙы Днепр аша сығарғанда ҡаһарманлыҡ күрһәтә.

Муса Гәрәев — барлығы 250 хәрби осош яһап, Советтар Союзы Геройы исеменә ике тапҡыр лайыҡ була.

1945 йылда рейхстагты алып, уның көмбәҙенә Ҡыҙыл байраҡ ҡаҙаусылар араһында Башҡортостан егете Ғазый Заһитов та бар. Берлинды штурмлауҙа шулай уҡ осоусылар Г. Мушников, Н. Дегтярь; артиллеристар В. Тарасенко, А. Калганов, Ғәйфетдин Аскин, И. Ромашкин, пулемётсы И. Трушков, разведчик Ғабдулхай Сәйетов[5] була.

Башҡортостандан сығыусылар партизан хәрәкәттәренән дә ситтә ҡалмай. Украина партизан отрядтарында Б. Фатхинуров[6], П. Ершов, С. Хәбиров ҡатнаша. Өфө ҡалаһынан И. Александров — Белоруссияла, Чехословакияла Даян Мурзин партизан отряды ойоштора. Француз ҡаршылығында М. Шагиев, А. Гришанин, Ф. Рыбаков, Г. Чернов, В. Елистратов айырылып тора, ә А. Коляскин ике йыл Италия партизандары менән бергә һуғыша. Майор Б. Г. Нәзиров Бухенвальд концлагерында баш күтәреү ойошторған подполье төркөмө етәкселәренең береһе була[7].

1941 йылдың 24 июнендә ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты предприятие һәм учреждениеларҙың эшен хәрби йүнәлешкә көйләү, госпиталдәр ойоштороу, мобилизацияның беренсе көндәре йомғаҡтары, Өфө нефть эшкәртеү заводында авиация бензинын сығарыуҙы арттырыу тураһында ҡарар ҡабул итә.

1941 йылдың 1 июлендә ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты ҡала һәм район комитеттарына ошо хаҡта директив хат ебәрә. Заводтарҙа миналар, снарядтар, гранаталар, авиабомбалар һәм башҡа хәрби продукция сығарыу өйрәнелә башлай. Өфө паровоздар ремонтлау заводында — бронемайҙансыҡтар һәм бронемашиналар, нефть эшкәртеү заводтарында — бензиндың, автолдың, кәрәсиндең юғары октанлы сорттары, Белорет ҡорос сымдары заводында — авиация тростары, пружиналар, Тирлян металлопрокат заводында юғары сифатлы ҡорос табаҡтар (лист) сығарыла башлай[8].

 
ВЛКСМ-дың Мәскәү ҡала комитеты секретары Г. М. Рагульский хәрби часть вәкиле лейтенант А. В. Кочетовҡа Башҡорт АССР-ы хеҙмәтсәндәре аҡсаһына эшләнгән самолеттарҙы тапшыра, 1943 йыл.

Дөйөм алғанда һуғыш йылдарында Башҡорт АССР-ы СССР-ҙың тыл төбәге булып тора. Һуғыш йылдарында бында 200 самаһы предприятие, илдең Ҡораллы көстәренең ике академияһы — К. Е. Ворошилов исемендәге Генераль штабтың Юғары академияһы (Өфө) һәм Ленин исемендәге Хәрби-сәйәси академия (Бәләбәй) эвакуациялана[9]. 1941 йылда Наркомавиапром Өфөгә 234, 451, 161, 43, 85, 264 һанлы заводтарын күсерә. Баш ҡалала Коммунистик Интернационалдың башҡарма комитеты була[10]. 1943 йылда Өфөнән Европаның 18 телендә радиотапшырыуҙар алып барыла.

Урындағы яғыулыҡты (тәбиғи газ, торф, көрән күмер) табыу һәм файҙаланыу киң ҡолас ала. 1942 йылда республикала тәбиғи газ ҡулланыу һуғыш алды йылдары менән сағыштырғанда 46 тапҡырға үҫә. Һуғышҡа тиклем табылған нефть ятҡылыҡтарына 1943 йылда Кинйәбулат ятҡылығы өҫтәлә. Башҡортостан нефте (Ишембай нефть эшкәртеү заводы, Өфө нефть эшкәртеү заводы) илдең ҡораллы көстәрен яғыулыҡ менән тәьмин итә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡорт АССР-ында барлығы 8 млн 400 мең тонна нефть табыла. Боксит ятҡылыҡтары алюминь һәм металлургия сәнәғәте өсөн бер нисә тиҫтә тонна сеймал бирә. Республикала ҡара һәм төҫлө металлургия, машиналар эшләү һәм нефть эшкәртеү сәнәғәте өсөн сеймал булыуы эвакуацияланған предприятиеларҙы тиҙ арала сафҡа индереү мөмкинлеген бирә. Республикала ағас эшкәртеү сәнәғәтенең продукция етештереүе лә арта. Предприятиелар менән бергә республикаға ғаиләләре менән эшселәр килә. Өфө 106 мең эвакуацияланған кешене ҡабул итә. Республика буйынса был һан 247 меңгә етә[11]. Уларҙы торлаҡ, эш менән тәьмин итәләр. балалары мәктәптәрҙә, институттарҙа белем ала. Күпселек үҙ ҡорамалы менән эвакуацияланған предприятиелар урындағылар менән берләштерелә. Запорожье, Гомель, Изюм, Станиславск паровоз ремонтлау заводтары Өфө ПРЗ-ында эшләй. Үрге Волга мотор заводы Өфө моторҙар эшләү заводы менән берләшә. Калуга шырпы фабрикаһы Өфө шырпы фабрикаһында эшләй. Белорус ССР-ының Микашевичск фанера комбинаты Черниковка комбинаты менән берләшә. Мәскәүҙең «Электропровод» һәм «Металлорукав», Подольсктың «Винилпровод», Одессаның «Электрошнур» һәм Харьков электр-механика заводтары бергә эшләй. Республиканың электр техникаһы сәнәғәте танктар һәм самолеттар өсөн электр ҡорамалдары, хәрби караптар өсөн приборҙар, электр акустикаһы аппаратураһы, аккумулятор батареялары һәм башҡа ҡорамалдар етештерә. Бер завод 20 төрлө элемтә аппаратураһы сығара. Эвакуацияланған моротҙар эшләү заводтары ҡатнашлығында Өфөлә авиация моторҙары эшләү ойошторола. Уның директоры итеп 1941 йылдың авгусында В. П. Баландин тәғәйенләнә.

Һуғыш йылдарында эвакуацияланған Рубежанск химия комбинатынан БАССР-ҙа химия сәнәғәте булдырыла. Өфөлә тоҙло кислота, сода, хлорбензол сығарыла башлай. Тәбиғи каучук заводы төҙөлә. Ленинградтан Өфөгә эвакуацияланған «Красный треугольник» һәм Ярославлдән «Резинотехника» заводтары нигеҙендә Өфө резина-техник изделиелар заводы булдырыла. Завод Хәрби-диңгеҙ флоты өсөн ҡамау аэростаттары, һауа тултырмалы десант кәмәләре, понтондар һәм водолаз костюмдары етештерә. Һуғыш йылдарында яңы еңел сәнәғәт предприятиелары барлыҡҡа килә. Республикала Ҡыҙыл Армия һәм Хәрби-диңгеҙ флоты ихтыяжы өсөн кейем тегеү фабрикалары эшләй. Өфөлә Хәрби-диңгеҙ флотының 200333-сө кейем склады урынлаша. Тегелгән кейем унда туплана һәм флоттарға таратыла. 1943 йылда еңел сәнәғәт етештәргән барлыҡ продукцияның яртыһы киң ҡулланылыштағы әйберҙәр була. Һуғыштың беренсе көндәрендә фронтҡа киткән эшселәрҙе хеҙмәт ветерандары, ҡатын-ҡыҙҙар һәм үҫмерҙәр алмаштыра. Мәҫәлән, Белорет металлургия заводында эшселәрҙең 60 процентын ҡатын-ҡыҙһар була, ә Миндәк алтын табыу фабрикаһында улар 80 процентты тәшкил итә[11]. 1944 йылда 1940 йыл менән сағыштырғанда сәнәғәттәң тулайым продукцияһы 3 тапҡыр самаһына арта[12]. Һуғыш йылдарында сәнәғәттә алдынғы урында машиналар эшләү торһа, икенсе урында нефть табыу, нефть эшкәртеү, өсөнсөлә — металлургия, дүртенселә — аҙыҡ-түлек сәнәғәте була[8].

Республика халҡы Оборона фондына, танкылар, авиаэскдрильялар, ҡорамалдар һәм башҡа ҡорал эшләүгә үҙ ирке менән средстволар бирә. 1941 йылдың октябрендә Оборона фондына 70 миллион һум, алтын һәм көмөш биҙәүестәр, меңдәрсә бот икмәк һ.б. йыйыла. 1941—1945 йылдарҙа автономияла йәшәүселәр 1,3 миллионлыҡ облигациялар, 239 миллион һумлыҡ аҡсалата-әйберләтә лотерея һатып ала.

СССР Дәүләт банкында республика ойошмаларынан «Башҡортостан истрибителе», «Башҡорт АССР-ына 25 йыл», «Башҡортостан комсомолецы», «Салауат Юлаев», «Башҡортостан нефтсеһе», «Белорет металлургы» авиаэскадрильялары, «Башҡортостан уҡытыусыһы» танк колоннаһы төҙөү өсөн аҡса күсереүгә 25 иҫәп счеты асыла. Барлығы республика хеҙмәтсәндәре ҡоралланыуға 255 миллион һум аҡса бирә.

1941—1945 йылдарҙа фронт өсөн 83 мең пар быйма, 21 ҡыҫҡа тун, 29 меңдн ашыу мамыҡ курткалар һәм салбарҙар, 3 мең тире жакет, 35 мең ҡолаҡсынлы бүрек һәм башҡа йылы әйберҙәр йыйыла. 1944 йылға тиклем барлығы 362 вагон бүләк фронтҡа оҙатыла.

СССР-ҙың азат ителгән райондарына ярҙам итеү буйынса республика комитеты ойошторола. Башҡортостан Ворошиловоград өлкәһен (хәҙерге Луганск өлкәһе) һәм Сталинградты шефлыҡҡа ала. 1943 йылдың 13 сентябрендә республиканан Ворошиловоградҡа (Луганск) сәнәғәт ҡорамалдары һәм аҙыҡ-түлек тейәлгән беренсе эшелон оҙатыла, йыл һуңына иһә ҡорамалдар, техника һәм материалдар менән 90 вагон, 15 мең ат, 18 мең һарыҡ, 9 мең сусҡа, 7 мең һыйыр малы ебәрелә. Шулай уҡ Сталинградҡа, Харьковҡа һәм башҡа ҡалаларға бик күп төҙөлөш матераилы оҙатыла[13].

Ауыл хужалығы

үҙгәртергә

Һуғыш йылдарында Башҡорт АССР-ында 1479,5 миллион һумлыҡ ауыл хужалығы продукцияһы етештерелә. Был СССР-ҙағы дөйөм күләмдең 2,2 % алып тора. Фронтҡа 71 мең ат, 750 трактор, аҙыҡ-түлек ебәрелә.

1943 йылда мобилизацияға бәйле, эшкә яраҡлы колхозсылар һаны 31 процентҡа йәки 218 мең кешегә кәмей. Республикала нигеҙҙә колхоздарҙа һәм совхоздарҙа малсылыҡ, йәшелсәлелек, игенселек, орлоҡсолоҡ менән шөғөлләнәләр. Каучук етештереү өсөн күк һағыҙ үҫтерәләр. Шул уҡ ваҡытта башҡорт крәҫтиәндәренең тормош кимәле бик түбән була. Һуғыш йылдарында ауыл халҡы 706,5 мең кешегә кәмей. ауылдарҙан эшкә яраҡлы халыҡтың 18 проценты мобилизациялана. Халыҡтың үҙ шәхси хужалығында үҫтергән продукцияһы етмәй. Ашау наҡыҫ булғанлыҡтан дистрофия менән сирләүселәр һаны арта.

1942 йылда Дүртөйлө МТС-ының Ф. Ҡаһарманова етәкселегендәге ҡатын-ҡыҙ тракторсылар бригадаһы Бөтә союз ярышы һөҙөмтәләре буйынса икенсе урын ала. Бөйөк Еңеүҙә ауыл хужалығының өлөшө бик ҙур. Һуғыш йылдарындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн республимканың 300 колхозсыһы ордендар һәм миҙалдар менән наградлана.

Мәҙәниәт

үҙгәртергә

Фән һәм мәғариф

үҙгәртергә

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостанға фәнни учреждениелар, шул иҫәптән 18 фәнни институты менән УССР Фәндәр академияһы, Украинаның Композиторҙар, Рәссамдар, Яҙыусылар, Архитекторҙар союздары, Т. Шевченконың, М. Коцюбинскийҙың мемориаль музейҙары эвакуациялана. Республикаға XVI—XVIII быуаттарҙың һирәк китаптары, Украина әҙәбиәте классиктары Н. Гоголдең, И. Франконың, Л. Украинканың ҡулъяҙмалары, София соборы китапханаһы килтерелә. Өфөлә П. Тычина , М. Рыльский, В. Сосюра, Ю. Яновский, П. Панч, И. Кочерга, Н. Рыбак һәм башҡалар йәшәй.

Башҡортостанға Днепропетровск музыка-драма театры, Киев опера һәм балет театры, Киев музыкаль комедия театры, Киев драма театры, Мелитополь мухыкаль драма театры, Николаевск ҡурсаҡ театры эвакуациялана. Эвакуацияланған һәм урындағы мәғариф, фән учреждениелары эшен туҡтатмай дауам итә. Республикала барлығы 17 хәрби-белем биреү учреждениеһы эшләй. Республиканың ғалим-медиктары яралыларҙы дауалау өсөн препараттар эшләй. 5 июндә РСФСР Һаулыҡ һаҡлау наркоматы И. И. Мечников исемендәге Өфө эпидемиология һәм микробиология институтында антиретикуляр цитотоксик сыворотканы күпләп эшләүгә бойороҡ бирә. Һуғыш йылдарында бик күп мәктәп һәм вуз биналары хәрби ихтыяжда файҙаланыла. Меңдәрсә өлкән синыф уҡыусыһы заводтарҙа эшләй, уңыш йыйыуҙа, яғыулыҡ әҙерләүҙә һәм башҡа эштәрҙә ҡатнаша. 1941 йылдан 1945 йылға тиклем Башҡортостанда балалар йорттары һаны 28-ҙән 130-ға тиклем арта. Уларҙа 4000-дән 16300-гә тиклем бала тәрбиәләнә[14].

Әҙәбиәт һәм сәнғәт

үҙгәртергә

...Сал ҡартлығын һаҡлап ҡарттарымдың, Һылыуҙарын һаҡлап илемдең, Бөйөклөгөн һаҡлап Уралымдың, Гүзәллеген һаҡлап Иҙелдең,

Атасак таң, киләсәк яҙ өсөн, Яҙын япраҡланыр гөл өсөн, Тыуыр балам, йырланыр йыр өсөн, Йыр өсөн һәм тыуған ер өсөн ― Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!

М. Кәрим. "Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!"

1944 йылда БАССР-ҙа урындағы театрҙар: Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, Рус академия драма театры, Музыкаль комедия театры, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры, Башҡорт дәүләт филармонияһы, шулай уҡ эвакуацияланған Шевченко исемендәге Киев опера һәм балет театры, Воронеж драма театры, Украина (Мелитополь) музыкаль драма театры, Киев рус драма театры актерҙары эшләй. 1944 йылда Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында беренсе башҡорт балеты — «Аҡҡош күле» балеты ҡуйыла (Л. Степанов һәм Заһир Исмәғилев музыкаһы, балетмейстер — А. Анисимова). Башҡорт әҙәбиәте алдына фашизмдың асылын күрһәтеү, совет халҡының ҡаһарманлығын, уның илһөйәрлеген һәм батырлығын сағылдырыу бурысы ҡуйыла. Был йылдарҙа республикала фронтовик яҙыусылар М. Харис, Х. Кәрим, С. Күлибай, Я. Ҡолмой, М. Кәрим, С. Ҡудаш, Б. Бикбай, Ғ. Ғүмәр, Ғ. Рамазанов, Ә. Вәли, Б. Моҡамай, М. Буранғолов эшләй һәм героик темаға мөрәжәғәт итә. Һуғышта С. Мифтахов, М. Хәй, А. Карнай, М. Харис, Х. Ҡунаҡбай, Т. Морат, Б. Моҡамай һ.б. башын һала, алған яраларынан мандымай Б. Дим вафат була. Хәрби лирикала төп урында Тыуған ил образы тора. Һуғыш йылдарында башҡорт драматургтары хеҙмәткә, халыҡтың үткәненә бағышланған пьесалар ижад итә.

  • Башҡортостандың барлыҡ ҡалаларында республикала йәшәгән Советтар Союзы Геройҙарына һәйкәлдәр, хәрби дан мемориалдары ҡуйылған.
  • Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы ҡарамағында (Өфө, Дим районы, Левитан урамы, 27) 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы (16-сы Чернигов гвардия кавдивизияһы) музейы ойошторолған.
  • 1972 йылда дивизия ойошторолоуға 30 йыл тулыу хөрмәтенә 112-се кавдивизия яугирҙарына һәйкәл асыла.
  • «Хәтер: Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булыусылар исемлеге» Республика Хәтер китабы нәшер ителгән.
  • Салауат ҡалаһында «Мәңгелек ут» мемориаль комплексы — Салауат ҡалаһының Тыуған ил һаҡсыларына, һуғыш яланында ятып ҡалған батырҙар хөрмәтенә комплекс төҙөлгән.

Һуғыштан һуң

үҙгәртергә
 
Салауат ҡалаһының Беренсе Май урамындағы бина күренеше. Уны төҙөүҙә немец әсирҙәре ҡатнашҡан

СССР Министрҙар Советының 1948 йылдың 30 мартындағы № 1001—346[2] ҡарарына ярашлы, СССР Эске Эштәр министрлығы тотҡондар һәм хәрби әсирҙәр өсөн лагерҙар ойошторорға тейеш була. Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауаттағы лагерҙарҙа хәрби әсирҙәр менән бергә башҡа хоҡуҡ боҙоусылар ҙа тотола. Улар, нигеҙҙә, торлаҡ, сәнәғәт объекттары төҙөү менән шөғөлләнә. Хәрби әсирҙәр 1952 йылда ғына сығарыла. Эвакуацияланған предприятиелар, уҡыу йорттары тыуған ерҙәренә ҡайта. Шул уҡ ваҡытта Өфө моторҙар эшләү берекмәһе, Өфө резинотехник изделиелар эшләү заводы([15]) республикала ҡалдырыла[16].

Башҡорт АССР-ының Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы тарихы мәсьәләләрен һәм уның еңеүгә индергән өлөшөн тиҫтәләрсә йылдар Башҡортостан ғалимдары өйрәнә. Түбәндәге һорауҙар ентекле тикшерелә:

  • Башҡорт АССР-ы өлкә партия ойошмаһының еңеүгә индергән өлөшө («Очерки истории Башкирской организации КПСС». Уфа, 1973 г., Муртазин М. Б. «Коммунистическая партия Советского Союза — организатор создания нефтяной промышленности в Башкирии (1938—1945)»)
  • Республиканың эшсе синыфының роле һәм республика халыҡ хужалығын хәрби торошҡа күсереүҙәге ауырлыҡтар (Савельев И. П."Рабочий класс Башкирии в борьбе за победу над врагом в Великой Отечественной войне" Москва, 1956 г.; Ахмадиева Т. Х. «Башкирская АССР в годы Великой Отечественной войны»).
  • Республика комсомолының еңеүгә индергән өлөшө (Саяпов Т. Ш. Ленинский комсомол Башкирии. Уфа. 1968 г.).
  • Һуғыш йылдарында республиканың ауыл хужалығы торошо мәсьәләләре (Кинзебулатов Х. Б. «Колхозное крестьянство Башкирии в годы Великой Отечественной войны». Диссертация, М. 1953 г.).
  • Профсоюз ойошмаһының роле.
  • Милләт-ара мөнәсәбәттәрҙә һуғыш йылдарында халыҡтар араһында бер яҡтан дуҫлыҡ нығыныуы күҙәтелһә, икенсе яҡтан, халыҡтар депортациялана (Камильянов М. Н. Военно-организаторская работа Башкирской партийной организации в годы Великой Отечественной войны).
  • 16-сы Башҡорт кавалерия дивизияһының тарихы өйрәнелә (Белов Г. А. «Путь мужества и славы». Уфа, 1967 г.).
  • Һуғышта ҡатаншыусыларҙың хәтирәләр китабы (М. Г. Гареев «Штурмовики идут на цель»), һуғышта һәләк булыусыларҙың исемлектәре донъя күрә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Журнал Ватандаш. 2016 йыл 4 март архивланған.
  2. Кульшарипов М. М. История Башкортостана: ХХ в. Учебник для 9 кл.. — Уфа: Китап, 2005. — С. 157. — 248 с. 
  3. История Башкортостана (1917—1990): Учебник/ Под общ. ред. Р. З. Янгузина. — Уфа, 1997. — С. 150. — 276 с. 
  4. Энциклопедия Башкирии → ИДРИЦКАЯ СТРЕЛКОВАЯ ДИВИЗИЯ
  5. История Башкортостана (1917—1990): Учебник/ Под общ. ред. Р. З. Янгузина. — Уфа, 1997. — С. 164—165. — 276 с. 
  6. Партизанский отряд под под его руководством уничтожила 18 бронемашин и бронетранспортёров, потопила в Днепре 3 немецких баржи с зерном.
  7. Кульшарипов М. М. История Башкортостана: ХХ в. Учебник для 9 кл.. — Уфа: Китап, 2005. — С. 160. — 248 с. 
  8. 8,0 8,1 История Башкортостана (1917—1990): Учебник/ Под общ. ред. Р. З. Янгузина. — Уфа, 1997. — С. 152. — 276 с.
  9. Военно-политическая академия в Белебее
  10. Энциклопедия Башкирии → ВЕЛИКАЯ ОТЕЧЕСТВЕННАЯ ВОЙНА 1941-45
  11. 11,0 11,1 Кульшарипов М. М. История Башкортостана: ХХ в. Учебник для 9 кл.. — Уфа: Китап, 2005. — С. 152. — 248 с. — ISBN 5-295-03552-2.
  12. Кульшарипов М. М. История Башкортостана: ХХ в. Учебник для 9 кл.. — Уфа: Китап, 2005. — С. 153. — 248 с. — ISBN 5-295-03552-2.
  13. История Башкортостана (1917—1990): Учебник/ Под общ. ред. Р. З. Янгузина. — Уфа, 1997. — С. 161. — 276 с. — ISBN 5-7477-0179-7.
  14. Кульшарипов М. М. История Башкортостана: ХХ в. Учебник для 9 кл.. — Уфа: Китап, 2005. — С. 156. — 248 с. — ISBN 5-295-03552-2.
  15. ОАО «УЗЭМИК» — широкий ассортимент резинотехнических изделий, в том числе ремни для автомобильного транспорта, сельскохозяйственной техники и оборудования машиностроительных п… 2015 йыл 10 февраль архивланған.
  16. Штурмующие, дерзающие, творящие
  • Ахмадеев Т. Х. Башкирская АССР в годы Великой Отечественной войны. 1941—1945. Уфа: Башкирское кн. изд-во, 1984.
  • Ахмадеев Т. Х. Вклад Башкортостана в Великую Победу. Уфа, 1995.
  • Ахметзянов У. С. КПСС организатор трудового подвига рабочего класса в годы Великой Отечественной войны: /На материалах Башк. АССР/. — Уфа, 1975.
  • Аюпов Р. Х. Республика Башкортостан в годы Великой Отечественной войны: новые факты и их осмысление. Уфа, 1993
  • Аюпов Р. Х. Советы Башкирской АССР в годы Великой Отечественной войны. Уфа, 1989.
  • Бикмеев М. А. Военный вклад Башкортостана в Победу в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг. — Уфа : Уфим. полигр. комбинат, 1997. — 145 с. — ISBN 5-85051-075-3.
  • Бикмеев М. А. Башкортостан в годы Второй мировой войны, 1939—1945. — Уфа, 2000. — 350 с. — ISBN 5-85051-169-5.
  • Бикмеев М. А. Башкирская АССР в период Второй мировой войны. 1939—1945 гг. : Изучение исторического опыта обеспечения защиты Отечества : диссертация … доктора исторических наук : 07.00.02. — Уфа, 2004. — 446 с.
  • Бикмеев М. А. История создания и боевой путь 1292-го Башкирского истребительно-противотанкового артиллерийского полка имени Салавата Юлаева / М. А. Бикмеев. — Уфа : Изд-во БИРО, 2004. — 17 с. — ISBN 5-7159-0508-7.
  • Бикмеев М. А. Исторический опыт военно-организационной и мобилизационной работы Башкирской АССР периода Второй мировой войны : монография. — Уфа : БИРО, 2005. — 246 с. — ISBN 5-7159-0446-3.
  • Бикмеев М. А. Дивизии Башкортостана на фронтах Великой Отечественной войны. — Уфа : изд-во БИРО, 2005. — 87 с. — ISBN 5-7159-0484-6.
  • Будков А. Д., Будков Л. А. Нефтяная промышленность СССР в годы Великой Отечественной войны. М.: «Недра» 1985.
  • Гибадуллин Б. Г. Советская Башкирия в годы Великой Отечественной войны. Уфа, 1971.
  • Глубокий тыл. Башкирия в годы Великой Отечественной войны. Художественно-документальное повествование Уфа, Изд. «Башкортостан», 2005. — 224 с., с илл. ISBN 5-8258-0205-3.
  • За наше дело правое. — Уфа: Башкир. кн. изд-во, 1985. — 159 с. В том числе публицистические и беллетризованные очерки о 23 уроженцах Башкирии — участниках Великой Отечественной войны, в их числе удостоенные звания Героя Советского Союза
  • Огненная земля. — Уфа: Башкир. кн. изд-во, 1977. — 216 с.: портр. Беллетризованные очерки о 4 уроженцах Башкирской АССР — участниках Великой Отечественной войны.
  • Память: Башкортостан: Списки погибших в Великой Отечественной войне. 1941—1945 гг./Гл. ред. Аюпов М. А. Кн.1 . Уфа: Китап, 1994.
  • Память: списки погибших в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.: Башкортостан / [редкол.: М. А. Аюпов (гл. ред.) и др.]. — Уфа: Китап, 1994—2000.
    • Кн. 1: г. Уфа: Демский, Ждановский (Кировский), Кировский, Сталинский (Калининский) р-ны. — 1994. — 320 с.: ил.
    • Кн. 2: [Ленинский, Молотовский (Советский), Орджоникидзевский р-ны]. — 1994. — 312 с.: ил.
    • Кн. 3: Абзелиловский, Альшеевский, Архангельский р-ны. — 1994. — 390 с.: ил.
    • Кн. 4: Аскинский, Аургазинский р-ны. — 1994. — 357 с.: ил.
    • Кн. 5: Баймакский, Бакалинский, Буздякский, Бурзянский р-ны. — 1994. — 391 с.: ил.
    • Кн. 6: Балтачевский, Белебеевский, Бижбулякский р-ны. — 1995. — 560 с.: ил.
    • Кн. 7: Белокатайский, Белорецкий, Бирский р-ны. — 1995. — 597 с.: ил.
    • Кн. 8: Благоварский, Благовещенский, Бураевский р-ны. — 1996. — 592 с.: ил.
    • Кн. 9: Гафурийский, Давлекановский, Дюртюлинский р-ны. — 1996. — 555 с.: ил.
    • Кн. 10: Дуванский, Ермекеевский, Зианчуринский, Зилаирский р-ны. — 1996.- 451 с.: ил.
    • Кн. 11: Иглинский, Илишевский р-ны. — 1996. — 405 с.: ил.
    • Кн. 12: Ишимбайский, Калтасинский, Караидельский р-ны. — 1997. — 500 с.: ил.
    • Кн. 13: Кармаскалинский, Кигинский, Кугарчинский р-ны. — 1997. — 509 с.: ил.
    • Кн. 14: Краснокамский, Кушнаренковский, Куюргазинский районы / [подгот. Р. А. Валеев и др.]. — 1997. — 462 с.: ил.
    • Кн. 15: Мелеузовский, Мечетлинский, Мишкинский, Миякинский р-ны. — 1998. — 513, [2] с.: ил.
    • Кн. 16: Нуримановский р-н, г. Стерлитамак, Стерлитамакский р-н. −1998. — 430 с.: ил.
    • Кн. 17: Салаватский, Стерлибашевский, Туймазинский р-ны. — 1999. — 480 с.: ил.
    • Кн. 18: Татышлинский, Уфимский, Учалинский р-ны. — 1999. — 529 с.:ил.
    • Кн. 19: Федоровский, Чекмагушевский, Чишминский р-ны. — 1999. — 452, [2] с.: ил.
    • Кн. 20: Хайбуллинский, Шаранский, Янаульский р-ны. — 1999. — 466, [2] с.: ил.
    • Кн. 21: (доп.): [списки погибших, пропавших без вести, умерших от ран и болезни, в плену в годы Великой Отечественной войны 1941—1945 гг. Списки погибших, пропавших без вести, умерших от ран и болезни во время локальных войн и военных конфликтов. Списки погибших, пропавших без вести, умерших от ран и болезни в Афганистане 1979—1989 гг.]. — 2000. — 591, [1] с.
    • Кн. 22: (доп.): Республика Башкортостан. — 2000. — 542, [2] с.

Краткие и очень краткие биографические справки более чем о 300000 уроженцев республики, погибших на фронте, пропавших без вести, умерших от ран, в плену в годы Великой Отечественной войны, во время Афганского конфликта 1979—1989 гг., других локальных войн и военных конфликтов.

  • Ратные подвиги трудящихся Башкирии на фронтах Великой Отечественной войны. Уфа, 1985.
  • Савельев И. П. Рабочий класс Башкирии в борьбе за победу над врагом в Великой Отечественной войне. Москва, 1956.
  • Солдаты победы: [очерки и воспоминания / ред.-сост. Ю. Ф. Дерфель]. — Уфа: Башкнигоиздат, 1970. — 199 с.: ил.

Автобиографические очерки 11 участников Великой Отечественной войны — уроженцев и жителей Башкирской АССР. Портреты.

  • Тридцать лет Советской Башкирии. Уфа, 1949.
  • Узиков Ю. А. Гвардейцы планеты: Коминтерновцы в Башкирии. Уфа. Башк. кн. из-во, 1978.

Һылтанмалар

үҙгәртергә