Павло Тычина

украин совет шағиры
(Тычина Павло битенән йүнәлтелде)

Павло Тычина (укр. Павло Григорович Тичина; (23 ғинуар 1891 йыл — 16 сентябрь 1967 йыл) — шағир. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1967). Украина ССР-ының Фәндәр академияһы академигы (1929).

Павло Тычина
укр. Павло Тичина
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған ваҡыттағы исеме рус. Павел Григорьевич Тычинин
укр. Павло Григорович Тичинін
Тыуған көнө 11 (23) ғинуар 1891[1]
Тыуған урыны Пески[d], Щасновская волость[d], Козелецкий уезд[d], Черниговская губерния[d], Рәсәй империяһы[1]
Вафат булған көнө 16 сентябрь 1967({{padleft:1967|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})[2][3] (76 йәш)
Вафат булған урыны Киев, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Ерләнгән урыны Байково зыяраты[d]
Яҙма әҫәрҙәр теле украин теле
Һөнәр төрө яҙыусы, шағир, тәржемәсе, публицист, учёный-литературовед, сәйәсмән, новеллист
Биләгән вазифаһы председатель Верховной Рады Украины[d] һәм СССР Юғары Советы депутаты[d]
Уҡыу йорто Киевский национальный экономический университет[d]
Черниговская духовная семинария[d]
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 1967
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы КПСС-тың ХХ съезы[d], КПСС-тың XXII съезы[d] һәм КПСС-тың XXI съезы[d]
Ойошма ағзаһы СССР Яҙыусылар союзы, Украинаның Милли фәндәр академияһы, Болгарская академия наук[d] һәм ВАПЛИТЕ[d]
Жанр шиғыр[d], повествовательная поэзия[d], очерк[d] һәм хикәйә
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социалистик Хеҙмәт Геройы Ленин ордены Ленин ордены Ленин ордены Ленин ордены Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Сталин премияһы Украинаның Тарас Шевченко исемендәге милли премияһы «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы
Изображение памятной доски
 Павло Тычина Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Павло Тычина (Па́вел Григо́рьевич Тычи́на) 1891 йылдың Украинаның Чернигов губернаһы Пески ауылында тыуған.

Атаһы псаломдар башҡорған, «грамота мәктәбе» уҡытыусыһы булған. Павел бала саҡтан музыкаға, һүрәт төшөрөүгә һәм шиғырҙар ижад итеүгә һәләтле булған.

Башта земство мәктәбендә, шунан Чернигов ир балалар дини училищеһында уҡыған [4], бер үк ваҡытта монастырь хорында йырлаған, сөнки атаһы вафат булып ҡалып, үҙен-үҙе аҫрарға мәжбүр булған. Ғаиләлә 13 бала булып, дүртәүһе сабый саҡта үлгән булған.

Артабан дини семинарияла уҡый (1907—1913)[5].

Павел Тычина 1912 йылда баҫыла башлай, тәүге йыйынтығы — «Ҡояшлы кларнеттар» («Солнечные кларнеты»; 1918)

Уның «Берҙәм ғаилә тойғоһо» («Чувство семьи единой»; 1938), «Үҫ, гүзәл донъя» («Расти, прекрасный мир»; 1960) һ.б. шиғри йыйынтыҡтары донъя күргән.

Революция 1917 йыл башланғанда Тычина Киевта булған.

1923 йылда Харьковҡа, Украинаның ул саҡтағы баш ҡалаһына күсенә. Бында ул журналда эшләй, күп яҙыша, әрмән, грузин һәм төрөк телдәрен өйрәнәтурецким языками башлай.

1938—1967 йылдарҙа — УССР Юғары Советы депутаты. 1953—1959 йылдарҙа — УССР Юғары Советы Рәйесе. СССР-ҙың 2—5 саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1946—1962). 1944 йылдан ВКП(б) ағзаһы.

1943—1948 йылдарҙа — УССР мәғариф министры (нарком).

УССР Фәндәр Академияһы академигы (29.06.1929)[6], УССР Әҙәбиәт институты директоры. 1947 йылдан Болгария Фәндәр Академияһының мәхбир ағзаһы.

П. Г. Тычина 1967 йылдың 16 сентябрендә Киевта вафат була.

Павло Тычина Башҡортостанда

үҙгәртергә

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Өфөлә йәшәй (1941—43). шиғырында, Башҡорт фольклоры мотивтарын һәм тарихи факттарҙы файҙаланып, Башҡортостандың Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы тормошон «Йәшен» («Гроза»; 1943) тигән шиғырында бәйән итә. «Сәйфи Ҡудашҡа» («Сайфи Кудашу»; 1943) шиғырында, ғәмәлдә, башҡорт халҡына ихтирамын, һөйөүен белдерә.

П. Тычинаның шиғырҙарын Б.Бикбай, С.Кулибай, Ғ.Й.Рамаҙанов, М.Сөндөклө, Ғ.Әмири һәм башҡалар башҡорт теленә тәржемә иткән. Ул үҙе М.Ғафури, Б.Бикбай, С.Ҡудаш, шулай уҡ башҡа бер нисә авторҙың әҫәрҙәрен украин теленә әйләндергән. Башҡорт әҙәбиәте тураһында мәҡәләләр, «Мәжит Ғафури ижадында патриотизм» (1942; башҡортса тәржемәһе 1943) китабы баҫылып сыҡҡан.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Сталин премияһы (1941)
  • Украин ССР‑ының Т. Г. Шевченко исемендәге Дәүләт премияһы (1962)
  • «Ураҡ һәм Сүкеш» Алтын йондоҙо (23.02.1967)
  • биш Ленин ордены (31.01.1939; 23.01.1948; 26.01.1951; 24.11.1960; 23.02.1967)
  • ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (27.01.1941; 01.10.1944)
  • миҙалдар
  • УССР-ҙың Тараса Шевченко исемендәге Милли премияһы (1962)

Иҫтәлеге

үҙгәртергә

Киевта — Павел Тычина проспекты, Павел Тычина исмендәге Умань дәүләт педагогия университеты; Әрмәнстандың баш ҡалаһы Ереванда урамға һәм Ванадзор ҡалаһындағы мәктәпкә уның исеме бирелгән.

Өфөлә Украин ССР‑ы Фәндәр академияһы Президиумы урынлашҡан бинаға һәм Павло Тычина йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

YouTube сайтында Видео Эвакуация в Уфе