Петро Панч

Өфөлә эвакуацияла булған

Петро́ Панч (укр. Петро Панч; ысын исеме һәм фамилияһы Пётр Иосифович Панченко, укр. Петро Йосипович Панченко; 18911978) — украин совет яҙыусыһы.

Петро Панч
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 22 июнь (4 июль) 1891
Тыуған урыны Валки[d], Харьковская губерния[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 1 декабрь 1978({{padleft:1978|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (87 йәш)
Вафат булған урыны Киев, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Ерләнгән урыны Байково зыяраты[d]
Яҙма әҫәрҙәр теле украин теле
Һөнәр төрө яҙыусы, прозаик, новеллист
Уҡыу йорто Сергиевское артиллерийское училище[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ғәскәр төрө Армия Украинской Народной Республики[d]
Ойошма ағзаһы СССР Яҙыусылар союзы
Жанр роман, повесть[d] һәм хикәйә
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Халыҡтар Дуҫлығы ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Почёт Билдәһе» ордены орден Симона Петлюры В. И. Лениндың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы юбилей миҙалы Военный крест УНР
 Петро Панч Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Балта оҫтаһы ғаиләһендә тыуған,атаһы тәгәрмәстәр етештереү менән шөғөлләнгән. 1906 йылда тамамлағандан һуң, юғары башланғыс училищены тамамлау менән Валкиҙа писарь булып эшләй, артабан Харьковта Аҡһөйәк ҡыҙҙар Институты канцелярияһында эшләй.

1915 йылда Полтавала тамамлай ер үлсәүселәр училищеһында уҡый, ләкин тиҙҙән мобилизациялана, рус армияһына алына.

1916 йылда Одесса Сергиев артиллерия училищеһының тиҙләтелгән курсын тамамлағандан һуң, прапорщик чинында Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша.

1917-1921 йылдарҙағы граждандар һуғышында ҡатнаша. 1918 йылдың ноябренән 1919 йылдың декабренә тиклем — артиллерия полкы офицеры, Украина халыҡ республикаһы армияһында хеҙмәт итә. 1920 йылдың ғинуарында ғәскәрҙәре төркөмө составында УССР хөкүмәте яғына күсә. Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһы командиры вазифаһында хеҙмәтен дауам итә [1].

1921 йылдың көҙөндә демобилизациялана. Землемер булып эшләй, әҙәби эшмәкәрлек менән шөғөлләнә башлай. Уның тәүге очеркы, хикәйәһе урындағы "Неимущий крестьянин" район гәзитендә 1921 йылдан баҫыла башлаған. Гәзит редакторы Шевченко Иван Демьянович "Пан" тип кенә ҡуйылған тәүге мәҡәләнең ҡултамғаһына "Ч" хәрефе өҫтәй - имеш, ниндәй "пан" ти ул! Күренекле прозаик шулай псевдоним алған. Тиҙҙән бер-бер артлы «Там, де верби над ставом», «Гнізда старі» (1923); «Поза життям» (1924); «Солом'яний дим» (1925); «Мишачі нори» (1926) китаптары; «Голубі ешелони» (1928) тигән повестар йыйынтығы донъя күрә.

1923-1938 йылдарҙа — «Червоний шлях» һәм «Радянська література» украин журналдары редакцияһы хеҙмәткәре булып китә. «Плуг», «ВАПЛІТЕ», «Бөтә Украина пролетар яҙыусылар союзы» әҙәби ойошмаларына ағза булып инә. Харьковта йәшәй.Мәҙәниәтте яҡлау буйынса Бөтә донъя конгресында (Париж, 1935) ҡатнаша.

1939-1940 йылдарҙа Львов яҙыусылар ойошмаһын етәкләй.

Башҡортостанда эвакуацияла

үҙгәртергә

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында күпмелер ваҡыт Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә йәшәй, Мәскәүҙә «Радянська Україна» радиостанцияһының әҙәби бүлегенең баш мөхәррире була.

Әйткәндәй, Петро Панч «На Калиновом мосту» тигән әҫәрендә былай тип яҙа:

  «Размещая прибывших украинцев, башкирские писатели отнеслись к нам по-братски: каждый из башкирских писателей дал пристанище украинскому писателю или его семье, художник — художнику... Александр Копыленко поселился на улице Худайбердина, густо поросшей травой, Юрий Яновский — на улице Карла Маркса. Я с семьей — у башкирского поэта Сайфи Кудаша, на Гоголевской». В годы войны С. Кудаш был председателем правления Союза писателей Башкирии, а Яков Городской — секретарем парторганизации объединенных украинского и башкирского союзов писателей. Это обстоятельство, безусловно, плодотворно сказалось на творческих контактах писателей.  

[2]

Һуғыштан һуң

үҙгәртергә

1949—1953 йй. — Украина совет яҙыусылары союзының Харьков ойошмаһы рәйесе.

1966—1969 йй. — Украина яҙыусылары союзының идара секретары.

1940 йылдан КПСС ағзаһы.

1978 йылдың 1 декабрендә вафат булған. Киевта ерләнгән.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Тинченко Я. Ю. Офицерский корпус армии Украинской Народной Республики
  2. Мурат Рахимкулов. Ради жизни на земле[1]

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Әҫәрҙәре

үҙгәртергә

Әҫәрҙәре күп телдәргә тәржемә ителгән:

  • «Голубые эшелоны» (1928)
  • «Рождение» (1932)
  • роман «Осада ночи» (1935)
  • «Клокотала Украина» (1954)
  • «В пути» (1959)
  • «На Калиновом мосту» (1965)

Балалар өсөн

үҙгәртергә
  • «Будем летать» (1935)
  • «Хорошие ребята» (1959)
  • «Сын Таращанского полка» (1937)

Наградалары һәм премиялары

үҙгәртергә

Иҫтәлеге

үҙгәртергә