1200-се уҡсылар полкы

1200-се уҡсылар полкы — Бөйөк Ватан һуғышында СССР 361-се уҡсылар дивизияһының хәрби часы.

Ҡыҙыл армия флагы 1200-се уҡсылар полкы (1200-й сп)
Ғәскәр:

Ҡоро ер ғәскәрҙәре

Ғәскәр төрө:

пехота

Ойошторолған:

август 1941

Таратылған:

1942 йылдың 17 марты

Һуңынан килеүсе:

59-сы гвардия уҡсылар полкы

Хәрби юлы

Бөйөк Ватан һуғышы

Ойошторолоу тарихы

үҙгәртергә

СССР ГКО-һының 1941 йылдың 11 авгусындағы 459сс һанлы ҡарарын бойомға ашырыу сиктәрендә Башҡорт АССР-да (Волга буйы хәрби округы) 1941 йылдың сентябрь-октябрендә ойошторола[1]:

Башҡортостан хеҙмәтсәндәре, бөтә совет кешеләре кеүек, Ҡыҙыл Армия сафтарына ҙур илһөйәрлек күтәрелеш тойғолары менән килде. Призыв пункттарында, предприятиеларҙа, колхозда — бар ерҙә лә фронтҡа китеүселәрҙе оҙатыу Ватаныбыҙға һөйөү һәм тоғролоҡ демонстрацияһына әүрелде…

…Повестка көтөп тормай хәрби хеҙмәткә бурыслыларҙың күбеһе военкоматҡа фронтҡа ебәреү үтенесе менән килделәр.

…Йылы август көнө. Өфөнөң Киров районы призыв пункты.

— :Василевский А.А.:21-я гвардейская китабы[2]

Госбанк Үрге Тәтешле бүлеге идарасыһы В. С. Ихсанов иҫләй:

1941 йылғы сентябрҙең беренсе көндәрендә беҙҙең Үрге Тәтешле ауылынан 14 кеше фронтҡа алынды. Минең етәкселегем аҫтында ошо төркөм Өфөгә 361-се уҡсылар дивизияһы составына юлланды. Беҙ тыуған ауылыбыҙҙан киткән 1941 йылдың 4 сентябрҙең ҡояшлы көнөн бер ҡасан да онотмам. Ауылдаштарым һәм күрше ауылдарҙа йәшәүселәр беҙҙе армияға оҙатыу митингына йыйылды.

[2]

.

Формалашыу ваҡытында хәрби һәм һан яғынан составы

үҙгәртергә

1941 йылдың сентябрь аҙағында часть шәхси состав менән комплектлана. Теүәл һаны аныҡланмаған, частың дислокация урындары — Өфө, Шишмә, Сәфәр, Булгаково, Нижегородка.

  • 1200-се уҡсылар полкы — полк командиры майор Биненбойм А. В., полк комиссары — өлкән политрук Афиногенов П. И.
Дивизияның рядовой составы башлыса хеҙмәт итергә тейеш Башҡортостанда йәшәүселәр ине. Туймазынан эшсе Леонид Маринов 1200-се полктың пулемётчигы булып китә.
Кесе командирҙар составы шулай уҡ запастан саҡырылды…Стәрлетамаҡ МТС-ның элекке комбайнеры өлкән сержант Василий Чулин 1200-се полктың взвод командиры ярҙамсыһы…итеп тәғәйенләнә.

— Василевский А.А.:21-я гвардейская китабы[2]

.

Юғары Башҡомандованиеһы Ставкаһының (СВГК) 1941 йылдың 11 ноябрендәге 004279-сы һанлы директиваһы буйынса 361-се уҡсылар дивизияһы составында 39-сы резерв армияһына индерелә Һәм Өфө ҡалаһы тирәһенән Ярославль өлкәһенең Пошехонье-Володарскиға яңы дислокация урынына күсеү тураһында бойороҡ ала[2].

1941 йылдың 8 ноябрендә Дим станцияһынан беренсе эшелон китә[2]. Эшелон артынан эшелон көнбайышҡа табан китә. Һуңғы тимер юлы эшелоны менән киткән Шишмә станцияһынан 1941 йылдың 11 ноябрендә китә[2].

Куйбышев, Рязань, Коломна, Козлов, Воскресенск ҡалаларын уҙып китәләр.

Хәрби эпизодтар

үҙгәртергә

1941 йылдың 17 декабре төнөндә полк 361-се уҡсылар дивизияһы составында поход маршы менән ике тәүлек эсендә 80 км үтеп, Рыбинск районына барып сыға, артабан хәрби эшелондар составында 361-се уҡсылар дивизияһы составында Торжок ҡалаһынан көньяҡҡараҡ ташлана[2]
.

Дошман авиацияһы Лихославль һәм Торжок станциялары араһында 1200-се полк эшелонына удар эшләргә маташа.

1941 йылдың 21 декабрендә полк 361-се уҡсылар дивизияһы составында, тимер юл эшелондарынан төшөп ҡалып, Торжоктан көньяҡҡараҡ, фронт һыҙығынан 40 км алыҫлыҫта, туплана[2].

1941 йылдың 23 декабренең көн үҙәгендә 361-се дивизияның командирын һәм комиссарын Песчанки ауылында урынлашҡан армия штабына саҡырталар[2]
. Армия командующийы генерал-лейтенант И. И. Масленников 361-се дивизияның командирын һәм комиссарын Мәскәү тирәһендәге, Калинин фронтындағы дөйөм хәл менән таныштыра һәм дивизияға хәрби бурыс ҡуя[2].

Дивизия 360-сы артиллерия полкының 1-се һәм 3-сө дивизиондары, 103-сө гвардия миномёт дивизионы һәм 143-сө танк батальоны менән көсәйтелә[2].

1941 йылдың 24 декабре иртәһендә дивизия командиры рекогносцировка үткәрҙе[2]
. Рекогносцировкала частар командирҙары, ғәскәрҙәр һәм хеҙмәтләндереү ғәскәрҙәре начальниктары, ҡайһы бер штаб офицерҙары ҡатнашты. Дивизия командиры ҡарарына ярашлы төп удар Елизаветино, Павлушково йүнәлешендә яһала[2]
.

Икенсе эшелонда булған 1200-се полкы дивизияның уң флангын тәьмин итергә һәм Павлушково, Храпыня йүнәлешендә уңышты үҫтереү буйынса әҙер булырға тейеш була[2].

143-сө танк батальоны 1204-се полкы подразделениеһы менән берлектә дошман оборонаһын йырып сығыу өсөн тәғәйенләнгән була. 1204-се полкының, Павлушково районына сығыу менән, алышҡа индерелгән 1200-се полк ҡарамағына күсеүе алдан ҡаралған була. Тәүге позициялары уға Дмитровское ауылынан көньяҡҡараҡ күрһәтелә, артиллерия әҙерлеге башланыу менән ул шул районды биләргә тейеш була[2].

Торжок районынан 40 километрлыҡ марш эшләп, 361-се уҡсылар дивизияһы составындағы полк 1941 йылдың 25 декабрь иртәһендә һөжүм башлар өсөн күрһәтелгән позицияны биләй[2].

Һөжүм 1941 йылдың 26 декабренә тәғәйенләнгән була[2].

1941 йылдың 26 декабренең таңында, артиллерия әҙерлегенән һуң, 361-се уҡсылар дивизияһы полктары һөжүмгә күсәләр. Дошман бик ҙур ҡаршылыҡ күрһәтә. Был көндә дошман оборонаһын ҡыйратыуға өлгәшеп булмай[2].

1941 йылдың 26 декабрендәге хәрби юғалтыуҙар

үҙгәртергә

Елизаветино ауылы янында һәләк булғандар: [1] 2016 йыл 4 март архивланған.[ЦАМО 1].

  • пулемётчик ҡыҙылармеец Клоков Егор Иванович, 1902 йылда тыуған, сығышы менән БАССР-ҙың Воскресенск районы Татьянин ауыл советы, Татьянино ауылынан, Елизаветино ауылында ерләнгән;
  • взвод командиры ярҙамсыһы сержант Яковлев Михаил Степанович, 1918 йылда тыуған, сығышы менән Воронеж өлкәһенең Липецк районы , Чапаев колхозы, Елизаветино ауылы янында ерләнгән;
  • отделение командиры кесе сержант Терехов Федор Григорьевич, 1903 йылда тыуған, сығышы менән БАССР-ҙың Стәрлетамаҡ ҡалаһынан, Елизаветино ауылы янында ерләнгән.

1941 йылдың 27 декабрь көнө иртәнсәк 361-се уҡсылар дивизияһы дошманды ҡыйратыу өсөн төп көстәрҙе Елизаветино ҡеүәтле терәк пунктында туплай һәм һөжүмде яңырта[2]
. Артиллеристарҙың мәргән атыуҙарынан дошман ут нөктәләре бер-бер артлы тыналар. От метких выстрелов артиллеристов одна за другой умолкали вражеские огневые точки. Кесе лейтенант В. М. Савочкин етәкселегендә 925-се артиллерия полкының 1-се батареяһы тура төбәү менән (прямая наводка) өс дошман дзотын ҡыйрата[2].

1941 йылдың 27 декабрендәге хәрби юғалтыуҙар

үҙгәртергә

Елизаветино ауылы янында һәләк булғандар: [2] 2016 йыл 4 март архивланған.[ЦАМО 2].

  • уҡсы ҡыҙылармеец Ҡарасурин Муллаяр Татаулла улы, 1909 йылда тыуған, сығышы менән БАССР-ҙың Шишмә районы, Ҡалмаш ауыл советы, Ҡалмаш ауылы, Елизаветино ауылы янында ерләнгән.
  • уҡсы ҡыҙылармеец Герасимов Тимофей Петрович, 1913 йылда тыуған, сығышы менән БАССР-ҙың Стәрлетамаҡ районы, Дергачев ауыл советы, Елизаветино ауылы янында ерләнгән.
  • уҡсы ҡыҙылармеец Христофоров Федор Петрович, йылда тыуған, сығышы менән БАССР-ҙың Йәрмәкәй районы, Городинск ауыл советы, Елизаветино ауылы янында ерләнгән.

1941 йылдың 27 декабрендә подполковник Д. В. Михайлов полктарға икенсе көнгә һөжүмде үҫтерер өсөн уңыш төҫмөрләнгән йүнәлештә — Павлушково, Грешнево — һуғышҡа икенсе эшелонды — 1200 полкты индерергә бурыс ҡуя[2].

1941 йылдың 28 декабрь көнө иртәнсәктән алып 361-се уҡсылар дивизияһы частары һөжүмен яңырталар. Дошман дивизия частарының алға хәрәкәт итеүен туҡтатыу өсөн 312-се пехота полкы ҡалдыҡтары, шулай уҡ 62-моторлаштырылған полк һәм белофиндар батальоны подразделениелары менән ныҡышмалы ҡаршылыҡ күрһәтә[2].

361-се уҡсылар дивизияһының 1200-й полкы уларға ҡаршы торған белофиндар подразделениеларҙы ҡыйратып, көньяҡҡа табан хәрәкәт итә һәм 1941 йылдың 29 декабрендә терәк пункты булған Храпыня ауылына килеп етә, бында ул 206-сы пехота дивизияһы 214-се полкы подразделениеларының ойошҡан уты менән туҡтатыла. Ошо ваҡытта Храпыняның төньяҡ-көнбаыш сигенә 355-се дивизияның һул фланглы полкы подразделениелары сыға. Күршеләре менән берлектә флангкҡа һәм тылға һөжүм итә һәм дошманды Храпыня терәк пунктында, шулай уҡ Грешневола ҡыйрата[2].

1941 йылдың 30 декабрендә кискеһен разведка начальнигы 361-се уҡсылар дивизияһы командирына Павлушково — Степино шоссеһы буйлап көньяҡ йүнәлештә дошман автомобилдәр, ылауҙар, ғәскәрҙәрҙең хәрәкәт итеүе тураһында хәбәр итә. Был мәғлүмәттәрҙе ул дошман тылында эш иткән разведка төркөмдәренән ала. Подполковник Д. В. Михайлов дошмандың сигенгән частарын ҡыйратырға һәм уларҙы ике аралағы оборона рубежына тиклем сигенеүенә юл ҡуймаҫҡа ҡарар итә[2].

1942 йылдың 1 ғинуарында иртәнсәк 39-се армия штабы элемтә офицеры 361-се уҡсылар дивизияһы команда пунктына командарҙарға хәрби әмерҙе еткерә[2].

1942 йылдың 3 ғинуар көнө иртәндән, артиллерия әҙерлектән һуң, 1202-се полкы уң флангта һөжүмгә күсә[2].

1942 йылдың 3 ғинуар көнөнөң аҙағында 361-се уҡсылар дивизияһының частары Воскресенское, Зыбино рубежына сығалар[2].

1942 йылдың 4 ғинуар көнө кисен 361-се уҡсылар дивизияһының командиры частар алдына бурыс ҡуя: 1200-се полкы Харламов районын алырға һәм, Бахмутово районында Ржев — Рига шоссе юлын ҡырҡып, Волгаға сығырға һәм тотҡарламайынса уны Соломиново районында аша үтергә, 1204-се полкы — Яңы Коростелево, Яңы Фильково йүнәлешендә һөжүм итергә, Волганы Ножкино районында аша сығырға һәм Кокошкино ауылын яулап алырға тейеш. 1202 полк икенсе эшелонды тәшкил итә[2].

Ржев тирәһендә

үҙгәртергә

1942 йылдың 8 ғинуарында контрһөжүмдән һуң оператив паузаһыҙ Ржев — Вязьма операцияһы башлана — Мәскәү аҫтындағы алыштың ослау периоды[3].

Бер үк ваҡытта Калинин фронтының 39-я армияһына 29-сы армия менән берлектә дошмандың Ржев төркөмөн уратып алып ҡыйратырға һәм 1942 йылдың 12 ғинуары көнө аҙағынаҡалана яулап алыу бурысы ҡуйыла[3]. 361-се дивизияһына Лигостаево, Медведево, Захарово йүнәлешендә һөжүм итергә һәм 1942 йылдың 12 ғинуар көнө аҙағына 381-се дивизия менән берлектә Ржевтың көньяҡ-көнсығыш өлөшөн яулап алырға бойорола[3].

Уң яҡтан 183-сө дивизия, һул яҡтан — 381-се һөжүм итә[3].

Беренсе эшелонда 1202-се һәм 1204-се, икенсеһендә — 1200-се полк була[ЦАМО 3].[3].

1202-се полк — Якимово ауылын, ә 1204-се полк Аленино, Каменское ауылдарын яулап ала[3].

1942 йылдың 5 февралендә армия командующийы 361-се уҡсылар дивизияһы алдында торған бурысты аныҡлай[3].

Хәрби ҡаҙаныштары өсөн 1942 йылдың 17 мартындағы оборона халыҡ комиссарының 078-се һанлы бойороғона ярашлы 59-сы уҡсылар полкы итеп үҙгәртелә[3].

Командирҙар составы

үҙгәртергә

Полк командиры

үҙгәртергә
  • майор Биненбойм А. В.

Полк военкомы

үҙгәртергә
  • өлкән политрук Афиногенов П. И.

Хәрби һәм һанлы составы

үҙгәртергә
  • 1200-й стрелковый полк — полк командиры майор Биненбойм А. В., полк военкомы өлкән политрук Афиногенов П. И.

Юғалтыуҙар тураһында донесениеларҙа

үҙгәртергә

1941 йылдың 26 декабренән алып 1942 йылдың 1 майына тиклем 21-се гвардия уҡсылар дивизияһының 59-сы уҡсылар полкы буйынса юғалтыуҙар исемлеге [3] 2016 йыл 4 март архивланған.[ссылка 1]. Шәхси состав юғалтыуҙар Үҙәк бюроһына ебәрелгән 21-се гвардия уҡсылар дивизияһының кире ҡайтарылмай торған юғалтыуҙар исемлегенә ярашлы: [4] 2016 йыл 4 март архивланған.[ссылка 2]

  • 59-сы гвардия уҡсылар полкы— 824 кеше (1- 82 биттәр)
    .

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  1. ЦАМО, фонд 58, опись 818883, дело 1364
  2. ЦАМО, фонд 58, опись 818883, дело 1364
  3. ЦАМО, фонд 1092, Опись 1, дело 3, лист 3.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Постановление № ГКО-459сс от 11.08.41. «О формировании стрелковых и кавалерийских дивизий». Москва, Кремль. (РГАСПИ, фонд 644, опись 1, д.6, лл.151-153.)
  2. 2,00 2,01 2,02 2,03 2,04 2,05 2,06 2,07 2,08 2,09 2,10 2,11 2,12 2,13 2,14 2,15 2,16 2,17 2,18 2,19 2,20 2,21 2,22 2,23 2,24 2,25 2,26 2,27 Василевский А. А. 21-я гвардейская стрелковая дивизия. — Уфа: Китап, 1995. — 300 с. — 2 500 экз. — ISBN 5-295-01494-0.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 3,6 3,7 Василевский А. А. 21-я гвардейская стрелковая дивизия. — С. 36.
  1. ЦАМО, фонд 58
  2. ЦАМО, фонд 58

Василевский А. А. 21-я гвардейская. — Уфа: Китап, 1995. — 300 с. — 2 500 экз. — ISBN 5-295-01494-0.

Һылтанмалар

үҙгәртергә