Рыбак Натан Самойлович
Рыбак Натан Самойлович (21 декабрь 1912 йыл / 3 ғинуар 1913 йыл — 11 сентябрь 1978 йыл) — СССР яҙыусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Икенсе дәрәжә Сталин премияһы лауреаты.
Рыбак Натан Самойлович | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Гражданлығы |
![]() ![]() |
Тыуған көнө | 21 декабрь 1912 (3 ғинуар 1913) |
Тыуған урыны | Ивановка[d], Якимовская волость[d], Елисаветградский уезд[d], Херсон губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 11 сентябрь 1978 (65 йәш) |
Вафат булған урыны | Киев, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Үлем сәбәбе | авария[d] |
Ерләнгән урыны | Байково зыяраты[d] |
![]() | |
Яҙма әҫәрҙәр теле | украин теле |
Һөнәр төрө | яҙыусы, прозаик |
Ойошма ағзаһы | СССР Яҙыусылар союзы |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Жанр | тарихи роман[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
![]() |
БиографияһыҮҙгәртергә
Ната́н Само́йлович Рыба́к Украинаның Яңы Архангел районы Ивановка ауылында 1913 йылдың 3 ғинуарында (иҫк. 21 декабрь, 1912 йыл) йәһүд ғаләһендә тыуған.
Ете класс тамамлағас, фабрика-завод техникумында, артабан Киев химик-технологик институтта белем алған.
1931 йылдан үҙен әҙәби ижадҡа бағышлай. «Комсомолец Украины», «Комсомольская правда» гәзиттәренә яҙыша, «Молодой большевик» журналында хикәйәләре һәм очерктары баҫыла.
1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы, 1940 йылдан ВКП(б) ағзаһы.
Бөйөк Ватан һуғышыында «Сталинский Сокол» фронт гәзите хәбәрсеһе була.
Н. С. Рыбак 1978 йылда автомобиль аварияһында һәләк була. Киевта ерләнгән.
ИжадыҮҙгәртергә
Беренсе хикәйәләр йыйынтығы «Дорогами борьбы» шәкәр заводы эшселәре тормошона һәм хеҙмәтенә бағышлана, ул 1931 йылда баҫылып сыға.
Артабан төрлө йылдарҙа «Пушки жерлами на восток»; 1934), «Ошибка Оноре де Бальзака»; 1940), «Переяславская рада»; 1—2‑се китаптар, 1948—53), «Солдаты без мундиров»; 1967) романдары донъя күрә.
Башҡортостанда эвакуациялаҮҙгәртергә
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бер нисә йыл Өфөлә йәшәй . «Башҡортостан ҡояшы» («Солнце Башкирии») очерктар китабында һәм «Ҡорал үҙебеҙ менән» романында («Оружие с нами»; икеһе лә — 1943) тыл хеҙмәтсәндәренең фашизмды еңеүгә индергән ҡаһарман хеҙмәте, һуғыш йылдарында Башҡортостанға эвакуацияланған башҡа халыҡ вәкилдәре менән башҡорттарҙың дуҫлығы күрһәтелгән. Натан Рыбак әҫәрҙәрен башҡорт теленә Нәжиб Иҙелбай тәржемә иткән.
ЭкранлаштырыуҮҙгәртергә
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәреҮҙгәртергә
- Икенсе дәрәжә Сталин премияһы (1950)
- Октябрь Революцияһы ордены (08.01.1973)
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (01.09.1945)
- ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (24.11.1960; 24.01.1963)
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (02.08.1944)
- миҙалдар
СығанаҡтарҮҙгәртергә
- С.Ғ.Сафуанов. Переяслав радаһы //Әҙәби Башҡортостан. 1954. № 5.
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
- ↑ Українська Вікіпедія (укр.) — 2004.
ҺылтанмаларҮҙгәртергә
- Рыбак Натан Самойлович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 30 декабрь 2020)