Бүләкәнов Рәхмәтулла Ғөбәйт улы

Бүләкәнов Рәхмәтулла Ғөбәйт улы (1909 йыл, Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙенең (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы) Мостай ауылы — 1981 йылдың 7 сентябре, Башҡорт АССР-ы, Өфө ҡалаһы) — музыкант-ҡурайсы. Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле ҡурайсыһы.

Бүләкәнов Рахматулла Ғөбәйт улы
Тыуған

1909({{padleft:1909|4|0}})

Тыуған урыны

  Ырымбур губернаһы, Верхнеурал өйәҙенең Мостай ауылы

Үлгән

7 сентябрь 1981({{padleft:1981|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})

Үлгән урыны

Өфө

Ил

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Һөнәрҙәре

ҡурайсы

Биографияһы үҙгәртергә

Бүләкәнов Рәхмәтулла бәләкәй сағынан үҡ ҡурай менән мауыға. Үҫеп ултырған ҡурайҙы киҫеп алып, тишектәр тишеп ҡурай яһап уйнаған. Бала сағынан эшләгәнлектән бер ҡайҙа ла уҡырға тура килмәй. Уҡырға һәм яҙырға үҙ аллы өйрәнә. Ун ике йәшендә 1921 йылдың оҙон ҡышҡы һыуыҡтарында, бурандарҙа бер үҙе өс хужаның йылҡы малдарын көтә. 1923, 1924, 1925 йылдарҙың яҙғы айҙарында өс йыл рәттән ҡыуғында йөрөй. 1925 йылда Уралға ағас ҡырҡырға бара. 1928 йылда Түбә руднигына эшкә урынлаша. Бында ике йыл эшләй

Р. Бүләкәнов 1930 йылда армия сафына алына. 1933 йылда армиянан ҡайтып, ике йыл милиционер булып эшләй, бер йыл Баймаҡ янғын һүндереү командаһында эшләй. 1936-1940 йылдарҙа йәнә шахтер булып эшләй.

Үҙ йомошо менән беренсе тапҡыр Өфөгә килә һәм урам буйлап йөрөгәнендә Башҡорт опера һәм балет театры бинаһы янына килеп сыға. Ҡурай тотоп торған егетте кемдер эскә саҡырып индерә һәм уның ҡурай уйнауын һорай. «Урал» көйөн уйнай башлай, янына кешеләр йыйылып китә. Улар араһында данлыҡлы драма артисы Ғималетдин Минһажев та була. Ғ. Минһажев Бүләкәновты ваҡытлыса фатирға урынлаштыра. Иртәгәһен уны Луначарский исемендәге баҡсаға концертҡа алып баралар. Бында ул концертта ҡурайҙа уйнай. Унда яҙыусыларҙан Булат Ишемғолов, Мөхәммәтша Буранғол, Ҡадир Даян, Әхтәм Ихсан була. Бүләкәновҡа бөгөндән үк Өфөлә ҡалырға ҡушалар. Ләкин ул Баймаҡҡа ҡайтып китә.
1941 йылда Сибай шахтаһында эшләп йөрөгәнендә Өфөгә саҡыртып алалар. Карл Маркс урамындағы Крәҫтиәндәр йортонан бүлмә бирәләр. Рәхмәтулла Бүләкәев филармонияла Башҡорт халыҡ бейеүҙәре ансамблендә ҡурайсы булып эшләй башлай.
Бүләкәнов Р. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда 1943 йылда дүрт ай буйы фронтта концерт ҡуйып йөрөй. 1946 йылда Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамблендә эшләй башлап, 19471948 йылдарҙа Алыҫ Көнсығышта Владивосток, Сахалин, Камчатка хәрби частарендә концерттар биреп йөрөйҙәр.
Рәхмәтулла Бүләкәнов 1947 йылдан алып 1975 йылға тиклем Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле составында төрлө республикаларҙа һәм ҡалаларҙа гастролдәрҙә була: Украина, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, Төркмәнстан, Ҡаҙағстан, Мәскәү, Ленинград (Санкт-Петербург), Тбилиси, Краснодар крайы, Новокузнецк, Сахалин, Камчатка, Чукотка, Владивосток, Иркутск, Новосибирск, Барнаул, Силәбе, Литва, Латвия, Эстония һ. б. Сит илдәрҙән — Чехословакия.

Рәхмәтулла Бүләкәновтың ҡурай моңона Мөхәммәт Иҙрисов «Байыҡ», М. Иҙрисов, Ә. Фәхретдинов, 3. Исмәғилев «Өс таған», Рәшиҙә Туйсина «Заһиҙә» бейеүҙәрен башҡара. Башҡортостан радиоһындағы яҙмаларҙа Мәғәфүр Хисмәтуллин, Сөләймән Абдуллин, Ғата Сөләймәнов, Әсмә Шайморатова, Хәбир Ғәлимов, Рәшиҙә Әхмәҙиева, Фәниә Хәлитова, Зәки Мәхмүтов һымаҡ атаҡлы йырсыларҙың Рәхмәтулла Бүләкәновтың ҡурайына ҡушылып йырлаған күп кенә йырҙары һаҡлана.

Рәхмәтулла Ғөбәйт улының репертуарында 105 башҡорт халҡының классик оҙон көйҙәр була. Шулар араһында: Урал, «Буранбай», «Шаһибәрәк», «Ғилмияза», «Тәфтиләү», «Ҡаһым түрә», «Сибай», «Бейеш», «Сәлимәкәй», «Төйәләҫ», «Ҡолой кантон», «Баяс», «Ғайса ахун», «Илсе Ғайса», «Кәмәлек», «Таштуғай», «Аҡмәсет», «Томан», «Зөлхизә», «һандуғас» һәм башҡалар. Ул боронғо тарихи йырҙарҙы ниндәй алымдар менән дөрөҫ йырларға, ҡайһы тауышҡа (бас, баритон, тенор, сопрано), ниндәйерәк боролоштар алырға өйрәткән.

Рәхмәтулла Бүләкәновтың уйнауы бай биҙәкләү, юғары башғарыу оҫталығы менән айырылып тора. Башҡорт музыка сәнғәте тарихына ул Көньяҡ Урал халыҡ ҡурайсыларының боронғо традицияларын дауам итеүсе булараҡ инә.

Сығанаҡтар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә