Фарсы ҡултығы ғәрәп дәүләттәренең хеҙмәттәшлек советы

Фарсы ҡултығы ғәрәп дәүләттәренең хеҙмәттәшлек советы
Флаг Герб
Ағза-илдәр
Рәсми тел Ғәрәп
Майҙаны 2 285 844 км²
Халҡы
 — Бөтәһе (2012)
 — Тығыҙлыҡ

42 100 000 кеше
17.37 кеше/км²
Төҙөлөү датаһы
Килешеүҙе ратификациялау
25 май 1981 йыл
1982 йыл

Фарсы ҡултығы ғәрәп дәүләттәренең хеҙмәттәшлек советы (ССАГПЗ) (ингл. Cooperation Council for the Arab States of the Gulf; ғәр. مجلس التعاون لدول الخليج العربية‎) —төбәк ябыҡ халыҡ-ара ойошма. Ойошманың рәсми исемендә Фарсы һүҙе юҡ, сөнки ғәрәп дәүләттәре был ҡултыҡты Ғәрәп ҡултығы тип атауҙы өҫтөн күрәләр.

Ойошма 1981 йылдың 25 майында төҙөлә[1][2], уның сәйәсәте 1982 йылда раҫланған Хартияла билдәләнгән. Ойошманың төп маҡсаты — бөтә иҡтисади, социаль һәм мәҙәни эштәрҙә үҙ-ара килешеп эшләү, хеҙмәттәшлек һәм интеграция. Иҡтисади һәм финанс мәсьәләләрҙә; сауҙала, таможняла һәм элемтәлә, мәғариф һәм мәҙәниәттә; социаль проблемаларҙа һәм һаулыҡ һаҡлау проблемаларында; киң мәғлүмәт сараларында һәм туризмда; ҡануниәт һәм идаралыҡ мәсьәләләрендәә сағыштырмаса көйләү бойомға ашырыла. Килешеү шулай уҡ сәнәғәттә, ауыл хужалығында һәм һыу ресурстарын һаҡлауҙа фәнни һәм технологик прогресты тәьмин итергә тейеш. Берләшкән иҡтисади килешеү шарттары буйынса, алты дәүләт араһында тариф тотҡарлыҡтары бөтөрөлә, ҡултыҡ халҡы теләһә ниндәй дәүләттә производство асыуҙа һәм килешеүҙәрҙе тормошҡа ашырыуҙа ирекле һәм тиң хоҡуҡлы. Бынан тыш тиҙ ойошторола торған берләшкән оборона көстәрен булдырыу планлаштырыла.

Фарсы ҡултығы ғәрәп дәүләттәренең хеҙмәттәшлек советы органдары — йыл һайын осрашыусы дәүләт башлыҡтарының Юғары советы, өс айға бер ултырыш үткәрә торған Министрҙар советы. Генераль секретариат Эр-Риядта, Сәғүд Ғәрәбстанында урынлашҡан.

2012 йылдың 6 мартында Фарсы ҡултығы ғәрәп дәүләттәренең хеҙмәттәшлек советының алты ағзаһы белдереүенсә, ҡултыҡ илдәренең хеҙмәттәшлек советы төбәк блогынан конфедерацияға әүерелеү йүнәлешендә үҫәсәк.

Ҡатнашыусы илдәр

үҙгәртергә

ССАГПЗ-ға инәләр:

Йәмән ССАГПЗ-ға инеү тураһында 2005 йылдан алып һөйләшеүҙәр алып бара[3][4][5]. Фарсы ҡултығының ғәрәп илдәренән Ираҡ ССАГПЗ ағзаһы түгел[6][7][8][9][10]. Ойошмаға инергә шулай уҡ Иордания һәм Мароккоға тәҡдим яһалған[11][12][13][14].

Валюта союзы

үҙгәртергә

Фарсы ҡултығының ғәрәп дәүләттәре хеҙмәттәшлеге советы (ССАГПЗ) ағза-илдәренең Маскатта үткән 29-сы саммиты ваҡытында берҙәм валюта союзы төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителә. Берҙәм валюта союзы төҙөү берҙәм финанс системаһы булдырыу юлында сираттағы аҙым итеп ҡарала. Аҙаҡ Оман һәм Берләшкән Ғәрәп Эмираттары валюта союзында ҡатнашыуҙан баш тарта. ССАГПЗ-ның ҡалған дүрт ағзаһы (Сәғүд Ғәрәбстаны, Күвәйт, Катар һәм Бахрейн) 2015 йылда халиджи («ҡултыҡтыҡы») тип аталған берҙәм валюта индерә[15] Берҙәм үҙәк банктың штаб-квартираһы Сәғүд Ғәрәбстанының баш ҡалаһы Эр-Риядта урынлашҡан.[16]

Хәрби союз

үҙгәртергә

«Ярымутрау ҡалҡаны» (ингл. Peninsula Shield; ғәр. دِرْعُ الجَزيرَة‎) — ССАГПЗ-ның хәрби тармағы, ул ССАГПЗ-ның ағза-илдәренең теләһә ҡайһыһына ҡаршы хәрби агрессияға яуап биреү һәм кире ҡағыу өсөн тәғәйенләнгән.

Энергосистемаларҙы берләштереү

үҙгәртергә

2009—2011 йылдарҙа бөтә 6 илдең энергосистемаһы берҙәм энергосистемаға берләшә[17].

Эске ҡаршылыҡтар

үҙгәртергә

2014 йылда ойошмала Бахрейн һәм Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре яҡлаған Сәғүд Ғәрәбстаны менән Катар араһында конфликт ҡуба. 2014 йылдың мартында Сәғүд Ғәрәбстаны Доханан үҙенең илсеһен ҡайтарып ала. Бахрейн һәм БҒӘ уның өлгөһөнә эйәрә. Өс илдең берҙәм белдереүе баҫылып сыға. Был белдереүҙә Катар «Советтың ағза-илдәренең хәүефһеҙлегенә һәм тотороҡлоғона ҡурҡыныс янаусы ойошмалар» менән бәйләнеш тотоуҙа һәм хәүефһеҙлек өлкәһендә үҙ-ара килешеп эш итеү тураһындағы Килешеүҙе (2013 йылдың декабрендә Эр-Риядта ҡул ҡуйылған) боҙоуҙа ғәйепләнә[18].«Ойошмалар» тигәндә, айырым алғанда, мосолман туғандар күҙ уңында тотола. Конфликт шул уҡ йылдың ноябрендә, Советтың биш иле (Сәғүд Ғәрәбстаны, Катар, БҒӘ, Бахрейн һәм Күвәйт) Эр-Риядта килешеү төҙөгәндән һуң хәл ителә[18].

НАТО менән хеҙмәттәшлек

үҙгәртергә

Совет илдәре НАТО-ның төп иле АҠШ менән борондан хеҙмәттәшлек итә - америкалылар Советтың ағза-илдәрен ҡорал менән тәьмин итә, армия кадрҙарын өйрәтә, үҙҙәренең хәрби базаларын был илдәрҙең территорияһында тота. 2014 йылда был хеҙмәттәшлек рәсмиләштерелә - 11 декабрҙә Фарсы ҡултығының ғәрәп дәүләттәре хеҙмәттәшлеге советы НАТО менән энергоресурстарҙы донъя баҙарына сығарыу хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса бергәләшеп эш итеү тураһында килешеү төҙөй[19].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Агадир килешеүе
  • Халиджи
  • Йеменгә баҫып инеү (2015)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Gulf Cooperation Council. Deutsch Federal Foreign Office. Дата обращения: 31 август 2012. 2017 йыл 11 октябрь архивланған.
  2. Bandar Salman Al Saud. The GCC security convention. University of Glasgow (1997). Дата обращения: 27 декабрь 2013.
  3. Yemen to join GCC by 2015. Arabian Business. Дата обращения: 15 апрель 2015.
  4. Yemen joined GOIC in 2009. Дата обращения: 21 ноябрь 2014.
  5. the Closing Statement of the Twenty-Second Session 2010 йыл 12 сентябрь архивланған. GCC the Final Communiqué of the 29th Session 2010 йыл 12 сентябрь архивланған.
  6. The Gulf Cooperation Council: A Rising Power and Lessons for ASEAN. — 2011. — P. 41. — ISBN 9789814311403.
  7. Wuthnow, Joel China and the Iran Nuclear Issue: Beyond the Limited Partnership. United States-China Economic and Security Review Commission (6 июнь 2013).(недоступная ссылка)
  8. MENAFN. - MENAFN.COM. Дата обращения: 15 апрель 2015. 2015 йыл 17 октябрь архивланған.
  9. Dulaimi confirmed that Iraq sought to join the Gulf Cooperation Council (GCC) 2013 йыл 28 май архивланған.
  10. Kuwait stresses necessity for Iraq to join GCC. Дата обращения: 21 ноябрь 2014.
  11. Jordan, Morocco to join [P]GCC 2016 йыл 5 ғинуар архивланған.
  12. Mu Xuequan. GCC welcomes Jordan's request to join the council (11 May 2011). 19 сентябрь 2011 тикшерелгән.
  13. Al-Rantawi, Oraib GCC membership may be a burden on Jordan’s security (17 июль 2011). Дата обращения: 26 июнь 2012.
  14. Yahoo! GCC discusses economic plan for Jordan, Morocco (11 September 2011). 18 сентябрь 2011 тикшерелгән.(недоступная ссылка)
  15. Ғәрәп илдәренең үҙ валютаһы була. НТВ (8 июнь 2009). Дата обращения: 23 июнь 2009. Архивировано 28 август 2011 года.
  16. Riyadh to host GCC central bank (ингл.). Arab News (6 май 2009). Дата обращения: 23 июнь 2009. Архивировано 28 август 2011 года.
  17. http://www.histant.ru/sites/default/files/inafran/Dis_Simonjan.pdf С. 49 — 51
  18. 18,0 18,1 Шкваря Л.В. ССАГПЗ илдәрендә үҙгәртеүҙәр һәм уларҙың XXI быуатта ҡайһы бер һөҙөмтәләре // Иҡтисади системалар менән идара итеү: электрон фәнни журнал. - 2015. - № 7 (79). - С. 51
  19. Мелкумян Е.С. Фарсы ҡултығы төбәге донъя сәйәсәтендә: тарих һәм хәҙерге осор // Н.И. Лобачевский исемендәге Түбәнге Новгород университеты хәбәрҙәре. - 2015. - № 3. - Бит 87

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Ҡалып:Фарсы ҡултығының ғәрәп дәүләттәре хеҙмәттәшлеге советы