Ғәшүрә
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Ғәшүрә (ғәр. عاشوراء) — Исламда айырата хөрмәтләнә торған көн, ул мөхәррәм айының 10-сы көнөнә тура килә; сөнниҙәрҙә был көн Аллаһтың Муса пәйғәмбәрҙе һәм Бәни исраилде Фирғәүен ғәскәренән ҡотолдороуы хөрмәтенә сөннәт ураҙа тотоу менән билдәләнә, шиғыйҙарҙа мәтам көнө булараҡ билдәләнә, сөнки был көндә шиғый шәһиттәрен, иң әүәл имам Хөсәйен ибн Ғәлиҙе иҫкә алған көн[1]
Сөнниҙәрҙә Ғәшүрә
үҙгәртергәСөнниҙәр мөхәррәм — первый месяц Ислам календарының беренсе айы тип һанай, ул дүрт харам айҙың береһе, улар хаҡында Аллаһ Ҡөрьәндә былай ти:
Ысынлап та, Аллаһ хозурындағы айҙарҙың һаны — Ул күктәрҙе һәм Ерҙе яралтҡан көндө — Аллаһтың китабында ун ике ай. Уларҙың дүртеһе — харам ай, был — хаҡ дин: ул айҙарҙа үҙ-үҙегеҙгә золом ҡылмағыҙ һәм, күп илаһтарға табыныусыларҙың барыһы ла һеҙҙең менән һуғышҡан кеүек, һеҙ ҙә уларҙың барыһы менән дә һуғышығыҙ һәм белегеҙ: Алла тәҡүәләр менән! |
Сөнни ғалимдар хәҙистәрҙә Нух (Ной) кәмәһе (табут ән-Нух) туфан ҡалҡҡандан һуң ошо көндә ҡоро ергә килеп сығыуы, ә Муса пәйғәмбәр һәм Бәни исраил Фирғәүен ғәскәренән ҡотолоуы тураһында әйтелгән тип раҫлай[2].
Ғәшүрә көнө сөнниҙәр сөннәт, йәғни теләк буйынса, ураҙа тота. Ундай ураҙаны Мөхәммәт с.ғ.с. Мәҙинәлә тота башлай [3]. Риүәйәттәрҙә бәйән ителеүенсә,Мөхәммәт с.ғ.с. һижрәт ҡылғас, Ғәшүрә көнө йәһүҙиҙәрҙең Муса пәйғәмбәрҙе һәм Бәни Исраилде Аллаһтың Фирғәүен ғәскәренән ҡотолдороуы айҡанлы ураҙа тотоуын белеп ҡала. Мөхәммәт с.ғ.с. мосолмандар йәһүҙиҙәргә ҡарағанда ла Муса пәйғәмбәрҙе ололоҡларға тейеш, ти һәм үҙе лә ураҙа тота, сәхәбәләрнә лә шулай итергә ҡуша[2].
Боронғо ғәрәптәрҙең дә Ғәшүрә көнө ураҙа тотоуы билдәле[2].
Ғәшүрә көнө ураҙа тотоу мөстәхәб, әммә фарыҙ түгел. Әбү Хәнифә әйтеүенсә, ул Рамаҙан айында ураҙа тота башлағансы ғына фарыҙ булған[3]. Пәйғәмбәр сөннәтенә ярашлы, йәһүҙиҙәрҙән айырмалы, Ғәшүрәлә ураҙаны 2 көн тотоу хәйерле) (9-10, йәки 10-11 Мөхәррәм)[2].
Хәҙистәрҙән
үҙгәртергәСәхәбәләр: «Йә, Рәсүлуллаһ! Башҡа көндәргә ҡарағанда ни өсөн Ғәшүрә көнөн Аллаһы Тәғәлә шулай артыҡ итте?»- тип һораған. Рәсүлүллаһ былай тигән: "Дөрөҫ, Аллаһы Тәғәлә ерҙәрҙе үә күктәрҙе Ғәшүрә көнөндә яратты, диңгеҙ лә Ғәшүрә көнөндә яратты, Ләүхел – Мәхфузделә, ҡәләмде лә Ғәшүрә көнөндә яратты. Әҙәмде Ғәшүрә көнөндә яратты, әсәбеҙ Һауаны Ғәшүрә көнөндә яратты. Йәннәтте яратты һәм атабыҙ Әҙәмде ожмахҡа Ғәшүра көнөндә индерҙе.
Был көндә:Ибраһим ғәләйһиссәләм Ғәшүрә көнөндә тыуҙы. Ул (Ибраһим ғәләйһиссәләм) шул уттан Ғәшүрә көнөндә ҡотҡарылды. Ҡорбан салыу Ибраһим ғәләйһиссәләм Ғәшүрә көнөндә бойоролдо. Фирғәүен батшаһы Ғәшүрә көнөндә батырылды һәм Бәни Исраил улдары уның эҙәрлекләүенән ҡотолдо. Әйүб ғәләйһиссәләм Ғәшүрә көнөндә пәйғәмбәр итеп ебәрелде. Аллаһы Тәғәлә Әҙәм ғәләйһиссәләмдең тәүбәһен Ғәшүрә көн ҡабул итә. Дауыт ғәләйһиссәләмдең гонаһы Ғәшүрә көнөндә ярлыҡанды. Ибраһим пәйғәмбәрҙең улы Исмәғил был көндә тыуҙы. Юныс пәйғәмбәр балыҡ ҡарынынан ҡотолдо. Йософ пәйғәмбәр ҡойонан сығарылды. Сөләймән ғәләйһиссәләмдең падишаһлығы Ғәшүрә көнөндә үҙенә ҡайтарылды. Ғайса ғәләйһиссәләм Ғәшүрә көнөндә тыуҙы. Иҙрис ғәләйһиссәләм үә Ғайса ғәләйһиссәләм мәртәбәгә Ғәшүрә көнөндә күтәрелделәр. Был көн Нух ғәләйһиссәләмдең көймәнән ергә баҫҡан көнөлөр. Шулай булғас, Нух ғәләйһиссәләм ул көндә шөкөр йөҙөнән ураҙа тотто. Ул туфандан ҡотолоп ергә баҫты [4] |
Шиғыйҙарҙа Ғәшүрә
үҙгәртергәШииғыйҙар Ғәшүрәне имам Хөсәйен мәтамы рәүешле үткәрә. Мәтам мөхәррәмдең тәүге ун көнө дауамында бара, Ғәшүрә көнө иң ныҡ ҡайғылы көнгә әүерелә. Ошо көндә, 680 йылдың 10 октябрендә (йәки һижри 61 йыл), Кәрбәлә һуғышында имам Хөсәйен, ағаһы Ғәббәс ибн Ғәли һәм уларҙың 70 арҡалашы үлтерелә. Уларҙың ғазаплы үлемен шиғыйҙар йыл да мәтам итеп үткәрә [3]. Мәтам йолалары Иранда, Әзербайжанда, Афғанстанда, Тажикстанда, Ливанда, Пакистанда, Бахрейнда Фарсы ҡултығының ҡайһы бер илдәрендә һәм шиғыйҙар йәшәгән төбәктәрҙә үткәрелә.
Мәтам йолаһы ваҡытында имам Хөсәйен һәм арҡалаштарының ғазаптары һүрәтләнә, үҙ-үҙҙәрен яфалау, яралау күҙәтелә [3].
Реза-шаһ Пехлеви осоронда (1925—1941) Иране урам буйлап йөрөүҙәр, мистериялар тыйылған була, әммә уны бик үтәп бармайҙар. Иранда Ислам революцияһынан һуң тыйыу көсөн юғалта[3].
Башҡорттарҙа Ғәшүрә
үҙгәртергәБашҡорттарҙа Ғәшүрә Мөхәррәм айының унынсы көнө булараҡ билдәле. Ғәшүрә һүҙе — ғәрәпсә ун тигән һанды аңлата. Был көн айырата хөрмәтләүгә лайыҡ тип ҡабул ителгәнлеге халҡыбыҙҙа Ғәшүрә тигән исемдән дә күренә. Был исемде ғәҙәттә ошо көндә донъяға килгән балаларға ҡушҡандар[5]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Ғәшүрә көнө // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Али-заде, А. А., 2007
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Ислам: ЭС, 1991
- ↑ Ғәшүрә көнө [1]
- ↑ Башҡорт исемдәре. — Өфө, 2005. — 147-се бит
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- на русском языке
- Али-заде, А. А. Мухаррам (архив ) // Исламский энциклопедический словарь. — М.: Ансар, 2007.
- Кушев В. В. Ғәшүрә көнө // Ислам: энциклопедический словарь / отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, 1991. — С. 33.
- на других языках
- Ahmed A.K. The Hidden Truth about Karbala. — Qum: Ansariyan Publications, 2009.
Һылтанмалар
үҙгәртергәҒәшүрә Викимилектә |
- ISLAM 'CELEBRATES' ASHURA: RELIGION OF PEACE GLOBAL ROUND UP (ингл.). — Фото с изображением траурных церемоний в день Ғәшүрә көнө. Дата обращения: 16 март 2013. Архивировано 21 март 2013 года.