Венчурлы фонд
Венчурлы фонд (ингл. venture — хәүефле, ышанысһыҙ) — хәүефле инвестиция фонды, инновациялы предприятиелар һәм проекттар (стартаптар) менән эшләүгә йүнәлеш тота. Венчурлы фондтар үтә юғары һәм сағыштырмаса юғары хәүефле ҡиммәтле ҡағыҙҙарға йә предприятиеларҙың өлөштәренә ныҡ юғары килем көтөп инвестициялар һала. Ҡағиҙә булараҡ, проекттарҙың 70-80 проценты табыш килтермәй, әммә ҡалған 20—30 процент бөтә зыянды ҡаплай.
Был фондтарҙың төп үҙенсәлеге ҡануниәттең уларға хәүефле эшмәкәрлек алып барырға рөхсәт итеүенән тора: хәүефтәрҙе диверсификациялау кәрәге юҡ йә бик түбән, корпоратив хоҡуҡтарҙы һатып алыу ғына түгел, компанияларҙы кредитлау ҙа (мәҫәлән, векселдәр һатып алыу юлы менән) рөхсәт ителә. Уларға тик банк, страховка, инвестициялау тармаҡтарына ғына аҡса һалыу тыйыла.
Инвестициялар баҙарының стартаптар баҫҡысындағы икенсе бер өлөшө булып эшҡыуарлыҡ фәрештәләре тора. Әгәр венчурлы фондтар, ҡағиҙә булараҡ, уртаса кимәлдәге хәүефле проекттарға аҡса һалһа (проектҡа 1—5 млн доллар), эшҡыуарлыҡ фәрештәләре үҙҙәренең эш әүҙемлеген инвестициялау хәүефле булып торған йәп-йәш компанияларға йүнәлтә (проектҡа 50—300 мең доллар).
Рәсәй венчурлы компанияһы менән берлектә ойошторолған венчурлы фондтар
үҙгәртергәДәүләт-шәхси партнёрлыҡ сиктәрендә бөтәһе 7 венчурлы фонд ойошторолған. Был фондтарҙың дөйөм күләме — 18,983 млрд һум. Фондтар 10 йылға ойошторолған. Фондтарҙың форматы: Ябыҡ пайлы инвестиция фонды.
Һәр фондта Рәсәй венчурлы компанияһының өлөшө шәхси инвесторҙарҙың аҡсаһынан 49%. 51% тәшкил итә.[1]
Рәсәй венчурлы компанияһы менән берлектә ойошторолған фондтар исемлеге[2]
Фондтың атамаһы | Фондтың күләме | Идара итеүсе компания |
ВТБ-Фонд венчурный | 3,061 млрд һум | ВТБ Управление активами |
Биопроцесс Кэпитал Венчурс | 3 млрд һум | Биопроцесс Кэпитал Партнерс |
Максвелл Биотех | 3,061 млрд һум | Максвелл Эссет Менеджмент |
Лидер-Инновации | 3 млрд һум | Лидер |
Тамир Фишман Си Ай Джи | 2 млрд һум | Инновационные решения |
Новые технологии | 3,061 млрд һум | Альянс РОСНО Управление активами |
С-Групп Венчурс | 1,8 млрд һум | Север Эссет Менеджмент |
Төбәк венчурлы фондтары
үҙгәртергәДәүләт-шәхси партнерлыҡ сиктәрендә төбәк венчурлы фондтары формалаштырылған. Фондтар 7 йылға ойошторолған. Фондтарҙың форматы: Ябыҡ пайлы инвестиция фонды.
Фондтарҙың активтары структураһы: 25% — федераль бюджет аҡсаһы, 25% төбәк бюджеты аҡсаһы һәм 50% — шәхси инвесторҙар аҡсаһы. Фондтарҙың идара итеүсе компаниялары конкурс нигеҙендә һайланған.
Фондтар исемлеге:[3]
Фондтың атамаһы | Фондтың күләме | Идара итеүсе компания | Иҫкәрмә |
---|---|---|---|
Мәскәүҙең 2-се венчурлы фонды | 800 млн. һум | ВТБ Управление активами | |
Волгоград өлкәһе Венчурлы фонды | 280 млн. һум | Фонд 2013 йылда ябылған | |
Воронеж өлкәһе Венчурлы фонды | 280 млн. һум | «Сбережения и инвестиции» УК ЯАЙ | Фонд пайҙары квалификациялы инвесторҙарға тәғәйенләнгән; пайҙар ММВБ-ла Инновациялы һәм үҫештәге компаниялар секторында (Сектор ИРК) һатыла |
Калуга өлкәһе Венчурлы фонды | 280 млн. һум | «Сбережения и инвестиции» УК ЯАЙ | Фонд пайҙары квалификациялы инвесторҙарға тәғәйенләнгән; пайҙар ММВБ-ла Инновациялы һәм үҫештәге компаниялар секторында (Сектор ИРК) һатыла |
Краснодар крайы өлкәһе Венчурлы фонды | 800 млн. һум | "Сбережения и инвестиции" УК ЯАЙ | |
Красноярск крайы Венчурлы фонды | 120 млн. һум | Тройка Диалог | |
Мәскәү Венчурлы фонды | 800 млн. һум | Альянс РОСНО Управление Активами | |
Мәскәү өлкәһе Венчурлы фонды | 280 млн. һум | Тройка Диалог | |
Түбәнге Новгород өлкәһе Венчурлы фонды | 280 млн. һум | ВТБ Управление активами | |
Новосибирск өлкәһе Венчурлы фонды | 400 млн. һум | "УК "НИКОР кэпитал партнерз" ЯАЙ | |
Пермь крайы Венчурлы фонды | 200 млн. һум | Альянс РОСНО Управление Активами | |
Башҡортостан Республикаһы Венчурлы фонды | 400 млн. һум | «Сбережения и инвестиции» УК ЯАЙ | Фонд пайҙары квалификациялы инвесторҙарға тәғәйенләнгән; пайҙар ММВБ-ла Инновациялы һәм үҫештәге компаниялар секторында (Сектор ИРК) һатыла |
Мордва Республикаһы Венчурлы фонды | 280 млн. һум | Альянс РОСНО Управление Активами | |
Татарстан Республикаһы Венчурлы фонды | 800 млн. һум | Тройка Диалог | |
Татарстан Республикаһы Венчурлы фонды (юғары технологиялар) | 300 млн. һум | АК Барс Капитал | |
Һамар өлкәһе Венчурлы фонды | 280 млн. һум | Инвест-менеджмент | |
Санкт-Петербур Венчурлы фонды | 600 млн. һум | ВТБ Управление активами | |
Һарытау өлкәһе Венчурлы фонды | 280 млн. һум | ВТБ Управление активами | |
Свердловск өлкәһе Венчурлы фонды | 280 млн. һум | "Ермак" УК ЯАЙ | |
Томск өлкәһе Венчурлы фонды | 120 млн. һум | Мономах | |
Төмән өлкәһе Венчурлы фонды | 280 млн. һум | УНИВЕР Менеджмент | |
Силәбе өлкәһе Венчурлы фонды | 480 млн. һум | «Сбережения и инвестиции» УК ЯАЙ | Фонд пайҙары квалификациялы инвесторҙарға тәғәйенләнгән; пайҙар ММВБ-ла Инновациялы һәм үҫештәге компаниялар секторында (Сектор ИРК) һатыла |
Сыуаш Республикаһы Венчурлы фонды | 280 млн. һум | НИК Развитие |
Бынан тыш төбәктәрҙә эшләгән венчурлы фонд: Коммерцияға ҡарамаған дәүләт ойошмаһы «Татарстан Республикаһы Инвестиция-венчурлы фонды».
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ https://www.vedomosti.ru/finance/articles/2019/01/21/791900-startapov
- ↑ http://www.rusventure.ru/investments/funds/ 2009 йыл 20 апрель архивланған. Список фондов, созданных совместно с Российской венчурной компанией
- ↑ РЕГИОНАЛЬНЫЕ ВЕНЧУРНЫЕ ФОНДЫ . 2014 йыл 27 август архивланған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Алексей Герасименко. Финансовый менеджмент - это просто: Базовый курс для руководителей и начинающих специалистов. — М.: Альпина Паблишер, 2013. — 532 с. — ISBN 978-5-9614-4328-8.
- Питер Тиль, Блейк Мастерс. От нуля к единице: Как создать стартап, который изменит будущее = Zero To One Notes on Startups, or How to Build the future. — М.: Альпина Паблишер, 2015. — 192 с. — ISBN 978-5-9614-4839-9.
- Венчурные фонды и другие перспективные технологии для национальной разведки. — М.: МФТИ, 2012. — 118 с.