Баһауетдин (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Баһауетдин — башҡорт ир-ат исеме.
Этимологияһы
үҙгәртергәБаһауетдин исеме башҡорттарға ғәрәп теленән килеп ингән. Баһау (матур, шәп) һәм дин (ир-ат исеме ялғауы) һүҙҙәре ҡушылып төҙөлгән исем. Шәп кеше тигәнде аңлата[1].
Билдәле кешеләр
үҙгәртергәНуриманов Баһауетдин Йәләлетдин улы (2 май 1893 йыл — 11 август 1918 йыл) — Башҡортостандағы инҡилаб хәрәкәте етәкселәренең береһе, Рәсәйҙәге Граждандар һуғышында әүҙем ҡатнашыусы.
Баһауетдин Әдүтов (рус. Багаутдин Адутов; 1788 йыл — ?) — зауряд-есаул, кантон начальнигы. 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
Фамилияла
үҙгәртергәБаһауетдинов Йәһүҙә Ғилметдин улы (3 ғинуар 1922 йыл — 20 март 2000 йыл) — ауыл хужалығы алдынғыһы. 1950—1985 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Благовар районының «Октябрь» колхозы бригадиры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).
Баһауетдинов Рәйес Ғөбәйҙулла улы (15 ғинуар 1926 йыл — 12 июнь 2018 йыл) — ауыл хужалығы алдынғыһы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1962—1986 йылдарҙа Стәрлетамаҡ районының Салауат исемендәге колхоз рәйесе. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған зоотехнигы (1980), райондың почётлы гражданы (1999).
Баһауетдинов Мөхтәр Хәйҙәр улы (Хәйретдин улы); 1921 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, полк батареяһы разведчигы, гвардия старшинаһы.
Баһауетдинов Фәтих Йәһүҙә улы (30 март 1951 йыл) — ғалим-тупраҡ белгесе. 1976 йылдан СССР Фәндәр Академияһының Башҡортостан филиалы Биология институты хеҙмәткәре, 1984 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр; 1997 йылдан Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы. Биология фәндәре докторы (1997), профессор (1998).
Баһауетдинов Абдулхаҡ Хәйретдин улы (рус. Багаутдинов Абдулхак Хайретдинович; 1915 йыл — 12 август 1942 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, лейтенант. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 313-сө кавалерия полкы саперҙар взводы командиры.
Баһауетдинов Мансур Баһауетдин улы (1905 йыл — ?) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, гвардия капитаны. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы кавалерия полкының ветеринар хеҙмәте начальнигы, 2-се ранг ветврачы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1943).
Баһауетдинов Марат Риф улы (рус. Багаутдинов Марат Рифович; 24 июль 1947 йыл) — совет һәм хужалыҡ эшмәкәре, Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
Баһауетдинов Рәшит Ишбулды улы (1 ғинуар 1963 йыл) — Башҡортостан Республикаһының 4-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, эшҡыуар. «Рассвет» компаниялар төркөмөнөң генераль директоры.
Баһауетдинов Ғәмил Әмир улы (рус. Багаутдинов Гамиль Амирович; 10 март 1951 йыл) — ауыл хужалығы һәм йәмәғәт эшмәкәре. «Өфө» тәжрибә участкаһы директоры. Өфө районы 260-сы Михайловка һайлау участкаһы буйынса Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |