Баһауетдинов Мансур Баһауетдин улы

112 - се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры

Баһауетдинов Мансур Баһауетдин улы (1905 йыл — ?) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, гвардия капитаны. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы кавалерия полкының ветеринар хеҙмәте начальнигы, 2-се ранг ветврачы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1943).

Баһауетдинов Мансур Баһауетдин улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 1905
Тыуған урыны Искәндәр, Бик-Ҡарамалы ауыл Cоветы (Дәүләкән районы), Дәүләкән районы
Хәрби звание Капитан
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Мансур Баһауетдин улы Баһауетдинов 1905 йылда хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Дәүләкән районының Искәндәр ауылында тыуған. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Ҡыҙыл Армия сафына алына. Хеҙмәткә Дәүләкән районының хәрби комиссиариаты тарафынан саҡырыла. 8-се кавалерия корпусы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкының ветеринар хеҙмәте начальнигы вазифаһында хеҙмәт итә.

Батырлығы

үҙгәртергә

Мансур Баһауетдинов, полктың ветхеҙмәт начальнигы булараҡ, аттарға ветеринария ярҙамы күрһәтеү эшендә фиҙаҡәрлеге һәм һуғыш яланында яраланған аттарҙы эвакуациялағанда күрһәткән батырлығы өсөн 1943 йылдың 6 февралендә Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә [1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Әҙәбиәттә

үҙгәртергә

Әхтәм Ихсан шәхси күҙәтеүҙәре һәм тарихи документтар нигеҙендә ижад иткән «Саҡма тояҡ аттарҙа» китабында Мансур Баһауетдиновты ла телгә ала. Унда яҙыусы ветеринария хеҙмәте начальнигы Мансур Баһауетдиновтың аттарҙы ауыр хәлдән ҡотҡарыу өсөн бөтә ветеринария врачтарын, фельдшерҙарҙы эшкә ылыҡтырыуы һәм сирле хайуандарҙы лазаретҡа оҙатыуы тураһында яҙа[2].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Наградной лист Багаутдинова Мансура Багаутдиновича
  2. Әхтәм Ихсан. «Саҡма тояҡ аттарҙа». Өфө. Китап. 1995, 417-се бит

Һылтанмалар

үҙгәртергә