Баһауетдинов Марат Риф улы

Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты

Баһауетдинов Марат Риф улы (рус. Багаутдинов Марат Рифович) (24 июль 1947 йыл) — совет һәм хужалыҡ эшмәкәре, Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Милләте - татар.

Баһауетдинов Марат Риф улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 24 июль 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (76 йәш)
Тыуған урыны Октябрьский, Башҡортостан Республикаhы, РСФСР, СССР
Уҡыу йорто Ҡазан дәүләт архитектура-төҙөлөш университеты[d]

Биографияһы үҙгәртергә

Марат Риф улы Баһауетдинов 1947 йылдың 24 июлендә БАССР-ҙың Октябрьский ҡалаһында донъяға килгән.

1971 йылда Ҡазан дәүләт төҙөүсе-инженерҙар институтын тамамлаған.[1]

Хеҙмәт юлын 1966 йылда механикалаштырылған эштәр идаралығында слесарь булып башлаған. Юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң монтажсы, мастер, прораб, өлкән прораб, баш инженер, БНПС тресының төҙөлөш идаралығы етәксеһе вазифаларында эшләгән.

1979 йылда трестың техник бүлеге етәксеһе булып, 1980 йылда шул уҡ трестың партком секретары итеп һайлана.

Баһауетдинов Марат Риф улы артабан "Башсельмаш" заводының директор урынбаҫары, "Башнефтегазмонтаж" тресының баш инженеры булып эшләй.

1988 - 1992 йылдарҙа халыҡ депутаттарының Нефтекама ҡала Советы рәйесе булып эшләй.

1992 йылдан "Инвестор" фирмаһы директоры вазифаһында эшләй. Нефтекама ҡалаһының 98-се Дорожное һайлай участкаһынан Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре үҙгәртергә

«Почёт Билдәһе» ордены

Ғаиләһе үҙгәртергә

Өйләнгән, ҡатыны менән ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр.

Ҡарағыҙ үҙгәртергә


Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Багаутдинов Марат Рифович//Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.удк 930 ISBN 5-8258-0204-5

Сығанаҡтар үҙгәртергә

Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 21.

Һылтанмалар үҙгәртергә