Баһауетдин Әдүтов

зауряд-есаул, кантон начальнигы. 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы

Баһауетдин Әдүтов (рус. Багаутдин Адутов; 1788 йыл — ?) — зауряд-есаул, кантон начальнигы. 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы[1]

Баһауетдин Әдүтов
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 1788
Тыуған урыны Үдик, Барҙы районы
Хәрби звание есаул[d]

Биографяһы үҙгәртергә

Баһауетдин Әдүтов Пермь наместниклығы Уҫы өйәҙе Ғәйнә улусының (хәҙерге Пермь крайы Барҙы районы) Үдик (Епалчиха) ауылында кантон начальниктары булған Әдүтовтар ғаиләһендә тыуа. Атаһы Мөхәмәҙиә Әдүтов 1‑се башҡорт кантоны начальнигы була. Уның улдары Баһауетдин, Камалетдин (1801-?) һәм Низаметдин[2]. Камалетдин да зауряд-есаул, 1831—1841 йылдарҙа 1‑се башҡорт кантоны начальнигы була. Низаметдин хорунжий булып хеҙмәт итә, ул 1850 йылда 1‑се башҡорт кантоны начальнигы булып тора, уның 5 тирмәне була.

Баһауетдин Әдутов хәрби хеҙмәттә 1806 йылдан. 1811 йылдан алып юрта есаулы, 1812 йылдан поход старшинаһы булып хеҙмәт итә, 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнаша.

1814—1816 йылдарҙа Себер даруғаһында дистанция начальнигы. 1820—1831 йылдарҙа 1‑се башҡорт кантоны начальнигы, 14‑се класс чиновнигы була (1821)[1].

Иркутск губернаһында 2 йыл дауамында дистанция начальнигы сифатында этаплы хеҙмәттә була. 2 тирмәне була. 1831 йылда Санкт-Петербургта Башҡорт-мишәр ғәскәрҙәре депутацияһы составында император Николай I аудиенцияһында ҡатнаша. «1812 йылғы Ватан һуғышы иҫтәлегенә» көмөш миҙалы менән бүләкләнгән[1]

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә