Юлиан Венгерский

XII быуатта Бөйөк Венгрияны - Башҡорт илен эҙләп тапҡан мөһим тарихи ҡулъяҙмалар авторы

Юлиан (лат. Iulianus Hungarus OP[2], мадьярса  Julianus barát) — венгр Доминикан ордены монахы, 1230-сы йылдарҙа Бөйөк Венгрияны (Magna Hungaria), венгрҙарҙың төп тыуған илен эҙләп, көнсығышҡа ике тапҡыр сәйәхәт ҡыла. «Көнсығыш Колумбы» (Ласло Бендефи әйткәнсә) булараҡ таныла.

Юлиан Венгерский
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Венгрия короллеге
Тыуған көнө XIII быуат
Тыуған урыны Венгрия
Вафат булған көнө иртәрәк1237
Яҙма әҫәрҙәр теле Латин теле
Һөнәр төрө сәйәхәтсе-тикшеренеүсе
Эшмәкәрлек йылдары XIII быуат[1]
Монашеский орден Доминиканцы[d][1]
 Юлиан Венгерский Викимилектә
Юлиан и Герард. Скульптура работы Антала Кароя (Károly Antal). Будапешт

Юлианға тиклем үк, 1231—1232 йылдар тирәләрендә, «һаман да дәһрилек яңылышлығында ҡалған» көнсығыш венгрҙарын[3] эҙләп, Доминикан орденына ҡараған дүрт венгр юлға сыға. Өсәүһе юлда һәләк була, ә дүртенсеһе — Отто, Бөйөк Венгрияға юл тураһында мәғлүмәт алып, өс йылға һуҙылған мажаралы сәйәхәтенән һуң тыуған иленә ҡайтып йығыла. Отто, ҡайтып һигеҙ көн үткәс, вафат була, әммә ул туплаған мәғлүмәттәрен сиркәү монахтарына тапшырып өлгөрә.

Беренсе сәйәхәт

үҙгәртергә
 
Маршрут странствий брата Юлиана

В первые дни мая 1235 йылда май айының тәүге көндәрендә Юлиан үҙ орденының тағы ла өс монахы менән Буда йәки Пештала урынлашҡан монастырҙан Отто һәм уның иптәштәрҙе үткән юл буйынса сәйәхәткә сыға. Улар һаҡ грамотаһы менән һәм кенәз Бела (буласаҡ король Белы IV) аҡсаһына сәйәхәтте башлай. Монахтар ғәҙәти кейем кейә һәм, «мәжүсиҙәр» араһында айырылып тормаҫ өсөн, һаҡал һәм дә сәстәрен үҫтерә. Секешфехервар, Печ, Белград, Ниш, София, Филиппополь һәм Адрианополь аша барып, доминикандар бер айҙа Констанинополгә барып етә. Кесе Азия ярҙары буйлап караптарҙа 33 көн йөҙгәндән һуң монахтар Матархаға (Тмутаракань) барып инә. Юлдаштар эҙләү өсөн 50 көн сарыф итәләр, тик август аҙағында ғына сәйәхәттәрен дауам итеү мөмкин була. Кубань йылғаһы буйлап йөҙөп барып, йылға бөгөлөндә көньяҡ-көнсығышҡа боролалар һәм сентябрь аҙағына аландар иленә барып етәләр.

«Татарҙар яҡын ғына, тигән имеш-мимештәргә ышанып һәм татарҙарҙан ҡурҡып»[4], Юлиандың ике юлдашы Венгрияға кире ҡайтырға ҡарар итә. Сәйәхәттәрен дауам итеү өсөн ҡалған Юлиан менән Герард аслы-туҡлы килеш тағы ла 6 ай шунда үткәрергә мәжбүр була. Күрәһең, 1236 йылдың мартында ғына төньяҡҡа табан юлдарын дауам иткәндәрҙер.

Тағы ла 37 көн ауыр юл үткәндән һуң Вела тигән илгә (күрәһең, Уил йылғаһы буйылыр) барып етәләр. Улар бер ни тиклем ваҡыт Бунда ҡалаһында йәшәй, шунан икенсе ҡалаға күсә, унда 7 майҙа монах Герард вафат була. Юлиан үҙе, хеҙмәтсе булып ялланып, хужаһы менән бергә Бөйөк Булғар иленә йүнәлә. Унда уға бер ҡатын Бөйөк Венгрияның ҡайҙа булыуын күрһәтә. «Ҙур Этиль йылғаһына яҡын урында» Юлиан телдәре тотошо менән венгр булған кешеләрҙе осрата: улар уны һәм ул уларҙы бик яҡшы аңлай"[5][6][7] . Ихлас күңел менән ҡабул иткәндәренә күрә доминикан монахы бер айға яҡын улар араһында йәшәп китә.

20 июндә Юлиан ҡайтыр юлға сыға. Ул мордвалар ерен үтеп, август урталарында Түбәнге Новгородҡа барып етә, шунан Владимир, Рязань, Чернигов, Киев һәм Галич ҡалаларын үтеп, 27 декабрҙә Карпат тауҙары артыла. 1237 йыл башында Юлиан, күрәһең, Будаға барып етә һәм король Бела Дүртенсегә доклад менән инә, шул уҡ йылдың яҙында Римдә була. Юлиандың папа Григорий Туғыҙынсыға белдереүен монах Рихард яҙып ала.

Икенсе сәйәхәт

үҙгәртергә

1237 йылдың көҙөндә Юлиан тағы ла юлға сыға. Рустың көнсығыш сиктәренә еткәс, Бөйөк Венгрия менән Булғарияны монголдарҙың талауы тураһында белә. Ҡасаҡтарҙан Юлиан монгол ғәскәрҙәренең урыҫ кенәзлектәре сиктәрендә тупланыуы һәм, ҡыш етеп, йылғалар һәм һаҙлыҡтар туңғас, урыҫ иленә баҫып инәсәктәре тураһында белә. Кире ҡайтҡанында Юлиан һуғыш еле теймәгән Суздаль кенәзлегендә була, уны кенәз ҡабул итә.

Сығанаҡтарҙы өйрәнеү өсөн әһәмиәте

үҙгәртергә

Юлиандың сәйәхәттәре ике ҡулъяҙмала һүрәтләнгән — Relatio fratris Ricardi, уның һүҙҙәре буйынса монах Рихард яҙған докладта (Richardus), һәм Epistula de vita Tartarorum ("Татарҙарҙың томошо тураһында хат"та) —[8]Юлиан Сальвио де Сальвиның (Salvio de' Salvi) архиепископ Перуджиға, папаның Венгриялағы легатына биргән үҙенең отчет яҙмаһында. Был ҡулъяҙмалар Волга Булғарияһына монголдарҙың баҫып инеү тарихы буйынса мөһим документ булып тора. Тарихсылар Юлиан хәбәр иткән мәғлүмәттәрҙең күбеһенсә дөрөҫлөккә тап килеүен таный, сөнки улар сикле кешеләргә алып уҡыу рөхсәт ителгән ябыҡ һәм эшлекле характерҙағы документтарҙа сағылыш тапҡан[9].

Нәфис әҙәбиәттә

үҙгәртергә

В. В. Каргаловтың «Көнсығыш Колумбы» тарихи повесы Юлиандың сәйәхәтенә арналған. Повесть сығанаҡтарға ярашлы яҙылған, автор урыны менән туранан-тура Юлиандың отчет тексын бирә. Юлиандың холҡон ҡылыҡһырлағанда автор фантазияһы асыҡ күренә. Повесть башында Юлиан китап уҡыусының күҙ алдына, риүәйәттәрҙә һөйләнгәнсә, венгрҙарҙың ата-бабаларының тыуған иленә һәм уның йыраҡ туғандары йәшәгән таныш булмаған илдәргә сәйәхәт итергә хыялланған йәш монах булып баҫа. Алыҫ туғандарын ул «баҫалҡы холоҡло һәм тиҙ генә ышанып барыусан кешеләр» итеп күҙ алдына килтерә , шуға ла уларға «бер туғандарына барған кеүек асыҡ күңел» менән барырға теләй. Әммә Юлианды юлға әҙерләгән монастырь начальниктары көнсығыш венгрҙарҙы рухи яҡтан аҙашҡан һәм гонаһтарға батҡан мәжүсиҙәр тип һүрәтләй, уларҙы көс менән йәки хәйлә менән ысын католик диненә килтерергә кәрәк тип инандырырға тырыша.

Музыкала

үҙгәртергә

Юлиандың сәйәхәте тураһында Dalriada Julianus Utja («Путь Юлиана») венгр төркөмө йырында йырлана.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #104106905, Record #102268827 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. Liste lateinischer Autoren und anonymer Werke des 13. Jahrhunderts (ca. 1170-1320) (нем.). — Monumenta Germaniae Historica. Дата обращения: 11 ғинуар 2009. Архивировано 24 март 2012 года.(нем.). — Monumenta Germaniae Historica. Тәүге сығанаҡтан архивланған 24 март 2012. 11 ғинуар 2009 тикшерелгән.
  3. Liste lateinischer Autoren und anonymer Werke des 13. Jahrhunderts (ca. 1170-1320) (нем.). — Monumenta Germaniae Historica. Дата обращения: 11 ғинуар 2009. Архивировано 24 март 2012 года.(нем.). — Monumenta Germaniae Historica. Тәүге сығанаҡтан архивланған 24 март 2012. 11 ғинуар 2009 тикшерелгән.
  4. О существовании Великой Венгрии, обнаруженной братом Рихардом // Исторический архив. — 1940. — Т. 3. — С. 77—82.
  5. По мнению, С. Аннинского, это не Волга, а река Белая, приток Камы.
  6. По мнению же П. Д. Степанова это было Среднее Поволжье. Степанов П. Д. «Памятники угорско-мадьярских (венгерских) племен в Среднем Поволжье // Археология и этнография Башкирии. Уфа, 1964.»
  7. По версии Смирнова А. П. венгров повстречали в Нижнем Поволжье. Смирнов А. П. «Археологические данные об угро-венграх в Поволжье // Проблемы археологии и древней истории угров. -М., 1972.»
  8. Храпачевский Р. П. Военная держава Чингисхана. — М.: АСТ, 2005. — С. 424.
  9. Храпачевский Р. П. Военная держава Чингисхана. — М.: АСТ, 2005. — С. 424.