Өфө II ҡаласығы

(Өфө II битенән йүнәлтелде)


Өфө II ҡаласығыӨфө ҡалаһының үҙәгендә, хәҙерге Пушкин — Яңы түшәлгән урам, Октябрь революцияһы урам — С. Юлаев проспектының башында урынлашҡан боронғо ҡаласыҡ. Өфө II ҡаласығы — IV-XIV бб. археологик ҡомартҡыһы. Ҡаласыҡ ике тәрән йырын барлыҡҡа килтергән моронда урынлашҡан. Мәҙәни ҡатламдың тәрәнлеге 4 метрға етә. 1961 йылдан алып дәүләт һаҡлауы аҫтындағы тарихи-археологик ҡомартҡы булып тора[1][2].

Боронғо ҡаласыҡ
Городище Уфа II
башҡ. Өфө II ҡаласығы
Испан картографы Меркаторҙың 1554 йылғы картаһында Паскерти ҡалаһы
Испан картографы Меркаторҙың 1554 йылғы картаһында Паскерти ҡалаһы
Ил Рәсәй
Республика Башҡортостан
Статус Тарихи-археологик ҡомартҡы
Бөгөнгө хәле Тарихи-археологик ҡомартҡы

Өфө-II ҡаласығының урынлашыуы

үҙгәртергә

Өфө-II ҡаласығы Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының Киров районы 533-сө һәм 570-се кварталдары территорияһында урынлашҡан. Ҡаласыҡты беренсе булып асыусы П.Ф. Ищериков 1953 йылда ҡаласыҡтың урынлашыуын түбәндәгесә һүрәтләй: «Пушкин урамы бында ике яҡтан да текә, тәрән һәм киң — «Пушкин» һәм «Ильинский» — йырындары бар. Урам туберкулёз дауаханаһы (Тушнов йорто) урынлашҡан бейек һәм киң морон менән тамамлана. Артында ҡушылған ике йырын тәрәнерәк бер бөтөн йырынға әйләнгән тағы ла бейегерәк урынында тора был морон. Йырындар төбөндә ағып ятҡан шишмәләр, бер бөтөнгә ҡушылып, ҙур көс менән Ағиҙел йылғаһына ҡоя. Морондоң йырын төбөнән бейеклеге — 50-60 метр. Шул сәбәпле, уға өс яҡтан да инеү мөмкин түгел. Морондоң көнбайыш яғы (XVIII быуаттан башлап йорттар төҙөлгән) терраса рәүешендәге ҡалҡыулыҡтар менән айырылып тора. Луначарский баҡсаһы яғына, Министрҙар Советы бинаһына һәм артабан Академия театрына күтәрелгәндә, был бик һиҙелә».

Өфө-II ҡаласығын тикшереү

үҙгәртергә

Өфө-II ҡаласығын 1953 йылда Өфөлә йәшәгән билдәле тыуған яҡты өйрәнеүсе Пётр Фёдорович Ищериков аса. 1953 йылдың 8-9 сентябрендә ул Пушкин урамында алып барылған ер эштәрен күҙәтә. Был урамдың уң яғында С.Ҡудаш урамынан (хәҙерге Яңы түшәлгән урам) Воровский урамына (хәҙерге Салауат Юлаев проспекты) тиклем һалынған һыу үткәргес траншеяға иғтибар итеп, тикшеренеүсе археологик материалдарҙың булыуын теркәй. Тикшереү барышында траншея стеналарында һәм уның өйөмдәрендә төрлө йорт һәм ҡырағай хайуандарҙың ярыҡ һөйәктәре, көл, айырым күмер һәм һөйәктәрҙең ҡалын ҡатламдары, шулай уҡ ҡалын стеналы һәм нәҙек стеналы балсыҡ изделиелар фрагменттары, (усаҡта аҙыҡ бешереүгә оҡшаған) утта яндырылыу эҙҙәрен таба. П.Ф. Ищериков үҙенең табышы тураһында үҙенең ғилми етәксеһе Һарун Вәли улы Йосоповҡа хәбәр итә. Һ. В. Йосопов траншеяның стеналарын таҙарта, серек ҡаҙыҡтар һәм ята торғас тығыҙланған ағас ҡалдыҡтарын таба. Әммә территория тулыһынса тикшерелмәй ҡала. 1954 йылда Ағиҙел йылғаһы аша автомобилдәрҙә йөк ташыу күпере төҙөлә башлай, был эргә-тирәләге территорияны масштаблы үҙгәртеп ҡороуға килтерә. Уны тигеҙләйҙәр, йырындарҙы күмәләр, ә йырындар төбөндәге шишмәләр бетон торбалар эсенән ағыҙыла. Воровский урамынан мәҙәни ҡатлам 1 метрҙан ашыу тәрәнлеккә, Ә Пушкин урамы буйлап көнбайыш йүнәлештә — 2 метр тәрәнлеккә ҡырҡыла. Тротуарҙарға асфальт япҡанда ла мәҙәни ҡатлам киҫелә. П.Ф. Ищериков үҙенең асышын яһаған һыу үткәргес траншея ла күмелә, ә уға яҡын 2,2 метр тәрәнлектәге тағы бер траншея ҡаҙыла. п. Ф. Ищериков был траншеяны таҙарта, уның көньяҡ стенаһының профилен ала һәм күтәреү (подъёмный) материал йыя. Артабанғы йылдарҙа күтәреү материалдарын йыйыуын дауам итә, ә 1957 йылда П.Ф. Ищериков ҡомартҡыла 6×2 м тәрәнлектәге ҡаҙыныу эштәрен үткәрә, был беренсе тапҡыр объектты археологик ҡомартҡы булараҡ тасуирларға мөмкинлек бирә. Ҡаҙыныу эштәре ҡатмарлы стратиграфияға эйә, ҡара гумус ҡатламдарынан, көл ҡатламдарынан, серек ағастарҙан торған ҡеүәте 3 метрға тиклем мәҙәни ҡатламды аса, ул ә ер өҫтөнән 60-80 см тәрәнлектә ҡеүәте 20 см һәм диаметры метр самаһы булған усаҡ табы табыла.

Был ҡаласыҡ I быуатта уҡ төҙөлгән һәм XV—XVI быуаттарға тиклем һаҡланған.

Испан картографы Меркаторҙың 1554 йылғы картаһында хәҙерге Ҡариҙел йылғаһы тамағында урынлашҡан ҡала Башҡорт (Башкирти) тип атала.

Ҡаҙыныуҙар барышында монументаль архитектура объекттары: нигеҙенең киңлеге 10 метр, бейеклеге 4—5 метрға еткән ҡеүәтле диуар, тәрән һәм киң соҡор, тура мөйөшлө һәм тирмә рәүешендәге торлаҡ эҙҙәре, уртаса киңлеге 2 метр, оҙонлоғо 50 метрҙан ашыу ағас күпер, тимер һәм баҡыр иретеү мейестәре, ювелир оҫтаханаһы ҡалдыҡтары табылды.

Хеҙмәт ҡоралдары, керамика, биҙәү һәм ҡорал әйберҙәре һәм башҡаларҙан, шул иҫәптән ХIII–ХIV быуаттарҙағы 19 көмөш тәңкәнән торған матди мәҙәниәт әйберҙәренән ҙур коллекция тупланды

Табылған материалдар V—XII быуатта уҡ ҡала булған тип раҫларға мөмкинлек бирә. Табылдыҡтар Өфө II ҡаласығы ул осорҙаға иң ҙур мәҙәни һәм сәйәси үҙәге булыуын дәлилләй.

 
Бронзанан ҡойолған ат һыны. VI—VII бб.

Ҡаҙыныуҙар барышында йыйылған керамика түбәндәге төрҙәргә: турбаҫлы (яҫы төбө һәм тамағы ҙур диаметрлы ҡалын стеналы орнаментһыҙ тупаҫ эшкәртелгән һауыттарҙан ғибәрәт); бахмут (тәртипһеҙ урынлашҡан түңәрәк соҡораҡ биҙәктәрҙән торған түңәрәк йәки яҫыланған төплө ҙур булмаған һауыттарҙан ғибәрәт), ҡараяҡуп мәҙәниәте (керамика муйыны тирәләй ҡыя һыҙыҡ, сатраш, соҡораҡ һәм ҡабарынҡы биҙәк, ауыҙы тирәләй һырҙар менән биҙәлгән түңәрәк төплө көршәк рәүешендәге әүәләп эшләнгән һауыттарҙан тора), кушнаренко (бәләкәй муйыны һәм яурыны буйлап горизонталь билбаусыҡтар, сиратлашҡан киҫелештәр йәки зигзагтар менән биҙәлгән йоҡа стеналы һауыттары менән тасуирлана) бүленә. Шулай уҡ өҫкө йөҙө ялтыратылған, бау һәм теш орнамент менән биҙәлгән сейәлек мәҙәниәте керамикаһы ҡалдыҡтары теркәлгән.

Керамиканан тыш һөйәктән әйберҙәр (уҡ башаҡтары, аҫылмалар, йәйә япмалары), шулай уҡ балсыҡ ҡолғалар, балыҡ тотоу селтәре батырғыстары грузила, бронза беләҙектәр, быяла һәм гәрәбә муйынсаҡтар) табыла.

1958 йылдан Өфө-II ҡаласығын Н. А. Мәжитов тикшерә башлай, 2004, 2006—2010 йылдарҙа дауам итә. Ул 20 квадрат метр майҙанды биләгән яңы ҡаҙыныу эштәренә нигеҙ һала. Ҡаҙыныуҙар ҡаласыҡтың ҡатмарлы стратиграфияға эйә булыуын күрһәтә. Өҫкө ҡатламы 15-20 см ҡалынлыҡта була һәм ҡом, ҡырсынташ һәм кирбес ҡалдыҡтары һ.б. менән ҡатнашҡан тығыҙ, ныҡ тамғаланған ерҙән тора. Артабан ҡалынлығы 30-85 см булған ҡара-көрән ныҡ тамғаланған ҡатламдан (суспеси) тора. Унда бик күп хайуан һөйәктәре һәм биҙәкһеҙ керамика табыла. Ҡаҙыныуҙың көнбайыш яғындағы был ҡатлам һуң барлыҡҡа килгән ике соҡор арҡаһында ныҡ емерелә. Беренсе соҡор көл, ағас күмере һәм хәҙерге керамика ярсыҡтары менән ҡатнашҡан 75 см тәрәнлектә ҡара тупраҡ менән тулған була. Икенсе соҡорҙоң тәрәнлеге 1,5 м, унда серек ағас бағаналар, XVIII быуат тәңкәләре һәм башҡа әйберҙәр табылған. Урындағы халыҡ һөйләүенсә, был соҡор урыҫ мунсаһының ҡалдығы булған. Ҡараһыу көрән ҡатламы аҫтында уртаса 1 м ҡалынлыҡтағы ҡараһыу һоро ҡатлам ята. Ҡатламда ҡеүәте яҡынса 10 см булған көл һәм ағас күмер ҡатламдары күҙәтелә. Ҡараһыу һоро ҡатлам күп һанлы керамика һәм хайуан һөйәктәренән торған көл ҡатлам менән түшәлгән. Ҡатлам ҡатмарлы структураға эйә була. Ҡаҙыныуҙың көнсығыш осонда көл ҡатламының ҡеүәте 1-1,1 м тәшкил итә, серек ағас ҡатламының ҡыҫылып инеүе асыҡлана. Ҡаҙыныу уртаһында көл ҡатламы ҡатламлана. Ҡаҙыныуҙың көнбайыш осонда көл ҡатламының ҡеүәте 20 см-ға тиклем кәмей. Көл ҡатламынан түбәнерәк ҡара-көрән төҫтәге, ярлы керамика, хайуан һөйәктәре һәм башҡа әйберҙәрҙән торған ҡатлам урынлаша. Ҡатламда ағас күмерҙәре, серек ағас һәм яндырылған һалам ҡалдыҡтары менән айырым көл линзалары теркәлә. Иң түбәнге мәҙәни ҡатлам 3-4 см-ҙан һайын ҡара-көрән ҡатлам менән сиратлашҡан күмерле йоҡа көл ҡатламдарынан тора. Был ҡатламда бер нисә тиҫтә керамика ярсыҡтары табыла. Артабан ҡара төҫтәге ҡом ҡитғаһы килә[3].

Иң ҡыҙыҡлы табылдыҡтар араһында бер нисә «каури» аҫылма ҡабырсаҡ, шулай уҡ 1,6 м тәрәнлектә табылған, тау гәлсәәренән эшләнгән, ҡулында өс йылан тотҡан ҡанатлы гений һүрәте төшөрөлгән парфян геммаһын билдәләргә кәрәк. Был гемма нигеҙендә П. Ф. Ищериков ҡомартҡының түбәнге сиген — б. э. т. I быуат һәм б. э. I быуат — билдәләй. Һәйкәлдең үрге сиге бахмутин тибындағы керамика буйынса - б. э. IV-VII быуаты — билдәләнә. Шулай итеп, Өфө — II ҡаласығының дөйөм датаһы, П. Ф. Ищериков фекеренсә, яҡынса б. э. т. I быуат — б. э. VII быуат сиктәрендә була.

 
Тау гәлсәренән яһалған ҡанатлы кешене һүрәтләндергән гемма. I быуат.

1828 йылда алтын Византия тәңкәһе табыла. Был турала 1832 йылда Рәсәй академияһының журналында ла яҙып сығалар. Артабан да крайҙы өйрәнеүселәр бик күп алтын һәм башҡа ҡиммәтле таштарҙан яһалған биҙәүестәр, шулай уҡ VII быуат аҙағы, VIII быуат башы менән билдәләнгән алтын Византия сылбырының фрагментын таба.

1953 йылда билдәле крайҙы өйрәнеүсе Петр Ищериков Өфө—II ҡаласығы булыуын билдәләй. Артабан уны төрлө йылдарҙа Садиҡова Мәхмүҙә Хисай ҡыҙы, Овсянников Владимир Владиславович, Нияз Мәжитов өйрәнә. Өфө-II ҡаласығының мәҙәни ҡатламы дүрт, урыны менән — унан да күберәк метрға етә. Ҡаҙыныу эштәре һөҙөмтәһе ҡаласыҡтың мең йыл ярымға яҡын элек нигеҙләнеүен раҫлай.

Иң тәүге һәм билдәле датаға бәйләнгән табыш — хәҙерге Медицина университетының административ биналары урынында беҙҙең эраның VII-VIII быуатына ҡараған ҡиммәтле әйберҙәр.

1500 м2 ашыу ер ҡаҙылған. Ҡаласыҡ киңлеге 1011 м, бейеклеге — 4 м ашыу булған өйөм һәм соҡорҙан ғибәрәт. Киңлеге 3 метрға тиклем булған таҡта түшәлгән урамдар кварталы планы билдәләнә. Бер нисә, ҡайһы берҙә таш платформаға ҡоролған асыҡ усағы булған каркас бағана конструкциялы ер өҫтө торлаҡтары, тәрәнлеге 2 метрға тиклем хужалыҡ соҡорҙары асыҡланған. Шулай уҡ бер нисә мәҙәни ҡатламға ҡараған, Урта Азия,Төньяҡ Кавказ, Урта Волга буйы эш һәм яу ҡоралдары, биҙәүестәр, бәйләүестәр, зооморф һүрәттәр төшөрөлгән эшләнмәләр, ҡәмәрҙәр, көмөш тәңкәләр, хайуан һөйәктәре табылған. Ҡаласыҡта йәшәгән кешеләр тимер эшкәртеү, көршәкселек, һөйәк ҡырҡыу, туҡыу, зәргәр етештереү, сауҙа, малсылыҡ менән шөғөлләнгән. Өфө II ҡаласығы яҡында урынлашҡан ҡәберлектәр һәм ҡаласыҡтар комплексы тип ҡарала. Ҡомартҡы — II-XIV быуат яҙмаларынан билдәле урта быуат Башҡорт ҡалаһы.

Өфө—II ҡаласығы буйынса етди эш 2006 йылдың ноябренән 2007 йылдың 30 ғинуарына тиклем алып барыла. Ҡаҙыныу эштәре барышында археологтар беҙҙең эраның VII—VIII быуатына ҡараған алтын һәм көмөш изделиеларҙың фрагменттарына юлыға. Алтын Урҙа осоро тәңкәләре лә ҙур табыш булып тора.

Ҡаҙыныуҙар барышында тикшеренеүсе бахмут, турбаҫлы һәм кушнаренко мәҙәниәттәрен сағылдырған ете төргә бүлгән керамика йыйған.

Йыйылған керамиканың беренсе төрө мәҙәни ҡатламдың өҫкө горизонттарында осраған биҙәлмәгән, ҡулдан эшләнгән һәм тигеҙ булмаған һәм тупаҫ эшкәртелгән, ҡом һәм ағас ҡушылған балсыҡтан эшләнгән яҫы төплө һауыттарҙан ғибәрәт. Был типҡа ҡараған һауыттарҙың күбеһе тәпәш йәки бейек муйынлы көршәк формаһында, әммә тәпәш кәсә формаһындағы һауыттар ҙа бар. Икенсе төрө ҡом ҡушылмаһынан эшләнгән, өҫкө йөҙө һыу ярҙамында яҡшы шымартылған балсыҡ һауыттарҙан ғибәрәт. Был төр һауыттарҙың эске йөҙөндә штамп эҙҙәре бар. Һауыттар орнаментлы һауыттарҙың муйыны һәм өҫкө өлөшөндә ваҡ ҡыя әүернәләр, ромбсыҡтар, соҡораҡтар, өсмөйөштәр, шыршылар, зигзагтарҙан торған һыҙаттар менән сиратлашып, горизонталь семәрле билбауҙар төшөрөлгән. Һауыттар бейек тура муйынлы, урта өлөшө шар формаһында һәм төбө яҫы. Керамиканың өсөнсө төрө орнаментлы бейек булмаған, бер аҙ бөгөлгән тажлы, урта өлөшө тәпәш шар кеүек, төбө түңәрәк һауыттарҙан ғибәрәт. Орнаментацияһы — бөтә өҫкө йөҙөндә тәртипһеҙ урынлашҡан ваҡ түңәрәк соҡораҡтар. Дүртенсе типтағы керамика өсөнсө типтағы керамиканан яурыны буйлап бер йәки бер нисә горизонталь рәт булып урынлашҡан өсмөйөшлө соҡораҡтар рәүешендәге биҙәлеше һәм шыма йөҙө менән айырыла. Бишенсе типтағы керамика — өҫкө мәҙәни ҡатламдарҙа табылған ҡара төҫтәге биҙәлмәгән көршәк түңәрәгендә, муйыны ҡыҫҡа һәм урта өлөшө артыҡ киңәйтелеп, эшләнгән. Күтәреү (подъёмный) материалынан бүленеп алынған алтынсы типтағы керамикаға биҙәлмәгән, бейек муйынлы, урта өлөшө шар формаһында һауыттар ҡарай. Етенсе типтағы керамика күтәреү материалында табылған урта өлөшө ныҡ ҡабарынҡы орнаментлы ҙур көршәк формаһындағы һауыт фрагменты аша күрһәтелә. Орнаменты — муйыны буйлап горизонталь рәүештә бер рәттә урынлашҡан түңәрәк соҡораҡтар һәм һауыттың өҫкө өлөшөндәге шыршы биҙәктәре[4].

Шулай уҡ ҡаҙыныуҙарҙа күп һанлы һөйәк әйберҙәр (ҡыҫҡа яҫы һаплы уҡ башаҡтары, пластинкалы япмалар, ҡылыс йәки бысаҡ тотҡаһы булып хеҙмәт иткән шымартылған торба, айыу һөйәктәренән аҫылма биҙәүестәр) табылған. Табылған металл әйберҙәр бронза пластинкалы таҡталарҙан (бляшки), остары ҡалын беләҙектән, өсмөйөш формаһындағы бляшка-сулпынан ғибәрәт. Таштан эшләнгән әйберҙәр игенде ышҡыу, тирмән ташынан һәм бер оселок ватыҡтарынан ғибәрәт[5].

Н.А. Мәжитов П. Ф. Ищериков менән берлектә төҙөгән баҫмаһында ҡомартҡының датаһын раҫлай, бының өсөн табылған парфян геммаһына таяна. Табылған дүртенсе типтағы һауыттарҙы һәм бронза бляханы Н.А. Мәжитов шулай уҡ ҡаласыҡтың иртә осорона ҡарата, был табылдыҡтарҙы пьянобор мәҙәниәте ҡомартҡылары менән бәйләй(б. э. I-II бб.). Ҡаласыҡтың өҫкө датаһы бахмут мәҙәниәтенә хас өсөнсө типтағы һауыттар буйынса билдәләнә (б.э. III-VII бб.).

 
Балсыҡ һауыттар.

1968 йылда М.Х. Садиҡова ҡаласыҡта бәләкәй ҡаҙыныуҙар үткәрә, ләкин отчёт материалдары билдәле түгел, ә йыйылған материал РФА-ның Өфө фәнни үҙәгенең Археология һәм этнография музейында һаҡлана.

Һуңыраҡ, XX быуаттың 70-се йылдары аҙағында, йыйылған археологик материалды мәҙәни-хронологик идентификациялау үткәрелгәндән һуң, ҡаласыҡ керамикаһы бахмут, турбаҫлы, романов һәм ҡараяҡуп мәҙәниәттәренә индерелә, ә Өфө ҡаласығы үҙе беҙҙең эраның I мең йыллығы ҡомартҡыһы булараҡ билдәләнә.

1990 йылда боронғо ҡомартҡыны В.В. Овсянников, Ә.Н. Солтанова, Ф.А. Сөнғәтов, Р.Б. Исмәғилов тикшерә. 1990 йылда Өфөнөң көньяҡ сигендә автомобиль юлын киңәйтеү буйынса пландар барлыҡҡа килә, Был Өфө-II ҡаласығы сатында (Тушнов йорто усадьбаһы территорияһында) һаҡ ҡаҙыныуҙары үткәреү кәрәклеген актуалләштерә. Был ҡаҙыныуҙарҙы В.В. Овсянников үткәрә. Тикшеренеүсе дөйөм майҙаны 92 квадрат метрлыҡ ҡаҙыу эштәренә нигеҙ һала. Асылған мәҙәни ҡатламдың ҡеүәте 1,5 метр тәшкил итә.

Ҡаҙыныуҙар ауылдың йәшәү осорона ҡараһа ла, бер дәүерҙә ҡоролмаған алты хужалыҡ соҡорон табырға мөмкинлек бирә. Хужалыҡ соҡорҙары формаһы һәм конструкцияһы буйынса бер-береһенән айырылып тора һәм, күрәһең, иген һаҡлау өсөн тәғәйенләнгән була.

Табылдыҡтарҙың төп массаһы В.В. Овсянников тарафынан алты төргә бүленгән балсыҡ һауыт-һаба ватыҡтарынан тора.

 
Алтын колт. VII-VIII быуат Өфө ҡәберлектәре.

Беренсе типтағы керамика тышҡы яҡҡа бөгөлгән тажлы һәм шамот ҡушылмалы ҡамырҙан эшләнгән, өҫтө тигеҙ түгел, төбө яҫы һылап эшләнгән тәпәш муйынлы романов мәҙәниәтенә ҡараған көршәктән ғибәрәт. Икенсе типтағы керамика бахмут мәҙәниәтенә ҡараған, тәпәш һәм киң муйынлы, тышҡа бөгөлгән тажлы һәм ҡом һәм ваҡ таштар ҡушылмаһы менән ҡамырҙан эшләнгән түңәрәк төбө булған орнаментлы һылап яһалған һауыттарҙан ғибәрәт. Был типтағы керамика орнаменты — бөтә һауыт буйлап түңәрәк йәки өсмөйөшлө һырҙар. Өсөнсө типтағы керамика (имәндәш керамикаһы) — иләнгән ҡом ҡушылмалы ҡамырҙан орнаментлап һыланған тәпәш муйынлы йәки киң муйынлы, өҫтө яҡшы шымартылған, тышҡа бөгөлгән йәки тура тажлы, урта өлөшө яҫы һәм төбө түңәрәк. Орнаменты — һауыт муйыны буйлап бер йәки ике рәт өсмөйөшлө баҫмаларҙан ғибәрәт. Дүртенсе типтағы керамика турбаҫлы керамикаһына яҡын, ваҡ ҡом ҡушылмаһы менән ҡамырҙан эшләнгән, биҙәкһеҙ, тамағы тәпәш һәм киң, тажы тышҡа бөгөлгән, төбө түңәрәк һәм яурыны буйлап барған һылап яһалған һауыттарҙан ғибәрәт. Бишенсе типтағы керамика кушнаренко мәҙәниәтенә ҡараған орнаментлы һылап эшләнгән көршәктәрҙән ғибәрәт, уларҙың тамағы бейек һәм тар, тажы тышҡа бөгөлгән, төбө түңәрәк, стенаһы бик нәҙек (3-4 мм), иләнгән ҡом ҡушылмалы он һымаҡ ҡамырҙан яһалған. Һауыттарҙың орнаменты нәҙек семәрле һыҙыҡтарҙан тора, уларҙа лунница һымаҡ тараҡ ҡырлы штамп баҫымдары һәм муйыны буйлап урынлашҡан төрлө комбинацияларҙағы ҡыя һырлауҙар бар. Алтынсы типтағы керамика ҡараяҡуп мәҙәниәтенә ҡараған, тажы тышҡа бөгөлгән һәм төбө түңәрәк, һылап эшләнгән тәпәш муйынлы көршәктәрҙән ғибәрәт. Орнамент ҡыя һырлауҙарҙан, шыма штамп менән эшләнгән лунница һымаҡ баҫымдарҙан, тажы буйлап һырланған һыҙыҡтарҙан һәм һауыттарҙың өҫкө өлөшөндә теҙелгән «ынйыларҙан» ғибәрәт.

Керамика араһында шулай уҡ Үрге Кама буйының археологик ҡомартҡыларына хас булған ҡырлы штамп һәм бау баҫымдары менән биҙәлгән һауыттарҙың ватыҡтарынан ғибәрәт.

Табылған керамика әйберҙәре шулай уҡ пряслицаларҙан һәм тигляларҙан тора. Таш әйберҙәр оселкаларҙан һәм таш кәсәнән ғибәрәт. Шулай уҡ һөйәктән эшләнгән әйберҙәр (уҡ башаҡтары, ҡул ҡапламалары, эш ҡоралдары өсөн һаптар), ике паста кеүек муйынсаҡ, бронза балдаҡ, ҡаптырма рамы табылған. Иң ҡыҙыҡлы табылдыҡ- мөгөҙ тараҡ.

Ҡаласыҡтың төп йәшәү дәүерен В. В. Овсянников б. э. V-VII быуаттарына ҡарата.

1953 йылдан 1991 йылға тиклем ҡаласыҡта бөтәһе 127 м2 мәҙәни ҡатлам өйрәнелә. Һәйкәлдең үҙәк майҙансығы һәм көнсығыш сиге тикшерелә.

2004 йылғы Пушкин урамында төҙөлөш эштәре һөҙөмтәһендә ҡаласыҡ майҙансығының бер өлөшө емерелә. Ҡаласыҡ янында төҙөлөш эштәре алып барыу һәм ҡомартҡы мәҙәни ҡатламының даими емерелеүе 2006 йылдан алып стационар һаҡлау ҡаҙыныуҙары үткәреү кәрәклеген актуалләштерә. Ошо эште башлау инициативаһы — Н.А. Мәжитовтың ҡаҙанышы.

2006-2008 йылдарҙа һаҡ ҡаҙыныуҙары Башҡорт дәүләт университеты һәм Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы Ғилми-етештереү үҙәге көсө менән үткәрелә. Был ҡаҙыныуҙар ваҡытында яҡынса 700 метр 2 майҙанда ҡеүәте 3 метрҙан ашыу булған ҡомартҡының мәҙәни ҡатламы тикшерелә. Тәүге тапҡыр ҡаласыҡ майҙансығының көньяҡ өлөшөнөң эске планлаштырылышын, торлаҡ, хужалыҡ һәм башҡа ҡоролмаларҙың конструктив үҙенсәлеген билдәләргә мөмкинлек биргән материалдар алына. 2007 йылдағы ҡаҙыныуҙар ҡомартҡының төрлө участкаларында ағас түшәмдәр ҡалдыҡтарын таба, уларҙы тикшеренеүселәр түшәлгән урам ҡалдыҡтары тип аңлата. 2008 йылда үткәрелгән артабанғы ҡаҙыныуҙар дөйөм оҙонлоғо 70 метрҙан ашыу ағас түшәмдәрҙе асыҡлай. 2009 йылда ҡаласыҡта Ф. А. Сөнғәтов етәкселегендәге археологик экспедиция ҡаҙыныу эштәре үткәрә. Археологтар 240 м 2 майҙанда ҡеүәте яҡынса 2,5 м булған мәҙәни ҡатламды тикшерә. Ҡаҙыныу эштәренең айырым участкаларында тәүге тапҡыр торлаҡтарҙың таҡталы түшәмдәр һәм балсыҡ менән һыланған нәҙек ботаҡтарҙан үрелгән диуар ҡалдыҡтары табыла. Тикшеренеүселәр бөтәһе шундай биш ҡоролма эҙҙәрен теркәгән. 2010 йылда Р. Б. Исмәғилев етәкселегендәге ҡаҙыныуҙар барышында археологик экспедиция ҡаҙыныу майҙанын 160 м2 тикшерә һәм тағы ла ике хужалыҡ-торлаҡ комплексының контурҙарын асыҡлай[6].

Әл-Бәлхи== «Башҡорт ҡалаһы» булараҡ Өфө-II ҡаласығы ==

Хәҙерге Өфө урынында ҡала булыуы тураһында фараздар Өфө-II ҡаласығы асылғанға тиклем үк әйтелгән. Тарихсы Пётр Иванович Рычков, Нуғай даруғаһы Ҡаратабын улусы башҡорт старшинаһы Ҡыҙрас Муллаҡаевтың һүҙҙәренә һылтанып, Ҡазан ханлығы яулап алынғанға тиклем үк хәҙерге Өфө урынында Ағиҙел йылғаһы буйлап Өфө йылғаһы тамағына тиклем ун саҡрымға һуҙылған бөйөк ҡала булыуы тураһында яҙған:

Өфө ҡалаһы атамаһының ҡабаттан бирелмәүен, элеккеһе яңынан тергеҙелеүен аңларға мөмкин… Бынан тыш, Өфө йылғаһы өҫтөндә ҡаланан биш саҡрым алыҫлыҡта, бик бейек һәм матур урында, әле лә (Алтын Урҙа) татар ҡаласығы күренә, унда, нуғай хандары йәшәгән, тиҙәр. Һәм шулай булыуы мөмкин, ҡаласыҡ эргәһендә аға торған Өфө йылғаһы буйында хәҙерге Өфө ҡалаһы, элек тә Өфө тип аталғандыр, шуға күрә Рәсәй төҙөгән ҡала ла Өфө ҡалаһы тип аталғандыр. Нуғай даруғаһы Ҡаратабын улусының күренекле башҡорт старшинаһы Ҡыҙрас Муллаҡаев быны аңлатып, Ҡазан батшалығын һәм башҡорттарҙы Рәсәй скипетрына буйһондороуҙан күпкә алдараҡ, хәҙерге Өфө ҡалаһы урынлашҡан урында, Ағиҙел йылғаһы буйлап Өфө йылғаһы тамағына, йәғни йылға буйындағы Өфө тауҙарына, тиклем һуҙылған бөйөк ҡала булған, һәм уның оҙонлоғо ун саҡрым тәшкил иткән.

{{oq|ru|

О звании города Уфы можно догадываться, что оно не вновь ему придано, но паче возобновлено прежнее… К тому ж над самой рекою Уфою от города верстах в пяти, на весьма высоком и прекрасном месте, поныне видно татарское городище, где, как сказывают, нагайские ханы живали. И так могло быть, что оное городище по реке Уфе, текущей подле него, прежде нынешнего города Уфы, Уфою именовано, а тому последуя и российского построения город Уфа ж названа. Знатный башкирский старшина Нагайской дороги Каратабынской волости Кедряс Муллакаев в изъяснение сего объявил, аки бы задолго до покорения российскому скипетру Казанского царства и башкирцев на самом том месте, где ныне город Уфа, был великий город, который простирался вверх по реке Белой до устья реки Уфы, и до Уфимских, то есть при реке находящихся, гор, так что жительство его распространялось по длине верст на десять[7].

Сит ил һәм Рәсәй сығанаҡтарында телгә алыуҙар урта быуаттарҙа башҡорттарҙың ҡалалары булыуы тураһында һөйләй. Өфөгә нигеҙ һалыу тураһында Ырымбур губерна идаралығы чиновнигы Василий Ребелинскийҙың түбәндәге һүҙҙәре һөйләй:

Башҡорттарға килгәндә, был халыҡтың, төрлө болаларҙан, үҙ-ара низағтарҙан, күрше халыҡтарҙың баҫҡынсылыҡтарынан һаҡланыу өсөн, бәләкәй нығытмалар һәм ҡаласыҡтар төҙөүен һәм, ниһайәт, күпләп берләшеп, үҙҙәренең торлаҡтарын һәм нығытмалары урынлаштырыуын уларҙың йәшәүе тураһындағы күп кенә һүрәтләүҙәрҙән күренә, һәм шул сәбәп арҡаһында Өфө ҡалаһы ла төҙөлә. {{oq|ru| Что ж касается башкирцев, то видно из многих описаний, как сего народа, так и о жительстве их, кои от различных возмущений, как и междоусобных воин, так и соседних своих народов, строили маленькие укрепления и городки и наконец, соединясь во множестве, распространили свои жилища и укрепления, а для сей причины и город Уфа построен.

— «Краткое описание губернского города Уфы с начала его построения до сего 1806 года»

 
Франциско һәм Доминико Пициганиҙың 1367 йылғы картаһында Pascertу ҡалаһы төшөрөлгән, ә яҡын-тирәләге территория Pascherty тип билдәләнгән.
 
Каталон атласы. 1375 йыл.
 
Герард Меркаторҙың хәҙерге Өфө урынында Паскерти ҡалаһы тороуын фаразлаған Европа картаһы [8], көнсығышҡараҡ Сагатин ҡалаһы билдәләнгән. Шулай уҡ Ҡазан, Булғар һәм Сибер ҡалалары да күреп була. Карта 1554 йылда төҙөлгән, авторҙың вафатынан һуң 1596 йылда баҫтырылған.

Хәҙерге Өфө урынында урынлашҡан Башҡорт (Башкирд, Башкурт) исемле боронғо ҡала һәм башҡа бер нисә башҡорт ҡалаһы тураһында күп кенә сит ил сығанаҡтарында телгә алына.

1154 йылғы Әл-Иҙриси картаһында Ард-Басгирт ерендәге тәүге ҡалалар — Маср һәм Каср билдәләнгән. Улар Өфө йылғаһы буйында: Каср — үрге ағымында, Ә Маср — ағым буйлап түбәндә урынлашҡан. Ике ҡала ла бәләкәй, һәм сауҙагәрҙәр уларға һирәк килә. Иҙриси картаһында Башҡорт атамалы биш ҡала теркәлгән: 1. Өфө һәм Ағиҙел тамағында; 2. Камала; 3. Һарытау янында Волга буйында; 4. Дунайҙа; 5. Иран һәм Афғанстан сигендә Хөрәсән өлкәһендәге Башҡорт йылғаһында. Был ҡалаларҙың беренсеһе хәҙерге Өфө урынында билдәләнгән.

Күп һанлы урта быуат сығанаҡтары (Әл-Мәсуҙи, Әл-Бәлхи, Яҡут әл-Хәмәүи, Хәмдәлләх Казвини, Ибн-Сәйет һ.б.) Европа башҡорттары Венгрия короле подданныйҙары, 30 ерҙә йәшәй, уларҙың торлаҡтарының күп өлөшө Дунай буйында урынлашҡан, уның көньяҡ ярында көнбайыш башҡорттарҙың баш ҡалаһы — Керат урынлашҡан. Башҡорттарҙың үҙ ҡалаларын диуарҙар менән уратып алырға хоҡуғы юҡ, сөнки король ихтилалдан ҡурҡа.

Урал-Волга буйы башҡорттары ҡалаларына килгәндә, Яҡут Әл-Хәмәүи (XIII быуат) Волганың түбәнге ағымындағы Бурджан (Бөрйән) ҡалаһы тураһында хәбәр итә.

Боронғо башҡорт ҡалалары башлыса «ҡышлаҡ», йәғни ҡышҡыһын йәшәгән урын булараҡ ҡулланылған. Яҙын малсылыҡ хужалығын алып барған башҡорттар «йәйләү»гә сыға, унда йәй һәм көҙ буйына була. Ошондай уҡ традиция күрше Иҙел Булғарында ла (Алтын Урҙа составында) булған. Был хаҡта шул осор авторҙары шаһитлыҡ итә (Бәлхи «Ашкал әл-билад» әҫәрендә, Әл-Истахри «Китаб масалик әл-мамалик» китабында (Книга путей и стран) һ.б.).

Ағалы-энеле Пициганиҙар картаһында Кама йылғаһы бассейнында, яҡынса Ағиҙел йылғаһында, тәүге тапҡыр Паскерти ҡалаһы (Башҡорт) һәм Сагатин тораҡ пункты күрһәтелгән, ә Каманан көнсығышҡа табан «паскерти» — башҡорттар тип яҙылған. Картаның 1367 йылда төҙөлгән төп нөсхәһе Парма ҡалаһы китапханаһында һаҡлана.

Каталон атласында (1375 йыл) Кама һәм Яйыҡ йылғалары араһында ла Паскерти атамалы ҡала күрһәтелгән.

Шулай итеп, Ағиҙел һәм Өфө йылғалары ҡушылған урындағы ҡала XIV быуаттың беренсе яртыһында Алтын Урҙа составындағы Башҡорт дәүләтенең административ үҙәге булараҡ билдәле була. Сәйәхәтселәр һәм сауҙагәрҙәр уны Башҡорт тип кенә, Европа манераһында Паскерти тип атай.

XIV быуаттың күренекле ғәрәп авторы Ибн-Халдун алтын Урҙаның иң ҙур ҡалалары иҫәбендә Башҡорт ҡалаһын атай.

…Сыңғыҙхан был ерҙәрҙе үҙенең улы Душиханға тәғәйенләй һәм улар өҫтөнән батша итеп ҡуя. Был — Төньяҡта, Хорезмдан Яркендҡа, Сөғдкә, Һарайға, Маджара, Азака, Судака, Болғар, Башгирда һәм Джулыман ҡалаларына тиклем киң араға һуҙылған дәүләт.{{oq|ru| …Чингизхан назначил эти земли сыну своему Душихану и поставил царем над ними. Это — государство обширное на Севере, простирающееся от Харезма до Яркенда, Согда, Сарая, города Маджара, Азака, Судака, Булгара, Башгирда и Джулымана.

Фламанд картографы Герард Меркатор төҙөгән 1554 йылғы Европа картаһы ҡыҙыҡлы. Был картала Паскерти ҡалаһының урынлашыуы Ағиҙел һәм Өфө йылғалары ҡушылғанға тиклем аныҡланған. Француз шәрҡиәтсеһе Анри Кордье был ҡаланың урынлашыуын хәҙерге Өфөнөң урыны менән бәйләй[8]. Сагатин ҡалаһы Өфө йылғаһының үрге ағымында күрһәтелгән. Бәлки, Каср һәм Сагатин бер үк ҡаланың атамаһылыр: Каср — ғәрәп телендә, Сагатин — төрөк телендә.

Кунх-эл-Обхарҙың төрөк тарихында башҡорттарҙың 70 ҡалаһы һәм ҡәлғәһе булыуы тураһында телгә алына.

Ҡаласыҡтар — эре тораҡ пункттар — тураһында килтерелгән мәғлүмәттәр билдәле бер үҙәкләштереүгә һәм үҙидаралыҡҡа ғына түгел, ә башҡорттарҙың йәшәү рәүешен күсмә тормошҡа ғына ҡайтарып ҡалдырырға ярамағанлығын билдәләй. Башҡорттар билдәле бер территорияла күсенеп йөрөү менән генә сикләнмәгән, ә билдәле дәрәжәлә ултыраҡ тормош та алып барған. Моғайын, был осорҙа ултыраҡ, күсмә һәм ярым күсмә башҡорттар булғандыр. Был уларҙың элек-электән тауҙар, урмандар һәм далалар сигендә йәшәүе менән логик рәүештә яраҡлаша.

Тасуирлау

үҙгәртергә

Табыштар, ҡаласыҡ объекттары

үҙгәртергә

Ҡаҙыныуҙар барышында нигеҙендә киңлеге 10 метрҙан ашыу, бейеклеге 4-5 метр булған ҡеүәтле оборона диуары ҡалдыҡтары, тәрән һәм киң соҡор, тура мөйөшлө һәм тирмә рәүешендәге торлаҡ эҙҙәре, киңлеге уртаса 2 метр, оҙонлоғо 50 метрҙан ашыу түшәлгән урам юлдары, тимер һәм баҡыр иретеү мейестәре, ювелир оҫтаханаһы табылған. 2,5-3 метр киңлектәге һәм 60-70 метр оҙонлоҡтағы, ағас таҡталар менән түшәлгән урамдар, шулай уҡ урамдар киҫешкән урындарҙа ер өҫтөндәге торлаҡтарҙың аныҡ һыҙаттары табылған. Ҡаҙыныуҙар ҡәлғә диуарҙарын, торлаҡты һәм ҡаласыҡтың башҡа ҡоролмаларын төҙөгәндә балсыҡлы эретмәләр ҡулланылыуын күрһәтә. Ҡәлғә диуары 30 ҡат саман кирбестән, балсыҡтан һәм бүрәнәләрҙән тора. Бындай материалдарҙы ҡулланыу Урта Азия һәм Яҡын Көнсығыш мәҙәниәттәренә хас. 1745 йылда төҙөлгән Өфө планында боронғо ҡәлғә диуары һәм соҡор ҡалдыҡтары күрһәтелгән.

Тикшеренеүҙәр ваҡытында матди мәҙәниәт әйберҙәренең ҙур коллекцияһы тупланған, ул хеҙмәт ҡоралдары, керамика, биҙәүестәр, ҡорал әйберҙәре һ. б., шул иҫәптән 19 XIII-XIV быуат көмөш тәңкәһе менән күрһәтелгән. Бер нисә йыл ҡаҙыныуҙар осоронда П.Ф. Ищериков 10 йәшник керамика йыйған. Ҡаласыҡтан табылған әйберҙәр яҡын-тирәләге ҡурғандарҙан табылған әйберҙәр менән тулыһынса тап килә. Уҡ башаҡтары, бысаҡтар, ҡайһы берҙә тәңкәләр һәм ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәре табыла. Табылдыҡтарҙы Башҡорт дәүләт университеты фондында йәки мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы ғилми-производство үҙәгендә һаҡлана.

Һуңғы табылдыҡтар араһында 2012 йылдың июлендә табылған ағас түшәлгән урам һәм боронғо көршәксе оҫтаханаһы фрагменттарын айырып күрһәтергә мөмкин[9].

2014 йылдың йәйендә сираттағы ҡиммәтле табылдыҡтар — б. э. V—VI быуаттары артефакттары табыла[10].

2006 йылдан 2015 йылға тиклемге осорҙа ҡаҙыныуҙар барышында бөтәһе 171 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге иҫәпләнгән коллекция тупланған.

Объекттың тарихи әһәмиәте

үҙгәртергә

Бындай масштабтағы археологик ҡомартҡыны тикшереү Өфө тарихына ғына түгел, тотош башҡорт халҡының тарихына ла яңы ҡараш барлыҡҡа килтерә. Ҡаласыҡты өйрәнеү, киң ғилми даирәләрендә ҡабул ителгәнсә, ул ваҡыттағы башҡорттарҙың йәшәү рәүешен тик күсмә тип иҫәпләү менән ризалашмау, яңыса ҡараш, булдыра. Табылған дәлилдәр ултыраҡ-күсмә тормошто раҫлау мөмкинлеген бирә. Тарихи объект Өфөнөң рәсми йәшен ҡайтанан баһалау өсөн нигеҙ була ала.

Рәсәй Фәндәр академияһының Археология институты профессоры Игорь Кызласов:

Өфө-II ҡаласығы — уникаль археологик ҡомартҡы, бөтә Көнсығыш Европала уның аналогтары юҡ. Бер ҡалала ла (Мәскәү, Ҡазан, Түбәнге Новгород, Киев) бындай ҡеүәтле ҡатламдар юҡ. Һәм был Көнсығыш Европа урта быуаттары тураһында күҙаллауҙы үҙгәртә. Өфө-II - ул Урта быуаттар башы, урта быуаттарҙың үҫеше һәм уның дауамы. Өфө-II ҡаласығын хатта Көнсығыш менән Көнбайыш (Византия) араһындағы сик тип тә атарға мөмкин. {{oq|ru| Городище Уфа-II — уникальный археологический памятник, аналогов которому нет во всей Восточной Европе. Ни в одном городе (Москва, Казань, Нижний Новгород, Киев) нет таких мощных напластований. И это меняет представление о восточно-европейском средневековье. Уфа-II — это начало средневековья, развитие средневековья и его продолжение. Можно даже назвать городище Уфа-II перекрёстком между Востоком и Западом (Византией).

Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы вице-президенты Нияз Мәжитов:

— Беҙ хан статуслы кешеләр йәшәгән нығытылған ҡәлғәгә тап булдыҡ, тип фаразлайбыҙ. Был — V-XVI быуаттарҙа йәшәгән ҡала үҙәге тип фаразлана. Башҡорт ҡалаһы йәки Имәнҡала (Имәндән төҙөлгән ҡала) — Башҡорт дәүләтенең баш ҡалаһы була, ул дәүер ғәрәп һәм европа ғалимдары әйтеүенсә,ул биш йәки алты ҡаланы үҙ эсенә ала. Өфө-II менән бер рәттән оҡшаш архитектуралы башҡа ҡалаларҙы ла табырбыҙ, тип ышанам. {{oq|ru| — Мы предполагаем, что наткнулись на укрепленную крепость, в которой жили люди ханского статуса — это центр города, существовавшего здесь предположительно в V—XVI веках. Город Башкорт или Иман-Кала (Дубовый город) был столицей Башкирского государства, включавшего в себя, по словам арабских и европейских ученых того времени, пять или шесть городов. Я уверен, что наряду с Уфа-II мы найдем и другие города с похожей архитектурой.

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Ватан тарихы кафедраһы профессоры Владимир Иванов:

— Был археологик ҡомартҡы кисектерелгән мәҙәни ҡатламы һәм XVII-XVIII быуаттарҙа үткәрелгән ҙур ер эштәре билдәләре менән айырылып тора. Ҡаласыҡты ҡаҙыу барышында XVIII быуат уртаһында эшләнгән 9 балсыҡ тәмәке тартыу торбаһы табыла. Һәм улар төрлө тәрәнлектә табыла. Табылған керамика фрагменттарының 92 %-ы б.э. IV—V быуаттарҙағы бахмут археологик мәҙәниәтенә йәки б.э. V—VI быуаттарындағы турбаҫлы археологик мәҙәниәтенә ҡарай. Әммә Мәжитов фекеренсә, Алтын Урҙа осорона, Башҡорт ҡалаһы башҡорт дәүләтенең сәскә атҡан баш ҡалаһы булған осорға табылдыҡтарҙың 6,2 %-ын ғына ҡаратырға мөмкин. Был, киреһенсә, бөлгөнлөк тураһында һөйләй. Был осорға ҡараған ике көмөш тәңкә табылған, әммә ҡайҙа табылыуы аныҡ билдәле түгел. Көмөш алҡалар ҙа бар, әммә улар күсмә халыҡтарға хас[11].


Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2011 йылдың 15 мартындағы 222-р Һанлы Бойороғо менән, Өфө-II ҡаласығын һаҡлау һәм фәнни өйрәнеү маҡсатында, «Боронғо Өфө» Республика тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы дәүләт бюджет учреждениеһы (ДБУ РИКМЗ «Боронғо Өфө») булдырыла.

2015 йылда Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы, Башҡортостан Республикаһының Төҙөлөш һәм архитектура буйынса Дәүләт комитеты, Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте, Башҡортостан Республикаһы Архитекторҙар союзы ярҙамында «Боронғо Өфө» музей комплексының архитектура-планлаштырыу сиселешен төҙөүгә конкурс иғлан ителде. Музейҙың төп бинаһы Өфө-II ҡаласығының тикшерелгән өлөшөндә төҙөләсәк һәм 7 объектты: экспозиция залын; фондтар һаҡлағысын; эш кабинеттарын, лабораторияны, реставрация оҫтаханаларын; китапхананы, архивты, 50 урынлыҡ уҡыу һәм конференциялар залын; сувенирҙар кибетен, гардеробты, буфетты; ер аҫты автопарковкаһын үҙ эсенә аласаҡ, тип күҙаллана. Инеү урынында, төп бинаның уртаһында, быяла көмбәҙ рәүешендәге түшәм аҫтында постаментҡа ҡуйылған дәүмәәле 5·5 м һәм бейеклеге 3 м булған бронза 4 атлы фигура ҡуйылырға тейеш була. Ҡаҙыныу урындары өҫтөндә реставрация, консервация, музейлаштырыу һәм ландшафт һәм архитектура үҙенсәлектәрен (ҡәлғә диуары, өйөм, соҡор һ. б.) һәм ҡаласыҡ панорамаһы экспозицияһын һаҡлау маҡсатында яҡтылыҡ үткәрмәҫлек япмалар (навесы) төҙөлөргә тейеш була. Шулай уҡ Пушкин урамының таҡ (нечётный) яғында (проектлау сиктәрендә) урынлашҡан территорияны төҙөкләндереү һәм биналарҙы реставрациялау ҡаралған. Конкурсҡа йомғаҡ 2015 йылдың 4 июнендә яһалырға тейеш була, әммә был ваҡытҡа конкурс еңеүсеһе аталмаған.

2015 йылдың ноябрендә музей «Гагарин» күп ҡатлы торлағының беренсе ике ҡатында урынлашасаҡ, уны 2016 йылда төҙөй башлау күҙаллана, ә уның музей майҙаны 986 квадрат метр тәшкил итәсәк тигән мәғлүмәт барлыҡҡа килә.

Конкурсҡа 2016 йылдың февралендә генә йомғаҡ яһала. Бөтәһе 16 архитектура ҡарары тәҡдим ителә. Архитектор-реставратор, Милан политехник институтын тамамлаусы А.Әхмәҙуллин етәкселегендәге ижади төркөм еңеүсе ип таныла.

2016 йылдың ноябрендә Өфө хакимиәтенең «Боронғо Өфө» ДБУ РИКМЗ-ына «Самрау» музей комплексын төҙөү өсөн ҡаласыҡ урынлашҡан территорияны планлаштырыу һәм сикләү проектын әҙерләргә рөхсәт итеүе билдәле була. Техник заданиеға ярашлы, үҙәк бинаның архитектура ҡиәфәте Ырымбур Каруанһарай бинаһын хәтерләтергә тейеш һәм 3 функциональ зонаға (музей, мәғариф, ижтимағи-эшлекле) бүленә. «Башҡортостан» музей зонаһында башҡорт халҡының тарих залын (300 м2), «Урал батыр» залын (200 м2), «Ҡурай йорто» башҡорт музыка ҡоралдары залын (150 м2), «Бал йорто» умартасылыҡ залын (150 м2), «Толпар» хәрби тарих залын (150 м2), республика археологик депозитарийын (1000 м2) һәм реставрация оҫтаханаһы (200 м2) урынлаштырыу күҙаллана. Мәғариф зонаһында Башҡортостандың интерактив картаһын Һәм гранд-макетын (400 м2), «Башкирика» башҡорт китабы йортон, милли йәштәр китапханаһын (700 м2), Республиканың сәсәндәр Үҙәген (50 м2), башҡорт фильмдары фильмотекаһын һәм кино залын (150 м2), башҡорт теленә, башҡорт милли музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәтеү буйынса уҡыу кластарын (100 м2), балалар бүлмәһен (50 м2), генеалогияны өйрәнеү үҙәген, Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы залын (200 м2) урынлаштырыу күҙаллана. Йәмәғәт-эшлекле зонаһында сувенир кибеттәре (300 м2), «Тылсым» башҡорт аш-һыуы үҙәге (1500 м2), башҡорт аш-һыуы рестораны, VIP-зал, ҡымыҙ эсемлеген һәм башҡа һөт продукттарын әҙерләү экспозициялары менән «Ҡымыҙ» бары, умартасылыҡ продукттары экспозицияһы менән «Алтын солоҡ» бал ҡунаҡханаһы һәм сәй өҫтәле, төрлө үлән сәйҙәрен, уларҙың рецепттарын тәҡдим иткән, милли аш-һыу әҙерләү буйынса мини-цехтар булған «Аҡ тамыр» фитобары, универсаль күргәҙмә залы, ултырыштар залы — 2000 урынға иҫәпләнгән трансформер, 400 урынлыҡ конференц-зал трансформер, Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто (500 м2), «Боронғо Өфө» ДБУ РИКМЗ персоналы өсөн (600 м2), Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы (150 м2) һәм Башҡортостан Республикаһының Ҡурайсылар союзы хеҙмәткәрҙәре өсөн (50 м2) офис бүлмәләре планлаштырыла. Шулай уҡ музей комплексы территорияһында күҙәтеү майҙансығы һәм лифты булған «Ҡурай» башняһы урынлашырға тейеш. Үҙәк бинанан алыҫ түгел, быяла иҙән һәм уның өҫтөн көмбәҙ менән ҡаплап, «Боронғо Өфө» урта быуат ҡалаһының миниатюраһын (3500 м2) тергеҙеү күҙаллана. Проектлаусыны һайлап алыу конкурсын 2016 йылдың 16 декабрендә үткәреү планлаштырыла, ә контракт хаҡы 100 миллион һум тип билдәләнә. Әммә Монополияға ҡаршы Федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса Идаралығы тендерҙы ойоштороусыға ҡарата Өфөлә урынлашҡан «Маркшейдер» ЯСЙ-енең көнәркәшлекте яҡлау тураһындағы законды бер нисә пунктын боҙоу буйынса ялыуына бәйле тендерҙы туҡтатты[12]. Башҡортостан буйынса Монополияға ҡаршы Федераль хеҙмәте һуңынан ялыуҙы нигеҙһеҙ тип таныһа ла, конкурсҡа «Башкиргражданпроект» проект институты ААЙ-енән килгән берҙән-бер ғариза конкурс комиссияһы тарафынан конкурс документацияһы талаптарына тап килмәй тип танылғанлыҡтан, уны музей-депозитарий төҙөүсе һайлап алынмай[13].

«Боронғо Өфө» тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы

үҙгәртергә

2011 йылдың 14 мартында, ҡомартҡыны фәнни яҡтан өйрәнеү һәм һаҡлау маҡсатында, Башҡортостан Республикаһы президенты Рөстәм Хәмитовтың бойороғона ярашлы, ҡаҙыныу эштәре алып барылған урын «Боронғо Өфө» тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы тип иғлан ителә.

Яңы музей-ҡурсаулыҡ төҙөү буйынса проект эштәре башлана. Унда реставрацияланған торлаҡ, таҡта түшәлгән юлдар (мостовая), табылған экспонаттар урын аласаҡ.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  1. Өфө II ҡаласығы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. Өфө II ҡаласығы
  2. Городище Уфа-II как объект культурного наследия в соответствии с постановлением Совета Министров БАССР от 22.03.1961 г. № 188 и Указом Президиума Верховного Совета РБ от 12.05.1992 г. № 6-2/251в находится под государственной охраной как памятник республиканского значения.
  3. Ищериков П. Ф., Мажитов Н. А. Городище Уфа II // Археология и этнография Башкирии. Т.I. — Уфа: 1962, С.140-141.
  4. Ищериков П. Ф., Мажитов Н. А. Городище Уфа II // Археология и этнография Башкирии. Т.I. — Уфа: 1962, С.141-143.
  5. Ищериков П. Ф., Мажитов Н. А. Городище Уфа II // Археология и этнография Башкирии. Т.I. — Уфа: 1962, С.143-145.
  6. Русланов Е. В., Шамсутдинов М. Р., Романов А. А. Раннесредневековые древности Уфимского полуострова. Городище Уфа-II. Материалы археологических раскопок 2015 года. Уфа: ГБУ Республиканский историко-культурный музей-заповедник «Древняя Уфа», 2016. С. 9-10
  7. «Топография Оренбургской губернии». 11 глава
  8. 8,0 8,1 «Mercator and Hondius (loth Ed., 1630) and N. Sanson (1650) show Jorman on the south of the Kama R., Pascherti in the position of Ufa, the present head-quarter of the Bashkirs, Sagatin (= Fachatim of the text) at the head of the Ufa River, Marmorea on the Bielaya south of Ufa». — Cathay and the Way Thither: Being a Collection of Medieval Notices of China, Chʻeng-wen Publishing Company, 1967. Henri Cordier
  9. Новые находки на городище Уфа-II. Дата обращения: 26 июль 2012. Архивировано 24 июль 2012 года.
  10. В Городище Уфа-2 обнаружены очередные бесценные находки. Дата обращения: 15 февраль 2015. Архивировано 15 февраль 2015 года.
  11. Президенту Башкирии на городище Уфа-2 показали тюрьму вместо города? Дата обращения: 28 июль 2015. Архивировано 5 февраль 2017 года.
  12. Башкирское УФАС приостановило конкурсный отбор разработчика концепции музея на территории уфимского городища – Коммерсантъ Уфа. Дата обращения: 8 февраль 2017. Архивировано 11 февраль 2017 года.
  13. Тендер на отбор разработчика проекта музейного комплекса "Городища-2" не состоялся – Коммерсантъ Уфа. Дата обращения: 8 февраль 2017. Архивировано 11 февраль 2017 года.