Оло Ҡомаҡ
Оло Ҡомаҡ — (рус. Большой Кумак, Кума) - Рәсәй йылғаһы. Ырымбур өлкәһе[1] биләмәләрендә аға. Йылға Яйыҡ йылғаһының һул ярына тамағынан 1733 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 212 км [2].
Оло Ҡомаҡ | |
---|---|
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 212 км |
Бассейн | 7900 км² |
Һыу ағымы | |
Тамағы | Яйыҡ йылғаһының һул ярына тамағынан 1733 км өҫтәрәк |
· Координаталар | 51°17′35″ с. ш. 59°43′44″ в. д.HGЯO |
Урынлашыуы | |
Һыу бассейны | |
Илдәр | Рәсәй Федерацияһы |
Регион | Ырымбур өлкәһе |
РДҺР | 12010000412112200002942 |
Һыу реестры мәғлүмәттәре
үҙгәртергәРәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Яйыҡ һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Яйыҡ йылғаһы, Ерекле һыуһаҡлағысынан Орск ҡалаһына тиклем. Бәләкәй йылға бассейны — бассейны юҡ, йылға бассейны — Яйыҡ (һыу бассейнының Рәсәй өлөшө)[3].
Һыу ресурстарының федераль агентлығы мәғлүмәте буйынса [3]:
- Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 12010000412112200002942
- Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 112200294
- Бассейн коды — 12.01.00.004
- ГӨ буйынса һаны (номеры) — 12
- ГӨ буйынса сығарылыш — 2
Этимологияһы
үҙгәртергәЙылға атамаһы төрки сығышлы - "оло" һәм "ҡомаҡ" һүҙҙәренән яһалған. Башҡорттар уны юшҡын ултыра торған ҡаты, етмәһә буръяҡ һыуы өсөн шулай атаған [4] Ҡаҙаҡ телендәге "ваҡ убалар" тигәндән килеп сыҡҡан тип аңлатыусылар ҙа бар [5] Мәгәр йылға боронғо башҡорт ерҙәренән аға һәм Яйыҡ йылғаһына ҡоя, шуға күрә атама йылға һыуының сифатын аңлатҡан башҡорт һүҙенән килеп сығыуы ысынбарлыҡҡа яҡыныраҡ.
Һаҡмар буйы һөйләшендә «ҡомаҡ»- томбойоҡ( лилия водяная), Ҡыҙыл буйында- «болғансыҡ» (мутный).[6]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ «Гидротехник ҡоролмалар һәм дәүләт һыу кадастрының Рәсәй Үҙәк реестры».
- ↑ А. А. Чибилёв «Природа Оренбургской области. (Часть I. Физико-географический и историко-географический очерк)». Оренбургский филиал Русского географического общества. Оренбург, 1995. — 128 с.
- ↑ 3,0 3,1 РФ һыу реестры: Оло Ҡомаҡ (Кумак, Кума) .
- ↑ Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 1-се том, 674-се бит; 2-се том, 40-сы бит
- ↑ Топонимика Новоорского района. Орографы. Гидронимы.
- ↑ Башҡорт теленең диалектологик һүҙлеге 2020 йыл 10 ноябрь архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Рәсәй Федерацияһы тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы 2015 йыл 26 май архивланған.