Иҙеүкәй (Эдиг[1], Едига, Едыгея, Едыге, Идигей, Идига, Идига[2], Идик[3] Идик, Эдигей, Эдига, Эдыгея, Эдыге; 1352(1352)1419) — XIV быуат аҙағында — XV быуат башында Алтын Урҙаның түмән башы (хәрби дәрәжә). Нуғай Урҙаһын етәкләйәсәк династияға нигеҙ һалыусы. Ирҙәр яғынан уның туранан-тура вариҫтары булып кенәздәр Урусовтар һәм Йосоповтар нәҫеле тора.

Иҙеүкәйҙең һөжүм. Уң яҡ көмбәҙҙәге миниатюра.

Ҡадир Әлибәк йылъяҙмаһына ярашлы, Иҙеүкәйҙең шәжәрәһе Әбүбәкерҙән башлана. Әбүбәкерҙең Керемәтғәзиз һәм Йәләләддин исемле ике улы булған. Йәләләлдин иһә дүрт улы булған Баба Туклестың атаһы булып сыға. Башҡа сығанаҡтарға таянып, Ҡадир Әлибәк уның өс улы булған тип тә раҫлай: береһе — Ҡәғбә янында, икенсеһе — Ҡырымда, өсөнсөһө Үргенселә ерләнгән. Ҡадир Әлибәк килтергән мәғлүмәттәр буйынса, Иҙеүкәйҙең ата-бабаларының шәжәрәһе Йосопов[4] һәм Урусов[5] кенәздәрҙең шәжәрәһенә оҡшаш.

XV быуаттың фарсы сығанаҡтары Иҙеүкәй Балтысаҡтың улы икәнлеген туранан-тура әйтеп бирәләр. Балтысаҡ Урустағы һул ҡанаттың ханы Тимер Мәликтә бәкләрбәк (Әмир Әлғүмәрҙә) булып торған. Тимер Мәлик 1378 йылда Туҡтамыш хан тарафынан ҡыйратыла. Туҡтамыш хан Балтысаҡҡа үҙенә хеҙмәткә күсергә тәҡдим итә, әммә тегеһе ғорур рәүештә баш тарта, хан бының өсөн бәкләрбәкте язалай[6][7][8].

XIV быуат аҙағында — XV быуат башында бәкләрбәк Иҙеүкәйҙең үҙ биләмәләре булып Волга — Урал — Эмба йылғалары араһындағы әл манғыттар һаналған. Әл манғыт Алтын Урҙа составына инһә лә, ул Улус Джучи эсендә автономиялы булып та иҫәпләнгән[9][10]. В. В. Трепавлов фекере буйынса, манғуттарҙың нутағаһында күсенеп йөрөгән көнсығыш ҡыпсаҡтар[11] . манғыт булып киткәндәр[12].

Аҡһаҡ Тимергә хеҙмәт итеүе

үҙгәртергә

Иҙеүкәйҙең атаһы менән Иса ағаһы Урус ханға хеҙмәт иткән булалар, ә ул үҙе, билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында, ҡасырға мәжбүр була. Урус хандан яҡлау эҙләп, ул йәш Туҡтамыш артынан Аҡһаҡ Тимер биләмәһенә килә, һәм уға хеҙмәт итә башлай. Иҙеүкәйҙең апайы Аҡһаҡ Тимерҙең ҡатыны була. 1391 йылда Аҡһаҡ Тимерҙең Туҡтамышҡа ҡаршы походында ул ғәскәрҙең баш әмирҙәренең (хәрби начальник) береһе була. Туҡтамышты ҡыйратҡандан һуң, күп тә тормай, Иҙеүкәй Тимер-Ҡотлоғ-уғлан, шулай уҡ Аҡ Урҙа әмире Көнсө-уғлан менән Аҡһаҡ Тимерҙән тыуған яҡтарына ҡайтып килергә рөхсәт һорайҙар, йәнәһе лә Аҡһаҡ Тимер армияһына яңы кешеләр йыялар. Уларҙың һүҙенә ышанған Аҡһаҡ Тимер әмирҙәрҙе ҡайтарып ебәрә, әммә ҡайтып етеү менән, улар үҙ сәйәсәтен башлап ебәрәләр (бары Көнсө-уғлан ғына кире килә).

Туҡтамыш менән көрәш

үҙгәртергә

Иҙеүкәй, манғыттарҙың оло бейе булып алғас, Тимер Ҡотлоғтоң Алтын Урҙа тәхетен биләүенә булышлыҡ итә башлай. Тимер Ҡотлоғ, Туҡтамышты ҡыйратып, Литваға ҡасып китергә мәжбүр итә һәм Алтын Урҙа тәхетен баҫып алыуға өлгәшә. Шул уҡ ваҡытта, бөйөк Литва кенәзе Витовт монголдарға ҡаршы ҙур походҡа әҙерләнә башлай; уның маҡсаты: Алтын Урҙа тәхетенә Туҡтамышты ҡайтанан ултыртыу һәм шуның менән, Алтын Урҙаны үҙенең сәйәси йоғонтоһона буйһондороу. Витовт яу башлап,1399 йылда Ворскла йылғаһы буйында лагерь ҡора (ҡара: Ворскла йылғаһы буйында алыштар), һәм Тимер-Ҡотлоғ, дошмандың күп һанлы ғәскәренән ҡурҡып, солох һорай. Шул мәлдә Ворскла йылғаһына үҙ ғәскәре менән Иҙеүкәй килеп өлгөрә, һәм ул Тимер Ҡотлоғто алышты дауам итергә күндерә. Алтын Урҙа ғәскәре менән етәкселек иткән Иҙеүкәй Витовтты тулыһынса тар-мар итә.

Был еңеүҙән һуң, Иҙеүкәй Туҡтамыш ханға әленән-әле һөжүм итеп тора һәм оҙайлы ваҡыт буйы берсә уны еңеп, берсә үҙе еңелеп, һуғыш алып барыуын дауам итә. Ахырҙа, ун алтынсы алыш мәлендә Туҡтамыш тулыһынсы тар-мар ителә, ә хан үҙе үлтерелә. Был мәлгә Иҙеүкәйҙең сәйәсәткә йоғонтоһо ҙур була. Испания сәйәхәтсеһе Рюи Гонзалеса де Клавихо һүҙҙәренә ярашлы, Иҙеүкәй 200 000 һыбайлынан[13] торған ғәскәр менән идара иткән.

Алтын Урҙа хакимы

үҙгәртергә

Иҙеүкәй 1400 йылда, Тимер Ҡотлоғто үлтереп, дәүләт түңкәрелеше ойоштора һәм ханлыҡ дәрәжәһенә уның ҡустыһы Шаҙыбәк Котлоғто үрләтә. Шаҙыбәк сәйәсәт менән бөтөнләй ҡыҙыҡһынмай, ул тормошон күңел асып үткәрергә яратҡан була. Шулай итеп, Иҙеүкәй Алтын Урҙаның тулы хоҡуҡлы хакимына әйләнә.

Әммә тиҙҙән түмән башы Иҙеүкәй һәм уның ҡыҫымынан ҡотолорға теләгән Шаҙыбәк араһында көрәш. Иҙеүкәй был көрәштә еңеүсе була, ә Шаҙыбәк Дербентҡа ҡаса һәм шунда вафат була. Шаҙыбәктең улы Пулад яңы хан булып китә.

Иҙеүкәй Алтын Урҙала власты ныҡлып үҙ ҡулына ала, тарҡала башлаған дәүләттең халыҡ-ара кимәлдә абруйы һәм сәйәси йоғонтоһо артыуы уның исеме менән бәйләнгән. Быға 1405 йылда Аҡһаҡ Тимерҙең үлеп ҡалыуы һәм Мавераннахта башланған фетнә сәбәпсе була. Был хәл менән файҙаланып, Иҙеүкәй 1406 йылда Хорезмды яулауға һәм бер нисә йыл үҙ хакимлығы аҫтында тотоуға өлгәшә, бынан ул Тимер һәм уның урындағы идара башлығы Мусаҡты ҡыуып сығарып, үҙ хакимдарын ҡуя. Тәүҙә Алтын Урҙа әмире Инк Хорезмдың хакимы итеп тәғәйенләнә, һуңғараҡ уны Ҡальджа алмаштырған. 1410—1411 йылдарҙа Хорезмдың хакимы сифатында Мөбәрәк шаһ телгә алына.

Мәскәү походы

үҙгәртергә

Иҙеүкәй Мәскәүҙең бөйөк кенәзе Василий Дмитриевичты Витовт менән талаштыра, шуның һөйҙөмтәһендә, Василий Литваға ҡаршы яу менән сығып китә. Ике яҡтан да бик күп кеше һәләк була, байтаҡ ҡалалар һәм ауылдар бөлгөнлөк хәленә төшөрөлә.

Икенсе тапҡыр Иҙеүкәй үҙенең «союздашы» Пулад хандың Литваны баҫып алырға әҙерләү тураһында ялған хәбәр тарата, ә үҙе, был мәл менән файҙаланып, ҙур көс туплай һәм, Алтын Урҙаның Рус дәүләтенә булған сәйәси йоғонтоһон тергеҙеү маҡсатында, 1408 йылда Мәскәүгә походҡа сығып китә. Алтын Урҙа ғәскәрендә хәрби начальник вазифаһын башҡарыусы батшаның дүрт улы һәм Урҙаның бер нисә әмире булған була. Дөйөм етәкселекте Иҙеүкәй үҙ өҫтөнә ала. Мәскәүҙе ҡамаған саҡта Иҙеүкәй Тверың бөйөк кенәзе Иван Михайловичҡа артиллерия менән «Мәскәүҙә булырға» талап ебәрә, әммә тегеһе был талапҡа буйһонмай.Өс аҙна буйы ҡамауҙа тотоп та, уңышҡа өлгәшә алмаған Иҙеүкәй 3000 һумлыҡ түләү алғандан һуң, Мәскәүҙе ҡалдырып торорға ризалаша.

Мәскәү кенәзлегенә баҫып ингән сағында Иҙеүкәй Серпухов, Верея, Дмитров, Городец, Клин һәм Түбәнге Новгородта, Коломна кеүек ҡалаларҙы талай, әммә Алтын Урҙалағы яңы фетнәләр арҡаһында был ерҙәргә кире килгәс, Рязань ерҙәрен дә бөлгөнлөккә төшөрә.

Иҙеүкәй хандың Мәскәүгә походтары ваҡытында Елец ҡалаһы эргәһендә кәмендә өс тәңкә хазинаһы йәшергән, тип билдәләнә. Был шарттар Иҙеүкәйҙең Елец кенәзлеген бөлгөнлөккә төшөрөүенең сәбәбен аңлатҡан ситләтелгән дәлил булыу мөмкин[14].

Алтын Урҙалағы фетнә һәм Хорезмға ҡасыу

үҙгәртергә

Күп тә тормай, Алтын Урҙала яңы фетнә башланы. 1410 йылда Пулад хан донъя ҡуя, уның урынына тәхеткә Тимер Ҡотоғ хандың улы Тимер хан ултыра. Әммә, Иҙеүкәй тарафынан ҡуйылған кеше булараҡ, Тимер хан еңелеү белмәҫ түмән башына ҡаршы күсмә халыҡтың затлы вәкилдәрен көрәшкә күтәрә.

Тап шул мәлдә, 1411 йылда, көрәш башланып ҡына торған саҡта, Туҡтамыштың улы Йәләләддин үҙенең ағайҙары менән Алтын Урҙаға баҫып инә һәм урҙа улустарын талай.

Тимер хан менән көрәшерлек көскә эйә булмағанлыҡтан, Иҙеүкәй Хорезмға ҡасып сығып китә, әммә юлда Тимер хан ғәскәре тарафынан ҡыйратыуға дусар була. Ҡалдыҡ ғәскәре менән Хорезмға килгәс, Иҙеүкәй ярты йыл буйына үҙҙәрен ҡамаған Тимер хан ғәскәренең ҡыҫымы менән көрәшә. Әммә күп тә томай, 1412 йылда, Тимер хандың ғәскәр бшлыҡтарының береһе булған Ғазан ханға хыянат итә, һәм уны үлтереп, Йәләләддин яғына сыға.

Хандың юҡлығынан файҙаланған Йәләләддин Алтын Урҙала власты үҙ ҡулына төшөрә.

Иҙеүкәйҙе юҡ итеү һәм уның ғәскәрҙәрен тар-мар итеү теләге менән янған Йәләләддин үҙенең хәрби начальнигы булған Ҡаджулай баһадирҙы күп һанлы ғәскәре менән Иҙеүкәйгә ҡаршы ебәрә. Ләкин Ҡаджулай оҫта ҡулланған хәрби хәйлә арҡаһында тар-мар ителә, Иҙеүкәй Ҡаджулайға ҡаршы сығып, ғәскәрен 2 өлөшкә бүлә. Беренсе отряд Ҡаджулай менән алыш башлай, ә икенсеһе йәшеренеп ҡала. Һуғыштың иң ҡыҙған мәлендә беренсе отряд ҡаса башлай, юл ыңғайы ат япмаларын һәм башҡа кәрәк-яраҡтарын ташлап китәләр, бының менән йәнәһе лә дошман тулыһынса тар-мар ителгән тигән иллюзия тыуҙыралар. Тап шул мәлдә, бер нәмә лә һиҙенмәгән Ҡаджулайға йәшеренгән еренән икенсе отряд һөжүм итә һәм уларҙың был хәйләһе һуғышта хәл иткес роль уйнай. Ҡаджулай тар-мар ителә һәм яуҙа һәләк була. Иҙеүкәй мул ғына табыш туплап һәм күп һанлы әсирҙәр менән Хорезмға еңеүсе булып ҡайтып төшә.

Аҡһаҡ Тимерҙең дүрт улының береһе, Хорасандың хакимы булған Шаһрух, Иҙеүкәйҙең көсһөҙлөгөнә иҫәп тотоп һәм Хорезмды үҙенең биләмәләре составына кире ҡайтарарыу теләге менән ғәскәр ебәрә. Әммә ул ебәргән ғәскәр бер ниндәй ҙә уңышҡа ирешә алмайынса, кире әйләнеп ҡайтырға мәжбүр була. Әммә Олуғбәк тәрбиәһе алған Мәлик шаһ етәкселегендәге Шаһрухтың икенсе һөжүме күпкә уңышлы булып сыға, һәм Иҙеүкәй Хорезмдан ҡыҫырыҡлап сығарыла. Иҙеүкәй ҡулланған ҡурҡытыу һәм көслөк алымдары ерле халыҡта уның үҙенә ҡарата кире ҡараш тыуҙыра һәм был Иҙеүкәйҙең еңелеүенә алып килгән сәбәптәрҙең береһе була.

Артабанғы яҙмышы

үҙгәртергә

Алтын Урҙаға килгәс, Иҙеүкәй сәйәси роль уйнауын дауам итә. Шулай ҙа бер-береһе менән дә тәхет арҡаһында дошмашып бөткән Туҡтамыш хан улдары Кәпәк һәм Кәрим-Бирҙе (Литва менән Мәскәү уларға иҫәп тотҡан була) менән дошманлыҡ мөнәсәбәтендә була.

Сыңғыҙхандың Соҡор уғлан менән бергә, улар икәүләп Кәләккә ҡаршы көрәш башлайҙар, һуңғыһы Һарай ҡалаһында тәхет биләгән була. Һөҙөмтәлә, Кәпәк Иҙеүкәйҙең ҡыҫымы аҫтында еңелә һәм сигенергә мәжбүр була. (Әммә бер нисә йыл дауамындаЛитваға буйһонған көньяҡ ерҙәрҙә, Кәпәк хан булып иҫәпләнә бирә)

1416 йылда Иҙеүкәй Киев һәм Днепрҙың бөтә уң яҡ яр буйҙарын бөлгөнлөккә төшөрә.

1419 йылда Иҙеүкәй Туҡтамыш хандың бер улы тарафынан Сарайчик ҡалаһы тирәһендә үлтерелә.

Ҡиәфәте һәм характеры

үҙгәртергә

Иҙеүкәйҙең тышҡы ҡиәфәте һәм характеры тураһында көнсығыштың бер авторы — Ибн Арабшаһ ҡына яҙмалар ҡалдыра. Ул Иҙеүкәйҙе түбәндәгесә һүрәтләй: «ул ҡуңырт йөҙлө, уртаса буйлы, мыҡты кәүҙәле, ҡыйыу, ҡарамаҡҡа йәмһеҙ генә, бик аҡыллы, йомарт, көләс йөҙлө,үтә лә зирәк һәм отҡор»[13].

Балалары

үҙгәртергә

Иҙеүкәйҙең иң кәмендә, егерме улы була[15]. Улар араһында иң билдәле Мансур (1427), Нураддин (1440), Ғази (1428), Наурус, Кей-Ҡауад, Солтан-Мәхмүт һәм Мөбәрәк.

Иҙеүкәй Алтын Урҙа ханы Тимерхан ҡыҙына өйләнә (1410—1412).

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Изеге

Иҙеүкәй (спектакль, 2023)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Ногайский героический эпос «Эдиге»
  2. Едигей // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  3. Греков Б. Д., Якубовский А. Ю., Ч. 3. — Гл. 4.
  4. Поколенная роспись, поданная в Разрядный Приказ за общим подписанием Князей Юсуповых, 1686, 19 мая 363. II.
  5. К истории рода Урусовых. Подзаголовок: Фамильная хроника. Авторы: Урусов К. С.-Б. Издатель: Наука, Изд. фирма «Вост. лит.» Дата публикации: 1993.
  6. Натанзи 1957 Муин ад-Дин Натанзи. Мунтахаб ат-таварих-и Муини (Extraits du Muntakhab al-tavarikh-i Mu’ini (Anonyme d’Iscandar). Publiés par J.Aubin). Техран, 1336/1957. С.-95
  7. Абдуppaззок, Самаркандий, Матлан саьдайн ва мажмаи бахрайн, форс- тожик тилидан таржима, кириш суз на изохли лугатлар Л. Уринбоевники, Тошкент, 1969. С.-25
  8. Тизенгаузен В. Г. — Сборник материалов. относящихся к истории Золотой Орды. Т. 2 (1941). С.-191, 251
  9. Абилеев А. К., Абилеев Е. А. Политическая история Ногайской орды в Xv-xvii вв// ОАИГРНО. С.-9
  10. Трепавлов В. В. История Ногайской Орды. — М.: Восточная литература, 2002. С.-65
  11. «Подводя итоги, можно сделать вывод о том, что культурно-исторический феномен Дешт-и-Кипчак в период истории развитого средневековья степей и лесостепей Евразии сформировался и существовал в результате миграции тюркоязыячных (кипчакских) этнических групп не только на запад, но и на восток. Происходило это на всем протяжении периода развитого средневековья под воздействием геополитических событий в Центральной Азии, которые определяли стартовую площадку, контингент, направление и динамику миграции. Этот феномен оказался в зоне влияния культурного пространства Среднего Востока, что способствовало формированию единой кыпчакской культуры тюркоязычных кочевников развитого средневековья от Байкала до Дуная, а противоположные направления миграционных потоков привели к появлению Восточного и Западного Дешт-и-Кипчак.» А. М. Илюшин. Западные и восточные кипчаки по материалам археологии.//Вестник Томского государственного университета. История. 2016. № 5 (43)
  12. «В первой половине XIII в. кипчакские кланы оказались под властью монгольских завоевателей, став основным человеческим ресурсом для строительства джучидской и чагатайской улусной системы (прочие тюрки-кочевники — огузы, карлуки, уйгуры, народы Алтая — были немногочисленны по сравнению с ними). Дешт-и-Кипчак был поделен Чингизидами на нутаги (монг.), или юрты (тюрк.) — обширные зоны пастбищных угодий, предоставленные монгольским племенам. Считалось, что некоторая (едва ли значительная) часть степи, не охваченная этой развёрсткой, по-прежнему принадлежала покоренным монголами кипчакам, предкам будущего ногайского эля кипчак. Однако кипчаки практически утратили домонгольское племенное деление и стали обозначаться посредством этнонимов тех монгольских племён, в нутагах (юртах) которых им довелось оказаться. Кочевавшие в нутаге мангутов стали мангытами, в зоне хонкиратов — кунгратами, найманов — найманами, киреитов — кереитами, или кереями. Относительно мирная и безопасная жизнь в империи Джучидов на протяжении второй половины XIII — первой половины XIV вв. имела благоприятные демографические последствия. Старые эли множились, делились и ветвились; появлялись патронимии, различавшиеся по именам патриархов (темир-ходжа, тогунчи-улы и т. п.) или по тамгам» Трепавлов В. В. История Ногайской Орды. — М.: Восточная литература, 2002.
  13. 13,0 13,1 Греков Б. Д., Якубовский А. Ю., Ч. 3. — Гл. 3.
  14. Тропин Н. А. Елецкая земля в XII−XV вв. — Елец, 1989.
  15. Трепавлов В. В. История Ногайской Орды. — М.: Восточная литература РАН, 2002. — 752 с. — ISBN 5-02-018193-5. — С. 90.

Кинола Иҙеүкәй образы

үҙгәртергә
  • Андрей Рублев (СССР; 1966) режиссеры — Андрей Тарковский, Иҙеүкәй ролендә — Болот Бейшеналиев.

Һылтанмалар

үҙгәртергә