Аҙнабаев Булат Әхмәр улы
Аҙнабаев Булат Әхмәр улы (7 март 1966 йыл) — ғалим-тарихсы. 1992 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 2008 йылдан — БДУ-ның Нефтекама филиалының тарих, дәүләт һәм хоҡуҡ тарихы кафедраһы мөдире. Тарих фәндәре докторы (2007).
Аҙнабаев Булат Әхмәр улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР[1] Рәсәй[1] |
Тыуған көнө | 7 март 1966[1] (58 йәш) |
Тыуған урыны | Өфө, РСФСР, СССР[1] |
Һөнәр төрө | ғалим |
Эш урыны | Башҡорт дәүләт университеты[1] |
Уҡыу йорто | Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университеты[1] |
Ғилми дәрәжә | тарих фәндәре докторы[d][1] (2007) |
Биографияһы
үҙгәртергәБулат Әхмәр улы Аҙнабаев 1966 йылдың 7 мартында Өфөлә тыуған. Атаһы Әхмәр Аҙнабаев — тел белгесе, педагог‑методист, партия һәм юғары мәктәп эшмәкәре.
1988 йылда Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлай һәм 1992 йылдан ошо юғары уҡыу йортонда эшләй, бер үк ваҡытта 2008 йылдан — университеттың Нефтекама ҡалаһындағы филиалында тарих, дәүләт һәм хоҡуҡ тарихы кафедраһы мөдире.
Ғилми эшмәкәрлеге
үҙгәртергәБулат Аҙнабаевтың фәнни тикшеренеүҙәре Өфө өйәҙе халҡының этник составы һәм социаль структураһы формалашыуы, күсмә һәм ярым күсмә халыҡтарҙың Рус дәүләте составына ҡушылыуы проблемаларына, сығанаҡтар өйрәнеүҙең теоретик һәм методологик мәсьәләләренә арналған. 100-гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.
Хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Уфимское дворянство в конце XVI — первой трети XVIII вв.: землевладение, состав, служба. — Уфа, 1999.
- Интеграция Башкирии в административную структуру Российского государства (вторая половина XVI — первая треть XVIII вв.). — Уфа, 2005.
- Копия жалованной грамоты Иоанна Васильевича башкиру Уранской волости Авдуаку Санбаеву //Вестник Башкирского университета. 2009. Т.14. №3.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Аҙнабаев Булат Әхмәр улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 6 март 2021)
- Азнабаев Булат Ахмерович // Военная история башкир: энциклопедия / гл. ред. А. З. Асфандияров. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2013. — 432 с. — ISBN 978-5-4466-0040-3.
- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.