Үҫәргән тәуарихы

(Үҫәргән тарихы битенән йүнәлтелде)

«Үҫәргән тәуарихы» — башҡорт тарихи-әҙәби әҫәр.

Үҫәргән тәуарихы

Тасуирлама

үҙгәртергә

«Үҫәргән тәуарихы» башҡорт тарихи-әҙәби әҫәренең ғәрәп графикаһында ҡулдан яҙылған ике исемлеге һаҡланып ҡалған. Әҫәрҙең авторы билдәһеҙ[1].

«Үҫәргән тәуарихы» тулыһынса хәҙерге графикаға күсерелгән, 2015 йылға ҡарата баҫтырылып сығарылмаған[2].

Тәүге ҡулъяҙма

үҙгәртергә

Күләме — 69 ҡулдан яҙылған бит[3].

XIX быуат аҙағында әҫәрҙең төп нөсхәһе Байыш ауылында йәшәүсе Муса мулла ҡулында була. Һуңынан ҡулъяҙма Өмбәт ауылынан булған Әхмәтшәриф Абдуллинға һатыла, тулыһынса күсереп яҙғандан һуң Ә. Абдуллин ҡулъяҙманы Ғибәт улына ҡалдыра. 1954 йылда ҡомартҡы КПСС-тың Абҙан район комитеты инструкторы Н. Т. Хәсәновҡа тапшырыла. 1955 йылда Хәсәнов ҡулъяҙманы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хезмәткәре Б. Ғ. Кәлимуллинға бирә. 1956 йылдан әҫәрҙең ҡулъяҙмаһы башлап Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәгендәге һирәк китаптар бүлегендә һаҡлана[4][3].

Тарихсы һәм этнограф Рәил Ғүмәр улы Кузеев "Үҫәргән тәуарихы"ның тарих фәне өсөн оло ҡомартҡы булыуын билдәләй, шулай уҡ әҫәр бик боронғо сығанаҡтарға нигеҙләнгән, тип һанай[5].

Структура һәм тематика яғынан Тажетдин Ялсығол әл-Башҡордиҙың «Тәуарихи Булғарийа» әҫәре менән оҡшашлығы бар. Хөсәйенов Ғ. Б. фекеренсә, әҫәргә эшкәртелгән һәм ҡыҫҡартылған «Үҫәргән ырыуы шәжәрәһе» ингән[6]. Әҫәрҙә ҡайһы бер урта быуаттарҙағы яҙма сығанаҡтарға һылтанма бирелә, шул иҫәптән ҡайһы бер әҫәрҙәр, шул иҫәптән Рабгузиҙың «Китаб-и Йыһаннамә», («Ғаләм тураһында китап»), «Ҡиссас әл-әнбиә» («Пәйғәмбәрҙәр тарихы») һәм башҡалар. М. Нәҙерғолов М. Х. фекере буйынса, "Үҫәргән тәуарихы"нда аноним рәүештә «Сыңғыҙханнамә» ҡулланылған.

Әҫәр «донъя тарихын» бәйән итеү менән башлана. Хикәйәләү бөтә ерҙе өс улы — Сәм, Хәм һәм Йәфеҫ — араһында бүлгән пәйғәмбәр Нух исеменән башлана.

Артабан төркиҙәрҙең дөйөм тарихы бәйән ителә, унан һуң — башҡорттар тарихы. Үҫәргән башҡорт ҡәбиләһе башлығы Мөйтән бейҙең Сыңғыҙхан менән осрашыуы һәм уның монгол ханынан Ағиҙел, Тубыл, Ишем (Иртышҡа тиклем) йылғаларының бассейнындағы, Яйыҡ (Урал) йылғаһы үрендәге улус ер биләмәләренә ярлыҡ алыуы тасуирлана. Мөйтән бейҙең улус ер биләмәләре тулыһынса IX—XIII быуат башындағы тарихи Башҡортостан биләгән территорияға тап килә[7]. Мөйтән бейҙең монголдар менән вассал килешеүенең һөҙөмтәһе булып Башҡортостандың Алтын Урҙаға инеүе тора, ә Мөйтән бей үҙе шәхсән башҡорттарҙың бөтә ерҙәренә номиналь хакимы итеп тәғәйенләнә[8].

Артабан әҫәрҙә башҡорттар һәм Нуғай Урҙаһыһы араһындағы мөнәсәбәттәр яҡтыртыла. Башҡортостандың Рәсәй дәүләтенә ҡушылыу тарихы күрһәтелә: 1564 йылда дүрт башҡорт ҡәбиләләре (үҫәргән, ҡыпсаҡ, бөрйән һәм тамъян) илселәрен батша Иван Васильевич ҡабул итә. Илселәр батшаға Бучай ханды һәм Аҡтулаш бейҙе тотоп бирәләр. Һөйләшеүҙәр барышында башҡорттар урыҫ батшаһының подданыйҙары булырға ризалыҡ бирәләр. Батшаның вәғәҙәһен илселәр ошо рәүештә еткерәләр: «беҙҙең башҡорт халҡына ғазап-михнәттәр күрһәтмәҫкә вәғәҙә итте. Указлы грамотаны төҙҙөләр һәм унда айырым беҙҙең ерҙәр һәм динебеҙ тураһында яҙылды, беҙгә һүҙ бирҙеләр һәм ант иттеләр: ислам динен тотоусы башҡорттарҙы бер ҡасан да башҡа дингә көсләмәҫкә, һәм, беҙ, башҡорттар, тоғро хеҙмәт итергә тейешбеҙ, тип яҙылды. Ошо үҙ-ара һөйләшелгән шарттарға һылтанып, бер-беребеҙгә ҡул ҡуйышып, Ҡаҙан ҡалаһында беҙҙең грамотаны китапҡа яҙҙырҙылар. Ошо уҡ китапҡа яҙҙырылған указлы грамота әле лә беҙҙең ҡулда»[9][10].

Әҫәрҙә Өфө ҡәлғәһен төҙөү тарихы һүрәтләнә, башҡорттарҙың Азов походында һәм Төньяҡ һуғышта ҡатнашыуы тураһында бәйән ителә (атап әйткәндә, Рига походы хаҡында). Әҫәрҙә башҡорт ерҙәренең бүлеп алыныуы менән бәйле ваҡиғалар сағылдырыла һәм дүрт башҡорт ҡҡәбиләләре (бөрйән, ҡыпсаҡ, тамъян, үҫәргән) аҫаба ерҙәренең сиктәрен теүәл билдәләнеүе менән тамамлана.

Пәйғәмбәр Иҙрис тураһында ҡисса килтерелә. Артабан генеалогик схема рәүешендә башҡа мосолман пәйғәмбәрҙәренең һәм изгеләрҙең исемдәре атала, шул уҡ ваҡытта уларҙың күпселеге мифтар, риүәйәттәр һәм легендалар аша хикәйәт текстары менән оҙатыла. Әлеге схемаға параллель рәүештә боронғо хандарҙың һәм бейҙәрҙең шәжәрәләре (шул иҫәптән Туктамыш хан, Тура хан, Үрмәмбәт ибн Исмәғил, Сурабан бей һәм башҡаларҙың шәжәрәләре) шулай уҡ текст менән оҙатылып барыла, әммә уларҙа донъяуи характерҙағы сығанаҡтар мәғлүмәттәре өҫтөнлөк ала, уларҙың Башҡортостанда хакимлыҡ иткән осорҙағы эре тарихи ваҡиғалар тасуирлана. Мәҫәлән, Тура хан тураһында, уның ставкаһыАғиҙел йылғаһындағы Торатау тауы итәгендә урынлашҡан һәм ул башҡорттарҙың сикләнмәгән хакимиәтле ханы булған, тип яҙыла. Шулай уҡ бында уның улы Күсем хан хакимлығы осоронда башҡорт һәм нуғай ерҙәре араһындағы килешеү буйынса сик Һамар йылғаһы буйлап үтә һәм башҡорттар һәм нуғайҙар Ураҡ Мамай власҡа килгәнгә тиклем татыулыҡта көн итә[11]. Үрмәмбәт ибн Исмәғил Урыҫ бейҙән һуң хаким булып китә, Яр Арыҫлан ғәскәре менән һуғыша һәмҺаҡмар йылғаһы (Каҫмарт йылғаһы тамағы эргәһендә) улар араһында ҙур алыш була, уның барышында Үрмәмбәт һәләк була, тип яҙыла. Һуғыш һөҙөмтәһендә башҡорттар еңәләр һәм ошонда йәшәргә ҡалалар[12]. Башҡорт хандарының һәм бейҙәренең шәжәрәһе башҡорт бейе Ҡаҙаҡһал исеме менән тамамлана[10].

Икенсе ҡулъяҙма

үҙгәртергә

Икенсе исемлек академикҒ. Б. Хөсәйеновтың шәхси коллекцияһында һаҡлана. Күләме — ҡулдан яҙылған 98 бит.

Ҡулъяҙманың башы Бүребай ауылында йәшәгән Хәкимйән Мөхәмәтхөсәйен улы Туғыҙбаев тарафынан төҙөлгән, уны ул 1923 йылда Мөхәмәткәрим Өфөлө шәжәрәһенән күсереп алған[3].

Бында ла әҫәр бөтә донъя һыу баҫыуын, пәйғәмбәр Нухты һәм уның улдарын иҫкә алыуҙан башлана. Артабан ҡайһы бер төрки ҡәбиләләр, Мөйтән бей һәм уның Сыңғыҙхан менән мөнәсбәттәре, Башҡортостандың Рәсәйгә ҡушылыуы һәм башҡорт ерҙәрен бүлгеләү тураһында бәйән ителә. Шулай уҡ айырым бүлектә Иҙрис пәйғәмбәр тураһында ҡисса килтерелә, ә һуңғараҡ параллель рәүештә — ике генеалогия, шул уҡ ваҡытта был исемдәрҙең күбеһе мифтар, легендалар һәм риүәйәттәр формалағы хикәйәләү текстары менән оҙатыла.

Зәйнулла Рәсүлевтың шәжәрәһе һәм уның атаһы Хәбибулла тураһында ҡайһы бер мәғлүмәт килтерелгән. Шулай уҡ шәжәрәлә Алдар Иҫәкәевтың исеме телгә алына: «Христос Раштыуанын алып 1735 йылда, һижрәттән алып 1142 йылда Алдар-бей, Таймаҫ бей менән бергә, илсе булараҡ 1-се Жуз ханы ҡаҙаҡ Абулхәйерҙе барып күрә; Рәсәй батшаһы исеменән ҡаҙаҡ халҡына рәсәй подданыйлығын ҡабул итеүҙе тәҡдим итә».

Ҡулъяҙманың икенсе бүлегендә шулай уҡ яҙма сығанаҡтарҙан һәм башҡорт фольклорынан алынған легендалар һәм риүәйәттәр хикәйәләү текстары менән аралашҡан шәжәрә лә бар. Ҡулъяҙма Үҫәргән ҡәбиләһенең Мәмбәт ырыуының тарихын тасуирлау менән тамамлана.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Надергулов М. Х. «История Усерган» // Башкортостан: краткая энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — 672 с. — ISBN 5-88185-001-7.
  2. Исянгулов Ш.Н. Абуляисово: материалы по истории деревни. — Туймазы: Тиц – филиал ГУП РБ Ид «Республика Башкортостан», 2015. — С. 5. — 164 с.
  3. 3,0 3,1 3,2 Надергулов М. Х. «История Усергана» — историко-литературное сочинение // Ватандаш. — 2011. — № 2. — С. 185—190. — ISSN 1683-3554.
  4. Научная библиотека Уфимского научного центра РАН. Рб 2279. Усарган таварихы. 69 л. (на арабской графике)
  5. Башкирские шежере / Составление, перевод текстов, введение и комментарии Р. Г. Кузеева. — Уфа: Башкирское кн. изд-во, 1960. — С. 195—200. — 304 с.
  6. Хусаинов Г. Б. «Шежере племени усерган» // Башкортостан: краткая энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — 672 с. — ISBN 5-88185-001-7.
  7. Мажитов Н. А. Муйтен-бий // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  8. Гарустович Г. Н., Злыгостев В. А. К вопросу о древнейшем документальном источнике, связанном с историей средневекового Башкортостана // Проблемы востоковедения. — 2015. — № 1 (67). — С. 60—68.
  9. "«В 1552 году во 2-ой день октября русские взяли город Казань и построили дома. И затем, в (1)564 году, (послы) четырех башкирских племен, а именно от Усергана князь Бикбау Тедигачев, от Кипчака князь Мишавле Каракужак, от Бурзяна князь Иске-бей [Здесь, как видим, составитель тарихнаме забыл назвать имя четвертого посла. Из других письменных источников, в том числе из дошедших до наших дней шежере усерганских, кипчакских, бурзянских и тамьянских башкир, выясняется, что четвертым из этого посольства был глава тамьянского рода Шагали Шакман-бей. — М. Н.], ходили от указанных четырех племен, будучи приглашенными в город Казань к великому князю Ивану Васильевичу, надеясь на справедливость шаха России…»

    Надергулов М. Х. «История Усергана» — историко-литературное сочинение // Ватандаш. — 2011. — № 2. — С. 185—190. — ISSN 1683-3554.

  10. 10,0 10,1 Надергулов М. Х. Некоторые заметки об анонимном сочинении «История Усергана» // Вестник Челябинского государственного университета. — 2009. — № 13. — С. 84—88. — ISSN 1994—2796.
  11. «Тура-хан. На реке Агидель известна гора (под названием) Тура-таг. Это место его ставки. Он был самовластным ханом башкирского народа. Его сын был Кусем-хан. В те времена в Сарайчике было сражение с Бурак-ханом, то есть происходили битвы из-за земли и воды. После Кусем-хан отправил своего младшего брата Бирдебека с сильным войском с северной стороны. Бурак с правой стороны отправил Мансура. Затем с двух сторон противостояли (друг другу), готовились к битве. Ведя переговоры, заключили соглашение о следующем: правая сторона реки Самары досталась Бурак-хану, его подданными были ногайцы; северная сторона реки Самары досталась Кусем-хану, его подданными были башкиры. Затем после перемирия Бирдебек-султан (и) Мансур с двух (противоположных) берегов реки Агидель состязались в стрельбе из лука. Каждый из них был великолепным стрелком и эмиром, и стрелы обоих перелетали дороги, идущие по (обеим) сторонам реки Агидель. Прожив с таким пиршеством и весельем месяц, ушли обратно, то есть вернулись в свои страны. Башкирский и ногайский народы на некоторое время остались (жить) в мире, до эпохи Урак Мамая»

    Надергулов М. Х. «История Усергана» — историко-литературное сочинение // Ватандаш. — 2011. — № 2. — С. 185—190. — ISSN 1683-3554.

  12. «Урмамбет ибн Исмагил. Этот Урмамбет был (правителем) после Урадж-хана. В те времена между ним и Яр Арысланом возникли споры, и народ разделился. Одна часть подчинилась Яр Арыслану, они были ногайцами. Между собой воевали. В одном месте вдоль реки Сакмара произошло крупное сражение. Убили Урмамбет-хана. В то время ногайский народ выступил (численностью) в тысячу человек. На Сакмаре-реке это место доныне известно как „Устье Касмартки“. Здесь ногайцы разъединились и ушли в разные стороны. После этого на некоторое время территория между Агиделью и Яиком осталась совершенно пустой. В конце концов в 1026 году (хиджры) башкиры победили и остались жить здесь»

    Надергулов М. Х. «История Усергана» — историко-литературное сочинение // Ватандаш. — 2011. — № 2. — С. 185—190. — ISSN 1683-3554.

Һылтанмалар

үҙгәртергә