Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге

(Аббасидтар хәлифәте битенән йүнәлтелде)

Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге (ғәр. الدولة العباسية‎), Бағдад хәлифәлеге — 750 йылдан алып 1258 йылға тиклем булған феодаль теократик дәүләт. Идара итеүсе династия — Ғәббәсиҙәр. Хәлифәлек составына хәҙерге Азияның ғәрәп илдәре, Урта Азияның бер өлөшө, Мысыр, Иран һәм Төньяҡ Африка биләмәләре ингән. 945 йылда Буйиҙар хәлифәлекте баҫып алғанға тиклем үҙаллы сәйәсәт алып барған[1]. 1055 йылда Бағдадты төрки сәлжүктәр яулап алғандан һуң, Ғәббәсиҙәр хәлифәләре тик баш ҡалаға яҡын булған өлкәгә генә эйә булған[2].

Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге
الدولة العباسية
Флаг
Флаг

 
 
 
 
750 — 1258
Баш ҡала

Анбар (750—762)
Бағдад (762—836)
Сәмәррә (836—892)
Бағдад (892—1258)

Телдәр

ғәрәп

Дин

Ислам

Идара итеү формаһы

хәлифәлек

Династия

Ғәббәсиҙәр

 Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге Викимилектә

Хәлифә Әбү Йәғәфәр әл-Мансур илдең баш ҡалаһын Анбар ҡалаһынан Бағдад ҡалаһына күсерә[3]. 836 йылдан алып 892 йылға тиклем хәлифәлектең баш ҡалаһы Сәмәррә булған. Ғәббәсиҙәр заманында ғәрәптәрҙең дәүләте Бағдад хәлифәлеге тип аталған.

Ғәббәсиҙәр осорондағы Ҡөрьән

Хәлифәлектең тарихы

үҙгәртергә

Ғәббәсиҙәрҙең власҡа килеүе

үҙгәртергә

Ғәббәсиҙәр власҡа үҙ дәғүәһен былай тип дәлилләгән: идара итеүсе Өмәүиҙәр, ғәрәптәрҙең ҡорайыштар ҡәбиләһенән сыҡһалар ҙа, Мөхәммәт Рәсүлулла нәҫеле булған Хашимиҙарға ҡарамағандар. Ғәббәсиҙәр үҙҙәренең нәҫелен пәйғәмбәрҙең олатаһынан йәки Мөхәммәтең атаһы Ғабдулла ибн Ғәбдел-Моталиптың ҡустыһынан — Ғәббәс ибн Ғәбдел-Моталиптан башлаған.

Тәүге осорҙа Ғәббәсиҙәр дәүләт эштәрендә мөһим урын биләмәгән. Әммә хәлифәлектә Өмәүиҙәр династияһы идаралығы менән ризаһыҙлыҡ үҫкән һайын, Ғәббәсиҙәрҙең йоғонтоһо көсәйә барған. Ғәббәстең тыуаһы Мөхәммәт ибн Ғәли ибн Ғабдулла VIII быуат башында власть өсөн көрәштә шиғыйҙарҙың бер нисә нәҫеле менән яҡынлашыуға ирешә. Ошонан алып Ғәббәсиҙәр, төрлө яҡҡа үҙ кешеләрен ебәреп, Өмәүиҙәрҙе ҡолатыу өсөн йәшерен әҙерлек башлайҙар. Әл-Күфә ҡалаһы уларҙың төп үҙәге булып китә. Әммә 743 йылда Мөхәммәт ибн Ғәли ибн Ғабдулланы язалап үлтерәләр һәм был эште уның улы Ибраһим ибн Мөхәммәт дауам итә. Ибраһимды шиғыйҙар яҡлап сыға[4].

743 йылда Хишам хәлифә үлгәндән һуң Өмәүиҙәр араһында башланған үҙ-ара низағлашыу Ғәббәсиҙәрҙең уңышҡа өлгәшеүенә булышлыҡ итә. 747 йылда Ирандың Хөрәсән провинцияһында Ибраһим ибн Мөхәммәт етәкселегендә ихтилал тоҡана. Ибраһим үлгәндән һуң, ихтилалға ҡустыһы Әбү әл-Ғәббәс әс-Саффа (750—754) етәкселек итә. 749 йылдың 26 июнендә ғәббәсиҙәр ҙур еңеү яулай, шул уҡ йылдың 28 ноябрендә Әл-Күфә ҡалаһының йәмиғ мәсетендә Әбү әл-Ғәббәс яңы подданныйҙарын антҡа килтерә. Һуңғы Өмәүиҙәр династияһы хәлифәһе Мәрүән II илдең көнбайыш өлөшөндә тағы ла ярты йыл хакимлыҡ итә, аҙағыраҡ Мысырға ҡасып, шунда үлтерелә.

750 йылда хәлифәлектәге власть тулыһынса Ғәббәсиҙәр династияһы ҡулына күсә.

Хәлифәлектең тасуирламаһы

үҙгәртергә
 
Ғәббәсиҙәр аҡсаһы. Бағдад, 765 йыл.

762 йылда хәлифә Әбү Йәғәфәр әл-Мансур Тигр йылғаһы буйындағы бәләкәй генә ауыл урынында буласаҡ баш ҡаланы күсерә, ул Бағдад тип атала. Баш ҡала өсөн урын уңышлы һайланған: Тигр һәм Евфрат йылғалары араһының уңдырышлы, халыҡ тығыҙ ултырған үҙәгендә Ғәрәбстандан, Сүриәнән, Кавказ аръяғынан, Ирандан килгән сауҙа юлдары киҫешкән.

Ғәббәсиҙәр династияһы идара иткән йылдарҙа ғәрәптәр Сицилия, Кипр, Крит утрауҙарын һәм Көньяҡ Италияның бер өлөшөн баҫып ала. Яулап алынған өлкәләрҙә крәҫтиәндәрҙән ҙур һалым йыйылған. Ислам динен ҡабул иткәндәр башта йән башынан алына торған һалымдан азат ителгән, был яулап алынған илдәрҙә күп халыҡтың икенсе дингә күсеүенә этәргес биргән. Әммә һуңғараҡ был ташлама бөтөрөлгән. Мосолмандар Иран, Ираҡ, Афғанстан, Мысыр, Сүриә, Африканың байтаҡ өлөшө, Һиндостандың бер өлөшө һәм Индонезияның күпселек халҡын тәшкил иткән. Ғәббәсиҙәр осоронда ислам Урта Азияла, Төньяҡ һәм Көнсығыш Кавказ менән Волга буйының күп халыҡтары араһында, шул иҫәптән башҡорттарҙа нығынған.

Хәлифәлектә мосолман булмаған бөтә кешеләр юғары һалымдар түләгән һәм үҙ иҫәптәренә ғәскәр аҫрарға тейеш булған. Баҫып алынған илдәрҙең халыҡтарына ҡорал йөрөтөү тыйылған, улар ғәрәптәрҙән кейемдәре менән айырылып торорға тейеш булған. Уларға судта мосолмандарға ҡаршы шаһит булып сығыш яһарға рөхсәт ителмәгән.

 
Һарун әр-Рәшит (786—809) хакимлығы осорондағы хәлифәлек

VIII—IX быуаттарҙа хәлифәлектә ғәрәптәрҙең хакимлығына һәм халыҡты иҙеүгә ҡаршы ихтилалдар тулҡыны күтәрелгән, хәлифәлек эстән ҡаҡшаған. Халыҡ ихтилалдарын баҫтырыр өсөн, хәлифәләр ғәскәрҙәрҙе төрки халыҡтарынан йыйған, уларҙан хакимдарға тоғро гвардия ойошторолған. Әммә һуңыраҡ, көслө власҡа эйә булып алғас, гвардия башлыҡтары хәлифәләрҙе үҙ ихтыярҙары менән тәхеткә ултыртҡан һәм бәреп төшөргән.

Дәүләттәге бөтә ерҙәр ҙә хәлифәнеке тип һаналған. Хәлифәләрҙең туғандары төбәктәрҙә һанаттары итеп тәғәйенләнгән. Һанаттар — әмирҙәр халыҡтан алынған һалым иҫәбенә чиновниктар һәм ғәскәр тотҡан, баҫып алыу һуғыштарына етәкселек иткән. Тора-бара әмирҙәр үҙҙәренең вазифаларын идара итергә алған провинциялары менән бергә мираҫҡа ҡалдыра башлаған. Үҙ хәрби көсөнә таянып, уларҙың ҡайһылары хәлифәгә буйһонорға баш тартҡан һәм бойондороҡһоҙ хакимға әйләнгән. Мәҫәлән, VIII быуат уртаһында Испанияла үҙ аллы ғәрәп дәүләте — Кордова әмирлеге (Х быуаттан — Кордова хәлифәлеге) барлыҡҡа килгән, ә IX быуатта Бағдад хәлифәлегенән Урта Азия, Иран, Афғанстан, Урта Азия, Мысыр һәм Төньяҡ Африка провинциялары айырылып сыҡҡан.

 
Византия-ғәрәп һуғыштары (837—838)

945 йылда Бағдадты шиғыйҙар династияһынан сыҡҡан Бөүәхиҙәр була. Был осорҙа хәлифәлек составында тик баш ҡала һәм уның тирәһендәге ерҙәр генә тороп ҡала. Бөүәхиҙәр әмирҙәре хәлифәләр исеменән дәүләт менән идара иткән. Ғәббәсиҙәр хәлифәләренең тәңкәләрҙә яҙылыуы дауам ителһә лә, уларҙың сәйәси власы булмай һәм тик рухи авторитеты һаҡланып ҡала.

1055 йылда Бағдадты сәлжүктәр баҫып алғандан һуң да Ғәббәсиҙәрҙең тик рухи авторитеты ғына һаҡланған. Ғәббәсиҙәр ҡулында дини власть булғанға күрә, әмирҙәр һәм солтандар уларға ант иткән һәм инвеститура алған.

1118 йылда, сәлжүк солтаны Мөхәммәт I үлгәндән һуң, Ираҡ солтанатлығы тарҡалыш кисерә башлаған. Ғәббәсиҙәр яңынан власты ҡайтарыр өсөн көрәш башлаған. 1124 йылда Әбу Мансур әл-Мөстәшиҙи сәлжүк солтанына — Мөхәммәт II һалым түләүҙән баш тарта һәм 30 меңлек ғәскәр йыйып, Бағдадты сәлжүктәр буйһоноуынан ҡотҡара.

 
Далал күпере

Бөүәхиҙәргә тиклемге замандан алып тәүге тапҡыр бойондороҡһоҙ хаким тип Мөхәмәт әл-Мөҡтәфи (1136—1160) идаралығы осоро һанала. Хәлифәлектең биләмәләре Тигр һәм Ефрат йылғаларының бассейнында Тикрит ҡалаһынан алып Шатт-әл-Ғәрәбкә тиклем һәм Әл-Күфәнән алып Хульванға тиклем һуҙылған. Әл-Мөҡтәфинең вариҫтары дәүләттең сәйәси һәм иҡтисади торошон нығытҡан. Хәлифә Әл-Mөстәжи (1160—1170) сәлжүктәрҙең көслө союздаштарын — Мазйәҙиттәрҙе ҡыйрата, ә хәлифә Әл-Mөстәжи (1170—1180) Әзербайжан атабәктәре һәм Әйүбиҙәр менән дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре урынлаштыра.

Хәлифә Әхмәт ән-Насир (1180—1225) дәүләт составына Хузестан, Рей һәм Хәмәдан ҡала-өлкәләрен ҡуша. Хорезм шаһы Текеш ярҙамында Ираҡтағы сәлжүктәрҙе еңеп ҡуя, 1194 йылда сәлжүк солтаны Тогрул III хорезмлылар менән алышта һәләк була. Әммә тиҙҙән хәлифәлектең Хорезм менән низағ барлыҡҡа килә. Ән-Насир хорезмлыларҙан Көнбайыш Иранды ташлап китеүҙе талап иткән, әммә хорезмшах Текеш Хузестанды уға биреүен һораған. 1200 йылда, Текеш үлгәндән һуң, ихтилал тоҡана, Хорезмдың ғәскәрҙәрен баш күтәреүселәр ҡыйрата.

Хәлифәлектең тарҡалыуы

үҙгәртергә

Ғәббәсиҙәр дәүләтендә ике йөҙ йыл дауамында үҫеш күҙәтелгән, әммә хәлифәлектең феодал тарҡалышы көсәйә барған һайын, династия яйлап бөтә барған.

1258 йылдың февралендә Монгол империяһының кенәзе Хүләгү Бағдадты яулап ала һәм ҡаланы талай. Баш ҡала яулап алынғандан һуң 10 көн үткәс, Бағдад хәлифәлегенең иң аҙаҡҡы хәлифәһе Әл-Мөстәһсим язалап үлтерелә. Уның нәҫеленән тик кесе улы Хүләгүнең ҡатыны булышлығында тере ҡалдырыла.

 
«Мең дә бер кисә» әкиәттәр йыйынтығының ҡулъяҙмаһы

1261 йылда Мәмлүк солтаны Бейбарыҫ I Ҡаһирәлә хәлифә итеп Бағдадтан ҡасып килгән һәм үҙен Ғәббәсиҙәр нәҫеленән булыуын иғлан иткән Әл-Мөстәнсир II әл-Ҡаһирәне ҡуйған. Әммә монголдар менән алышта Әл-Мөстәнсир II юҡ булған һәм хәлифә итеп Әл-Хаким I әл-Ҡаһирә (идара итеү йылдары: 1262—1302) танылған. Ҡаһирә хәлифәләре артабанғы йөҙ йыллыҡтарҙа солтандарҙың ихтыярына бәйле булған, тик һарайҙағы һәм дини церемонияларҙа ғына ҡатнашҡан. Улар был вазифаны Мысырҙы 1517 йылда Ғосман империяһы баҫып алғанға тиклем башҡарған. Шул уҡ йылды ғосман солтаны Сәлим I, һуңғы Ҡаһирә хәлифәһен Әл-Mөтәүәки III Истанбулға һөргөнгә ебәреп, хәлифә титулын ҡабул итә.

Хәлифәлек мәҙәниәте

үҙгәртергә

Ғәббәсиҙәр хәлифәлегенең сәскә атыу осоро Әбу Йәғәфәр әл-Maнсур (754—775), Мөхәмәт әл-Mahди (775—785), Һарун әр-Рәшит (786—809), Ғабдулла әл-Мәһмүн (813—833) хакимлығына тап килә.

Хәлифәлектә ислам дине менән берлектә ғәрәп теле киң таралыу алған, был телдә рәсми власть органдары, судтар эш алып барған, шәкерттәрҙе уҡытҡандар. Ғәрәп теле фән һәм әҙәбиәт теленә әйләнгән. Илдә күпләп мәғариф үҙәктәре — мәктәбәләр һәм мәҙрәсәләр асылған.

 
Бағдад мәҙрәсәһе
 
«Химияның атаһы» — Жәбир ибн Хәйән[5][6][7][8]

Хәлифәлектә математика, астрономия, география, медицина һымаҡ фәндәр ныҡ үҫешкән. VIII—IX быуаттарҙа боронғо грек, фарсы, һинд ғалимдарының хеҙмәттәре ғәрәп теленә тәржемә ителгән. Бигерәк тә Һарун әр-Рәшит хакимлығы осоронда күп хеҙмәттәр тәржемә ителгән, Бағдадта ҡулъяҙмалар һаҡлана торған йортҡа — «Аҡыл йорто»на нигеҙ һалынған. Һуңыраҡ шундай йорттар илдең башҡа эре ҡалаларында барлыҡҡа килгән, уларҙа ғалимдар китаптар, торлаҡ, аҡса менән тәьмин ителгән.

Ғәрәптәргә Пифагор, Евклид һәм Архимедтың, һинд астрономдары һәм математиктарының хеҙмәттәре билдәле булған һәм улар алгебраны төҙөгән, һинд цифрҙарын ҡулланған. Һуңғылары ғәрәптәр аша Европаға үтеп инеп, ғәрәптәрҙеке булып киткән.

Бағдад һәм Дамаск ҡалаларында обсерваториялар эшләгән. Ғәрәп астрономдары Ерҙең әйләнәһен яҡынса хисаплап сығарған, йондоҙҙарҙың урынлашыуын һүрәтләгән. Урта Азия ғалимы Әл-Бируни (973—1048) география, тарих, астрономия һәм башҡа фәндәр буйынса хеҙмәттәр яҙып ҡалдырған. Ул Ғаләмебеҙ үҙәгендә Ҡояш тора һәм Ер уның тирәләй әйләнә тигән фаразды әйтеп ҡалдырған. Ғәрәп сәйәхәтселәре, географтары һәм тарихсылары хәлифәлеккә ингән илдәрҙең, Һиндостан, Ҡытай, Африка, Европа һәм Азия дәүләттәренең тарихы һәм географияһы тураһында мәғлүмәттәр йыйған.

Хәлифәлектә медицина ла тиҙ үҫеш алған. Урта Азияла йәшәгән философ, табип, астроном, географ һәм шағир Әбүғәлисина (980—1037) йөҙҙән ашыу ғилми хеҙмәт авторы булған, уны хөрмәтләп «ғалимдарҙың ғалимы» тип атағандар.

Хәлифә Һарун әр-Рәшит (768—809) мәшһүр «Мең дә бер кисә» әкиәттәр йыйынтығының геройы булған. Әкиәттәрҙә Һарун ғәҙел батша булып күҙ алдына баҫа. Подданныйҙарының мохтажлыҡтарын белер өсөн, ул, кейемен алмаштырып, төндәрен Бағдад урамдарына сыға, уны бер вәзире һәм тәнһаҡсыһы ғына оҙатып йөрөй. Ысынында иһә Һарун әр-Рәшит мәкерле һәм ҡанһыҙ хаким булған. Подданныйҙары уны күрә алмаған. Хәлифә Бағдадта торорға ҡурҡҡан һәм ҡала ситендәге ҡәлғәлә йәшәгән. Ҡалаға ул һалымдан алып еткерелмәгән түләүҙәрҙе алыу өсөн генә килеп киткән. Бик бай Иран ырыуынан булған вәзиренең байлығына һәм йоғонтоһона ҡыҙығып, хәлифә уны язаларға әмер биргән, ә уның байлығын, һарайҙарын, йорт-ерҙәрен ҡаҙнаға тартып алған. Һарун хәлифәлектең сиктәрен тағын да киңәйтергә тырышҡан, Византия империяһына ҡаршы һуғыш алып барған һәм Кесе Азиялағы биләмәләрен бөлгөнлөккә төшөргән, әммә етди уңыштарға өлгәшә алмаған.

Фарсы телендә ижад иткән билдәле шағир Фирҙәүси (934—1020) «Шаһнамә» поэмаһын 30 йыл дауамында яҙа.

Халифәләр исемлеге

үҙгәртергә
 
Ғәббәсиҙәр нәҫеленең шәжәрәһе. Йәшел төҫ менән Бағдад хәлифәләре, һары төҫ менән Ҡаһирә хәлифәләре, һәм йәйә эсендә идара итеү йылдары күрһәтелгән. Мөхәммәт пәйғәмбәр эре хәрефтәр менән яҙылған.
 
Мәлүиә манараһы. Сәмәррә, 852 йыл.
 
Әл-Ғазали манараһы. Бағдад.
 
Бронзанан эшләнгән һауыт. VIII быуат.
# Хәлифәләр Һижри
календарь
Григориан
календары
Ғәббәсиҙәр хәлифәлегенең хәлифәләре
1 Әбу әл Ғәббәс әс-Саффа 131—136 750—754
2 Әбу Йәғәфәр әл-Maнсур 136—158 754—775
3 Мөхәмәт әл-Mahди 158—169 775—785
4 Муса әл-Һaҙи 169—170 785—786
5 Һарун әр-Рәшит 170—193 786—809
6 Мөхәмәт әл-Әмин 193—198 809—813
7 Ғабдулла әл-Мәһмүн 198—218 813—833
8 Мөхәмәт әл-Мөтәсим 218—227 833—842
9 Һарун әл-Ваҙыҡ 227—232 842—847
10 Йәғәфәр әл-Мотавәкил 232—247 847—861
11 Мөхәмәт әл-Мөнтәсир 247—248 861—862
12 Әхмәт әл-Мөстәһин 248—252 862—866
13 Зөбәйер әл-Мотаз 252—255 866—869
14 Мөхәмәт әл-Мөхтәҙи 255—256 869—870
15 Әхмәт әл-Мөһтәмиҙи 257—279 870—892
16 Ғабдулла әл-Мөһтәмдиҙи 279—289 892—902
17 Ғәли әл-Mөхтәфи 289—295 902—908
18 Йәғәфәр әл-Мөҡтәдир 295—320 908—932
19 Мөхәмәт әл-Ҡаһир 320—322 932—934
20 Әхмәт әр-Рәҙи 322—329 934—940
21 Ибраһим әл-Mөтәҡи 329—334 940—944
22 Ғабдулла әл-Мөстәҡфи 334—336 944—946
23 Ғабдул-Ҡасим әл-Мөҙи 336—363 946—974
24 Әбүбәкер әт-Taйы 363—381 974—991
25 Әл-Ҡадир 382—422 991—1031
26 Әл-Ҡайым 422—468 1031—1075
27 Ғабдулла әл-Мөҡтәдир 468—487 1075—1094
28 Әхмәт әл-Мостазаһир 487—512 1094—1118
29 Әбу Мансур әл-Мөстәшиҙи 512—530 1118—1135
30 Әбу Йәғәфәр әр-Рәшит 530—531 1135—1136
31 Мөхәмәт әл-Мөҡтәфи 531—555 1136—1160
32 Йософ әл-Мөстәнжи 555—566 1160—1170
33 Әл-Mөстәжи 566—576 1170—1180
34 Әхмәт ән-Насыр 576—622 1180—1225
35 Әз-Заһир 622—623 1225—1226
36 Әл-Мөстәнсир 623—640 1226—1242
37 Әл-Мөстәһсим 640—656 1242—1258
Ҡаһирә хәлифәләре
39 Әл-Мөстәнсир II әл-Ҡаһирә 659—660 1261—1262
40 Әл-Хаким I әл-Ҡаһирә 660—702 1262—1302
41 Әл-Мөстәҡфи I әл-Ҡаһирә 702—741 1303—1340
42 Әл-Ваҙиҡ I 741—742 1340—1341
43 Әл-Хаким II әл-Ҡаһирә 742—753 1341—1352
44 Әл-Мөтәҙир I 753—764 1352—1362
45 Әл-Mөтәүәки I 764—785 1362—1383
46 Әл-Ваҙиҡ II 785—788 1383—1386
47 Әл-Мөстәсим 788—791 1386—1389
48 Әл-Mөтәүәки I (йәнә) 791—809 1389—1406
49 Әл-Мөстәһим әл-Ҡаһирә 809—817 1406—1414
50 Әл-Мөтәҙир II 817—845 1414—1441
51 Әл-Мөстәҡфи II 845—855 1441—1451
52 Әл-Ҡайым 855—859 1451—1455
53 Әл-Мөстәнжи 859—884 1455—1479
54 Әл-Mөтәүәки II 884—902 1479—1497
55 Әл-Мөстәсик 902—914 1497—1508
56 Әл-Mөтәүәки III 914—923 1508—1517

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Беляев Е. А. Аббасидов халифат // Советская историческая энциклопедия. — М.: Издательство «Советская энциклопедия», 1961. — Т. 1. — С. 28—32.
  2. Аббасидов халифат Исторический словарь. 2000.
  3. Аббасиды // Энциклопедия «Кругосвет»
  4. Аббасиды 2008 йыл 18 февраль архивланған. в энциклопедии «Все монархи мира. Мусульманский Восток VII—XV вв.»
  5. Derewenda, Zygmunt S. (2007), "«On wine, chirality and crystallography»", Acta Crystallographica A Т. 64: 247 
  6. Warren, John (2005), "«War and the Cultural Heritage of Iraq: a sadly mismanaged affair»", Third World Quarterly Т. 26 (4, 5): 815–30, DOI 10.1080/01436590500128048 
  7. Zahoor, A (1997), «Jabir ibn Haiyan (Geber)», University of Indonesia, <http://www.unhas.ac.id/~rhiza/saintis/haiyan.html> 
  8. Vallely, Paul, "«How Islamic inventors changed the world»", The Independent (United Kingdom), <http://news.independent.co.uk/world/science_technology/article350594.ece>  2008 йыл 17 май архивланған.
  • Аббасиды // Рыжов К. В. Все монархи мира. Мусульманский Восток VII—XV вв.. — М.: Вече, 2004.
  • Бартольд В. В. Халиф и султан // Бартольд В. В. Сочинения. — М.: Наука, 1966. — Т. VI: Работы по истории ислама и арабского халифата.
  • Беляев Е. А. Аббасидов халифат // Советская историческая энциклопедия. — М.: Издательство «Советская энциклопедия», 1961. — Т. 1. — С. 28-32.
  • Большаков О. Г. ал-ʿАббāсӣйȳн // Ислам: Энциклопедический словарь. — М.: Наука. Главная редакция восточной литературы, 1991. — С. 5-6.
  • Альфан Л. Великие империи варваров: от Великого переселения народов до тюркских завоеваний XI века. — М.: Вече, 2006.
  • Босворт К. Э. Мусульманские династии. Справочник по хронологии и генеалогии = The Islamic Dynasties. A Cronological and Genealogical Handbook / Пер. с англ. П. А. Грязневича, отв. редактор И. П. Петрушевский. — М.: Главная редакция восточной литературы издательства «Наука», 1971. — 324 с. — 14 000 экз.
  • История Востока. — Восточная литература, 1995. — Т. 2: Восток в средние века.
  • История Ирана с древнейших времен до конца XVIII века. — Л.: Издательство Ленинградского университета, 1958. — 390 с.
  • Фильштинский И. М. История арабов и Халифата (750—1517 гг.). — 3-е издание, исправленное и дополненное. — М.: АСТ: Восток-Запад, 2008. — 349 с. — (Историческая библиотека). — 2000 экз. — ISBN 978-5-17-05-14-75-5.
  • Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә.

Һылтанмалар

үҙгәртергә