Кесе Азия

Азияның көнбайышындағы ярымутрау

Кесе Азия (грек. Μικρά Ασία) йәки Анатолия (грек. ἀνατολή; төр. Anadolu) — Азияның көнбайышындағы ярымутрау, хәҙерге Төркиә территорияһының урта өлөшө[1]. Көнбайыштан көнсығышҡа ҡарай оҙонлоғо —1000 километрҙан ашыу, киңлеге — 400-ҙән 600 километрғаса. Территорияһы — яҡынса 506 мең квадрат километр.

Кесе Азия
Характеристикалары
Майҙаны506 000 км²
Урынлашыуы
39° с. ш. 32° в. д.HGЯO
Төркиә
Точка
Кесе Азия
 Кесе Азия Викимилектә

«Анатолия» атамаһы грекса ҡояш сығышы, көнсығыш тигәнде аңлата. Төркиәнең Азиялағы биләмәләрен йыш ҡына Анатолия тип йөрөтәләр[2] (Төркиәнең Румелия тип йөрөтөлгән Европа өлөшөнән айырмалы).

Географик тасуирламаһы үҙгәртергә

Ярымутрауҙың ярҙары Ҡара, Мәрмәр, Эгей һәм Урта диңгеҙҙәр, Азияны Европанан айырып торған Босфор һәм Дарданелл боғаҙы менән йыуыла. Ярымутрау Азияның башҡа өлөштәренә ҡарағанда көнбайышҡа ныҡ сығып тора. Физик-географик зона булараҡ Кесе Азияның көнсығыш сиге Искәндәрүн боғаҙынан көньяҡтараҡ Урта диңгеҙ яр буйынан башланып, 40-сы меридиан менән Ван күле араһынан үтә, төньяҡта сик яҡынса Чорох йылғаһының түбәнге ағымы менән тап килә. Кесе Азия яр буйында утрауҙар (Кипр, Родос һәм башҡалар) бар.

Ярымутрауҙа таулы рельеф өҫтөлөк итә. Күп өлөшөн — ярым сүлле Кесе Азия ҡалҡыулығы, көнсығышта Әрмән ҡалҡыулығы биләй. Кесе Азия ҡалҡыулығының эске яғындағы Анатолия яҫы таулығын төньяҡтан Понт тауҙары, көньяҡтан Тавр һырты ҡаймалай. Яр буйлатып Урта диңгеҙ тирәһенә хас үҫемлектәр үҫкән уйһыулыҡтар һуҙылған.

Кайнозой осорона хас бөрмәле тау ҡоролмалары Балҡан ярымутрауындағы тау ҡоролмаларын дауам итә. Хәҙерге рельефтың формалашыуы неогенда һәм өсөнсөл осорҙоң беренсе яртыһында бара. Ул саҡта өлкә Европаның күрше территориялары һәм хәҙерге Урта диңгеҙ буйының күрше өлкәләре менән бергә күтәрелә, шунан ҡабат төшә һәм ваҡлана. Ошо ваҡытта Кесе Азия Балҡан ярымутрауынан айырыла, Мәрмәр һәм Эгей диңгеҙҙәре, Дарданелла һәм Босфор боғаҙҙары барлыҡҡа килә, яр һыҙаты бүлгеләнә. Һыныҡтар барлыҡҡа килеү вулканлашыу процестары менән бәйле була (айырыуса Кесе Азия таулығының көнсығышында). Өлкәнең көнбайышына көслө сейсмиклыҡ хас.

 
Төркиәнең төбәктәре

Понти тауҙары бөтә ерҙә лә тиерлек Ҡара диңгеҙ ярында текә булып өҙөлә, һирәк кенә яр буйы уйһыулыҡтары менән һөҙәклектәр осрай. Ҡороға әллә ни тәрән үтеп инмәгән һай ҡултыҡтар тау һырттары менән ҡаймалана. Төньяҡ яр буйының иң ҙур ҡултыҡтары — Синоп һәм Самсун ҡултыҡтары.

Тавр һырты ла үтә ярғысланмаған яр хасил итә, ләкин бер нисә урында, Мәрсин һәм Искәндәүн ҡултыҡтарын ҡаймалап алған киң уйһыулыҡтарға урын биреп, ярҙан төпкәрәк китә.

Климаты һәм йылғалары үҙгәртергә

Климат шарттары ҡуйы йылғалар селтәре яһалыуға булышлыҡ итмәй. Йылғалар күп түгел һәм аҙ һыулы, режимдары тигеҙ түгел. Ныҡлы антициклон урынлашҡан йәй көндәрендә күп йылғалар ҡорой. Ҡара һәм Урта диңгеҙгә ҡойған йылғалар, шулай уҡ Тигр һәм Евфрат бассейны йылғалары өлкәнең көнсығыш һырттарынан ағып төшә. Иң оҙон йылға — Ҡыҙыл-Ирмәк — 950 километр оҙонлоғонда, ул, һаҙамыҡ дельта хасил итеп, Ҡара диңгеҙгә ҡоя. Суднолар йөрөү өсөн ҡулай булмаһа ла, йылғалар һуғарыу һәм һыу тәьминәте йәһәтенән ҙур әһәмиәткә эйә. Ҡайһы берҙәренә плотиналар һәм һыу һаҡлағыстар ҡоролған.

Күл соҡорҙары тектоник һәм карст сығышлы булып тора. Күбеһенең һыуы бер яҡҡа ла ағып сыҡмай һәм ныҡ татырлы. Уларҙың иң ҙурыһы булған Тоҙ күле Анатолия яҫы таулығының урта өлөшөндә ята һәм һаҙамыҡ уйһыулыҡ менән уратылған.

Өҫкө ҡатламы эзбизташтан торған урындар күпселек булып тора һәм уларҙа ер өҫтөнә яҡын һыуҙар юҡ, халыҡ һыуһыҙлыҡтан интегә. Көньяҡтағы ярымутрауҙар һәм Анатолия яҫы таулығы бөтөнләй тиерлек һыуһыҙ.

Урман майҙандары ҙур түгел. Бер яҡтан, был тәбиғәттең үҙенсәлеге булһа, икенсе яҡтан, урмандарҙы ҡырыу һөҙөмтәһе.

Көнсығышта Кесе Азия таулығы аныҡ сиктәрһеҙ генә Әрмән таулығына, көнбайышта Кесе Азия ярымутрауының көнбайышындағы тау һырттарына күсә. Был һырттар Эгей диңгеҙенә сыға. Улар диңгеҙ ярына перпендикуляр яҡынлаша, шунлыҡтан яр һыҙаты ныҡ ярғысланған. Бында тәрән һәм уңайлы бухталар бар. Азия Төркиәһенең иң мөһим порты — Измир (Смирна) ошонда урынлашҡан.

Климаты үҙгәртергә

Төркиә — башлыса таулы ил. Ошо сәбәпле илдең климаты күп урында тауҙарға хас һәм континенталь климат һыҙаттарына эйә. Төркиәнең эске континенталь райондарында йәй эҫе һәм ҡоро, ҡыш ҡарлы һәм һалҡын. Эгей һәм Урта диңгеҙҙә йомшағыраҡ ҡышлы урта диңгеҙ климаты хакимлыҡ итә, тотороҡло ҡар япмаһы ятмай. Ҡара диңгеҙҙә — йылы йәйле һәм һалҡынса ҡышлы уртаса диңгеҙ климаты. Ҡыш (ғинуарҙа) уртаса температура — яҡынса +5 °C, йәй (июлдә) — яҡынса +23 °C. Яуым-төшөм күләме йылына 1000—2500 мм тәшкил итә. Йәй уртаса тәүлек температураһы — Цельсий буйынса плюс 30 градус, эҫелек һирәк кенә 40 градустан артып киткеләй. Төркиәнең көньяҡ-көнсығышында климатҡа тропик сүллек һыҙаттары хас, Ҡара диңгеҙ буйындағы юғары дымлылыҡтан айырмалы һауа ярайһы уҡ ҡоро.

Тарихы үҙгәртергә

 
Кесе Азияның классик антиклыҡ осорондағы тарихи өлкәләре
 
Кесе Азия беҙҙең эраға тиклем 550 йылда, фарсыларҙың баҫып алыуы алдынан

Боронғо осорҙарҙа (яҡынса беҙҙең эраға тиклем V—IV быуаттар) Кесе Азияны гректар Анатолия (бор. грек. wikt:ανατολή Anatolē, һүҙмә-һүҙ — ҡояш сығышы, көнсығыш) тип йөрөткән. «Кесе Азия» терминын тәүләп христиан тарихсыһы Павел Орозий «Мәжүсиҙәргә ҡаршы тарих 7 китапта» тигән хеҙмәтендә апостол Павел тарафынан уҡ христианлыҡҡа йәлеп ителгән был төбәкте (Кесе Азия сиркәүҙәре) ҡалған Азиянан айырыу өсөн индергән[3].

Кесе Азия территорияһы төрлө тарихи осорҙарҙа тулыһынса йә өлөшләтә боронғо һәм иртә Урта быуаттарҙағы төрлө дәүләттәрҙең (Хет батшалығы, Лидия батшалығы, Әһәмәниҙәр дәүләте, Бөйөк Әрмәнстан, Кесе Әрмәнстан, Киликия, Көнбайыш Әрмәнстан, Искәндәр Зөлҡәрнәй державаһы, Селевкиҙар дәүләте, Понтий батшалығы, Пергам, Боронғо  Рим, Византия, Конья солтанлығы һәм башҡалар) составына инә.

Беҙҙең эраға тиклем XVII быуат уртаһынан XIII быуат башына тиклем Кесе Азияла хеттар гегемонлыҡ итә. Ярымутрауҙың көнсығышында һәм Әрмәнстанда төрлө ҡәбиләләрҙең бер нисә берләшмәһе барлыҡҡа килә, һуңынан улар Урарту дәүләтенә берләшә. Көньяҡ-көнсығышта был ваҡытта хеттарҙың дәүләт берәмектәре була — башта Боронғо Хет, унан һуң Яңы Хет батшалығы.

Һуңыраҡ үҙәк Анатолияны фригийҙар биләй, ә көньяҡ-көнсығышта Лидия батшалығы хасил була. Беҙҙең эраға ткилем 546 йылда Лидия батшалығының хакимы Крёз фарсы батшаһы Бөйөк Кир II-нән еңелә. Шул осорҙан башлап Кесе Азия тәүҙә фарсы, унан һуң, беҙҙең эраға тиклем IV быуатта, Искәндәр Зөлҡәрнәй империяһы барлыҡҡа килгәс, эллин мәҙәниәте йоғонтоһона эләгә.

Беҙҙең эраға тиклем II быуатта Кесе Азияға римлылар килә, яйлап ҡына уны буйһондора һәм бер нисә провинцияға (Азия, Вифиния, Понт, Ликия, Памфилия, Киликия, Каппадокия һәм Галатия) бүлә. Әммә халыҡ романлашмай, төбәк башлыса грек һәм/йәки эллин мәҙәниәтендә ҡала. Империя сәскә атҡан ваҡытта Анатолия халҡының һаны, баһалауҙар буйынса, 12—14 миллион кешегә етә[4]. Был осорҙа Эфес (кәм тигәндә 250 мең кешеле) төбәктең иң ҙур ҡалаһы була. Рим осороноң ахырында Анатолия христианлашҡан төбәккә әүерелә.

Рим империяһы бүленгәндән һуң Кесе Азия Көнсығыш Рим империяһы (Византия) составына инә. Гректар һәм әрмәндәр араһында даими бәрелештәр Кесе Азияның күсмә төрки халыҡтарының ҡулына күсеүенә мөмкинлек бирә[5].

XI быуатта Византияның ҙур өлөшө төрөк сәлжүктәре тарафынан баҫып алына, улар Кесе Азияның уртаһында Конья солтанлығын төҙөй.

XIV—XV быуаттарҙа ғосманлы төрөктәр Византияны юҡ итә һәм Ғосман империяһын (Беренсе донъя һуғышынан һуң — Төркиә) хасил итә.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә