Ғалә́м йәки Ғәләм — ғәҙәттә бар булған бар нәмәнең бөтөнөһө,[1] матдә һәм энергия, планеталар, йондоҙҙар, галактикалар һәм галактика-ара бушлыҡтың барлыҡ эстәлеген үҙенә ала.[2][3] Билдәләмәләр һәм ҡулланылыш күп һәм төрлө, оҡшаш терминдар араһында космос, донъя һәм тәбиғәт. Ғаләмдең ҙур йыраҡлыҡтан күренеүсе боронғо үҫеш күрһәткестәренең фәнни күҙәтеүҙәр уның фазаһының ҙур өлешөнөң үҙгәрмәгән физика ҡанундары һәм константалары менән билдәләнгәнлегенә ишара яһай. Ҡайһы бер физика фәне белгестәре ғәләмебеҙ бар булған төрлө күп ғәләмдәрҙән торған күп ғәләм булыуы ихтималлығын алға һөрә.[4][5]

Ғәләмде төҙөгән элементар киҫәксәләрләр. Матдәнең иң ҙур өлөшө алты лептон менән алты кварк берләшеү һөҙөмптәһендә барлыҡҡа килә; мәҫәлән атом йәҙрәһендә булған протон һәм нейтрондар кварктан, ә электрон — лептон.

Күләме, йәше, эстәлеге, төҙөлөшө һәм ҡанундары

үҙгәртергә
 
Күбеһенсә йәшерен энергия һәм йәшерен матдәнән төҙөлгән тип һаналған ғәләмдең икеһе лә әлегә яҡшы өйрәнелмәгән.

Ғәләм бик киң һәм, бәлки, күләме буйынса сикләнмәгәнлеге ихтималы бар. Ер йөҙөнән күренгән ғәләм өлөшөнөң — радиусы яҡынса 46 миллиард яҡтылыҡ йылы булған сфера[6]. Сағыштырыу өсөн, ябай галактиканың диаметры 30 000 яҡтылыҡ йылы һәм ике күрше галактика араһында ғәҙәти йыраҡлыҡ 3 миллион яҡтылыҡ йылы ғына.[7] Мәҫәлән, беҙҙең Ҡош Юлы галактикабыҙҙың диаметры яҡынса 100 000 яҡтылыҡ йылына тиң,[8] һәм беҙҙең иң якын ҡәрҙәш галактика, Андромеда галактикаһы, яҡынса 2,5 миллион яҡтылыҡ йылы йыраҡлығында урынлашҡан.[9] Күҙәтелгән ғәләмдә галактикалар һаны 100 миллиардтан (1011) күберәк булыуы ихтимал.[10] Ғәҙәти галактикалар йондоҙҙар һаны ун миллион (107) тирәһе кәрләләрҙән [11] алып бер триллионга[12] (1012) ҡәҙәр йондоҙ булған гиганттарға хәтле ҙур була алалар. Бар был йондоҙҙар галактиканың ауырлыҡ үҙәге тирәһендә әйләнеп торa. 2010 йылда астрономдар үткәргән тикшеренеү күҙәтелгән ғәләмдә яҡынса 300 секстиллион (3·1023) йондоҙ барлығы юрауы менән билдәләнде.[13]

Ғәләмдең хәҙерге замандағы тулайым тығыҙлығы бик түбән, яҡынса 9,9 × 10−30 грам/см3. Был масса-энергия 73%-ҡа йәшерен энергия, 23%-ҡа һалҡын йәшерен матдә һәм 4% ябай матдәнән тора тип күҙәтелә. Башҡаса әйткәндә, атомдарҙың тығыҙлығына ҡараһаҡ — һәр 4 м3ка бер водород атомы тура килә.[14] Йәшерен энергия һәм матдә сифаттары күбеһенсә билдәһеҙ. Йәшерен матдәнең гравитацион сифаттары ябай матдәнеке кеүек үк, һәм ул ғәләмдең киңәйеүен әкренәйтеп тора; йәшерен энергия, киреһенсә, ғәләмдең киңәйеүен тиҙләтеп тора.

Астрономия моделдәре

үҙгәртергә
 
Аристархтың миләди календарға тиклем 3-сө быуаттағы Ҡояш, Ер һәм Айҙың сағыштырмаса иҫәпләүҙәре — миләди календарҙың 10 быуат грек күсермәһе

Махсус шартлылык һәм ваҡыт

үҙгәртергә

Эйнштейндың ҡыр тигеҙләмәләрен сисеү

үҙгәртергә

Әйләнә торған галактикалар араһындағы йыраҡлыҡ ваҡыт үтеүе менән үҫеп барһа, гравитация көстәренең тәьҫире һөҙөмтәһендә галактика эсендәге йондоҙҙар араһындағы йыраҡлыҡ яҡынса үҙгәрешһеҙ ҡала.

 
Ваҡыт-фазаның барлыҡҡа килеүе һәм эсендә бар булған һәр нәмәнең үҫешенең иң таралған моделе.
 
Ғәләм эсендә күҙәтелгән еңел атом йәҙрәләренең сағыштырмаса күплелеге өсөн яауаплы төп йәҙрә реакциялары.

Ҡайһы бер эксперименталь күҙәтеүҙәр фазаның киңәйеүен йәҙрә һәм атом физикаһы закондары менән аңлата. Шулай ҙа, физика өлкәһендәге билдәле белем әлегә барлыҡ күҙәтелгән законлыҡтарҙы аңлата алмай.

Күп ғәләм теорияһы

үҙгәртергә
 
«Бушлыҡ ғәләмдәр теорияһының» ваҡыт-фаза континуумы менән бүленгән ете күп ғәләмдең һүрәтләнеүе. Һәр берһендә айырым физика канундары, физика константалары, шулай да бәлки үлсәнештәр һаны һәм топологиялары төрлө булыуы ихтимал.

Ҡайһы бер спекулятив теориялар буйынса, ғаләмебеҙ берҙән-бер фаза түгел, ләкин бергә күп ғаләм тип аталған бер-береһенән бәйһеҙ ғаләмдәрҙең берлеге. Был ҡараш ғаләмдең нәмә икәнен киңерәк билдәләнүен зарур ҡыла.[15] Фәнни күп ғәләм теориялары альтернатив аң тороштары һәм симуляцияланған ысынбарлыҡ концепцияларҙан айырылып торһа ла, ҙурыраҡ ғәләм теорияһын яңы тип атап булмай; мәҫәлән, Париж ҡалаһының Этиен Темпиер атаҡайы 1277 йылда Хоҙай Тәғалә теләһә ҡәҙәр күп һанлы ғәләмдәр тыуҙыра алыуын белдерүе шул замандарда француз дин белгестәре алып барған тәрән дискуссияларҙың билдәле бер миҙгеле.[16]

Ғәләмдең асылыу тарихы

үҙгәртергә

Боронғо космография һәм тәүге астрономия

үҙгәртергә

Азия һәм Урта диңгеҙ цивилизациялары

үҙгәртергә

Сағыштырмаса Тигр һәм Ефрат йылғалары араһындағы бәләкәй биләмәләрҙә бер-береһен алмаштырып бер нисә мәҙәниәт булған. Уларҙың космогоник ҡараштары бер-береһенә бик оҡшаш булған. Ҡайһы бер илаһтарҙың исемдәре, ҡайһы бер өлөштәре алмашынған, шулай ҙа мәғәнәһе әүәлгесә һаҡланған.

Сицилияның Дидоры яҙмаларына ярашлы Месопотамия халыҡтарында ғәләм өс донъяға бүленә. Күк донъяһын Ана, Ер донъяһын бер-береһенә оҡшаш Бела менән Энлил, Ер аҫты донъялығына Эа хакимлыҡ итә. Икенсе донъя, Ер өҫтө, ул түңәрәк барка формаһында. Күк донъяһы ла шул формла, йәғни Ер өҫтө донъяһын ҡабатлай. Уның сиге булып һауа диңгеҙе тора. Ҡояш ҡөнсығыштан көнбайышҡа табан йондоҙҙар кеүек билдәләнгән бер юлдан йөрөй [17] [18].

Ислам донъяһы

үҙгәртергә
 
Манускрипт Кутб ад-Дина аш-Ширази, планеталар хәрәкәте тәғлимәтен һүрәтләүсе.

Тәбиғи фәлсәфәлә һәм космологияла ғәрәп ғалимдәре Аристотелгә эйәрә. Уның нигеҙендә ғәләмде ике донъяға бүлеп ҡарай. Беренсе өлөшө Ай өҫтө һәм Ай аҫты донъяһы. Ай өҫтө — үҙгәреүсән, ваҡытлыса, күсмә; һәм ҡапма-ҡаршылыҡлы Ай аҫты донъяһы мәңгелек һәм үҙгәрмәүсән. Был билдәләмә буйынса тәбиғи ерлек концепцияһына бәйле Биш төрлө материя йәшәй. Һәм улар һәр береһе беҙҙең донъяла үҙенсәлекле урындар алып тора: ер элементы –донъяның үҙәге, артабан һыу элементы, артабан һауа, ут һәм эфир.

XII быуатта һәм — XIII быуат башында эпициклдар тәғлимәте Андалусияның. Ғәрәп фәйләсүфтәре ғалимдәренең күп һанлы ҡаршылығына осрай. Был хәрәкәт ҡайһы саҡта «Андалусия бунты» тип тә атап йөрөтөлә[19].

Уны нигеҙләүсе Мухаммад ибн Баджа (Европала ул Авемпац (1138 үлгән) булараҡ билдәле), уның эшен уҡыусыһы Мухаммад ибн Туфайл (1110—1185 янында) дауам итә. Һәм, әлбиттә, уның уҡыусылары тағы ла дауам итеүселәре була Hyp ад-Дин ал-Битруджи (1185 йыл үлгән),ул да Альпетрагий, һәм Аверроэс исемдәре менән билдәле; Шулай уҡ геоцентрик системанан ситләшүселәр ҙә булған, тик улар дин белгестәренең Бөйөк Аллаһ тәғлимәтенә ярашлы ҡаршылығына осрай. [20].

Гелиоцентрик система ( XVI быуаттың икенсе яртыһы)

үҙгәртергә

XVI быуаттың беренсе яртыһы Николай Коперниктың донъяның гелиоцентрик системаһы барлыҡҡа килеүе менән билдәле. Ул үҙәккә ҡояшты ҡуя һәм ҡояш тирәләй планеталар әйләнешен, әйләнеү үҙәген, күсәрен билдәләй. Коперник ғәләмде сикле йондоҙҙарҙың хәрәкәтенән тора тип иҫәпләй. Ул йыһан сфераһы барлығына ышана[21].

XX быуат — хәҙерге космологияның тыуған дәүере. Ул быуат башында уҡ башлана һәм өр яңы үрҙәргә үрләй. Дәү телескоптар төҙөүҙән алып йыһанға осоу һәм компьютер ярҙамында өйрәнеү. Хәҙерге космологияның беренсе аҙымдары 1908 йылда эшләнгән. Цефеидалар буйынса алыҫлыҡты билдәләй башлайҙар.

1916 йылда А. Эйнштейн сағыштырмалылыҡтың дөйөм тәғлимәтенең тигеҙләмәһен яҙа.

19221924 йылдар А. Фридман Эйнштейндың тигеҙләмәһен ҡуллана.һәм стационар булмаған сиселеш таба (даими космологияһыҙ һәм уның менән).

В 1929 Эдвин Хаббл фәндә яңы закон аса. Ул галактикаларҙың юғалыу тиҙлеген һәм уларҙың үҙ - ара алыҫлығының пропорцияналлеген өйрәнеүсе закон. Ҡош Юлы ошо ғаләмдең бер остоҡ ҡына өлөшө икәне асыҡлана. Уның урынына Кант гипотезаһын раҫлаусы галактиканың томанланыуы тураһында.ҡараш барлыҡҡа килә. Бер үк ваҡытта Фридмандың тирә-яҡтың стационар булмауы тураһындағы һөҙөмтәләре раҫлана [22].

Космогония мифтары

үҙгәртергә

Космогония мифтары — донъяның килеп сығышы,[23] дөйөм алғанда һәм уның өлөштәре[24], хаостан йыһан барлыҡҡа килеүе тураһында мифтар. Күпселек мифологияларҙың[25] төп башланғыс сюжеты, мифтарҙың төп категорияһы[26] һәм төрө. Ғаләм килеп сығышы тураһында космологик күҙаллауҙар менән [25] айырылғыһыҙ бәйләнгән.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Webster's New World College Dictionary. — Wiley Publishing, Inc., 2010.
  2. The American Heritage Dictionary of the English Language. — 4th. — Houghton Mifflin Harcourt Publishing Company, 2010.
  3. Cambridge Advanced Learner's Dictionary.
  4. multiverse 2011 йыл 24 сентябрь архивланған.. Astronomy.pomona.edu. Retrieved on 2011-11-28.
  5. Palmer, Jason. (2011-08-03) BBC News – 'Multiverse' theory suggested by microwave background. Retrieved on 2011-11-28.
  6. Lineweaver, Charles; Tamara M. Davis.: Misconceptions about the Big Bang. Scientific American (2005). Дата обращения: 5 март 2007.
  7. Rindler (1977), p.196.
  8. Christian, Eric; Samar, Safi-Harb How large is the Milky Way? Дата обращения: 28 ноябрь 2007.
  9. I. Ribas, C. Jordi, F. Vilardell, E.L. Fitzpatrick, R.W. Hilditch, F. Edward (2005). «First Determination of the Distance and Fundamental Properties of an Eclipsing Binary in the Andromeda Galaxy». Astrophysical Journal 635 (1): L37–L40. DOI:10.1086/499161. Bibcode2005ApJ...635L..37R.
    McConnachie, A. W.; Irwin, M. J.; Ferguson, A. M. N.; Ibata, R. A.; Lewis, G. F.; Tanvir, N. (2005). «Distances and metallicities for 17 Local Group galaxies». Monthly Notices of the Royal Astronomical Society 356 (4): 979–997. DOI:10.1111/j.1365-2966.2004.08514.x. Bibcode2005MNRAS.356..979M.
  10. Mackie, Glen To see the Universe in a Grain of Taranaki Sand. Swinburne University (1 февраль 2002). Дата обращения: 20 декабрь 2006.
  11. Unveiling the Secret of a Virgo Dwarf Galaxy. ESO (3 май 2000). Дата обращения: 3 ғинуар 2007. 2012 йыл 29 июль архивланған.
  12. Hubble's Largest Galaxy Portrait Offers a New High-Definition View. NASA (28 февраль 2006). Дата обращения: 3 ғинуар 2007.
  13. Vergano, Dan. Universe holds billions more stars than previously thought, USA Today (1 December 2010). 14 декабрь 2010 тикшерелгән.
  14. Hinshaw, Gary What is the Universe Made Of? NASA WMAP (10 февраль 2006). Дата обращения: 4 ғинуар 2007.
  15. Munitz MK (1959). «One Universe or Many?». Journal of the History of Ideas 12 (2): 231–255. DOI:10.2307/2707516.
  16. Misner, Thorne and Wheeler (1973), p.753.
  17. Литовка И.И. Представления о пространстве и времени в древней Месопотамии касситского И ассирийского периода // Философия история. — 2011. — Т. 4. — С. 105-113.
  18. Куртик Г.Е. Космология древней Месопотамии // Исследования по истории физики и механики. 1995-1997. — М.: Наука, 1999. — С. 60-75.
  19. Sabra A. I. The Andalusian Revolt Against Ptolemaic Astronomy: Averroes and al-Bitrûjî // in: Transformation and Tradition in the Sciences: Essays in honor of I. Bernard Cohen. — Cambridge University Press, 1984. — P. 233—253.
  20. С.К. Всехсвятский. Как познавалась Вселенная. — Москва: Государственно Издательство Технико-Теоретической Литературы, 1955. — 49 с.
  21. Barker P. Copernicus, the orbs, and the equant. — Synthese, 1990..
  22. А. В. Засов, К. А. Постнов. Общая астрофизика. — М.: ВЕК 2, 2006. — 398 с. — 1500 экз. — ISBN 5-85099-169-7.
  23. Космогонические мифы — БРЭ, 2010
  24. Категории мифов, 1992
  25. 25,0 25,1 Топоров. Космогонические мифы, 1988
  26. Мелетинский, 1998

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Видео яҙмалар

үҙгәртергә