Фатимиҙар хәлифәлеге
Фатимиҙар хәлифәлеге (909—1171) — урта быуат шиғый (исмәғиллеләр) ғәрәп дәүләте. Баш ҡалаһы Ҡаһирә (972 йылдан). Үҙенең сәскә атыу осоронда Фатимиҙар хәлифәлеге үҙенең составына Мысыр, Мәғриб, Фәләстин һәм Сүриә территорияларын индергән. Әбү Абдуллаһ етәкселегендәге Ифрикия провинцияһында (хәҙерге Тунис биләмәләре) бәрбәр ҡәбиләләре ихтилалы һөҙөмтәһендә Ғәббәсиҙәр хәлифәлегенән айырылып сыға. Әбү Абдуллаһ бөтә власты үҙен Фатиманың вариҫы тип иҫәпләгән Ғөбәйҙуллаһҡа тапшыра.
Фатимиҙар хәлифәлеге | |||
الدولة الفاطمية | |||
| |||
909 — 1171
| |||
---|---|---|---|
Баш ҡала | |||
Телдәр | |||
Дин | |||
Аҡса берәмеге | |||
Майҙаны |
5 000 000 км² | ||
Идара итеү формаһы | |||
Династия | |||
Фатимиҙар хәлифәһе | |||
• 909—934 |
Ғөбәйҙуллаһ | ||
Тарихы | |||
• 5 ғинуар 909 |
Барлыҡҡа килеү | ||
• 8 август 969 |
Ҡаһирәне нигеҙләү | ||
• 1171 |
Тарҡалыу | ||
Фатимиҙар хәлифәлеге Викимилектә | |||
Тарихы
үҙгәртергәИсламдың шиғыйсылыҡ йүнәлешенән иң билдәле тармаҡтарының береһе — исмәғиллеләр — VIII быуатта барыҡҡа килгән. Әбү Абдуллаһ етәкселегендәге Ифрикия провинцияһында (хәҙерге Тунис биләмәләре) бәрбәр ҡәбиләләре ихтилалы һөҙөмтәһендә Ғәббәсиҙәр хәлифәлегенән айырылып сыға. Әбү Абдуллаһ бөтә власты үҙен Фатиманың вариҫы тип иҫәпләгән имам Ғөбәйҙуллаһҡа тапшыра. 909 йылда исмәғиллеләрҙең ғәскәре Каруанды баҫып ала, бында Ғөбәйҙулла «әл-Мәхди» исеме аҫтында үҙен хәлифә тип иғлан итә һәм 934 йылға ҡәҙәр хакимлыҡ итә.
Фатимиҙар күп тапҡыр Ғәббәсиҙәр хәлифәлегенең уңдырышлы һәм бай өлкәһен — Мысырҙы яулап алырға маташалар.
914 йылда Фатимиҙар ғәскәре Мысырға үтеп инә һәм Александрияны биләй, әммә Ғәббәсиҙәр хәлифәһе армияһы тарафынан тар-мар ителә. 919 йылда Ғөбәйҙулланың Розетта ҡалаһы янында батырыла, ә йәнә Александрияны яулап алған ҡоро ер ғәскәрҙәре 920 йыл аҙағында Ғәббәсиҙәр армияһы тарафынан Мысырҙан ҡыҫырыҡлап сығарыла.
936 йылда Ғөбәйҙулланың улы хәлифә әл-Ҡайым өсөн дә Мысырға яу уңышһыҙлыҡҡа тарый.
Ғөбәйҙулланың бүләһе — хәлифә әл-Муизз (954—975) Мысырҙы 969 йылда яулап ала. Ҡаһирә ҡалаһын нигеҙләп, уны үҙенең баш ҡалаһын итә.
996—1021 йылдарҙа хәлифә әл-Хаким хакимлыҡ итә, реформалар программаһын уҙғара, ул шул иҫәптән ғәмәлдә ҡол биләүселекте бөтөрә. Әл-Хаким Сүриәлә һуғыштар алып бара.
Хәлифәлек тәре йөрөтөүселәргә ҡаршы көрәшкән сәлжүк юлбашсыһы Сәләхетдин тарафынан бөтөрөлә.
Фатимиҙар хәлифәләренең исемлеге
үҙгәртергә№ | Исеме | Тыуыу йылы | Хакимлыҡ итеү йылдары | Иҫкәрмә |
---|---|---|---|---|
1 | Әбү Мөхәмәт Ғөбәйҙуллаһ әл-Мәхди Биллаһ | 909—934 | ||
2 | Ғәбделҡасим Мөхәмәт әл-Ҡайым Биһәмриллаһ | 934—946 | ||
3 | Әбү Заһир Исмәғил ибн Мөхәмәт әл-Мансур Биллаһ | 914 | 946—953 | |
4 | Әбү Тамим Маадд ибн Исмәғил әл-Муизз Лидиниллаһ | 931 | 953—975 | |
5 | Әбү Мансур Низар ибн Маадд әл-Азиз Биллаһ | 975—996 | ||
6 | Әбү Али Мансур ибн Низар әл-Хаким би-Амриллаһ | 985 | 996—1021 | |
7 | Әбү әл-Хәсән Али ибн Мансур әз-Заһир Биллаһ | 1005 | 1021—1036 | |
8 | Әбү Тамим Маадд ибн Али әл-Мустансир Биллаһ | 1029 | 1036—1094 | |
9 | Әбү әл-Ҡасим Әхмәт ибн Маадд әл-Мустали Биллаһ | 1094—1101 | ||
10 | Әбү Али Мансур ибн Әхмәт әл-Амир Биахкамиллаһ | 1101—1130 | ||
11 | Әбү әд-Мәймүн Ғәбделмәжит ибн Мөхәмәт әл-Хафиз Лидиниллаһ | 1130—1149 | ||
12 | Әбү Мансур Исмәғил ибн Ғәбделмәжит әз-Зафир Биамриллаһ | 1149—1154 | ||
13 | Ғәбделҡасим Иса ибн Исмәғил әл-Фәйез | 1154—1160 | ||
14 | Әбү Мөхәмәт Абдуллаһ июн Йософ әл-Адид Лидиниллаһ | 1160—1171 |
Әҙәбиәт
үҙгәртергәФатимиҙар хәлифәлеге Викимилектә |
- С. де Саси, «Exposé de la rel. des Druzes» П., 1838, т. I;
- Фурнель. «Les Berbers» т. II;
- Гюйяр, «Un grand maître des Assassins» «Journ. Asiat.», 1877, и отд.);
- Р. Дози, «Essai sur l’hist. de l’islam.» П., 1879, гл. IX; печатается дополненный рус. пер. Крымского;
- Вюстенфельд, «Gesch. der Fatimiden-Cnalifen» Гёттинген, 1881;
- А. Мюллер, «История ислама» СПб., 1895, т. II, гл. III—IV.