Жәбир ибн Хәйән, Әбү Абдаллаһ Жәбир ибн Хәйән әл-Әзди әс-Тәҡүә (ғәр. جابر بن حيان‎; 721, Тус, Ғәрәп хәлифәлеге — 815, К, Ғәрәп хәлифәлеге) — билдәле ғәрәп алхимигы, табиб, фармацевт, математик һәм астроном. Урта быуаттар Европала латинлаштырылған Гебер (Geber) исеме менән танылыу алған. Геберҙе «химияның атаһы» тип йөрөтәләр.

Жәбир ибн Хәйән
ғәр. جابر بن حيان
Портрет
Эшмәкәрлек төрө:

астроном, фәлсәфәсе, математик, табип, алхимик, универсальный человек, аптекарь

Тыуған көнө:

721[1]

Тыуған урыны:

Өмәүиҙәр хәлифәлеге, Тус[d]

Вафат булған көнө:

813[1]

Вафат булған урыны:

Ираҡ, Әл-Күфә

Commons-logo.svg Жәбир ибн Хәйән Викимилектә

БиографияҮҙгәртергә

 
Жәбир ибн Хәйән (Гебер) европалылар күҙаллауынан
 
Жәбир ибн Хәйән ҡулланған әсбаптар
 
Жәбир ибн Хәйән (Гебер) тураһында картина. 1929.

721 йылдар тирәһендә Ғәрәп хәлифәлегенең (Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге) Тус ҡалаһында (хәҙерге Иран) Йемен иле кешеһе аптекарь – фармацевт Хәйән әл-Әзди ғаиләһендә тыуған.

Ул беренсе булып азот, тоҙ һәм көкөрт кислоталарын асҡан. Күп кенә химик процесстарҙың (парға әйләнеү, сублимация, дистилляция һ.б.), химик операцияларҙың (ҡыуыу, иретеү-иреү, кристаллашыу һ.б.), химия препараттарының ( (купорос), нишатыр һ.б.) тасуирламаһын яҙып ҡалдырған. Химия тарихы белгесе Эрик Джон Холмъярд Жәбир ибн Хәйәндең алхимияны эксперименталь фән булараҡ үҫтереүен юғары баһалай. Роджер Бэкон уны «уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы» тип атай, Кардан Жәбир ибн Хәйәнде донъяның иң бөйөк даһиҙары араһына индереп саный[2].

ХеҙмәттәреҮҙгәртергә

Жәбир ибн Хәйән Евклидтың «Башланғыстар» һәм Птолемейҙың «Альмагест» хеҙмәттәренә комментарийҙар яҙған. Шулай уҡ «Астролябия төҙөлөшө тураһында китап», «Яҡтыртҡыстарҙың торошо тураһында китап», «Көҙгөләр тураһында китап» авторы булып тора. Табип булараҡ, «Ағыуҙар һәм ағыуға ҡаршы дарыуҙар» китабын, «Мәрхәмәт» китабын яҙған.

Әҫәрҙәре араһында «Етмеш китабы» бигерәк тә мауыҡтырғыс. Әлеге китап дини, сәйәси һәм тәбиғәт фәндәре буйынса һорауҙарға арналған 70 бүлектән торған энциклопедияны хәтерләтә. Китаптың һуңғы бүлектәрендә металдар һәм минералдар тураһында мәғлүмәттәр килтерә. Тәбиғәттә осраған есемдәр араһында Жәбир ибн Хәйән иғтибарын 7 металға йүнәлтә, минералдар тураһында ла мәғлүмәте күп. Есемдәрҙең үҙенсәлектәренә (мәҫәлән, металдарҙың ирөү, ҡойоу, металл ялтырауығы кеүек үҙенсәлектәре) аңлатма биреү өсөн Аристотель уйлап тапҡан 4 элемент-сифат ҡына етмәй башлай, шуға күрә Жәбир ибн Хәйән металдар килеп сығышының теорияһын тәҡдим итә:уныңса, металдар ике өлөштән — металлылыҡ башланғысынан (фәлсәфәүи терегөмөш) һәм яныусанлыҡ башланғысынан (фәлсәфәүи көкөрт) ҡушыла.

Жәбир ибн Хәйән тәғлимәте буйынса, ҡоро боҫҡа әйләнеүҙәр ерҙә тупланып, Көкөрт бирә, дымлы боҫҡа әйләнеүҙәр Терегөмөш бирә. Һуңынан улар төрлө сифаттарҙа ҡушылып, билдәле ете металды бирә. Иң камил металл булып иҫәпләнгән алтын, терегөмөш һәм көкөрт тигеҙ үлсәмдә берләшһә генә барлыҡҡа килә ала. Ғалим, алтын һәм башҡа металдарҙың өлгөрөүе ерҙә оҙаҡ һәм даими бара, тип иҫәпләй. Алтындың өлгөрөп етеүен ниндәй ҙә булһа медикамент йәки «эликсир» ярҙамында тиҙләтеп була тигән фекер әйтә. Әлеге эликсир металдарҙағы Терегөмөш менән Көкөрттөң сағыштырмаһын үҙгәртә һәм металдарҙың алтынға йәки көмөшкә әйләнеүенә килтерә ала.

«Ялған» ГеберҮҙгәртергә

XIV быуатта Европала Жәбир ибн Хәйәнгә һылтанма менән «Камиллектар суммаһы, йәки металдарҙы ҡиммәтләндереүҙең бөйөк сәнғәте тураһында тәғлимәт» (Summa perfectionis), «Металдарҙы ҡиммәтләндереүҙе тикшереү үткәреү тураһында китап» (Liber de investigatione perfectionis), «Фәлсәфәүи мейестер тураһында китап» (Liber fornacum) һәм башҡа трактаттар таралыу ала. Уларҙы исеме тарихта ҡалмаған испан алхимигы яҙған тип иҫәпләнелә. Әлеге испан алхимигы атаҡлы ғәрәп алхимигы исеменән алхимияның теорияһы һәм практикаһы тураһында мәғлүмәттәр яҙып ҡалдыра. Мәҫәлән, төрлө химик операцияләр (дистилляция, сублимация, фильтрация, коагуляция) өсөн кәрәкле аппаратура, алтынды көмөштән һәм көмөштө ҡурғаштан айырып алыу ысулдары тураһында яҙа.

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә

ҺылтанмаларҮҙгәртергә

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Австралия милли китапханаһы — 1960.
  2. ЭСБЕ/Гебер (Абу-Мусса-Джафар-аль-Софи)