Урал батыр

башҡорт халыҡ ижады ҡомартҡыһы, эпос
("Урал батыр" эпосы битенән йүнәлтелде)

«Урал батыр»  — эпос, башҡорт халҡының бөйөк ҡомартҡыһы, ата-бабаларыбыҙ быуындан-быуынға тапшырған бай хазина — ауыҙ-тел ижадының һоҡланғыс өлгөһө. Ул үҙенең боронғолоғо, күләме, йөкмәткеһе һәм әһәмиәте яғынан донъяла билдәле башҡа ошо жанр әҫәрҙәре менән бер кимәлдә тора. Эпоста халҡыбыҙ асылы, тарихы, мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре, йәшәү мәғәнәһе, изгелек һәм яуызлыҡ, яҡшы менән яман, тыуым, үлем һәм үлемһеҙлек кеүек мәңгелек төшөнсәләр үҙенсәлекле итеп сағылдырылған[1].

Урал батыр
Урал батыр дейеү менән һуғыша
Урал батыр дейеү менән һуғыша
Жанр

башҡорт эпосы (ҡобайыр)

Автор

халыҡ ижады

Төп нөхсә теле

башҡорт

Тәүге тапғып нәшер ителгән

Ағиҙел (1968, № 8)
Героический эпос народов СССР. М., 1975. Т. 1 (Библиотека всемирной литературы)
«Эпос народов СССР» , 1977

Яҙып алыу тарихы

үҙгәртергә

Фольклорсы һәм сәсән Мөхәмәтша Буранғолов «Урал батыр» эпосын 1910 йылда хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы 2-се Этҡол ауылында мәшһүр сәсәндәр Ғәбит Арғынбаев (1856—1921) һәм Хәмит Әлмөхәмәтовтан[2] (1861—1923) яҙып ала.

Филология фәндәре докторы, профессор, яҙыусы Рәшит Шәкүр был турала бына нимә ти: «19 йәшлек Мөхәмәтша ҡурайсы, 7000 юллыҡ эпосты яттан белеүсе сәсән Ғәбит Арғынбаев менән 1907—1908 йылғы иҫәп алыуҙа осраҡлы ғына таныша. Әммә ошо осрашыу уның яҙмышында хәл иткес роль уйнай, уның үҫмер саҡтағы халыҡ ижады менән ҡыҙыҡһыныуы профессиональ ҡыҙыҡһыныуға әүерелә. Күп йылдар дауамында үҙенең остазы менән бәйләнеш өҙөлмәй. „1910 — 1912 йылдарҙа мин Ғәбит сәсән менән Ырымбурҙа ун көн икешәр тапҡыр аралаштым. 1918 йылда унда 15 көн, ә 1920 йылда 4 ай йәшәнем“, — тип яҙа ул. Икенсе сәсән — Хәмит Әлмөхәмәтов тураһында бик аҙ билдәле: бәлки Буранғоловтың уның тураһындағы иҫтәлектәре беҙгә килеп етмәгәндер».

«Урал батыр» ҡобайырының тағы бер төрөн 1956 йылда Силәбе өлкәһе Троицк ҡалаһында йәшәүсе Исмәғил Рәхмәтуллиндан тел һәм әҙәбиәт белгесе Әхнәф Харисов яҙып алған.

Йөкмәткеһе

үҙгәртергә

«Урал батыр» эпосы өс өлөштән, туғыҙ бүлектән тора. Бөтә донъяны һыу баҫыу осоронан алып кешеләрҙең йәшәйешен һүрәтләгән иң ҙур ҡобайыр. Тәү кешеләр — Йәнбирҙе ҡарт менән Йәнбикә ҡарсыҡ, уларҙың улдары Урал һәм Шүлгән, артабан Урал һәм Шүлгәндән тыуған тоҡомдоң тормош юлын тасуирлап, кешелектең мәңгелек булыуын иҫбатлай. Яҡшылыҡтың яуызлыҡҡа ҡаршы көрәшен, яуызлыҡҡа ер йөҙөндә урын юҡлығын һәм уның еңелеүен бәйән итә. Башҡорттарҙың төйәге булған Уралтауҙың хасил булыуын һөйләй.

Эпостың сюжеты ифрат ҡатмарлы һәм Урал батырҙың аждаһа, дейеү, йыландар образдары аша кәүҙәләндерелгән яуыз тәбиғәт көстәре менән кешеләр бәхете өсөн көрәш алып барыуы тураһында тасуирламаға ҡоролған. Риүәйәт персонжадары — батырҙар һәм ябай ер кешеләреалалар (ҡоштар аллаһы — Самрау), тәбиғәттең яуыз көстәре, мифик йәндәр. Бында геройҙарҙың өс быуын яҙмышы (Йәнбирҙе ҡарт һәм Йәнбикә ҡарсыҡ, уларҙың балалары — Урал һәм Шүлгән, ейәндәре — Яйыҡ, Иҙел, Нөгөш, Һаҡмар) һәм шуға күрә уҡ эпос та өс өлөштән тора.

Беренсе өлөшөндә Яҙмыш ҡушыуы буйынса ташландыҡ ерҙә көн күргән Йәнбирҙе ҡарт һәм Йәнбикә ҡарсыҡ тураһында бәйән ителә. Улар ҡыр йәнлектәренә һунар итәләр. Ошо йәштәге ирле-ҡатныдан ике ул тыуа — Шүлгән һәм Урал, был үҙе лә төрки-монгол эпосының традицион мотивы булып тора. Йәнбирҙе балаларына кешеләрҙе, хайуандарҙы һәм ерҙәге бөтә тереклекте юҡ иткән Үлемдең йәшәү сере булыуын асалар. Урал батыр ҡотҡарған Һомай аҡҡоштан (Самрау ҡыҙы) улар Йәншишмә тураһында белеп ҡалалар. Йәнбирҙе уландарына ошо йәншишмәне табырға һәм Үлемде юҡ итергә кәңәш бирә. Беренсе өлөш нәҡ йәш батырҙарҙың үлемһеҙлек шишмәһен эҙләргә китеүе менән тамамлана[3].

Риүәйәттең икенсе өлөшөндә икенсе быуын вәкилдәре — Шүлгән һәм Урал — эшмәкәрлеге тураһында бәйән ителә Был өлөштә Урал батырҙың батырлыҡтары һәм дошман яғына ҡасып сыҡҡан ағаһы Шүлгәндең яуызлыҡтары тураһында бик ентекле һүрәтләнә. Был өлөш дейеүҙәрҙең һәм аждаһаларҙың еңелеүе, батыр ҡулынан юҡ ителгән дошмандар кәүҙәләренән диңгеҙ упҡынында хасил булған тауҙарҙың (Урал тауҙары) барлыҡҡа килеүе, тәбиғәттең үлемһеҙлеге өсөн көрәштә Урал батырҙың һәләк булыуы менән[4].

Поэманың өсөнсө өлөшө Урал батырҙың улдары батырлыҡтарына, кешеләр, хайуандар, ҡоштар Уралды үҙ төйәге итеүенә арналған[5].

Башҡа телдәргә тәржемәләре

үҙгәртергә

«Урал батыр» эпосы төрлө йылдарҙа урыҫ, инглиз, немец, венгр, төрөк, фин, абхаз, әзербайжан[6], ҡырғыҙ[7] телдәренә тәржемә ителеп баҫтырылған.

2016 йылдың декабрендә «Урал батыр» эпосы Израилдә йәһүд телендә (ивритта) донъя күрҙе. Әҫәрҙе сәсмә формала сит телгә Рәүил Садыҡов тәржемәләгән[8]. Ул Өфөләге 20-се мәктәпте (хәҙер Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы) тамамлаған, 1992 йылдан ғаиләһе менән Иерусалимда йәшәй[9].

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә (26.06.2015, Ғәлиә Нәбиева) «Урал батыр» эпосы яҡут теленә, ә яҡут эпосы «Олонхо» башҡортсаға тәржемә ителәсәк. Яҡутстандың баш ҡалаһында булып үткән «Донъя халыҡтары эпостары Олонхо ерендә» тип аталған Халыҡ—ара форумда нәҡ ошо хаҡта килешеүгә өлгәшелгәйне.[10]. 2018 йылдың мартында «Урал-батыр» эпосы яҡут телендә донъя күрҙе. «Ураал Баатыр» тип аталған китап Саха (Яҡутстан) Республикаһының Дәүләт Йыйылышы (Ил Тумэн) башланғысы буйынса «Халыҡтарҙың эпик ҡомартҡылары» проекты сиктәрендә 1000 дана тираж менән баҫылып сыҡты[11].

Эпосты ҡытай теленә тәржемә итеп баҫтырыу мәсьәләһе лә өйрәнелә. Ҡытайҙың Аньхой университетының Рәсәйҙе өйрәнеү буйынса үҙәге директоры Ши Хуншэн етәкселегендә делегацияның 2018 йылдың майында Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендәге һөйләшеүҙәренең төп маҡсаты «Урал батыр» башҡорт халыҡ эпосын ҡытай телендә сығарыу хаҡында тәҡдимде тикшереү булды[12].

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә (25.10.2019), «Урал батыр» эпосы ҡырғыҙ теленә тәржемә ителгән. Был эште Ҡырғыҙстан ғалимы, филология фәндәре докторы, С. Айытматов исемендәге Тел һәм әҙәбиәт институты профессоры Ибраим Абдулвәлиев башҡарған[7].

«Урал батыр» эпосын өйрәнеүсе ғалимдар

үҙгәртергә

«Башҡорт халыҡ эпосы» (1977) китабының һәм «СССР халыҡтары эпосы» серияһына ингән башҡа китаптарҙың төҙөүселәренең, тәржемә авторҙарының береһе. Шулай уҡ «СССР халыҡтарының героик эпосы» китабына ингән «Урал батыр» эпосын тәржемә итеүселәрҙең береһе (1, 1975)[13].

Эпос — сит ил ғалимдары күҙлегенән

үҙгәртергә
  • Венгр ғалимы Йожеф Торма бер осрашыуҙа былай тип әйткәйне: «Һеҙ — башҡорт халҡы, бик бәхетле халыҡ, сөнки һеҙҙең милли эпосығыҙ „Урал батыр“ бар».
  • Ҡырғыҙстан ғалимы, филология фәндәре докторы, С. Айытматов исемендәге Тел һәм әҙәбиәт институты профессоры Ибраим Абдулвәлиев: «Башҡорттарҙың героик „Урал батыр“ эпосы менән мин беренсе тапҡыр 2015 йылда таныштым. Ул миңә шунда уҡ оҡшаны, һәм мин уны тәржемәләргә хәл иттем. Башҡорт һәм ҡырғыҙ телдәре бик оҡшаш, эшләүе еңел булды. Ҡайһы бер урындары миңә тәржемәһеҙ ҙә аңлашыла ине. Мәҫәлән, башҡорт эпосының тәүге юлдары ҡырғыҙ телендәге кеүек үк яңғырай тиерлек. Бынан тыш, „Урал батыр“ҙың теле ҡырғыҙҙарҙың „Манас“ эпосы теленә оҡшаш. Асылда, мин фольклор телен тәржемәләнем, был — боронғо тел, унда неологизмдар юҡ. Фольклор бит сюжеты менән генә түгел, теле менән дә һаҡлана. „Урал батыр“ҙы ошо йылдың аҙағына тиклем нәшер итергә ниәтләйбеҙ. Һәм беҙҙә, „Манас“ҡа өҫтәп, ҡырғыҙ телендә тағы бер героик эпос була»[7].

Салауат Ғәлләмовтың «Урал батыр эпосы»на ҡараштары

үҙгәртергә
 
Урал батыр

Башҡорт халҡының аҫыл гәүһәрҙәренең береһе булған «Урал батыр» эпосы үҙендә бихисап серҙәр һаҡлай. Мәҫәлән, «Урал батыр»ҙы төрлө йүнәлештә тикшергән тарихсы ғалим, лингвист, донъя фәнендә башҡорт фәлсәфәһенә нигеҙ һалыусы Салауат Ғәлләмов эпостағы белем-мәғлүмәттәрҙе математиктар һәм астрономдар ҙа үҙ эшендә ҡуллана ала, тип раҫлай. Ул «Урал батыр» эпосын Арҡайым архитектураһына яраштырып һәм сармат алтын боландары тураһындағы мәғлүмәттәрҙән сығып, бронза дәүерендәге башҡорт йондоҙнамәһе циклын тулыһынса тергеҙҙе һәм боронғо башҡорттар астрономияһының һинд-герман фәнен булдырыу тарихындағы мөһим әһәмиәтен бар донъяға танытты.

«Урал батыр»ҙың йөкмәткеһен астрономия күҙлегенән ҡарағанда, ул боронғо календарҙы кәүҙәләндерә икәне ап-асыҡ төҫмөрләнә, — тип һөйләй Салауат Ғәлләмов. — Унда ерҙең Төньяҡ ярымшарының йондоҙнамә циклын тәшкил иткән һәм төнөн күктә күҙәтеү мөмкин булған барлыҡ йондоҙлоҡтар көҙгөләге кеүек сағыла. Улар бер йыл эсендә күктә нисек хәрәкәт итә, мифта шул эҙмә-эҙлелектә бирелә. Был боронғо башҡорт астрономдарының күктәге йондоҙҙарҙы яҡшы белеүен һәм йондоҙнамә календары буйынса йәшәүен дә раҫлай. Боронғо башҡорттар үҙҙәренең «Урал батыр» календарына эйә булып, төнгө күкте күҙәтеп, Арҡайым цивилизацияһын барлыҡҡа килтергән. Бындай милли календарь тағы ла ер эшкәртеүсе ҡайһы бер мәҙәни халыҡтарҙа — гректар, индустар, ирандар, римдар, ҡытайҙар, япондар һәм Америка ҡитғаһында йәшәүсе майя индеецтарында ғына бар, һәм улар ҙа үҙҙәренең ошо календары буйынса сәсеү өсөн уңайлы ваҡытты билдәләгән, һауа торошоноң үҙгәреүен белгән.

«Урал батыр» эпосында архетиптар һәм символдар

үҙгәртергә

Урал тураһында эпос дөйөм аңһыҙлыҡтың архетиптарына, символдарына бик бай: күрәҙәсе дейеүҙәр,үтә аҡыллы күрәҙәсе ҡарт дейеү; әүлиә бала Урал; батырҙың мәшһүр юлдашы — йыһан аты Аҡбуҙат, Уралдың киләсәктә ярҙамсыһы; күктәге ете дейеү — Етегән йондоҙлоғо; ҙур асҡыстың хужаһы булған дейеү; мөғжизәле таяҡ; тере шишмә — тере һыу; ҡоштар батшаһы, Ҡояш менән Айҙың ире, шул уҡ ваҡытта Һомай, Айһылыуҙың атаһы — Самрау.

«Урал батыр» эпосында төп персонаждарҙың береhе аҡҡош-ҡыҙ Һомай — ҡоштар һәм ҡоштар батшаһы Самрауҙың ҡыҙы, шулай уҡ Урал батырҙың өс ҡатынының береһе, башҡорт халҡын тыуҙырған инәһе (Һомай инә); тоғролоҡ, матурлыҡ символы. Ул бер аҡҡошҡа, бер сибәр ҡыҙға әйләнә. Уның әхирәттәре — башҡа аҡҡоштар ҙа ошондай уҡ hәләткә эйә була.

Был ике ҡыҙ (Һомай, Айһылыу) — Аниманың ғәжәйеп символдары. Һомайҙың үҙенә батша ҡыҙҙарына ғына хас булған кейәү эҙләү ысулы дөрөҫ итеп күрһәтелгән: ул йомаҡ-табышмаҡтар ҡоя, егеттәрҙе тоғролоҡта, ғәҙеллектә һынай. Шулай уҡ Урал менән Һомайҙың космик ғаиләһе, дүрт яҡлылыҡ символы бөтә эпос буйынса теҙелеп бара: дүрт улы (Һаҡмар ҙа үҙен Уралдың улы тип һанай). Кешенең сифаттарын күрһәтеүсе — һөйләшә белеүсе, аҡыл өйрәтергә һәләтле үгеҙ, арыҫлан, эт, ыласын, төрлө ҡоштар; күп ҡалыплы Зәрҡүм символы, таштың үҙгәреү символдары, Бөтә донъяны Һыу баҫыу, Үлем символы; тәртипкә һалыу символдары — һандар таң ҡалдыра.[14]

Сәхнәләштерелгән әҫәрҙәр

үҙгәртергә

Эпосҡа ҡағылышлы башҡа саралар

үҙгәртергә
  • 2020 йылдың ғинуарында ЮНЕСКО-ның «Донъя халыҡтары эпостары» проекты сиктәрендә Өфөлә унынсы тапҡыр башҡорт халҡының «Урал батыр» эпосын Рәсәй Федерацияһы һәм донъя халыҡтары телдәрендә яттан һөйләүселәр конкурсы уҙҙы. Бына өсөнсө йыл инде конкурс халыҡ-ара статусында ойошторола һәм «Башҡорт халҡының „Урал батыр“ эпосы — кешелек байлығы» тип атала[19].
  • 2019 йылдың 24 майында Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙа «Башҡорт халҡының „Урал батыр“ эпосы һәм донъя халыҡтарының рухи мираҫы» тигән халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы үҙ эшен башланы[20].
  • «Урал батыр» буйынса балалар комиксы һәм анимация фильмы төшөрөлә. 2018 йылда был проект Башҡортостан Башлығы грантын алды[21].
  • 2018 йылдың 29 ноябрендә Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә башҡорт халҡының «Урал батыр» эпосына арналған конкурс-фестиваль туғыҙынсы тапҡыр ойошторолдо. Ул икенсе йыл «халыҡ-ара» статусында уҙҙы. Унда республика ҡала һәм райондарынан, Рәсәй төбәктәренән һәм бер нисә сит илдән 500-ҙән ашыу уҡыусы һәм студент ҡатнашты, улар донъя халыҡтарының 42 телендә сығыш яһаны. Бөтәһе 10 секция эшләне: өсәү — эпосты башҡортса һөйләүселәр өсөн, икешәр — рус һәм инглиз, берәү — Башҡортостан, Рәсәй һәм донъя халыҡтары телдәрендә, берәү — бер нисә телдә аралашҡандар өсөн, һәм тағы ла берәү — мигрант ғаиләләрендәге балалар өсөн. Йәш сәсәндәр һәм «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр баһалама ағзаларын үҙҙәренең сағыу ижади сығыштары менән таң ҡалдырҙы. IX халыҡ-ара конкурс еңеүселәренә һәм ҡатнашыусыларына дипломдар һәм сертификаттар, шулай уҡ иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты һәм Башҡортостан социаль технологиялар институты был сараны төп ойоштороусылар булһа, республиканың Мәғариф һәм Мәҙәниәт министрлыҡтары һәм Өфө ҡалаһы хакимиәтенең мәғариф идаралығы уны үткәреүгә туранан-тура булышлыҡ күрһәтте[22]. «Bash.news» сайты мәғлүмәттәре буйынса, байрам атмосфераһы, милли ҡоралдар һәм сағыу милли кейемдәр сараға матур һәм оҙаҡ онотолмаҫлыҡ йәм өҫтәне. Рәсәй, Һиндостан, Израиль, Монголия, Франция, Германия, Үзбәкстан һәм Ҡытай вәкилдәре эпосты төрлө телдәрҙә яттан һөйләүгә үҙенсәлекле әҙерләнеүҙәрен күрһәтте. Сараның тағы ла бер яңылығы: бәйгелә тәүге тапҡыр донъя халыҡтары уйындары буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде. Бәйгеселәр йәйәнән уҡ атыу, бура уйыны һәм ҡазаҡ халҡының милли уйыны «Асыки» буйынса көсөн һынап ҡараны. Был һәм үҙ-ара әүҙем аралашыу ҡатнашыусыларға төрлө халыҡтар йолалары менән яҡындан танышырға мөмкинлек бирҙе[23].
  • 2017 йылдың февралендә «Урал батыр» эпосы байрамы Мәләүез районының Нөгөш ауылында үтте. Байрам программаһында йыр-моң һәм «Урал батыр» эпосынан театрлаштырылған өҙөктәр, башҡорт батырҙары һәм Урал батыр хөрмәтенә йола хикәйәттәре ҡаралғайны. Ҡарҙа милли көрәш буйынса күрһәтмә сығыштар, халыҡ уйындары, аш менән һыйлау ойошторолдо. Байрамдың төп өлөшөндә — «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүҙә төрлө йәштәге 35-тән ашыу кеше ҡатнашты[24].
  • Өфөлә йәш сәсәндәр «Урал батыр» эпосын Рәсәй халыҡтары телендә һәм сит телдәрҙә һөйләйәсәк[25].
  • Республикала йыл һайын «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү буйынса бәйге уҙғарыла.
  • Башҡортостандың «Ирәмәл» тәбиғәт паркы биләмәһендә «Урал батыр» эпосы буйынса ете туҡталҡалы, 28 саҡрымлыҡ яңы туристик маршрут булдырыла. Һуҡмаҡ тирәләй Урал батырҙың һәм эпостың башҡа геройҙарының ағас һындары ҡуйыласаҡ[26].
  • 2014 йылда «Пегас» йондоҙлоғоның бер йондоҙона «Урал батыр» исеме бирелгән[27][28].

Шулай уҡ уҡығыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. УРАЛ БАТЫР, эпос. Нәҙершина Ф. А.
  2. «Башкирский эпос „Урал-батыр“ пережил века» — Газета «Баймакский вестник», 2013, 27 июня 2016 йыл 4 март архивланған. (рус.)
  3. УРАЛ БАТЫР, эпос. Нәҙершина Ф. А.
  4. Мавлетов В. С. Духовная история башкирского народа. Мифологическое мировоззрение. — Уфа: Вагант, 2011. — 148 с. — ISBN 978-5-9635-0331-7.
  5. Сагитов М. М. Урал-батыр (пер. Шафикова Г. Г.). Башкирский народный эпос. Уфа: Башкнижиздат, 1977, С. 5—15.
  6. «Урал батыр» башҡорт эпосы әзербайжан теленә тәржемә ителгән. — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2014, 20 ноябрь
  7. 7,0 7,1 7,2 Башҡорт халҡының «Урал батыр» эпосы — ҡырғыҙ телендә. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2019, 25 октябрь (Тикшерелеү көнө: 25 октябрь 2019)
  8. Израилдә иврит телендә «Урал батыр» китабы донъя күрҙе. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 23 декабрь (Тикшерелеү көнө: 23 декабрь 2016)
  9. В Израиле опубликован эпос «Урал батыр» на иврите. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 22 декабрь (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 декабрь 2016)
  10. Эпос «Урал-батыр» будет переведен на якутский язык. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 26 июнь (рус.)
  11. «Урал-батыр» эпосы яҡут телендә донъя күрҙе. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2018, 26 март (Тикшерелеү көнө: 30 март 2018)
  12. Өфөлә «Урал батыр» башҡорт халыҡ эпосын ҡытай телендә сығарыу мәсьәләһен өйрәнделәр. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2018, 8 май (Тикшерелеү көнө: 10 май 2018)
  13. МИРБАДАЛЕВА Адэльма Сабировна
  14. З. Р. Назарова. Архетипы и символы в эпосе «Урал батыр»/Ватандаш, сентябрь, 2001 / Соотечественник / Compatriot 2018 йыл 30 март архивланған.. www.vatandash.ru
  15. «Урал батыр» эпосы мотивтары буйынса проект Рәсәй сәхнәһенә сыҡты. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 28 декабрь (Тикшерелеү көнө: 28 декабрь 2016)
  16. В Уфе будет поставлен современный балет «Легенда о Саошианте» («Урал батыр»). «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 29 август 2016 йыл 31 август архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 декабрь 2016)
  17. Урал батыр. По мотивам национального эпоса башкирского народа 2020 йыл 29 февраль архивланған.
  18. [http://bashdram.ru/performances/ural-batyr.html По башкирскому народному эпосу УРАЛ БАТЫР] 2020 йыл 29 февраль архивланған.
  19. Өфөлә башҡорт халҡының «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр конкурсы уҙҙы. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2020 йыл, 29 ғинуар (Тикшерелеү көнө: 29 ғинуар 2020)
  20. Башҡорт халҡының «Урал батыр» эпосын тикшереүселәр Өфөгә йыйылды. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2019 йыл, 24 май (Тикшерелеү көнө: 24 май 2019)
  21. «Урал Батыр» эпосы буйынса балалар комиксы һәм анимация фильмы төшөрөлә. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2018 йыл, 29 декабрь (Тикшерелеү көнө: 3 ғинуар 2019)
  22. «Урал батыр» эпосына арналған фестивалдә ҡатнашыусылар 42 телдә сығыш яһаны. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2018 йыл, 6 декабрь (Тикшерелеү көнө: 6 декабрь 2018)
  23. В Уфе состоялся международный конкурс чтецов эпоса «Урал-батыр». «Bash.news» сайты, 29 ноября 2018 года(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 декабрь 2018)
  24. Башҡортостанда «Урал батыр» эпосы байрамы уҙҙы. // «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2017, 13 февраль (Тикшерелеү көнө: 13 февраль 2017)
  25. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 25 ноябрь
  26. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 16 октябрь
  27. Сертификат «Международного каталога небесных тел»(недоступная ссылка)
  28. Урал батыр — йыһанда (башҡ.). Юлдаш радиоһы (25 май 2016). Дата обращения: 26 май 2016.(недоступная ссылка)

Һылтанмалар

үҙгәртергә
 
Викикитапхана логотибы
Ошо темаға Викикитапханала текстар бар
Урал батыр

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Фәнирә Ғайсина. Байыҡ Айҙар сәсән һәм «Урал батыр» эпосы — Йүрүҙән, 2022, 14-се һан, 8 апрель

Видеояҙмалар

үҙгәртергә