Яйыҡ (рус. Яик) — мәшһүр «Урал батыр» башҡорт эпосында персонаж, Урал батырҙың өлкән улы.

Шулай уҡ «Иҙел менән Яйыҡ», «Аҡбуҙат», «Иҙеүкәй менән Мораҙым», «Мәргән менән Маянһылыу» башҡорт эпостарында һәм башҡа халыҡ ижады әҫәрҙәрендә телгә алына.

«Урал батыр» эпосында

үҙгәртергә

«Урал батыр» башҡорт эпосында Яйыҡ Урал батырҙың өлкән улы була. Уның әсәһе Ҡатил батшаның ҡыҙы була. З. Ғ. Әминев буйынса, Яйыҡ теге донъя менән бәйле булыуы мөмкин, сөнки «Яйыҡ» исемен төркиәтселәр туфан, киң таралыш алған, яй аҡҡан һыу, йәғни был персонаждың исеме һыу донъяһы менән бәйле тип аңлата. Мәғлүм булыуынса, һыу донъяһы төркиҙәр һәм ирандарҙа теге донъя, хтоник донъя менән бәйле[1].

Әсәһе, улын Урал батырға ебәреп, уға ярҙамға тере һыу менән йәнләндергән дүрт батырҙы ла ебәрә. Яйыҡ, атаһы Урал батыр менән ҡустыларына — Нөгөш, Иҙел, Һаҡмарға ҡушыла. Уларға Ҡәһҡәһәне, Шүлгәнде һәм башҡа яуыз көстәрҙе еңергә ярҙам итә. Башҡа ҡустылары кеүек үк, ул да кешелəрҙе һыу менән тəьмин итер өсөн булат ҡылыс менән тауҙы яра. Ҡылыс менән ярылған тауҙан йылға хасил була, һуңынан уны халыҡ Яйыҡ тип атаған.

«Иҙел менән Яйыҡ» эпосында Яйыҡ ҡустыһы Иҙел менән бергә аталарының изге эшен дауам итә.

Тикшеренеүҙәр

үҙгәртергә

Н. А. Мәжитов фекеренсә, даик (дах) ҡәбиләләре берләшмәһе мөхитендә «Урал батыр» башҡорт героик эпосы формалашҡан — улар Яҡын Шәреҡ, Урта Шәреҡ һәм Урта Азия дини-фәлсәфәүи әҙәбиәте фольклор сюжеттарын Көньяҡ Урал ҡәбиләләренең идеологик шарттарына яраҡлаштырған. Эпостың төп геройы Урал батырҙың улы Яйыҡтың исеме һуңыраҡ дини-мифологик персонаждың — һыу стихияһы ҡурсалаусыһының исеменә Яйыҡ/Йайыҡ ханға тиклем үрләй. Һыу илаһы Йайыҡ хан тураһында ышаныуҙар хәҙерге мәжүси алтайҙарҙа һаҡланып ҡалған, риүәйәттәр буйынса алтай халҡы составындағы тёлёс ырыуы Уралдан килгән (башҡорттарҙа тиләү ырыуы бар). Алтайҙарҙың дини инаныуҙарында Йайыҡ хан ниндәйҙер Иҙел тигән ҙур йылғаның ҡурсалаусыһы булып тора, уларға тап килгән гидронимдар тик Көньяҡ Уралда осрай — «Урал батыр» эпосында Урал батырҙың улдары булат ҡылыс менән тауҙарҙы ярып йылғаларға асҡан, улар батырҙар хөрмәтенә Иҙел (Ағиҙел), Яйыҡ, Нөгөш тип атала[2].

Яйыҡ/Ыйыҡ/Ыҡ/Уҡ/Эйек гидронимдары Көньяҡ Уралда киң таралыу алған — Яйыҡ, Ыҡ, Оло һәм Кесе Эйек, Ыйыҡ (Әй ҡушылдығы), Ыйыҡ (Ҡыйғы ҡушылдығы) һәм Ыйыҡ (Рәүҙе ҡушылдығы), Оло һәм Кесе Ыйыҡ, Уҡ (Эҫем ҡушылдығы) һәм Ук (Тубыл ҡушылдығы), Ыйыҡкүл, Ыҡкүл һәм башҡалар. «Яйыҡ/йайыҡ» этнонимы ара атамаһы булараҡ Ырымбур башҡорттарында теркәлгән[3].

Силәбе өлкәһе Үрге Өпәйле ҡала округындағы Ыйыҡкүл (Иткүл) янында Ыйыҡтау һәм Ыйыҡ йылғаһы урынлашҡан, ә күл эсендә урынлашҡан торонташ (ҡая) Ыйыҡташ — башҡорттарҙың изге табыныу, намаҙ уҡыу, ҡорбан килтереү урыны булған[4].Ыйыҡ формаһында башҡа тау атамалары — оронимдар ҙа осрай[5]. Мәҫәлән, Пермь крайы Барҙа районында Ыйыҡтау бар, ул ғәйнә башҡорттары өсөн изге табыныу урыны булған. Бында ете ғәзиздәренең (әүлиәләрҙең) береһе Солтанәхмәт йәшәгән[6]. Ҡариҙел районы Муллаҡай ауылы янындағы Ыйыҡтау шулай уҡ башҡорттарҙың табыныу урыны булып иҫәпләнгән. Ошо ерҙә байҡы һәм балыҡсы ырыуҙарының ата-бабаһы Ҡараса-ғәзиз ерләнгән[7]. Борай районындағы Ыйыҡтау — теләк теләү, инаныу урыны, тауҙан ағып төшкән шишмәнән барлыҡҡа килгән Ыйыҡкүл (Эйеккүл) дә изге тип иҫәпләнә[8]. Мәсетле районы Һабанаҡ ауылы эргәһендә лә Ыйыҡтау бар.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Аминев З. Г. Эпос «Урал батыр» и скифская генеалогическая легенда // Народы Южного Урала и их соседи в древности и средневековье. Материалы международной научной конференции, посвященной к 75-летию профессора Н. А. Мажитова. — Уфа: РИО БашГУ, 2004. — 254 с. — С.219 — 223.
  2. Мажитов Н. А. Даики в энтогенезе башкирского народа // Ватандаш. — 2013. — № 9. — С. 3—28. — ISSN 1683-3554.
  3. Мажитов Н. А. Современное состояние изучения проблемы происхождения башкирского народа (археологический аспект) // Ватандаш. — 2012. — № 2. — ISSN 1683-3554.
  4. Студенников Евгений. Иткуль — мясное озеро // Уральский следопыт. — 2019. — № 11. — С. 15.
  5. * Рәшит Шәкүр. Йәшәгән, ти, борон соҡсондар... «Башҡортостан» гәзите. Дата обращения: 1 ғинуар 2024.
  6. Ғәйнә башҡорттары фольклоры / Авт.-төҙ. Р. Ә. Солтангәрәева, төҙ. Ф. Ф. Ғайсина. Баш һүҙ авт. Р. Ә. Солтангәрәева. — Өфө: БР ФА, «Ғилем» нәшриәте, 2012. — 172 б. — 14-се б. ISBN 978-5-4466-0017-5
  7. Солтанова Гөлнара. Ыйыҡтау — Ҡариҙел мөғжизәһе. // «Йәнтөйәк» гәзите.
  8. Хисамитдинова Ф. Г. Мифологический словарь башкирского языка». — М. : Наука, 2010. — 456 с.
  • Исламшин Р. Ғ. Ыйыҡ тауҙар илендә. – Өфө: Китап, 2006. – 112 с.

Һылтанмалар

үҙгәртергә