Ғәлләмов Салауат Абдрахман улы

(Салауат Ғәлләмов битенән йүнәлтелде)

Ғәлләмов Салауат Абдрахман улы (24 декабрь 1959 йыл5 сентябрь 2018 йыл) — ғалим, башҡорттарҙың һинд-иран сығышы тураһындағы гипотезаның, башҡорт теленең боронғо һәм хәҙерге Европа телдәренә йоғонтоһо һәм башҡорт эпостарының боронғо һинд философияһына йоғонтоһо тураһында гипотезалар авторы.

Салауат Абдрахман улы
Ғәлләмов
Тыуған көнө

24 декабрь 1959({{padleft:1959|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})

Тыуған урыны

Өфө

Вафат булған көнө

5 сентябрь 2018({{padleft:2018|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (58 йәш)

Вафат булған урыны

Өфө

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Биографияһы

үҙгәртергә

Салауат Абдрахман улы Ғәлләмов 1959 йылдың 24 декабрендә Өфө ҡалаһында тыуған. Ғалим-педагог һәм методист, 1-се класс уҡыусылары өсөн төп уҡыу әсбабы булған «Әлифба»ның авторы, педагогия фәндәре кандидаты Абдрахман Ғәлләмовтың улы.

1976 йылда 20-се мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетына уҡырға инә.

1979 йылда Дәүләт именлеге комитеты (КГБ) органдары, Салауат Ғәлләмовты Огородников А., Якунин Г., Порши В. менән бергә, Мәскәү һәм Ленинград ҡалаларының дини түңәрәктәре менән мөнәсәбәттә ғәйепләп, ҡулға ала. Огородников А., Якунин Г., Порши В. 10 йылға хөкөм ителә. С. Ғәлләмовҡа ҡарата енәйәт дәлилдәре булмау сәбәпле, ул Өфөләге махсус дауаханаға урынлаштырыла.

Был факт Хельсинки хоҡуҡ яҡлау төркөмө арҡаһында Көнбайышта билдәле була һәм «ВВС», «Америка тауышы» радиостанциялары аша фаш ителә. Ул ваҡыттағы СССР Дәүләт именлеге комитеты председателе Юрий Андропов был мәғлүмәттең сит илгә сығыуы менән ҡәнәғәт булмай. Ул, Өфөгә шылтыратып, урындағы КГБ етәкселәрен ҡаты шелтәләгәс, КГБ подполковнигы Лешин үҙ-үҙенә ҡул һалырға мәжбүр була. Ғәлләмов, махсус дауаханала 4 ай булғандан һуң, иреккә сығарала. Икенсе тапҡыр 1980 йылда Мәскәүҙәге Олимпия уйындары алдынан ҡулға алына. Властар уның сит ил журналистары менән осрашыуынан хәүефләнәләр.

Ғәлләмовты университеттан сығарырға тырышалар, 1984 йылда һуңғы экзаменға рөхсәт ала алмай.

Университетта уҡыған ваҡытта С. Ғәлләмов дини философия һәм мифологияны өйрәнә. Һуңғы өс курс эше А. Ф. Лосев хеҙмәте буйынса философия фәнендә боронғо грек мифологияһын өйрәнеүгә бағышлана.

Диплом алып үҙ һөнәре буйынса эшләй алмағас, ҡытай табибы Ким кәңәше буйынса энә ҡаҙап дауалау ысулын өйрәнә. 1984 йылда Мәскәүгә күсеп китә.

1984—1990 йылдарҙа Ғәлләмов Мәскәүҙә йәшәй. Был йылдарҙа башҡорт эпосы «Урал Батыр»ҙы философик яҡтан өйрәнә. 1990 йылда Англияға барып курдтар менән таныша. Англиянан ҡайтҡас, БДУ-ла «Лосев А. Ф. — антик культураның тарихсыһы» тигән диплом эшен яҡлай. 1992—1994 йылдарҙа Парижда Курд институтында була.

Салауат Ғәлләмов 2018 йылдың 5 сентябрендә вафат булды[1][2].

Ғилми мәҡәләләре һәм китаптары

үҙгәртергә
  • «Урал-батыр» эпосына 4 мең йыл. — Өфө, «Шоңҡар» журналы, 1996.
  • Великий Хаубен. Уфа, Госкомнауки РБ, 1997
  • Башкорды от Гильгамеша до Заратуштры. Уфа, РИО РУМНЦ РБ, 1998
  • Введение в сопоставительное изучение грамматики башкордского, кордского и английского языков. Уфа, РИО РУМНЦ РБ, 1999
  • Кордско-Башкордско-Англо-Русский словарь. Уфа, РИО РУМНЦ РБ, 2000
  • Основы Башкордской Индо-Германской философии, 2001—2003. В 4-х томах: Онтология, Гносеология, Этика и Эстетика Древних Башкир (Башкортов).
  • Нәшер итергә әҙерләнә, «Книга об индоиранском этногенезе древних Башкордов».
  • Нәшер итергә әҙерләнә, «Философский словарь башкирского языка».
  • Нәшер итергә әҙерләнә, Салауат Ғәлләмовтың сит телдәрҙә китаптары.
  • Нәшер итергә әҙерләнә, «Башкурдско-Курдско-Англо-Санскрито-Русский словарь».

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Сураман сайты