Мирбадалева Адэльма Сабировна
Мирбадалева Адэльма Сабировна (5.10.1932) — фольклорсы, филология фәндәре докторы (1995)[1].
Мирбадалева Адэльма Сабировна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 5 октябрь 1932 (92 йәш) |
Тыуған урыны | Мәскәү, СССР |
Һөнәр төрө | ғалим |
Уҡыу йорто |
Мәскәү дәүләт университетының филология факультеты[d] филология фәндәре докторы[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәАдэльма Сабировна Мирбадалаева 1932 йылдың 5 октябрендә Мәскәү ҡалаһында тыуған.
1956 йылда М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетын тамамлағандан һуң, Сит ил һәм милли һүҙлектәр дәүләт нәшриәте мөхәррире булып хеҙмәт юлын башлай.
1961 йылда филология фәндәре кандидатлығына диссертация яҡлай.
1961 — 2005 йылдарҙа Мәскәү ҡалаһындағы Рәсәй Фәндәр Академияһының А. М. Горький исемендәге Донья әҙәбиәте институтында 1977 йылдан алып өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1989 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр, 2000 йылдан — баш ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.
Фәнни эшмәкәрлеге башҡорттарҙың һәм башҡа төрки телле халыҡтарҙың эпик ҡомартҡыларын өйрәнеүгә һәм уларҙың фәнни баҫмаларын әҙерләүгә бәйле. Инеш мәҡәләләр авторы.
«Башҡорт халыҡ эпосы» (1977) китабының һәм «СССР халыҡтары эпосы» серияһына ингән башҡа китаптарҙың төҙөүселәренең, тәржемә авторҙарының береһе.
Шулай уҡ «СССР халыҡтарының героик эпосы» китабына ингән «Урал батыр» эпосын тәржемә итеүселәрҙең береһе (1, 1975)[2].
30-ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
1995 йылда «Төрки телле эпос текстологияһы: „Манас“ ике телле ғилми баҫмаһының һәм башҡа эпик ҡомартҡыларҙың теоретик һәм методик аспекттары» тнемаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай[3]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәШулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергәБашкирский эпос «Урал-батыр» // Башкирский фольклор. Уфа, 2000. Вып.4.
Башкирский народный эпос. Вступ. статья А. С. Мирбадалевой. - М., Главная редакция восточной литературы издательства «Наука», 1977. - 519 с. с ил. («Эпос народов СССР»).
Һылтанмалар
үҙгәртергәhttps://search.rsl.ru/ru/record/01000124741?ysclid=lebe4zu8xo538652134 Мирбадалева, Адэльма Сабировна. Текстология тюркоязычного эпоса: теоретические и методические аспекты двуязычного научного издания «Манаса» и других эпических памятников
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ МИРБАДАЛЕВА Адэльма Сабировна
- ↑ МИРБАДАЛЕВА Адэльма Сабировна
- ↑ https://search.rsl.ru/ru/record/01000124741?ysclid=lebe4zu8xo538652134 Мирбадалева, Адэльма Сабировна. Текстология тюркоязычного эпоса: теоретические и методические аспекты двуязычного научного издания «Манаса» и других эпических памятников