Тере һыу
Тере һыу — халыҡ әкиәттәрендә үлгән геройҙы терелтеү һәләтенә эйә булған тылсымлы һыу[1].
Фольклорҙа
үҙгәртергә«Урал батыр» эпосында Урал батыр яуыз заттарҙан халыҡты ҡотҡарып, ҡанатлы ат Аҡбуҙат һәм Һомай ярҙамында тере һыуҙы таба һәм бөтә тәбиғәткә үлемһеҙлек бүләк итә.
Ул фольклорҙа билдәле бер тылсымлы йәки тәбиғи булмаған үҙенсәлектәргә эйә булған һыуҙы аңлата. Мәҫәлән, әкиәттәрҙә тере һыу үле тәнгә йән бирә ала. Йыш ҡына яраларҙы дауалау мөмкинлегенә эйә булған үле һыу менән бер рәттән ҡулланыла. Бер туған Гриммдарҙың «Тере һыу» әкиәтендә уның бер йотомо өс королевичтың ауырыған атаһын һауыҡтыра алған. Тылсымлы әкиәттәрҙә тере һыу «ете диңгеҙ аръяғында» була.
Алишер Навои Искәндәр Зөлҡәрнәй ғүмеренең аҙағында тере һыу табырға тырыша, тип телгә ала, әммә уңышһыҙ була[2].
Тере һыу һәм мәңгелек йәшлек эҙләү христиандарҙың дөйөм терелеү, мәңгелек тормош һәм тулыһынса һауығыу тураһындағы тәғлимәтенә яҡын[3][4].
Эпитет булараҡ
үҙгәртергәКүсмә мәғәнәлә рухландырыусы, яҡшы тәьҫир итеүсе, ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыусы бөтә нәмәне аңлата[5].
Инжилдә
үҙгәртергәВ Изге яҙма «тере һыу» мәңгелек тормош эпитеты булып тора[6].
Йөҙөм араҡыһы
үҙгәртергәЛатинса aqua vitae (һүҙмә-һүҙ — йәшәү һыуы) тигән һүҙ шарапты ҡыуыу һөҙөмтәһендә алынған этил спиртын аңлата. Терминды испан табибы һәм алхимигы Арнольд яҡынса 1240—1311 йылдарҙа индергән[7]. Был терминдан скандинавтарҙың аквавит һәм украиндарҙың оковит алкоголле эсемлектәренең атамалары килеп сыҡҡан[8].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Үле һыу
- Изге һыу
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ МАС, 1981—1984
- ↑ Стена Искандара, XXIII
- ↑ Неёлов Е. М. От волшебной сказки к литературе: фольклорная трансформация евангельской традиции в учении Н. Ф. Федорова о воскрешении 2019 йыл 2 сентябрь архивланған. // «Проблемы исторической поэтики», 1994 — С. 269
- ↑ Черноусова И. П. Фольклорно-языковая картина мира, представленная в диалоговой модели (на материале русской волшебной сказки) 2019 йыл 29 март архивланған. // Вестник Челябинского государственного университета, 2013 — С. 119
- ↑ Фёдоров, 2008
- ↑ Живая вода 2019 йыл 2 сентябрь архивланған. // Вихлянцев В. П. Новый библейский словарь : к русской канонической Библии синодального перевода 1876 года — М.: Эдитус, 2016. — 561 с. — ISBN 978-5-00058-387-6
- ↑ Душенко К. В., Багриновский Г. Ю. Aqua vitae // Большой словарь латинских цитат и выражений / Под науч. ред. Д. О. Торшилова. — М.: Азбука-Аттикус, 2017. — С. 59. — 912 с.
- ↑ Ҡалып:Словарь Даля
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Живая вода в представлениях древних греков 2007 йыл 13 октябрь архивланған. // Онианс Р. На коленях богов. — М., 1999
- Вода живая // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Будур Н. В. Живая и мёртвая вода // Сказочная энциклопедия / общ. ред. Н. В. Будур. — М.: Олма-Пресс, 2005. — С. 154. — ISBN 5-224-04818-4.
- Живая вода // Словарь русского языка: в 4-х т. (Малый академический словарь) / Под ред. А. П. Евгеньевой. — М.: Институт русского языка Академии наук СССР, 1981—1984.
- Живая вода // Фразеологический словарь русского литературного языка / Сост. А. И. Фёдоров. — М.: Астрель, АСТ, 2008.